Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағастың тамырына балта сабып, япрағы менән дуҫ булма
Ағастың тамырына балта сабып, япрағы менән дуҫ булма Урман... Ошо һүҙҙе әйтеү менән күҙ алдына яҙғы-йәйге көндәрҙә – йәшелгә төрөнөп, көҙгө-ҡышҡы мәлдәрҙә бойоғоп ултырған ағастар килә. Тымыҡ саҡта япраҡ менән япраҡ үҙ-ара шыбырлашып, ел-дауылдарҙа күкрәк ярып иңрәп ултырған урман – үҙе бер донъя. Ғәжәйеп игелекле лә, уҫал да, һынамсыл да, йомарт та, серҙәре һаман да асылып бөтмәгән донъя. Уңайы сыҡҡанда шул урман һуҡмаҡтарынан бергәләп үтһәк, уның тормошона күҙ һалырға тырышһаҡ, тәбиғәт тураһында белгәндәребеҙгә, бәлки, ҡушымта булыр ине.
Урман – йомарт, эскерһеҙ, мәңгелек дуҫ
Күмәкләшеп иң башта бер һорауға яуап эҙләйек. Нимә һуң ул урман? “Бәй, уның нимәһен һорап торорға инде? Өйкөмләшеп, күмәк үҫкән ағастарҙы урман тиҙәр ҙәбаһа”, – тип әйтерегеҙҙе белеп торам. Әммә ашыҡмайыҡ, дуҫтар. География, ботаника, тәбиғәтте өйрәнеү, биология, хатта микробиология кеүек ҡеүәтле фәндәр ҙә, урман тормошон йөҙҙәрсә йыл буйы өйрәнеп тә, “Нимә һуң ул урман?” тигән беренсе ҡарашҡа ябай ғына күренгән һорауға аныҡ яуап тапҡаны юҡ. Ғүмерҙәрен урманда үткәргән һәм уны өйрәнеүгә генә бағышлаған кешеләр ҙә, урманды беләм, тип раҫларға ҡыйыулыҡ итмәҫ.
Ҡайһы берәүҙәр өсөн урман – рәхәтләнеп ял итеү, бәшмәк, емеш-еләк йыйыу урыны ғына. Ә икенселәр бында эшләй, сөнки борон замандан алып хәҙерге көндөң бөйөк техник ҡаҙаныш­тарына ҡәҙәр ағас кеше эшмәкәрлегенең һәр тармағында кәрәк. Ғалимдар иҫәпләүенсә, ул бер нисә мең төрлө әйбер етештереү эшендә файҙаланыла икән. Ишеткәнегеҙ барҙыр, юғары сифатлы, бер ниндәй ҡушымтаһыҙ ҡорос ҡайнатып алыу өсөн, заманында Белорет металлургия комбинатында ағас күмере ҡуллана торғайнылар.
Ләкин урмандың матди әһәмиәте тураһында ғына һөйләү етмәй. Илтифат итә йөрөйбөҙ, урманға сыҡһа, бойоҡ ке­шенең дә йөҙөнә нур йүгерә, ҡараштары йәнләнә. Тимәк, кешегә урман эстетик ләззәт бирә. Бәҫ менән ҡапланған ҡышҡы урмандан да гүзәлерәк күренеш буламы икән?! Ә һуң мең төҫлө биҙәктәрҙе үҙенә йыйған көҙгө урман?! Хас бер оло гөлләмә бит! Александр Сергеевич Пушкин менән Николай Алексеевич Некрасовтар урманға иң матур әҫәрҙәрен арнаған. Тургенев, Пришвин, Мамин-Сибиряк, Леонов, Песков кеүек һүҙ оҫталары беҙҙе урмандың һулышы, тормошо, көрәше менән таныштыра. Башҡорт яҙыусыларының да һәйбәт-һәйбәт әҫәрҙәре бар. Бында иң тәүҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды әйтергә кәрәк. Уның “Мәңгелек урман” исемле романы ғына ла ни тора!
Уйнайһың һин уйынсығың менән,
Уйынсығың, улым, тубырсыҡ.
