Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте!
Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте! – Тәриҡәт хаҡында бөгөн йыш ишетәбеҙ. Гәзит уҡыусыларға ла ошо турала һөйләһәгеҙ ине.
– Иң тәүҙә барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең дә беҙҙе Киң Ҡөҙрәтле Аллаһу Тәғәләнең юлына саҡырғанын аңларға тейешбеҙ. Улар – беҙгә юл күрһәтеүселәр, беҙҙең тәрбиәселәр. Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәлә үҙе­нең пәйғәмбәре Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһии үә сәлләмгә ошолай бойорған: “Йә, Минең һөйөклө пәйғәмбәрем, тор һәм кешеләрҙе Миңә саҡыр!” Ошо рәүешле Аллаһу Раббил Ғаләмин Сүбхәәнә үә Тәғәлә Үҙенең барлыҡ ҡолдарын Үҙенә саҡыра. Инде “Раббыбыҙ, беҙ Һинең хозурыңа нисек өлгәшә алабыҙ һуң?!” – тип һорау урынлы булыр. Мәҫәлән, Мәккәгә хажға барырға йыйынһаҡ, иң тәүҙә Мәккәнең ҡайһы тарафта булғанын һәм унда нисек барырға икәнлеген асыҡларға тотонабыҙ. Унан һуң оҙон юлға ниндәй әйберҙәр кәрәк булаһын күҙаллап, сәфәргә әҙерләнәбеҙ.
Шуның кеүек, Киң Ҡөҙрәтле Раббыбыҙ юлында иң кәрәкле әйбер – шәриғәт, йәғни ул беҙгә Хаҡ Тәғәлә хозурына ирешеү өсөн юлда кәрәкле ризыҡ һәм кәрәкле йөк. Ә тәриҡәт – Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәләгә алып барыусы юл. Бөтә тәриҡәттәр ҙә кешеләрҙе Аллаһу Тәғәлә хозурына илтеүсе тура юлдар. Донъя­ла барлығы 41 суфый тәриҡәте бар. Улар пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә барып тоташа. Тәриҡәттәр пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәләре Әбү Бәкер әс-Сиддыҡҡа һәм Ғәли ибн Әбү (Аби) Талибҡа биргән ғилемдәрҙе үҙ эсенә ала. Артабан сер ғилеме бөйөк сәхәбәләрҙең эшен дауам итеүселәргә (тәбғиндәргә) күскән һәм әүлиәләрҙең алтын сылбыры аша беҙгә килеп еткән. 41 тәриҡәттең ҡырҡы – имам Ғәлиҙән, тик берәүһе генә – Наҡшбән­диә тәриҡәте – Әбү Бәкер әс-Сиддыҡтан башлана. Башҡорт халҡы күпселектә Наҡшбәндиә тәриҡәтендә булған. Тәриҡәт ни өсөн кәрәк, тип һорарһығыҙ. Мәҫәлән, Мәскәүгә төрлө юл менән барырға була, ләкин тура юл бар сағында Ҡаҙағстан йәки Ҡытай аша барғығыҙ килмәҫ, моғайын. Эйе, һеҙ иң ҡыҫҡа, тура юлды һайлар инегеҙ. Изге әүлиә Баһауетдин Наҡ­шбән­диә тәриҡәте – Аллаһҡа инаныуҙа, Аллаһҡа табан атлауҙа иң ҡыҫҡа юл ғына түгел, бөгөнгө көндә иң көслө, иң күп мосолмандарҙы үҙенә берләштергән тәриҡәт ул. Хәҙер һеҙ, моғайын, “Ниңә тәриҡәт тура юл?” – тип һорарһығыҙ. Сәййидинә Әбү Бәкер әс-Сиддыҡтың йөрәгенә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт үҙе Ал­лаһ дине – исламдың эске Хәҡиҡәтен күсергән. Быны пәйғәмбәребеҙҙең киң билдәле хәҙисе лә раҫлай: “Минең йөрәгемә нимә һалынған, мин барыһын да Әбү Бәкерҙең йөрәгенә күсерҙем”. Пәйғәмбәребеҙ барса сәхәбәләре араһынан Әбү Бәкерҙе ошо бөйөк вазифа өсөн һайлаған. Шулай булғас, Наҡшбәндиә тәриҡәте пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт күсергән иң тулы һәм иң саф ғилемде үҙ эсенә алған. Әбү Бәкер разыйаллаһу ғәнһәне сикһеҙ ихлас тоғролоғо өсөн Аллаһ илсеһе “ӘсСиддыҡ” (һүҙмә-һүҙ тәрже­мәһе “Ысын хаҡ”) тип йөрөткән. Был исемдәгеләр – пәйғәмбәрҙән һуң иң юғары дәрәжәгә өлгәшеүселәр. Наҡшбәндиә тәриҡәте – ошондай оло дәрәжәләргә ирештереүсе юл. Наҡшбәндиә тәриҡәтендә ислам ғилеме пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән алып тәриҡәт остаздарының сылбыры аша тапшырыла килгән. Бөгөнгә тиклем төньяҡ Кипрҙың ҙур булмаған Лефкә ҡаласығында йәшәүсе Мәүләнә шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани Әдил әл-Ҡубруси әр-Раббани тәриҡәттең иң оло шәйехе, ер йөҙөндәге барса әүлиәләрҙең Имамы, Солтаны ине.
