Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ урманға ҡалҡанмы?
Беҙ урманға ҡалҡанмы?Кешене тәбиғәттән айырып ҡарап булмай. Күңеле шатлыҡ-ҡыуаныс кисерергә, иркенлеккә атлыҡһа ла, әҙәмдең фиғеле һәм аҡылы тәбиғи байлыҡты тауар һымаҡ ҡабул итергә күнеккән. Һөҙөмтәлә "ҡырағай" тәбиғәт менән аралашыу йәнле һәм йәмле мөхиткә үтә ҡиммәткә төшә. Техника, тиҙ генә ут тоҡанып барған ҡорамалдар, наркотик матдәләр менән "ҡоралланған" хәҙерге заман кешеһе ҡурсаланмаған тәбиғи мөхит алдына ҡурҡыныс дошман булып баҫа. Етмәһә, ҡала халҡының күбеһе йәшеллектән айырылған, уның менән бәйләнешен юғалтҡан.

Хәҙер янғын урынынан бер ниндәй проблемаһыҙ китеү мөмкинлеге бар, сөнки транспорт һәр саҡ эргәлә. Йәшел мөхит ғәйәт ҙур зыян күрә, барлыҡ тереклек донъяһының, йәғни бөжәктәрҙән алып йәнлектәр һәм ҡош балаларына тиклем, үҫемлектәрҙең күҙ асып йомған арала тиерлек янып юҡҡа сығыуы күптәрҙе борсомай. Тик үҙҙәре генә бәләгә тарымаһын! Ә ялҡын телдәре ялмауҙан ерҙең йәшел ҡалҡаны һәм йәшәгән мөхитебеҙ генә түгел, кешеләр үҙҙәре лә, йәмғиәт тә оло ҡаза күрә. Көслө янғындар ваҡытында эргә-тирәләге ауыл-ҡасабалар төтөн эсендә ҡала, һөрөм туплана, ә бынан тәү сиратта балалар, ауырыуҙар яфалана.
Кешелә тәбиғәттән өҫтөн булыу тойғоһо бала саҡтан тәрбиәләнә, "тәбиғәт балаһы" инстинкты бәләкәйҙән юғала. Шуға ла ял иткәндә үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклекте белмәйҙәр. Һөҙөмтәлә йәмғиәттә йылға-күлдәрҙең, урман-ҡырҙарҙың таҙалығын һаҡлау буйынса ғәйәт ҙур проблемалар тыуа. Ҡала кешеһе тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә ял итергә өйрәнмәгән. Әле ҡулланылған синтетик төрөү материалдары йөҙәр йыллап юҡҡа сыҡмай һәм ҡый булып ерҙә туплана. Кинәнеп ял итәләр, саф һауа һулайҙар, әммә үҙҙәренән һуң ҡалған сүп-сарға бер кем иғтибар итмәй. Ғөмүмән, буш ваҡытын үткәреү өсөн матур, уңайлы урын һайлана, ә зыян килтермәү өсөн хәүефһеҙлек саралары күрелмәй. Шуға ла янғын тәү сиратта ҡоро һәм ел туҡтауһыҙ иҫкән асыҡ, ылыҫлы йәш ағастар үҫкән майҙандарҙа ут яғыуҙан сыға. Күптәр усаҡты дөрөҫ итеп яғырға, уның тирәләй ярты метр үләнһеҙ арауыҡ ҡалырға тейешлеген һәм нисек һүндерергә белмәй. Автомобилдәрҙә киләләр, ә янғынға ҡаршы көрәшеү өсөн ябай ғына ҡоралдары (көрәк, биҙрә, ут һүндергес) булмай. Ә бына шашлыҡ ҡурыу өсөн кәрәк-яраҡ һис кенә лә онотолмай.
