Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әсләм шишмәһеЮғары Сат ауылында беҙ йәшәгән урамда Бөйөк Ватан һуғышына алынмаған дүрт кенә ир-ат ҡалды. Уларҙы “ир-ат” тиеү ҙә исем өсөн генә: бер аяҡлы колхоз рәйесе Хамматгәрәй, арҡаһы сыҡҡан быяласы Зариф, етмеште ҡыуған Әсләм менән Хәбибулла. Ул йылдарҙа миңә туғыҙ-ун йәш самаһы ине. Утын әҙерләү иң ауыр мәсьәлә булды. Әсләм бабай үҙ теләге менән һыйырын егеп, етем һәм йәш балалы ҡатындарға хаҡҡа түгел, сауапҡа утын килтерә ине.


Ҡышҡы көндәрҙең береһендә Әсләм бабай күршеһе Мәрхәбә әбейгә бер бәйләм утын индерә. Күршеһе шыжлап торған самауыр янында сәй эсеп ултыра. Тәҙрә ҡаттары ябыҡ, быялаһын боҙ ҡаплаған, өй эсендә гүр ҡараңғылығы, гүр һалҡыны.
Һырма бишмәт кейеп, шәл ябынып ултырған Мәрхәбә күршеһен башта таныманы. Утын түмәре иҙәнгә бәрелгән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Ипләберәк ҡараһа, Әсләм икән. Күршеһе изгелек бөркөп торған мөләйем күҙҙәре менән бер Мәрхәбәгә, бер ҡараңғы бүлмәгә ҡараны.
— Әй, Аллам, ишек алдында ҡар ҙа көрәлмәгән, кем икән тиһәм, һин икән, Әсләм ағай. Аҙ булһа ла йәнгә йылы кермәҫме тип, самауыр янына боҫтом. Уҙ түрҙән, Әсләм ағай, хәҙер сәйемде яңыртам, еләк ҡағы менән эсербеҙ, — тип Мәрхәбә мыштым ғына урынынан торҙо.
— Рәхмәт, Мәрхәбә килен, әле генә сәйҙән ҡуҙғалып индем, иртәгә һыйыр егеп Бәйсәкә урманына утынға барам, насип булһа, һинең өлөшкә лә алып ҡайтырмын, — тине күршеһе.
— Мең рәхмәтле булырмын, Әсләм ағай, изгелектәреңде күп күрҙем, өлөшө барҙың өмөтө бар, ти халыҡ. Йә, Хоҙайым, юлдарың изге сәғәттә булһын. Сәмиғулла­нан хәбәр бармы?
— Был ваҡытта ғына хәбәр-фәлән юҡ әле, бик борсолабыҙ, Сәнәнең күҙенән йәш кипмәй. Китеүенә бер йыл да алты ай ҙа ун өс көн тула, төш етһә. Һуңғы хатында “Киләһе хатты Берлиндан көтөгөҙ” тип яҙғайны, — тине Әсләм.
Уның талапсанлығы, теүәл­лекте, дөрөҫлөктө яратҡаны күптән билдәле. “Бер теүәлһеҙлек икенсеһен килтереп сығара, икенсе яңылышлыҡ — өсөнсөһөн, шуға ла талапсанлыҡ кәрәк, талаптан элгәре әҙәп кәрәк”, — тигән ул. Шуғамы йәш сағында уны “Теүәл Әсләм” тип шаярт­ҡандар. Күршеһенең “ун өс көн тула, төш етһә” тигәне Мәрхә­бәнең йөҙөндә еткән ҡыҙҙарға хас иркә йылмайыу уятты:
— Көндәр генә түгел, йылдар тиҙ үтә, Әсләм ағай. Әле генә оҙатҡан кеүек хәтеремдә. Ауылға, бөтә тирә-яҡҡа таңһынып ҡараны, тыуған ерен ҡалдырғанға һыҡран­маһа, шулай ҡарамаҫ ине, еңеүсе булып ҡайтыр әле.
— Фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килһен һүҙҙәрең, Мәрхәбә килен, — тине Әсләм бабай.