Шәйех Нәҙим 1922 йылда Кипр утрауының Төркиәгә ҡараған яғында, яр буйында урынлашҡан Ларнака ҡалаһында донъяға килгән. Ул әсәһе яҡлап та, атаһы яғынан да изге пәйғәмбәребеҙҙең нәҫе­ле­нән. Атаһы яғынан олатаһы – бөйөк суфый шәйехе, Ҡәҙриә тәриҡәтен нигеҙләгән сәййидинә Абдул Ҡадир әл-Джилани. Әсәһе яҡлап бөйөк әүлиә, Мәүләүи тәриҡәтен нигеҙләгән Мәүләнә шәйех Йәләлетдин Руми тоҡомо. Шәйех Нәҙим тыуған йорт изге пәйғәмбәребеҙҙең тоғро сәхәбәһе Өммө Хирам ҡәбере янында була. Бала сағында шәйех Нәҙим һәр ваҡыт ошо изге урынға килергә атлыҡҡан. Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани уны Өммө Хирам ҡәбере эргәһендә әүлиә өләсәһенең рухы менән һөйләшкән мәлендә эҙләп табыр булған. Бәләкәйҙән шәйех Нәҙимгә бар фәндәр ҙә еңел бирелгән, уның белемгә ынтылышы бик көслө була. Кипрҙа мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Истанбул университе­тының химия факультетына уҡырға инә һәм алдынғы студенттарҙың береһенә әйләнә. Мәүләнә шәйех Нәҙимдең өс ағаһы була, улар ҙа Истанбул университетында белем ала. Шәйех Нәҙимдең иң яратҡан кесе ағаһы медицина факультетында уҡый. II Бөтә донъя һуғышы башланғас, уны армияға алалар, һәм ул фронтта һәләк була. Уның үлеме шәйех Нәҙимде оло ҡайғыға һала. Ошо фажиғә шәйех Нәҙимдең бар ғүмерен тотошлай үҙгәртеүгә сәбәп була. Фани донъя тиҙ ағышлы һәм ваҡытлыса ғына, иртәме-һуңмы, барыбыҙ ҙа Аллаһу Тәғәләгә ҡайтабыҙ. Шәйех Нәҙимдә был донъяла уҡ Аллаһу Тәғәләнең ләззәтле хозурында булыу теләге уяна. Ошонан башлап ул үҙ ғүмерен тулыһынса Аллаһу Сүбхәәнә үә Тәғәләгә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Ул белем алыуға ихлас тырышлығын һәм һәләтен ислам ғилемен үҙләштереүгә йүнәлтә.
Шәриғәт буйынса тәүге уҡытыусыһы ул осорҙа киң билдәле ислам ғалимы Шәйех Йәмәлетдин әл Ласуни була. Күп тә үтмәй шәйех Нәҙим Истанбулда шәриғәтте һәм ислам ғилемен төплө белеүе менән таныла. Әммә уның күңеле шәриғәт һәм сөннәтте генә түгел, диндең эске рухи яғына – Аллаһу Тәғәләнең әүлиәләре (Аллаһ дуҫтары – изгеләр) юлына тартыла. Бына шулай шәйех Мәүләнә тәриҡәткә килә. Тәриҡәттә шәйех Сөләймән Арзуруми уның беренсе остазы була. Шәйех Сөләймән Арзуруми ул ваҡытта Ҡотоп ер йөҙөндәге иң оло әүлиәләрҙең береһе иҫәпләнә.