Уйнатҡаның ни ул – белмәйһең дә,
Булһын ғына һиңә уйынсыҡ!
... Күпме көстө һалыр кәрәк әле
Һиңә кеше булыр өсөн дә.
Киләсәктә шаулар ҡарағай бит
Ята шул тубырсыҡ эсендә!..

Быныһы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың улы Азаматҡа бағышлаған шиғыры.
Ҡыҫҡаһы, урман – йомарт, эскерһеҙ, мәңгелек дуҫ. Урман тормошобоҙҙа көн яҡтыһы, ерҙең үҙе, һыу һәм һауа кеүек үк урын алған. Урман ағас өйкөмө генә түгел. Ул – ғәйәт ҡатмарлы биологик организм. Уның һәр күҙәнәге бер-береһе менән бәйләнгән, бер-береһенә һәм тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһай. Уның үҙ микроклиматы бар. Урман – шулай уҡ унда үҫкән ваҡ-төйәк ҡыуаҡ та, емеш-еләк һәм бәшмәктәр ҙә, ундағы кейек һәм ҡош-ҡорт, бөжәктәр ҙә.
Бөжәк тигәндәй, урманда ҡырмыҫҡаға еткәндәре юҡ. “Урман санитарҙары” тип йөрөтәләр уларҙы. Йәшерен-батырын түгел, йәйен ҡырҙарға сыҡҡанда бәғзе әҙәмдәр ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырыуҙан, кескәй мәхлүктәрҙең сәбәләнеүенән ҡыҙыҡ таба. Ә бит һеҙ ҙур хеҙмәт һәм оҫталыҡ һалып төҙөлгән тотош бер ҡырмыҫҡа донъяһын емереп кенә ҡалманығыҙ, бәлки, үҙегеҙҙе ихлас ҡаршылаған урманға зыян иттегеҙ, сөнки ҡырмыҫҡа урман ҡоротҡостарының бик күп ҡарышлауыҡтарын бөтөрә.
Урман байлыҡтарын файҙалана һәм арттыра белеү кеше ҡулында. Һүҙҙе шул йүнәлештә алдараҡ дауам итербеҙ.
1917 йылғы Октябрь инҡилабының икенсе көнөндә үк ҡабул ителгән “Ер тураһындағы декрет”ҡа күҙ һалһаҡ, яңы хакимиәт тарафынан ҡабул ителгән мөһим документта “дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге урмандар фәҡәт дәүләт файҙаланыуына күсә” тигән юлдарҙы уҡыр инек. Ә алты айҙан һуң Бөтөн Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты менән Халыҡ комиссарҙары Советы махсус декрет менән урмандың шәхси милеккә ҡарауын юҡҡа сығарған. Ошонда уҡ илдә урман хужалығы алып барыуҙың төп принциптары ла билдәләнә.
Урман, уның барлыҡ хазинаһы дәүләт ҡулында, тимәк, халыҡтыҡы булып сыға. Һәр хәлдә, ул закон менән шулай нығытылған.
Һәм шулай тип иҫәпләнелә. Ә урман байлығы ғәйәт ҙур һәм күп төрлө. Өҫтән-мөҫтән генә уйлағанда, металл һәм химия сәнәғәте продукттары етештереү ғәйәт йылдам үҫешкәндә, ағасты ҡулланыу кәмергә тейеш ине. Киреһенсә, имән ағасын файҙаланыу торған һайын киңерәк ҡолас ала. Хәҙер ҡала халҡы ла, таш йорттарын ҡалдырып, ағастан эшләнгән өйҙәргә ынтыла. Ағас йорт йыһазы, донъя кәрәк-ярағы тимер-томорға, пластик әйберҙәргә ҡарағанда күпкә матурыраҡ та, нығыраҡ та, экологик йәһәттән хәүефһеҙерәк тә.