Мәрхәбә әбей ауылда иң оҫта еп иләүсе ине. Һәр эштең үҙ оҫтаһы була. Ул иләгән ептән һуғылған кейем-һалымды күптәр кейҙе. Бер нисә пар бейәләй, ойоҡбаш бәйләп фронтҡа оҙатты. Киндер йәки етендән иләп ҡатылған тегәр епте уға заказ биреп иләттеләр. Бөгөн дә уның төрлө еп кәлептәре менән тулы шүрлегендә себен ҡунырлыҡ та урын юҡ ине. Уның орсоғо көнө-төнө бейене. Әсләм бабай, сүс ҡабаһын күргәс:
— Ҡарт бар өйҙә ҡот бар, ҡарсыҡ бар өйҙә орсоҡ бар, — тине лә шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Уның шундай ихтирамлы көлөүенән өй яҡтырып, йылынып китте. Мәрхәбәнең дә йөҙө асылды. Әсләм бабай сабата кейгән һайын Мәрхәбә күршеһе иләгән ептән һуғылған ыштыр урағанын бер ҡасан да онотманы.
Иртәгәһенә Әсләм бабай, һыйырын егеп, Бәйсәкә урманына китте. Урман ауылдан өс-дүрт саҡрымда. Юл һыйырға таныш. Сана ашыҡмай ғына, һыйыр тиҙлеге менән шыуа. Иртәнге тынлыҡ, гүйә, бөтә ғаләмде яулаған. Ҡыштан елләп, яҙға ауыша башлаған ҡояш нурҙары ҡар өҫтөндә уйнай. Юлсы ярмалана башлаған ҡар өҫтөндә елбәҙәктәр ялтырағанына һоҡланып, һыйырын ашыҡтырмай ғына урманға барып етте. Күкрәк тултырып һауа һуланы.
Урман ауыҙына инеү менән көн ҡараңғыланып китте. Ҡышҡы ел ағас баштарын тулҡынлата-тулҡынлата урман өҫтөнән ҡайҙалыр ашыға. Ҡоро ботаҡ шартлап һынды ла, һауа һыҙғыртып, ҡарға төшөп батты. Һайыҫҡан шыҡырлауҙан башҡа йәнле тауыштар ишетелмәй. Туғарып, һыйырының алдына бесән һалды, муйынын һыйпап, бәләкәй генә ҡып-ҡыҙыл ҡомаслы ҡыңғырау таҡты. “Аша, аҡыллы таянысым, ҡайтҡанда сана ауыр булыр, аша хәҙергә бесән, ҡайтҡас әбейең бәрәңге ҡабығы бирер, ашлы һыу эсерер. Тиҙ ҡайтып етербеҙ, быҙауың да көтә”, – тип хужаһы иркәләүен дә бел­дерҙе. Малҡай, рәхмәт белдер­гәндәй, аңлайышһыҙ ауаздар сығарып, ҡойроҡ осон уңға-һулға һелккеләп, йәм-йәшел бесәнде көйшәй-көйшәй ашай башланы.
Әсләм бабай тирә-яҡтан ҡоро-һары йыйып, санаһы янына өйҙө. Бер аҙҙан йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып, ярһый башланы, аяҡтарының ғәйрәте шиңеүен һиҙҙе, бесәнгә ятып ял итергә булды. Шунан тора алмай, йөрәге ярылды...
Кис етте. Сит ерҙә мал да ярһый. Һыйыр, әллә быҙауын һағынып, әллә ауылға ҡайтыр ваҡытын һиҙеп, мөңрәй башланы, башы менән хужаһын төрткөләне, ә ул һелкенмәне лә. Елене һөткә тулған һайын һыйыр һуҙып-һуҙып, ялыныулы-ялбарыулы мөңрәне. Шуны ғына көткән бүреләр өйөрө һыйырҙы уратып алды. Бисара мөгөҙөн айҡап та өлгөрмәне, “һә” тигәнсә ике мөгөҙө лә дүрт тояғы ғына ҡалды...
Бүре башлығы һыйырҙың боғаҙына йәбешкәндә һуҙып-һуҙып мөңрәгән тауышты яҡында урынлашҡан Трудовик пучинка­һында йәшәгән Алексей ишетеп ҡала. Һыйыр тауышы башта бер аҙ ҡыҫыла, унан кинәт киҫелә. Ул бер яҡтан металл тауышына оҡшаған, икенсенән, күкрәктән сыҡҡан ниндәйҙер фажиғәне аңлата. Йылға аръяғындағы тауға бәрелеп, тағы яңғырап, бер нисә тапҡыр кире ҡайтҡан тауыш. Әсләм бабай һыйырының донъя менән хушлашыу ауазы ине...
Һыйыр ҡәҙәр һыйырҙың һөйә­ген дә ҡалдырмай ашап бөтөргән бүреләр әҙәм кәүҙәһенә ҡағыл­маған, гүр эйәһе тигәндәрҙер. Кейемендә бүре тырнаҡтары эҙен генә табалар.
