Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәк
Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәкКушнаренко районының "Күләш" ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгенә күптән барырға хыяллана инем. Тик, ниңәлер, быға тиклем юл төшмәне. Башҡортостандың айырыуса һаҡланған биләмәләр буйынса дирекцияһының генераль директоры урынбаҫары Марат Биктимеров шылтыратҡас, һис һүҙһеҙ ризалаштым. Ниһайәт, "Уазик"ка ултырып, юлға сыҡтыҡ. Кушнаренкоға етәрәк боролғас, утыҙ километр самаһы юлһыҙ ерҙән барырға кәрәк. "Был араны ҡайһы саҡ көнөнә ике үтергә тура килә. Ямғыр яуһа, еңел машина менән йырып сыҡҡыһыҙ", — тип аңлатты Марат Сәлих улы. Юлһыҙлыҡтың сәбәбе лә ябай икән: йәнлектәрҙе мөмкин тиклем кеше күҙенән һаҡлау.

"Күләш"тә төрлө сәбәптән инәһенән айырылған бәләкәй йәнлектәргә лә, имгәнгән хайуандарға ла ярҙам итәләр. Улар бында республиканың төрлө Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәктарафтарынан килтерелә. Бөгөнгө сәфәребеҙҙең сәбәбе лә ҡыҙыҡлы — ҡышҡыһын Салауат районында табылған ҡабан сусҡаһының өс балаһын иреккә сығарыу. Уларҙың береһен Әлкә ауылында йәшәгән Айрат Шәмсетдинов тапҡан. Хәлһеҙләнгән сусҡа балаһын өйөнә алып ҡайтып, ветеринар саҡыртып, үлем тырнағынан йолоп алып ҡалған ул. Ә икәүһен Нәсибаш ауылында йәшәгән егерь Мөнир Иҙрисов табып алған. Браконьерҙар инә сусҡаны атып киткән. Балалары ниндәйҙер мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Егерь тәүҙә уларҙы мандып китә алмаҫ тип уйлаған. Бахырҡайҙарға хәл кергәс, дирекцияға хәбәр иткән. Шулай итеп, ҡабан сусҡалары ҡыштан алып Күләштә йәшәй. Йәнлектәрҙе ҡараусылар — Филүзә менән Роберт Әҙиевтәр — ҡабандар өсөн борсолоуын йәшермәй. "Әлбиттә, ҡырҙа уларға рәхәтерәк, шулай ҙа, борсолабыҙ. Был ваҡыт эсендә улар ҡулға эйәләште тип әйтеп булмай. Ашарға һалһаҡ, һарайҙан төндә генә сығалар. Әле урманда аҙыҡ күп, моғайын, өйрәнеп китерҙәр", – ти Роберт ағай.
Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәкСтационарҙың исеме "Күләш" ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге” тип күптән түгел генә рәсмиләштерелһә лә, бәләгә тарыған хайуандарҙы дауалау менән бында тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнәләр. Йәнлектәрҙе тәүҙә икенсе кешеләр ҡараған. Ҡыштан алып Әҙиевтәр был бурысты үҙ иңенә йөкмәгән. Ауылда эш булмағас, Флүзә апай менән Роберт ағай оҙаҡ уйлап тормай ризалашҡан. Әлбиттә, бында йәшәүҙең ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Ыңғайына килгәндә, саф һауа, эргәлә генә балығы мыжғып торған күл, көн һайын һыбай биләмәләрҙе урап сығыу, йәнлектәрҙе ашатыу. Йорт эргәһендә генә уңған хужабикә ҙур баҡса үҫтерә. Етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Иң ныҡ бәкәлгә һуҡҡаны — электр уты юҡ. Тимәк, һыуытҡыс, сепаратор, телевизор һәм башҡа көндәлек тормошта кәрәкле көнкүреш техникаһын ҡулланып булмай.
Бынан тыш, үҙәктә 13-кә яҡын ҡырғауыл тоталар. Яҙ һайын уларҙың йомортҡаһын Кушнаренколағы махсус инкубаторға тапшыралар. Бының өсөн аҡса түләргә кәрәк. Электр уты булһа, себештәрҙе хужалар үҙ инкубаторҙарында сығарыр ине. Ә былай генераторлы электрҙы ҡулланырға тура килә. Ул көн һайын биш литр самаһы бензинды "ашай".
— Ярҙамға мохтаж йәнлектәрҙе ҡотҡара алһаҡ, ҡуйылған маҡсатҡа ирештек тигән һүҙ, – ти Флүзә ханым. Әле ул бер аяғына аҡһап йөрөй. Яңыраҡ ҡына Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәкдауахананан ҡайтҡан. Биш гектарлыҡ вольерҙағы боландарҙың береһе апайҙы һөҙөп, аяғын йыртҡан икән. "Үҙем ғәйепле, ул мине аңғармай ҡалды ла ҡурҡты", – тип аҡлай Флүзә апай малҡайҙы.
Йорт алдындағы вольерҙа ике ҡоралай йөрөй. Уларҙың береһе — ике йәшлек Мэм. Уны былтыр Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылынан егерь килтергән. Ҡоралайҙың бер аяғы һынған булған. Ҡотҡарыусыһының һарайында айҙан ашыу торғандан һуң, уны үҙәккә алып килгәндәр. Тәүҙәрәк кешеләрҙән ҡурҡһа ла, хәҙер өркмәй, хатта үҙен һыйпата. Яңыраҡ Мэмға күрше алып килгәндәр. Олежка ҡушаматлы ҡоралайҙы Ишембай районының Верхотор ауылы тапҡырындараҡ Василий Нилов исемле кеше табып ала. Малҡайҙы машина төкөгән булған. Уның янбаш һөйәге һынған. Олежка бер йылдан ашыу Василийҙың ихатаһында йәшәп, кешегә эйәләшкән. Аяғы дөрөҫ уңалмау сәбәпле ул ғүмерлеккә сатан булып ҡалған. Шулай итеп, был ике ҡоралай төрлө фажиғәле сәбәптәр арҡаһында хәҙер кеше менән йәнәш йәшәргә мәжбүр. Миңә ҡалһа, улар үҙ тормошонан бик ҡәнәғәт. Ҡоралайҙарҙы һәйбәт ашаталар. Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәкТик улар ғүмерлеккә ошо ситлектә ҡаласаҡ. Ә бына балаларының урман шырлығында, ҡырағай тәбиғәттә үҙ урынын табырына ышаныс бар. Белгестәр ҡоралайҙарҙың үрсеүенә өмөтләнә.
Башҡортостандағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәк бихисап хайуанды иреккә сығарған. Белгестәр фекеренсә, был дөрөҫ юл. Күптән түгел Бөрө һәм Өфө райондарында бәләгә тарыған аҡҡоштарҙы иреккә сығарғандар. Әле егерҙар уларҙың яңы тормошҡа яраҡлашыуын күҙәтә.
Көн кискә ауыша башлағас, Күләштә серәкәйҙәр күбәйҙе. "Беҙҙең "мессершмиттар" осоуға сыҡты", – тип шаяртты Роберт ағай. Беҙ иһә уларҙан таланмаҫ борон ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Машинала тын. Һәр кем үҙ уйҙарына батҡан. Мин иһә ҡабан сусҡаларының яҙмышын уйлап хафаландым. Белгестәр уларҙың урманда тиҙ эйәләшеп китерен, ошо ерҙе төйәк иткән ҡабандарға ҡушылыуын фаразлай. Иректә улар һунарсы мылтығының сәбенә эләкмәһә ярар ине…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523