Белгестәр иҫәпләүенсә, бынан егерме-утыҙ йыл әүәл генә ағастан алына торған әйберҙәр һәм продукттарҙың төрө дүрт-биш меңдән артмай ине. Хәҙер иһә уларҙың иҫәбе 20 меңгә етә. Әлбиттә, беҙ был юлы урмандың бүтән байлыҡтары – дарыу үләндәре һәм бәшмәктәр, емеш-еләк һәм сәтләүектәр, ҡош-ҡорт һәм кейектәр, кеше өсөн бик кәрәкле булған бай кислород, үҫемлектәр эшләп сығарған фитонцидтар тураһында әйтмәйбеҙ.
Башҡортостан урмандарының тотош майҙаны – 6 миллион 740 мең 500 гектар. Был – республика биләмәһенең 35,8 проценты тигән һүҙ. Бер кубометр ағастан 200 килограмм ҡағыҙ йәки 170 килограмм яһалма йөн, 1500 метр яһалма ебәк туҡыма йәки 6 мең метр полиэтилен япма эшләп була. Бына бит ул – ябай ғына ағас! Ә беҙҙең яҡта һәр гектар урман уртаса 138-ҙән алып 300 кубометрға тиклем ағас бирә.
Бер саҡ Белорет леспромхозы директоры Гавриил Дмитриевич Фурсов (хәҙер инде мәрхүм) менән ошо предприятиела етештерелә торған продукция төрҙәрен һанап ултырҙыҡ. “Төҙөлөш ағасы менән утындан тыш, төрлө ҡалынлыҡтағы таҡта, – директор бармағын бөгә, – киң һәм тар колеялы тимер юлдар өсөн шпалдар, йәшник һәм мискә таҡталары, әрсеп ярылған баланс (йәғни ҡыҫҡа итеп бысып киптерелгән ҡаҡ утын), сайыр, аҡ шыршы майы, витаминлы ылыҫ оно...” Директор ҡулындағы бармаҡтар етмәне.
Белорет районының Әүжән леспромхозында, һаналғандарҙан тыш, өҫтәл­дәр, мәктәп парталары, театр креслолары, ултырғыстар, арба, сана, тәгәр­мәс­тәр етештерәләр, дегет ҡайнаталар. Күренеүенсә, ағасты бигүк төпсөрләп эшкәртмәй ҙә күп төрлө продукция алып була икән. Әммә был ғына аҙ. Хәҙерге заманда ағасты урында эшкәртеү талабы ҡуйыла. Ағас менән эшләгән предприятиелар өр-яңы техника һәм йыһаздар ала. Шулай, Бөрйәндә Италиянан килтерелгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған завод эшләй, унда етештерелгән әйберҙәр һис кемдекенән кәм түгел. Уның ҡарауы, урмандарының байлығы хәҙер тулыраҡ файҙаланыла. Был иҡтисади яҡтан бөтөн республика өсөн дә отошло.
Һеҙ ҡарағайҙарҙан сайыр, ҡайын­дар­ҙан һут йыйыу тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Сайыр, мәҫәлән, химия, фармацевтика сәнәғәтендә ғәйәт кәрәкле сеймал булһа ла, ҡарағай ағасының сифатына тиҫкәре йоғонто яһай. Ә инде ҡайын олонон соҡоп һут йыйыу, ғөмүмән, зарарлы, ул ағасты сирләтергә йә булмаһа һәләк итергә мөмкин.
Уйлап эшләгән йүнсел хужа урмандан һанап бөткөһөҙ хазина ала. Ағас ылыҫынан йә япрағынан малға аҙыҡ, ботаҡ, ҡабыҡ, бысҡы онтағынан преслап эшләнгән плитәләр һәм башҡа әллә күпме нәмәләр етештерергә мөмкин. Әммә мин бөгөн аҡ шыршынан нисек май алыныуын әйтеп үтергә булдым, сөнки был – һирәгерәк осрай торған шөғөл. Әйткәндәй, Өфө – Урал аръяғы юлында Инйәр ҡасабаһы эргәһендә шыршы майы менән әүҙем сауҙа итәләр.
Аҡ шыршының ялбыр ботаҡтарының ылыҫлы өлөшөн генә тураҡлап алалар. Ботаҡ ни ҡәҙәре ваҡ туралһа, май шул тиклем күберәк сыға. Шыршы ылыҫы майҙы июль-август айҙарында айырыуса мул бирә икән. Әйткәндәй, май алыу өсөн 20-30 йәшлек шыршы ылыҫы ҡулай.