Бөйөк әүлиәлә белем алған шәйех Нәҙим 22-23 йәшендә тәриҡәт юлында ҙур уңыштарға ирешә. Быны бары тик бәхетле осраҡ тип кенә һанау мөмкин түгелдер, сөнки шәйех Нәҙим кеүек кешеләрҙең тейешле кимәле Калу Бала (Вәғәҙәләр көнөндә) барса йәндәр Аллаһу Тәғәлә хозурында торғанда уҡ билдәләнгән була. Шулай булғас, шәйех Нәҙимдең Аллаһ хозурына, ислам ғилеменә өндәү юлында уңышҡа өлгәшеүенә һис ғәжәпләнерлек түгел. Берҙән-бер көн шәйех Сөләймән уҡыусыһына: “Йә, улым, мин һине артабан уҡыта алмайым, сөнки хәҙер рухи кимәлең минекенән юғарыраҡ. Үҙемдең рухи бәйләнешем аша изге пәйғәмбәребеҙҙән артабан ни эшләргә икәнлеген һораным. Ул һин өйрәнәсәк сер ғилеме әүлиәләр солтаны шәйех Абдулла Фәйез Дағстани ҡулында булғанын аңғартты. Һин Вәғәҙәләр көнөндә үк уның уҡыусыһы итеп тәғәйенләнгән булғанһың, шуның өсөн уның янына юл тоторға тейешһең!” – тип өндәшә. Шулай итеп, шәйех Нәҙим Наҡшбәндиә тәриҡәтенең тарихи сылбырының бер быуыны, буласаҡ остазы әүлиә шәйех Абдулла Дағстаниға юллана. Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани – иң юғары кимәлдәге Солтан әүлиә. Ул – әүлиәләр Солтаны, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тоҡомо һәм пәйғәмбәребеҙҙең ғилемен мираҫ итеп алған Наҡшбәндиә тәриҡәте сылбырындағы 40 имамдың береһе. Һәр осорҙа тәриҡәттә Солтан Әүлиә дәрәжәһендә тик бер генә кеше була, һәм пәйғәмбәребеҙ дәүеренән алып 40 кеше генә ошо кимәлгә еткән.
Тәриҡәт – ул Аллаһҡа тура юл. Иң элек был хаҡта халыҡҡа фе­керҙе Мөхәммәт пәйғәмбәр еткерһә, аҙаҡ эш сәхәбәләргә йөкмәтелгән. Сәхәбәләр – пәйғәмбәрҙе күреп, уның менән аралашҡан кешеләр, уның уҡыусылары. Бөгөн тәриҡәт хаҡында кешелеккә шәйехтәр һөйләй, уның асылын аңлата.
Тәриҡәт тураһында халыҡҡа хата фекер еткергәндәр ҙә юҡ түгел, улар бигерәк тә йәштәрҙең башын бутай. Исламда бөгөн бүленештәр күбәйеп китте, ә тәриҡәт халыҡты берләштерә, иман аша йөрәктәрен нурлай. Ҡайһы бер мосолмандар бер намаҙ уҡымаған өсөн бер-бе­реһен үлтерергә әҙер, диндәштәренә ҡул күтәрә. Был хаҡ юл түгел, тә­риҡәттә булғандар донъяға мәрхәмәт күҙе менән баға, улар –миһырбанлы йөрәклеләр. Бары тик изгелек, яҡшылыҡ аша ғына кешеләрҙең күңеленә иман нурын сәсеп була.
Башҡорт халҡы ислам динен ихлас ҡабул иткән, пәйғәмбәребеҙ сәхәбәләре мосолманлыҡ асылы хаҡындағы хәҡиҡәтте халҡығыҙға килтереп еткергән.
– Татарстан хаҡындағы тәьҫораттарығыҙ нисек?
– Беренсе тапҡыр килдем, саҡырыу буйынса. Саҡырылмай аяҡ баҫһаҡ, ул әҙәпһеҙлек булыр ине. Бик матур ҡаршы алдылар. Ҡазан ха­ҡында ишетеп тә белә инем. Матур кешеләр йәшәй бында, уҡы­мышлылары бихисап. Күп уҡығандар араһында тәриҡәттә булғандар ҙа бар. Бында орлоҡ сәселде, дингә бәйле булмағандар ҡасып ки­терҙәр, улар халыҡта шик тыуҙыра ине. Тәриҡәт юлындағылар артыр.
