Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илаһым, мин юлға сыҡһам...
Илаһым, мин юлға сыҡһам... Хаждың тарихы бик боронғо дәүер­ҙәргә барып тоташа. Әҙәм менән Һауа ожмахтан ҡыуылып, икеһе ике ергә тө­шөрөлә: атабыҙ – Цейлон утрауына, ә анабыҙ – хәҙерге Джидда ҡалаһы урынына.
Хажи-хажиәләр самолетта тап ошо ҡалаға килә. Унан автобус менән Мәк­кәгә тиклем йөҙ саҡрым ара үтергә кәрәк. Әҙәм менән Һауа ике йөҙ йылдан һуң ғына Ғәрәфә тауы янындағы Мөз­дәлифә (“тоташыу” тип тәржемә ителә) тигән ерҙә осраша. Хаж ҡылыусылар нәҡ ошо урында һынау үтә лә инде. Улар көноҙоно Ғәрәфә тауында тора, төнөн иһә Мөздәлифәлә йоҡлайҙар. Күҙ алдына килтерегеҙ: ап-аҡтан кейенгән бер нисә миллион кеше тотош тауҙы ҡаплап баҫып тора... Ошо күренеш хаж ҡылғандарға ифрат көслө тәьҫир итә. Бында барыһы ла тигеҙ: байы ла, фәҡире лә, батшаһы ла, көтөүсеһе лә...
Әҙәм менән Һауа бергә йәшәй баш­лағас, атабыҙ Аллаһ Тәғәләнән ғәфү үтенә, ожмахтағы кеүек ғибәҙәтхана би­реүен һорай. Раббыбыҙ уның теләген ҡабул ҡыла: Мәккәләге хәҙерге Ҡәғбә (Ҡәғбәтулла ла тиҙәр) урынында күктән төшкән нурлы болоттар бағанаһы бар­лыҡҡа килә. Әҙәм ғәләйһис-сәләм, ож­махтағы фәрештәләр ҡылған ғәмәлгә оҡшатып, был мөғжизә тирәләй Йыһан әйләнешендә (сәғәт йүнәлешенә ҡар­шы) ете ҡат урап, Аллаһҡа маҡтау һүҙ­ҙәре әйтеп йөрөр булған. Хәҙер ҙә ха­жиҙар Ҡәғбәтулла тирәләй ошолай ете тапҡыр әйләнеп сыға. Был тәүәф тип атала.
Әҙәм ғәләйһис-сәләм вафат булғас, нурлы бағана юҡҡа сыға, бәлки ҡабат күккә алына. Атабыҙҙың кинйә улы Шис (Сиф) был урынға таштан һәм бал­сыҡ­тан ғибәҙәтхана – Ҡәғбә – төҙөй. Әммә ул туфан ваҡытында емерелә.
Күп йылдар уҙғас, был эште Ибраһим пәйғәмбәр дауам итә. Ул үрҙә яҙыл­ған­дар хаҡында белмәһә, икенсе ҡатыны Хәжәр менән улы Исмәғилде Палестинанан ҡоро, ташлы Мәккәгә алып килеп ташламаҫ ине. Ибраһим пәйғәмбәр бын­да ризыҡ килтереп тора, ә һыуға ҡытлыҡ барыбер ҙур ауырлыҡ тыуҙыра.
Бер саҡ Хәжәр, улын ҡалдырып то­роп, йәшәү сығанағы эҙләргә сыға. Лә­кин бер ерҙә лә һыу таба алмай. Улы­ның янына әйләнеп ҡайтһа, ни күҙе менән күрһен: шишмә сығып ята ти! Ябраил фәрештәнең ярҙамында барлыҡҡа килгән һыу зәмзәм тип атала.
Йылдар үткәс, Ибраһим пәйғәмбәргә Аллаһтан 12 йәштәр тирәһендәге улы Исмәғилде ҡорбан итергә әмер килә (был заманы өсөн ғәҙәти хәл һанала). Малай ризалаша. Ҡорбан салыу өсөн тәғәйенләнгән Мина тигән ерҙәге махсус урынға китеп барғанда Исмәғилдең янына өс тапҡыр шайтан килеп әйләнә. “Кире борол! Атайыңа әмер килмәгән, ул һине үлтерергә уйлай”, – тип ҡотҡо һалырға тырыша. Малай иһә шайтанды таш бәреп ҡыуа.
Был әмер Ибраһимға һынау өсөн генә бирелә. Бысаҡ үтмәй, кире ҡаҡлы­ғып тик тора, ти. Һөҙөмтәлә Аллаһ Иб­раһимға һарыҡ бирә. Эштең асылын аңлаған пәйғәмбәр малды ҡорбан итә.
Хажиҙар Минала, шайтанға бәргән кеүек, өс бағанаға етешәр таш ата. Был ғәмәл өс көн башҡарыла.
Хаж ҡылыусылар Минала биш көн йәшәй. Айырым палаткаларға 20 – 25 кеше урынлаштырыла. Һәр кемгә берәр метр урын бирелә. Палатканың эсенә балаҫ йәйелгән, түшәк-яҫтыҡ кеүек нәмә юҡ.
Минала ҡорбан салына, әммә ха­жи­ҙар был эште үҙҙәре күрмәй. Алдан аҡса ғына йыйып ҡуялар. Мәккәгә ҡайт­ҡас иһә иттең бер өлөшөн килтереп бирәләр.
Исмәғил үҫә төшкәс, Ибраһим ғәләй­һис-сәләм уның менән Ҡәғбәтулланы тергеҙергә була. Диуарҙы төҙөгәндә пәйғәмбәргә ғәҙәттән тыш сифатлы таш ярҙам итә: кәрәк саҡта күтәрә лә, тө­шө­рә лә. Әле ул үтә күренмәле көмбәҙ аҫтында урынлаштырылған, “Ибраһим мәҡәме” тип атала. Янында хажиҙар, тәүәф ҡылып бөткәс, ике рәҡәғәт намаҙ уҡый.
Төҙөлөш мәлендә ерҙә осрамай тор­ған ап-аҡ таш пәйҙә була. Ябраил фә­рештә ҡанатында килтергән был бү­ләкте изге йорттоң тышына нығытып беркетеп ҡуялар. Ул әле лә шул урында тора, әммә ваҡыт үтеү менән ҡарая төшкән. Шуға күрә уны “Ҡара таш” тип атап йө­рөтәләр. Ҡәғбәне тәүәф ҡылып (ете ҡат урап) сыҡҡас, хажиҙар ошо ташты үбеп китә, барып етә алмаһа, ҡулы менән ишара яһай. Унан Ибраһим мәҡәме янында намаҙ уҡып, зәмзәм һыуы эсә лә сағый ҡылырға китә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523