Ә технология бик ябай. Тураҡланған масса ҙур ағас һауытҡа тыңҡыслап тултырыла. Һәм уның аша быу үткәрәләр. Ул массаны йылыта һәм дистиллятты тәүҙә һыуытҡысҡа, унан флорентинаға алып китә. Бында инде май һыуҙан айырыла һәм һөҙөп ҡойоп алына. Ә майы алынған ылыҫты витаминлы онға файҙаланырға була.
Тарих шуны күрһәтә: 1938 йылда илдә 2500 тонна аҡ шыршы майы етеш­терелгән. 1969 йылға ул 127 тоннаға тороп ҡалған. Белорет яҡтарында халыҡ шыршы майын ревматизм, быуындар һыҙлауҙан яфа­ланғанда ыуыуға фай­ҙалана торғайны.
Тәбиғәт менән кеше һис ҡасан да бер-береһен аңлап, бер-береһен тулыландырып йәшәй алғаны булманы. Улар араһындағы көрәш, әҙәм балаһы был донъяға хасил булғаны бирле, һис туҡталғаны юҡ. Ғалимдар хафаланып белдереүенсә, Ер йөҙөндә һәр көн бер төр йән эйәһе һәм аҙна һайын ниндәй ҙә булһа үҫемлек мәңгелеккә юғала икән.
Юлға сыҡһаң, унда-бында “Урман – беҙҙең байлығыбыҙ, уны һаҡла!” тигән саҡырыуҙар күренеп ҡала. Минеңсә, уларға шул ҡәҙәре лә күнегелгән, йөкмәткеһе зиһенгә лә, йөрәккә лә барып етмәй. Шул уҡ ваҡытта урман байлыҡтарын ҡәҙерләү, хужаларса файҙаланыу йәһәтенән илебеҙ донъяла иң арттағы урындарҙа һөйрәлә.
Планетала йыл һайын 17 миллион гектар урман уттан һәм балтанан һәләк була. Алыҫ Көнсығышта, Себерҙә йылдың-йылы меңдәрсә гектар урман үртәлә, иң яҡшы ағастар урлап киҫелеп, сит илгә оҙатыла.
Янғын, зарарлы бөжәктәр, ел-дауыл Башҡортостан урмандарын да тәләфләй. Бер нисә йыл элек көслө дауыл Дүртөйлө районындағы үҙенсәлекле Әңгәсәк ҡарағайлығын, Бөрө, Илеш яғы урмандарын ҡырып-йығып үтте. Ул ҡаза үҙен әле лә һиҙҙерә, һәләк булған ҡәләмдәй төҙ ҡарағайҙар урынына икенселәре ҡасан үҫеп, ағас ҡорона тула әле!
Элегерәк, СССР тигән илебеҙ булғанда, унда 120 дәүләт ҡурсаулығы һәм өс милли парк бар ине. Әйткәндәй, Башҡортостанда хәҙер өс тәбиғәт ҡурсаулығы һәм ике милли парк эшләй. Тимәк, урмандарҙы, ер-һыуҙы һаҡлау мәсьәләһе дәүләт яҡлауында.
Ләкин был ғына хәстәрлек етмәй. Тиҫтәләрсә йыл Башҡортостан урмандарында башлыса ҡарағай, аҡ шыршы, ҡарағас, ҡайын ҡырҡырға тырышалар. Һөҙөмтәлә ҡарағай, аҡ шыршы урмандары текә тау битләүҙәрендә генә ҡалып бара. Фанер етештереү өсөн ҡайын күпләп тотонола. Ҡарағаслыҡтар бөтөн­ләй юҡ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта урман­сылар ағасы ҡырҡылған майҙандарға яңы үҫентеләр ултыртып өлгөрмәй. Әгәр бушаған диләнкәгә ике йыл эсендә ҡарағай ултыртыуҙы хәстәрләмәһәң, уны тәүҙә ҡурай еләге, төрлө ҡыуаҡ­лыҡтар, унан һуң уҫаҡ, ҡайын баҫып ала.
