Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Экологик именлек күңел сафлығынан башлана
Экологик именлек күңел сафлығынан башлана Тирә-яҡ мөхиттең сафлығы – донъялағы бөтә тереклектең именлеге, йәшәү ҡөҙрәте. Ошо хәҡиҡәткә инанған, үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген, тырышлығын экологик именлекте һаҡлауға бағышлаған һөнәр эйәләренең булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Улар был эшкә, йылдың атамалы булыуын ғына көтөп тормайынса, күптән ең һыҙғанып тотонған. “Экотех-Мәләүез” көнкүреш ҡалдыҡтары эшкәртеү комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Тимур Әхмәтшин тураһында был һүҙҙәр.
Тимур Рәйес улы эшҡыуарлыҡ өсөн бик тә яуаплы тармаҡты – экологияны һайлай. Ул һис тә осраҡлы тотонмай был шөғөлгә. Тимурҙы үҙен белә-белгәндән башлап кешеләрҙең әйләнә-тирәгә битарафлығы борсой. Ул тыуған Мәләүезен иң таҙа, күркәм ҡала итеп күрергә теләй. Ошо теләк уны “йәшелдәр донъяһы”на алып килә.
2007 йылда ул көнкүреш ҡалдыҡ­тары һәм сүп-сар эшкәртеүгә ҡоролған шәхси предприятиеһын аса. Эште арендаға алған гаражда бер пресс ҡуйып башлай. Ҙур табыш тураһында хыялланмай ул. Иң мөһиме – был шөғөл уның күңелендәге уй-теләктәренә тап килә.
Ысынлап та, экология бизнесына тәбиғәтте ихлас яратҡан, уның килә­сәген ҡайғыртҡан кешеләр генә тотона алалыр, моғайын. Көнбайыш илдәрендә көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү – зарури ғәмәл. Ә беҙҙә ул әле генә башланғыс ала. Тәбиғи, һәр яңы башланғыс ауырлыҡтар һәм ҡаршы­лыҡтар аша юл яра. Тимур Рәйес улына ла заманса комплекс ҡороп, көнкүреш ҡалдыҡтарына икенсе ғүмер бирерлек производствоны яйға һалғанса бик ныҡ тырышырға тура килә. Шуны ла әйтәйек, бизнес-экологтар әлегә ҡәҙәр дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалып килде, финанслау ҙа юҡ дәрәжәһендә ине. Был өлкәлә лизинг йәки маҡсатлы кредиттарҙы субсидиялау ҡаралған. Тик уларҙы алыу һирәктәр өлөшөнә төшә. Тимәк, субсидия ла алып булмай тигән һүҙ.
Банктар был төр бизнестың түбән рентабелле һәм ышанысһыҙ булыуына һылтана. Тимур Рәйес улына был хәлдәр таныш. Ул яңы тейәгес һатып алыу өсөн кредит юллап ҡарай, әммә үтенесен бөтә банктар ҙа кире ҡаға, ул был бизнеста яңы кеше булмаһа ла. Уға үҙ предприятиеһын үҫтереү өсөн эшләп тапҡан аҡсаһын йүнәлтергә тура килә. Ярай әле, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә урындағы хакимиәттә аңлау һәм яҡлау таба.
– Бизнес-экологтарға дәүләт үҙ мөнәсәбәтен тамырҙан үҙгәртергә тейеш. Улар тейешле финанс ярҙамы алһа, уны тулыһынса аҡлаясаҡ. Әл­биттә, был осраҡта экология өлкәһендә намыҫлы эшләгән эшҡыуарҙар тура­һында һүҙ алып барам, – ти Тимур Әхмәтшин.
Ул етәкселек иткән комплексҡа көнкүреш ҡалдыҡтары һәм сүп-сар тотош ҡаланан, шул иҫәптән сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларынан да килте­релә. Ҡышҡы осорҙа шәхси секторҙан да йыялар. Предприятиеның сүп-сар йыя торған заманса автомобилдәрен ҡалала һәм тирә-яҡ ауылдарҙа бел­мәгән кеше юҡтыр, моғайын. Үҙҙәренең ыҡсымлығы һәм уңайлылығы менән улар ҡыҫынҡы ихаталарға ла инеп йөк тейәргә һәләтле. Улар сүп-сарҙы йыйыу ваҡытын икеләтә тиҙләтергә булышлыҡ итә. Предприятиеға килтерелгән көнкүреш ҡалдыҡтары сортҡа айырыла һәм эшкәртелә. Полиэтилен, пластик пакеттар һәм шешәләр, һөт, кетчуп ҡаптары һәм башҡа полимер ҡалдыҡ­тар эшкәртелеп һәм кварц ҡом ҡушы­лып, канализация люктарына әүерелә. Ә үҙҙәрендә эшкәртеү мөмкинлеге булма­ғандарын сортҡа айырып, Өфө, Туймазы, Стәр­ле­тамаҡ һәм күрше төбәк­тәрҙәге предприя­тиеларға оҙа­талар.
Предприятиеның ҡеүәте үҫә. Яҡын киләсәктә эшкәртелгән ҡалдыҡтарҙан юлдарҙа бик тә кәрәкле “ятҡан полицейҙар” етештерә башлаясаҡтар.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү тармағында эш майҙаны ифрат киң. Ҡалалар тирәһендә сүп өйөмдәре үҫкәндән-үҫә. Цивилизациялы илдәр­ҙәге кеүек беҙҙә көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү системаһына идара итеү әлегә яйға һалынмаған. Экологик эшҡыуарлыҡ тураһында закон булдырыу ҙа – өлгөргән мәсьәлә.
– Экологик именлек – кешелектең киләсәге. Тирә-яҡ мөхиттең сафлығы, минеңсә, һәр кемдең күңел сафлығынан башлана. Экологик именлекте ҡайғыр­тып, үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, тирә-йүндәгеләрҙе хәүеф-хәтәрҙән ҡурса­лайбыҙ. Был ынтылыш һәр кемдең кү­ңе­лендә бала саҡтан уҡ тәрбиәләнергә тейеш, – ти Тимур Әхмәтшин.
Шуны ла әйтеп үтәйек, былтыр республика экология эшҡыуарҙарының II съезында Тимур Әхмәтшин был өлкәлә иң яҡшы белгес булып танылды һәм “Экология эшҡыуарлығын үҫтергән өсөн” номинацияһында диплом менән бүләкләнде. Был бүләккә В.И. Вернадский исемендәге Экология фонды тапшырған орден да өҫтәлде.
Экология йылын яңы уй-ниәттәр менән башланы Тимур Рәйес улы. Район хакимиәте менән кәңәшләшеп һәм матбуғат сараларын йәлеп итеп, ул мәктәп уҡыусылары араһында экология темаһына арналған конкурс иғлан итергә йыйына. Үҫеп килеүсе йәш быуын экология проблемаларын нисек күҙаллай, уларға нисек сиселеш табырға теләй?! Иң мөһиме – тирә-яҡ мөхиттең сафлығына улар битараф булмаһын – конкурстың маҡсаты ошоға йүнәлтелгән. Ижади бәйгенең тәүҙә мәктәптәрҙә, артабан район, ҡала һәм республика кимәлендә дауам итеүен теләй ул. Еңеүселәргә эшҡыуарҙан приздар ҙа әҙер. Ә инде яҙға сыҡҡас, “йәшел десанттар” ойоштороп, экологик өмәләр үткәрергә ниәтләй. Тимур Әхмәтшин кеүек тирә-яҡ мөхиттең сафлығы өсөн янып йөрөгән шәхестәр күберәк булһын ине, тип әйтке килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521