– Башҡорт ҡыҙы булараҡ, башҡорт халҡының аҫыл сифаттары хаҡында әйткән фекерҙәрегеҙҙе ҡабат ишетке килә. Уларҙы мин “Башҡортостан сөбхәттәре” китабында уҡығайным.
– Башҡорт халҡының тарихын мин аҙ ғына булһа ла беләм. Беҙҙең башҡорт ата-бабаларыбыҙ бөгөнгә тиклем ыҙа сиккән, шәһит киткән. Башҡорт халҡының ундан бер өлөшөнән аҙырағы ғына ҡалғандыр. Әммә берәү ҙә баш эйеү тураһында уйламаған, һеҙ – түҙемле халыҡ, маҡсатҡа ынтылыусан халыҡ. Сәхәбәләр, Пәйғәмбәребеҙ менән һуғышҡа киткәндә, “Һуғышта шәһит булһын, еңелеп ҡайтмаһын”, – тип доға ҡылыуҙы үтенгән. Ата-бабаларыбыҙ ҙа ошолай шәһит булған. Пәйғәмбәр әфәндебеҙҙең һүҙҙәре менән әйткәндә, әгәр һуғыш майҙанына сыҡһаң, еңеү өсөн һис икеләнмәй йәнеңде, тәнеңде бирәсәкһең. Ысынлап та шулай була: шәһиттәр һыу эскән кеүек еңел генә Аллаһ хаҡына йәндәрен бирә.
Аллаға шөкөр, олатайыбыҙ менән әсәйебеҙ Башҡортостанда тыуып, һеҙҙең тарафтарҙан күсеп килгән. Үкенес, улар илдәрен ҡайтып күрә алманы. Беҙгә насип булды. Әсәйемдең, олатайымдың тыуған яҡтарын күреүемә бик ҡыуанам. Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, олатайым йомартлығын, кешеләргә изгелеген, уңғанлығын ташламаны. Беҙ бәләкәй саҡта уға аптырай инек, үҙенә саҡ етерлек бер нәмәһе булһа, шуны бик күп ниғмәт күреп, тирә-яҡҡа таратты, бик йомарт, мәрхәмәтле, егәрле булып йәшәне. Инде илегеҙҙе күргәс, башҡорт­тар менән яҡындан танышҡас, аңланым, был сифаттар башҡорттарға хас икән.
Аллаға шөкөр, бына 1400 йыл халҡығыҙ Аллаһ юлында йәшәгән, йәшәй, Аллаһ ризалығына юл тотҡан. Һеҙҙә йылғалар күп, Ағиҙел ҙур. Ана шул йылғалар хәтле халҡығыҙҙың ҡаны аҡҡан, барыһы ла бушҡа түгел, Аллаһ ризалығы хаҡына. Халҡығыҙ дин хаҡына, ере һәм иле ха­ҡына, киләсәге хаҡына күп золом күргән, әммә хаҡ юлын алмаш­тырмаған. Аллаға шөкөр, хаҡ юлда ҡалған. Был шайтанға һис оҡшамай. Аллаһҡа тоғролоҡ, халҡығыҙға, бер-берегеҙгә тоғролоҡ –һеҙҙең сифаттыр. Шайтан күпме генә тырышмаһын, халҡығыҙ йәнен бирһә лә, ҡанын түкһә лә, тик хаҡлыҡты үҙ иткән. Дошман асыҡтан-асыҡ килһә лә, хәйлә менән килһә лә, башҡорт халҡы динен, телен, ерен һатмаған. Аллаһҡа тоғро булған, имандары ихлас, ҡеүәтле булған, иншаллаһ.
Беҙҙең мәмләкәттәрҙән, Башҡортостандан, Бохаранан меңдәрсә атаҡлы ғалим сыҡты. Уларҙың һәммәһендә лә оло әҙәп булған. Аллаға шөкөр, бик аҡыллы кешеләр йәшәгән ул саҡта. Аллаһтың әүлиәләре булған өсөн хаҡиҡи иман булған уларҙа. Хаҡ юлды ныҡ белгәндәр, һеҙҙең халҡығыҙ бер ниндәй яуызлыҡҡа, монафиҡлыҡҡа юл ҡуймаған, Аллаға шөкөр, сөнки һеҙҙә ихласлыҡ, тәртип, бер-берегеҙгә тоғролоҡ бар.