Республиканың 40 процент майҙанын урмандар биләй, тип ғорурланып әйтһәк тә, унда ылыҫлы ағастар нисбәте 15 – 20 проценттан артмай. Ҡайындыҡы 30 – 32 процентҡа етә. Ләкин зыяндың иң ҙур өлөшө ағасты йығып әҙерләгәндә килә. Миңә бынан утыҙ йыл самаһы элек урмансылар ҡатнашлығындағы бер һөйләшеүҙә булырға тура килгәйне. Шунда килтерелгән миҫалдар аптыратты: әгәр, мәҫәлән, 850 – 900 мең кубометр ағас әҙерләнә икән, унан кәм тигәндә 150 мең кубометр ҡалдыҡ ятып ҡала. Ошо хәл булмаһа, йыл һайын кәмендә мең гектар урман ҡырҡылмаҫ ине. Шунан бирле ағас әҙерләү технологияһында әллә ни үҙгәрештәр күренмәне. Диләнкәләргә яңы, етештереүсәнле техника килгән хәлдә лә, һәр гектарға уртаса 7-8 кубометр ташландыҡ ағас ҡалғанда, юғалтыуҙар иҫ-аҡылды килтерерлек.
Ағас диләнкәнән сығарылды ла, эш тамам тигән һүҙ түгел. Ул әрселеп, яндалып, бысылып, йышылып, ниндәйҙер бер әйбер рәүешен алғансы, бүрәнә үҙенең кәм тигәндә ярты дәүмәлен юғалта. Ағастың байтаҡ өлөшө, алда әйткәнсә, ос, төп, ботаҡ, түңгәк, тамыр хәлендә диләнкәлә үк ятып ҡала. Беҙҙә, ғәҙәттә, ул йә үртәлә, йә серей. Артабан ағас гәрбил, ҡайыры, туҙ, юнысҡы, бысҡы табы рәүешендә “ябыға” бара. Ә бит һаналған ошо уҡ әйберҙәр – үҙе байлыҡ. Уларҙан ағас-юнысҡы һәм цемент-юнысҡы плитәләр эшләргә, урман химияһы предприятиелары ойошторорға мөмкин.
Урман иһә ағас ҡына түгел. Уға ышыҡланып, еләк-емеше лә, бәшмәк­тәре лә, күп төрлө дарыу үләндәре лә үҫә. Кемдер шул хазиналарҙың һумдар менән иҫәпләнгән ҡиммәтен самалағаны булдымы икән? Һәр хәлдә, белгестәр урман бүләктәренең ике проценты ғына кеше файҙаһына китә тип раҫлай.
Дарыу үҫемлектәрен, еләк-емеште, бәшмәктәрҙе йыйыу, һатып алыу, эшкәр­теү беҙҙә ойошторолмаған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр урманда емеш-еләкте ағасын һындырып, йолҡоп йыя, бәшмәктәрҙе тамырынан ҡайырып ала. Урман күптәр өсөн усаҡ яғып кәйеф-сафа ҡороу урыны ғына. Уларҙың артынан өйөм-өйөм ҡый, консерва банкалары, шешәләр ятып ҡала, һүндерел­мәгән ҡуҙҙан янғын сыға.
Урал урмандары шау-шыу итә...
Урманды ерҙең йәшел юрғаны ла, тере ҡалҡаны ла тип йөрөтәләр. Әгәр уға үҙебеҙ ҡалҡан булмаһаҡ, урман да мәңге йәшәй алмаҫ.
“Урал урмандары шау-шыу итә...” Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарының береһе шулай башлана. Һәм ғәжәп тә түгел, сөнки башҡорттоң көнкүреше, шөғөлө туранан-тура урман, уның һыуҙары, кейек-йәнлектәре, емеш-еләктәре менән бәйләнгән булған. Урман кешене туйындырған да, кейендергән дә, әсе һәм эҫе елдәрҙән генә түгел, ҡайһы саҡ дошмандарҙан да һаҡлаған. Башҡортостан урмандарына ҡағы­лышлы байтаҡ легендалар, хикәйәттәр, әкиәттәр йәки булған хәлдәр һаҡланып килә.