Икенсе көндө Алексей фажи­ғәле хәбәрҙе ауылға еткерә. Әсләм бабайҙың кәүҙәһен, йыйған утынын санаға һалып, ауылға алып ҡайталар. Еҙ ҡыңғырауҙы ла. Бер аҙ үҫкәс, Хәниф, апаһы Ғәҙилә менән ҡыңғырау тотоп, кис мал йыйыла торған яланға килә. Беҙ ул ҡыңғырауҙың сыңлауын Әсләм бабай һыйырының һуңғы мөңрәүе тип ишетә инек.
Донъя күтәрә алмаҫлыҡ фажиғә ауылды тетрәтте. Әсләм ҡартты бөтә ауыл халҡы ерләне. Урам буйлап үткәндә бала-саға, әбей-һәбей сығып оҙатып ҡалды. Кешеләрҙең аптыраулы йөҙөндә, һораулы күҙендә — һағышлы үкенес. Йыназа намаҙын ауыл осон­да уҡ урамда, халыҡ йыйылған ерҙә, уҡынылар. Әруахтың таныштары яҡын күрше ауылдарҙан да килде.
Йыназаға шул тиклем күп халыҡ йыйылыуын Әсләм бабай­ҙың фажиғәле үлеме менән генә аңлатып булмай. Уның изгелек­тәрен ауыл халҡы күп татыны. Йәшлек йылдарында уҡ Әсләм һаҡалдары биленә еткән аҡһа­ҡалдар дәрәжәһенә күтә­релә.
Ауылда кешеләр тәрбиәләп тотҡан алты шишмә булған. Улар барыһы ла түбән оста урын­лашҡан. Әсләм бабай йәшәгән оҙон урамдың юғары осонда шишмә булмаған. Ҡойо һыуы ҡаты, унда сәй насар бешә. Геологик белеме булмаған Әсләм, үҙенең интуицияһына таянып, шишмә эҙләй башлай. Ҡалҡыу­лыҡтар араһында башланған инеш буйҙарында шишмә күҙҙәре барлыҡҡа килә. Был күренеш Әсләм бабайға билдәле булғандыр. Ауыл ҡарттарының әйтеүенсә, Әсләм төн урталарында йылға буйына барып, ергә ятып ер аҫтын тыңлаған. Шулай булғанмы-булмағанмы, ул йылғаның төньяҡ ярында, йылға юлына яҡын ғына бер нисә соҡор ҡаҙа. Май айында соҡорҙарҙың береһендә шишмә бәреп сыға. Әсләм бабай соҡорға ағас бура төшөрә, улаҡ ҡуя. Йылғаның ҡояш ҡараған ярына ағастар ултырта. Улар йәйелеп үҫеп, ярҙы аҫтан өҫкә тиклем биләй, ауылға һандуғастар ҡайта. Тау аҫтынан селтерәп сыҡҡан таҙа, йомшаҡ һыулы шишмә барлыҡҡа килә. Уның һыуы инешкә ҡушылыр алдынан бер аҙ көйәнтәле килендәрҙе көтөп торған кеүек була ла, уңайлы мәл табып, ағымға ҡушыла. Шишмәнең һалҡын һыуы эҫе ҡояш ҡыҙҙырғанда тирә-яҡты йәйге бөркөүлектән арындырырға тырыша, ҡышын ҡар аҫтына сума.
Ололарҙың әйтеүе буйынса, күп йылдар буйы шишмәгә тәүгә барған йәш килен беренсе көйәнтә һыуын Әсләм бабайға илткән. Әсә буласаҡ һәр йәш килен Әсләм бабайға ярҙам ҡулы һуҙғанда, кендек әбейҙе лә ҙурларға ынтылғандыр. Тора-бара был яҡшы ғәҙәт күңелде пакландыра торған изге бер йолаға әүерелә. Минеңсә, яңы тыуған шишмә, фажиғәле вафат булған Әсләм бабайға ауыл халҡының ихтирамы — барыһы ла йәнле һәйкәл ул.
Әсләм бабай, шишмә менән мауығып, йыш ҡына йорт мәшәҡәттәрен онотҡан. Ундай ваҡыттарҙа һәр саҡ яҡты йөҙлө кәләше Бибисәнә иренә асыуланған. Әсләм бабай уға ер фәрештәһе тип өндәшкән, тиҙәр ине. Ҡатыны, фәрештә үк булмаһа ла, кендек әбей булараҡ, тиҫтәләгән сабыйға донъяға килергә ярҙам итеп, күп изге эштәр ҡылған.