Йәнә бер оло һөйөнсө халҡығыҙға. Башҡорттарға мәғнәүи көс-ҡөҙ­рәт төштө, иншаллаһ. Тәриҡәттә булығыҙ, Аллаһ ебәргән ошо көстө, бәрәкәтте тиҙерәк тойорһоғоҙ.
Намаҙ тураһында ҡабатлайым. Күптәрегеҙ был изге ғәмәлде баш­ҡара. Уҡымағандар булһа, башлаһындар, намаҙға баҫһындар. Шәйех Нәҙим әфәнденең иң беренсе һүҙе – ике рәҡәттән башлаһындар.
Һеҙ, башҡорттар – мөбәрәк халыҡ, изге, хөрмәтле, бәрәкәтле ха­лыҡ, Аллаға шөкөр. Күпме золом күрһәтһәләр ҙә, ата-бабалары­ғыҙ­ҙың доғалары менән үҙгәрмәнегеҙ, әле лә ата-бабаларығыҙ юлын­даһығыҙ. Аллаһтың яратҡан халҡы һеҙ. Әйтеп үтеүемсә, Пәй­ғәмбәребеҙ үҙе тере саҡта уҡ бында өс сәхәбәне ебәргән, һеҙҙең халыҡ шул замандарҙан хаҡ мосолман булған. Тәбиғәтегеҙ (холоҡ) менән мосолман булырға ҡулайһығыҙ. Был – Аллаһтың оло рәхмәте. Хоҙай Тәғәлә барыбыҙҙы төрлө-төрлө итеп яралтҡан. Кемдер үҙ теләге менән төрөк, татар йә башҡа милләт булырын һайлап ала алмай. Әммә башҡорт халҡы вәкиле булғанға, оло мәрхәмәткә лайыҡ булғанға Аллаһҡа шөкөр итәбеҙ, рәхмәт, был һеҙгә насип булды.
Пәйғәмбәр әфәнденең бер хәҙисен иҫкә алайыҡ. “Төркиҙәр менән һуғышмағыҙ, уларға яу асмағыҙ, сөнки улай бер ни эшләп булмай. Төркиҙәр – тик нәсихәтте аңлай торған кешеләр. Уларҙы өгөт менән дингә йәлеп итегеҙ”, – тигән. Шул замандарҙан бирле һеҙҙең халыҡ Аллаһтың яугире булған, ҡандарын ислам юлында аҙ түкмәгән. Шәһит булыуҙы, дин, халыҡ өсөн көрәшеүҙе һеҙҙең халыҡ һәр саҡ беренсе вазифа итеп күргән, Аллаға шөкөр. Ата-бабаларыбыҙҙың бөтөнөһө лә шулай йәшәгән, һеҙҙең халыҡ Аллаһ биргән тәбиғәттәре менән ихластар, Бер Аллаһҡа һәм юлбашсыларына тоғролар. Үҙбелдек менән бер ни ҡылмаҫтар, ойошоп, йәмәғәт менән йәшәү, бер һүҙҙә булыу, тоғролоҡ – һеҙҙең ҡанда.
– Урал батырҙы шәйех Нәҙим Хаҡҡани башҡорт халҡының нәбийе ти?
– Эйе, Аллаһы Тәғәлә ергә, барса халыҡтарға 120 меңдән ашыу пәй­ғәмбәр ебәргән. Нәҫелдән-нәҫелгә улар хаҡындағы хикәйәттәр кү­сә килә, күсә килә. Үҙенең нәбийен онотмаған халыҡтың киләсәге яҡты.
– Һеҙҙән гәзит уҡыусыларға теләктәр ишетке килә.
– Донъя өс көнлөк. Бөгөн йәшәйбеҙ, шулай көн үтеп китә. Көн артынан аҙналар, йылдар үтә. Таң нисек атыуына ҡарамаҫтан, һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеп, көнөгөҙҙө файҙалы итеп үткәрегеҙ! Донъя ләззәттәрҙән генә тормай, улар онотола, һәр көнөгөҙҙә Аллаһы Тәғәлә менән осрашыуға әҙерләнегеҙ. Нәфсене шаштырған һайын, ул ҡотора, был күренеш утты бензин һибеп һүндерергә тырышыуға тиң. Кешеләр намаҙға баҫһындар, доға ҡылһындар, бер-береһенә мәрхәмәтле булһындар! Аллаһы Тәғәлә яратып яралтҡан донъяла йөрәктәрен асып, яҡты уй-ниәт менән йәшәһендәр.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599