Был тарихты миңә уҙған быуаттың 70-се йылдары башында Белорет ҡалаһында һөйләгәйнеләр. 1902 йылда тау-завод лесничийы Константин Генантьевич Пиоро Алтай тайгаһынан эрбет (кедр) орлоҡтары алып ҡайтып, ҡаланың көньяҡ-көнсығышындағы ҡарағай урманы ситенә бер нисә гектарға сәскән. Тырышлыҡҡа һәйкәл булып, һөҙәк тау биттәрендә эрбет урманы күтәрелә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Магнитогорск – Белорет тимер юлын һәм юғары вольтлы электр үткәргесте һуҙғанда, плантацияның күп өлөшө һәләк була. Хәҙер эрбет ағастарының бер осмото ғына иҫән.
Теге урмансының улы Константин Константинович менән урманға килдек. Баһадир ағастарҙы тәү ҡарамаҡҡа ҡарағайҙан айырыуы ҡыйыныраҡ, әммә эрбет баҙығыраҡ, ботаҡтары тарбаҡлы, энәләре лә ҡарағайҙыҡынан оҙонораҡ. Пиоро ағастары сәтләүек бирә, ләкин уларға урындағы урмансыларҙың, шул иҫәптән балаларҙың да иғтибары етешмәй.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, илебеҙҙә тәүлегенә уртаса 1 миллион кубометр ағас тотонола. Беҙ әле уның бүрәнә килеш сит илдәргә оҙатылғанын әйтмәйбеҙ. Һәр гектарҙан 200 кубометр ағас алдым тигәндә лә, тәүлеккә 5 мең гектар урман ҡырҡыла тигән һүҙ. Тимәк, “бер ағасты ҡырҡһаң, икене ултырт” тигән ҡағиҙә йәшәргә тейеш.
Урман үҫтереүселәр ҡатмарлы селекция эше лә алып бара. Ҡырҡып алыу өсөн бүленгән урманда орлоҡлоҡ ағас­тар ҡалдырыла. Бейеклеге, йыуанлығы, сатырының киңлеге билдәле бер талаптарға яуап биргән ағастарҙан юғары сортлы орлоҡтар алалар. Һәм урмандарҙы яҡшыртыу өсөн файҙа­ланалар. Ләкин ундай ағастар һирәк осрай.
Урман үҙенә мөкиббән бирелгәндәрҙе генә үҙһенә. Ундай кешеләр республи­кабыҙҙа күп, әлбиттә. Миңә заманында Туймазы урмансыларының хеҙмәте менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты тейгәйне. Бында тәжрибә-өлгө урман хужалығының Иманғол ауылы эргәһен­дәге питомнигында мастер булып СССР Дәүләт премияһы лауреаты Йософ Тимербай улы Фәррәхов эшләгәйне. Уның хеҙмәте – үҙе бер мауыҡтырғыс тарих.
Һуңғы осорға тиклем Туймазы урмансыларын Йософ ағайҙың улы, биология фәндәре кандидаты Рафаил Фәррәхов етәкләгәйне. Ғөмүмән, туймазылар һәр йәһәттән өлгө булырлыҡ. Утыҙ биш йыл элек бында әүәлге директор, РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты Игорь Сәхи улы Юлашев етәкселегендә тау битләүҙәренә ағас ултыртыу ысулдары эшләнде. Заманында был тотош илдә яңылыҡ булды. Туймазы ҡалаһындағы урамдарҙың береһе ошонда оҙаҡ йылдар баш лесничий булып эшләгән Рәсәй Федера­цияһының атҡаҙанған урмансыһы, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Николай Филиппович Морозовтың исемен йөрөтә. Әйткәндәй, урмансыларға илдәге берҙән-бер һәйкәл Йософ Фәррәхов менән Николай Морозов хөрмәтенә Туймазыла ҡуйылған. Ошо ҡалаға ингән дүрт юлдың яҡ-яғына, аллея итеп, дүрт төрлө ағастар ултыртылған.