Былтыр яҙғы һунарҙы асыу Белорет урман хужалығында 30 гектар майҙандағы янғын менән билдәләнде. Ҡоролоҡҡа бәйле, был сараны башлау һуңғараҡ ҡалдырылғайны. Һунарсыларҙың ҡәнәғәтһеҙлеге һиҙелде-һиҙелеүен, әммә тыйылып киленде. Һауа торошо үҙгәреп, бер аҙ ямғыр яуғайны, һунар итергә рөхсәт бирҙеләр. Аҙ ғына яуым-төшөм урмандарҙы янғындан һаҡлауҙа кәртә була алманы. Билдәһеҙ һунарсылар тарафынан һүндерелмәй ҡалдырылған усаҡтан янғын сыҡты.
Шундай һорау тыуа: республика Хөкүмәтенең 2012 йылдың 29 апрелендәге бойороғо менән янғынға ҡаршы махсус режим индерелгәндә яҙғы һунарҙы асыуҙың кәрәге бар инеме? Бәлки, һунарсыларҙың балалары ас ултыралыр? Бәлки, тамаҡ туйҙырыу маҡсатында сығаларҙыр һунарға? Һис тә улай түгел. Кешеләрҙең тәбиғәт ҡосағында ял иткеһе, спиртлы эсемлек эсеп күңел асҡыһы килә. Һуңынан шул урында янғын дөрләһә, уттың ни сәбәпле тоҡаныуын бер кем дә белмәй. Ә һүндереүселәр бар, улар — урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре. Әйткәндәй, бындай тәжрибә бары тик Рәсәйҙә генә нығынған. Донъяның башҡа бер илендә лә тармаҡ вәкиленән тыш, ниндәй кварталда һунар итеү хаҡында мәғлүмәт теркәлмәйенсә урманға бер кем дә юл тотмай. Беҙҙә иһә һунарсылыҡ йәмғиәте вәкиленең "һунарсылар ғәйебе менән янғын сыҡмаясаҡ" тигән ышандырыуынан башҡа бер ниндәй гарантия юҡ.
Йәмғиәтебеҙгә янғын проблемаһына йөҙ менән боролорға күптән ваҡыт. I кластан башлап балаларҙы урман-ҡырҙарҙа үҙҙәрен нисек тоторға, дөрөҫ итеп усаҡ яғырға, ял иткәндән һуң ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа ҡуйырға өйрәтеү мотлаҡ. Янғын сыҡмаһын өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә күнектермәйбеҙ икән, киләсәк быуын өсөн тәбиғәтте һаҡлауҙа етди мәсьәләләр менән осрашасаҡбыҙ. Ҡала халҡы йылдан-йыл арта, ә ауыл-ҡасабаларҙа йәшәүселәр һаны кәмей. Ауылдыҡылар тәбиғәт менән тығыҙыраҡ бәйләнештә. Уларға урман-ҡырҙа ял итергә генә түгел, утын, бесән әҙерләү, еләк-емеш йыйыу һәм башҡа маҡсатта йыш булырға тура килә. Һөҙөмтәлә ут менән һаҡ эш итеү тәжрибәләре ҙур, усаҡ яғыу һәм һүндереү оҫталығына эйәләр. Ә ҡала халҡы газ плитәһен, электр мейесен генә ҡуллана белә. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр үҫемлек донъяһын ут ялмай башлау менән йәһәтерәк ҡасырға тырыша, сөнки һүндерә белмәйҙәр, ҡурҡалар. Ялҡын телдәре күренеү менән дөрөҫ эш ителһә, уттың таралыуына юл ҡуйылмаҫ ине.
Дәүләт тарафынан тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса байтаҡ сара күрелә. Мәҫәлән, янғын-химик станциялар төҙөлә, махсус техника һатып алына, ут-ялҡынды һүндереү өсөн әҙерлекле хеҙмәткәрҙәр тотола. Әммә йәштәр, халыҡ араһында аңлатыуҙы етерлек кимәлдә алып бармағанда, зыян күреүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. 2013 йылдың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителеүе юҡҡа түгел. Һәр кешенең таҙа һәм матур мөхиттә йәшәүгә хоҡуғы бар. Ә уны иһә бергәләп булдырырға бурыслыбыҙ. Тәбиғәт — дөйөм йортобоҙ. Ә өй янып көлгә ҡала икән, һәммәһе лә зыян күрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521