Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алда булһа ҙур теләк...
Алда булһа ҙур теләк...
Изге ниәт менән башланған эшеңдең һөҙөмтәле тамамланыуы күңелгә шул ҡәҙәр ҙур кинәнес бирә. Яңы иман йортоноң ҡалҡып сығыуы иһә айырыуса һөйөнөслө.

Яңы Ҡарас ауылында мәсет бер йыл элек төҙөлә башлағайны. Ошо арала төйәктә гүйә ки бәрәкәт артты: урамдар таҙарҙы, өйҙәр күркәмләнде, кешеләр тағы ла мәрхә­мәтлерәк, бер-береһенә иғти­барлыраҡ булып китте. Иман йорто ҙур көскә эйә шул.
Ауыл аҡһаҡалдарының әйтеүенсә, Яңы Ҡараста элек ике мәсет булған. Билдәле, Совет осоронда уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылған, һө­ҙөм­тәлә халыҡ оҙаҡ йыл­дарға рухи байлыҡтан, дини байрамдар уҙғарыуҙан мәхрүм ҡалған.
Алда булһа ҙур теләк...Былтыр иһә күрше Татарбай ауылынан “Ағиҙел М” йәмғиәтенең генераль директоры Филүс Ғилфанов Яңы Ҡараста Аллаһ йорто төҙөү эшенә тотондо. Изге ниәтте халыҡ шунда уҡ күтәреп алды, йүнселгә һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итте. Һөҙөмтәлә “Хәтмулла” мәсе­те бер йыл эсендә әҙер ҙә булды.
Уны асыу тантанаһына яҙмышы Яңы Ҡарасҡа бәйле барлыҡ халыҡ, шулай уҡ төрлө яҡтан ҡунаҡтар йыйылды.
– Мишкә – бихисап милләт вәкилдәрен һыйындырған бәрәкәтле төбәк, – тине үҙ сығышында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмә­тул­лин. – Унда хәҙер инде туғыҙынсы иман йорто асылды – быға ифрат шатмын. Нур, изгелек бөркөлөп торған, күңелдәрҙә мәр­хәмәтлек, толерантлыҡ тәр­биәләнгән рухи мөйөш яңы бейеклектәргә, ҡаҙаныш­тарға юл асһын. Ауыл үҫһен, сәскә атһын. Мәсет янында, иншаллаһ, балалар өсөн майҙансыҡ та төҙөлөр тигән теләк бар.
Нурмөхәмәт хәҙрәт район хакимиәте башлығы Виталий Андреевҡа “Ҡөрьән” бүләк итте, иман йортон төҙөткән Филүс Ғилфановҡа – Рәхмәт хаты, мәсеткә бер ҡосаҡ дини китап тапшырҙы.
Алда булһа ҙур теләк...Яңы Ҡараста тыуған ерен яратҡан, эшһөйәр, бер-береһенең ҡәҙерен белгән халыҡ йәшәй. Был хаҡта үҙ сығышында район хакимиәте башлығы ла әйтеп үтте.
– Мәсет ауылды тағы ла нурландырып ебәрҙе, – тине Виталий Михайлович. – Яңы Ҡарас халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнашыр тигән теләгем бар.
Эшҡыуар Филүс Ғилфанов иһә башланғысын күтәреп алған һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
– Мәсет бар ерҙә алдағы көнгә ышаныс йәшәй, – тине ул. – Киләсәктә халыҡ иманға килеп, барлыҡ ғаиләләр ты­ныс­лыҡта, татыулыҡта ғүмер итһен, ауылдың тамырҙары ныҡ булһын.
Филүс Кәшфулла улы халыҡты мәсеттең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт менән таныштырҙы. Унан “Хәтмул­ла”ла йәмәғәт менән тәүге өйлә намаҙы уҡылды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521