Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсә ҡарынында ни яҙылһа, шул булыр
Әсә ҡарынында ни яҙылһа, шул булыр Ислам дине буйынса китаптарҙан алған мәғлүмәттәргә таянып, бала тәрбиәләүгә бәйле фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Бөгөнгө йәмғиәттә йәш быуынға үҫеү, камиллашыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, Хөкүмәт тарафынан ҙур хәстәрлек күрелә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһын­да күркәм сифатлылары кәмей бара кеүек. Бындай күренештең сәбәбе, минеңсә, Аллаһтың барлығын, берлеген танымау, Уның бойороҡтарын үтәмәү, дини тәрбиә бирмәү. Күп­селек атай-әсәйҙең битарафлы­ғына ла шаһитбыҙ. Улар етешһеҙлектәрҙә тәү сиратта мәғариф ойошмаларын ғәйепләргә маташа. Ә бит баланы Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса тәрбиәләү – атай-әсәйҙең үҙенең төп бурысы. Күпселек был хаҡта онотоп ебәрә, буғай.
“Хәҙрәт, балама өс йәш тулды, уны ҡасан тәрбиәләй башлайым икән?” – тип һораған бер ҡатын тәжрибәле дин әһеленән. “Өс йыл да туғыҙ айға һуңлағанһың бит”, – тип яуап биргән хәҙрәт. Тимәк, баланы әсә ҡарынында ятҡан сағында уҡ тәрбиәләй башлау мөһим. “Күҙгә күренмәгән йән эйәһен нисек өйрәтмәк кәрәк?” тигән һорау тыуыр. Яуапты Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәренән эҙләйек: “Мин баланы ана ҡары­нын­да яралтам. Уның тәнен әсәнең ейгән ризығынан йыйнармын, төҙөрмөн”. Тимәк, ҡатын кеше тәү сиратта хәләл аҙыҡ менән туҡланырға тейеш. Әсә ҡарынында ятҡан балаға дүрт ай һәм ун көн булғас, фәрештәләр уға йән индерә башлай. Шунан Аллаһ Тәғәлә сабыйҙы тағы ла биш айға ана йөрәге янында ҡалдыра. Ошо арала баланың холҡо, кешелек сифаттары формалаша. Тимәк, әсә йөклө саҡта насар кәйеф менән йөрөмәҫкә, әҙәпле, тыйнаҡ, сабыр булырға тейеш. “Ана ҡарынында ни яҙылһа, шул булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был йәһәттән халыҡ мәҡәлдәре лә бихисап.
Сабый донъяға килгәс, уны тәү сиратта дөрөҫ туҡландырыу мөһим. Иң мөһиме – бала ана һөтөн имергә тейеш. Ул кескәй йән эйәһенең тән ағзалары формалашыуы өсөн кәрәк­ле матдәләргә бай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәш әсәләрҙең ҡайһы берҙәре яһалма имеҙеүгә өҫтөнлөк бирә. Һуңынан иһә сабыйҙың йыш ауырыуына зарланалар. Тимәк, бала мәлендә тейешле кимәлдә туҡлан­маған. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙы имеҙгәндә лә, ашатҡанда ла саманы белеү мөһим. “Артыҡ ризыҡ – харам”, – тип Пәйғәмбәребеҙ юҡҡа ғына әйтмәгән.
Ғөмүмән, ата-әсәнең бала алдында өс бурысы бар: уға дини тәрбиә биреү, милләтебеҙгә хас булған күркәм исем менән атау һәм үҫеп еткәс, оҙаҡ йөрөтмәйенсә никахлаштырыу. Һәр кем илгә, милләткә тоғро, ышаныслы нәҫел ҡалдырырға тейеш. Бала тәрбиәләү бурысын дәүләткә, мәғариф ойошмаларына ғына тапшырып ҡуйыу дөрөҫ түгел.
Әл-хәмдү лил-ләһ, хәҙер тыуым арта. Был – ифрат һәйбәт күренеш. Ә сифат нисек һуң? Был хаҡта уйланырға урын бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523