Күршеһенең үлем хәбәрен ишеткәс, Мәрхәбәнең таңһыу йөҙө моңһоуға әйләнде. “Һинең өлөшкә лә...” тигән һүҙҙәре иҫенә төшкәс, тамағына төйөр ултырҙы, үҙен ғәйепле итеп һиҙҙе. Тиҙерәк Бибисәнәнең ҡайғыһын уртаҡ­лашырға булды. Ерләп, өсөн уҙғарғас, Бибисәнә әбей янына инеп, күршеһен ҡосаҡлап, етем ҡалған сабый һымаҡ үкереп иланы. Әсләмдең игелектәрен, изгелектәрен иҫенә төшөрҙө.
— Мәрхәбә килен, үкһеп үлекте тергеҙмәҫһең, улай уҡ үҙеңде язалама әле. Әсләмдән башҡа кем һиңә булышыр ине. Яҙмыштан уҙмыш юҡ бит. Етем ҡалдыҡ та бит, үлгән артынан үлеп булмай. Сәмиғулламдан хәбәр юҡ. Әй, Хоҙайым, Әслә­мемде лә үҙ ҡосағыңа алдың, сабырлыҡ бир инде, — тине Бибисәнә әбей, яулыҡ сите менән күҙҙәрен һөртөп.
— Бибисәнә түтәй, һыйлы көнөң һыйыр менән, минең малҡай мул ғына һөт бирә, һыйырһыҙ ҡалһағыҙ ҙа, һөтһөҙ ултырмаҫһығыҙ әле, — тине Мәрхәбә күршеһе.
Ҡыҙҙары Бибиямал, Бибизыя, Ғәҙилә һәм ейәндәре Хәниф өйҙә ине. Мәрхәбә уларға ҡараны ла һүҙен дауам итте:
— Беҙ Рәхилә ҡыҙым менән үлмәҫбеҙ, барыбер һаман-һаман майлы бутҡа ашамайбыҙ. Һеҙ — ишле ғаилә, Хәнифкә көн дә һөт кәрәк, һыйырҙы һеҙгә бирәм, алығыҙ, бесәнгә лә ҡытлыҡ кисерәм.
Бибисәнә әбей, ҡыҙҙары ла күршеләренең тәҡдимен кире ҡаҡты. Биш йәшлек Хәниф кенә, һөйөнөсөн белдереп, риза булды.
— Мәрхәбә килен, үгеҙ булһа ла, быҙауыбыҙ бар, рәтен килте­рербеҙ әле, — тине Бибисәнә.
— Улайһа, минең быҙау тана, йәй көнө ҡасһа, киләһе йылға һыйырлы булырһығыҙ. Бибиямал, һин минең Сөмбөлдө үҙең һау инде, миңә сәйлек һөт булһа, етә, — тине Мәрхәбә.
Был һүҙҙәрҙән һуң өйҙә бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Мәрхә­бә әбейҙең күңелендә еңеллек һиҙелде, Бибисәнә әбейҙең, ҡыҙҙарҙың күңелдәре асылмаһа ла, ғазапланыу тойғоһо бер аҙға булһа ла кисегеп торҙо. Таш­ҡындың ҡомо ҡалыр, ҡайғының моңо ҡалыр, ти халыҡ. Уларҙың ҡайғы моңон зәмзәм һыуҙары ла йыуа алмаҫлыҡ ине.
Ерләгән көндә Бибисәнә әбей яңғыҙлыҡ тойғоһоноң иң әсеһен, иң әрнеткесен татыны, йөҙөнә ҡара ҡойолдо, ҡайғылы күҙҙәре эскә батты, муйын тамырҙары бүртте, әр һүҙҙәре өсөн үкене­үенең сиге булманы. Йүләрлегем менән әйттем, кисерегеҙ мине, Хоҙайым, Әсләм, тип иланы ул. Ҡайғы күҙҙән, ҡәһәр йөҙҙән беленә, ти халыҡ. Ҡайғы сатҡы­лары күҙенән дә, йөҙөнән дә тирә-яҡҡа һибелә ине шул.
Әсләм бабай мәрхүм ниндәй­ҙер мөғжизә менән терелеп зыярат тауынан төшһә, өйҙәрҙә крандан килгән һыуға шатланыр, ә үҙе эсәр һыуҙы шишмәнән ташыр ине. Ауылға һуңғы ҡайтыуҙа шул уйҙар менән инеш янында башты эйеп, һүҙһеҙ генә оҙаҡ баҫып торҙом, услап һыуын эстем. Селтер-селтер шишмә тауышы ишетелә, ҡоштар һайрай. Әсләм шишмәһе тирәләй Әсләм урманы ла барлыҡҡа килгән.

Яңауыл районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521