Эх, һәр ҡайҙа урман рыцарҙары ғына эшләһә лә һәммә урында уны һөйгән кешеләр генә йәшәһә! Үкенес, әммә урманды йәберләүселәр ҙә табыла.
Беҙҙең яҡта, Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылына яҡын ерҙә, булған бер хәлде мин иҫәрлек тип аңлатам. Ауылдан дүрт-биш саҡрым самаһында дүрт кешенең дә ҡоласы етмәҫлек асалы ҡарағас бар. Ошо ҡартластың орлоғонан яҡында тотош ҡарағаслыҡ хасил булған. Ауан бер тракторсы шул тирәлә ер һөргәндә ҡыҙыҡ өсөн генә ҡарағастың асаһын айырырға тарттырып ҡараған. Ярай, тимер арҡан шартлап өҙөлгән, ә баһадир ҡымшанмаған да. Әгәр кире­һенсә килеп сыҡһа? Ундай ағастар – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Улар йәмәғәтселек, йәш тәбиғәт һаҡлаусыларҙың ҡарауына алынырға тейеш. Улар дәүләт тарафынан да һаҡлана.
Хәҙер Башҡортостан райондары буйлап, бигерәк тә уның тау-урманлы, күлле төбәктәренә туристар күпләп йөрөй. Һәр урында уларға хәстәрлекле иғтибар ҙа, ҡәтғи талап та булһын ине. Туристарҙы билдәле бер йүнәлештәрҙән генә йөрөтөргә, ағастарҙы тәләфләүҙән, һыу буйҙарының йәмен ебәреүҙән һаҡларға кәрәк. Был йәһәттән уҡыусыларҙың “Йәшел патрул”дәре, мәктәп урман­сылыҡ­тарында шөғөлләнеүселәр күп эш башҡара ала.
Эйе, урман кеше ярҙамына мохтаж. Һәр ағасҡа, һәр ҡыуаҡҡа, һәр йән эйәһенә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки ағас төбөндә яғылған ут та, олонона һалынған тамға ла ағастың һәм тотош урмандың сирләүенә һәм һәләк булыуына килтереүе ихтимал. “Урман үҙ байлығын кешеләргә бирергә һәр саҡ әҙер, – тип яҙҙы урмансы, Дәүләт премияһы лауреаты Сергей Иванович Орешкин, – беҙҙән бары уны уйлап, хужаларса һәм хәстәрлекле файҙаланыу ғына талап ителә”.
Хаҡ фекергә тағы ниҙер өҫтәү зарурлығы бармы икән?!
Шулай ҙа, йомғаҡлау урынына, бер-ике кәлимә әйтеү артыҡ булмаҫ һымаҡ тойолдо, сөнки урмандарыбыҙҙың хәле йылдан-йыл мөшкөлләнә бара. “Ҡара болотто ҡара урман тарта”, – тигәнде раҫлағандай, урман илебеҙҙә ысындан да ҡара яуҙың ҡорбаны булды. Башҡортостан урмандары, мәҫәлән, халыҡтыҡы түгел, ә беҙ күрмәгән байҙар һәм мут кешеләр ҡулына ҡалды. Ата-бабаларҙан ҡалған уртаҡ байлыҡтан ябай кеше хәҙер мунса бурарлыҡ та ағас ала алмай. Шул уҡ ваҡытта сереп ятҡан ағас урманлы төбәктәрҙә тау-тау.
Тәбиғәткә йәнһеҙ, телһеҙ тигән мөғәмәләлә булыу – хата. Был йәһәттән халыҡ:
“Урман әйтмәҫ, тимә,
Ҡыр ишетмәҫ, тимә,
Күл күрмәҫ, тимә;
Урмандың ауазы бар,
Ҡырҙың ҡолағы бар,
Күлдең күҙе бар”, –

тигән һүҙ ҡалдырған. Ошо хәҡиҡәтте онотоуыбыҙ ғына үкенесле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 297

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 167

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 164

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 183

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 220

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 388

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 322

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 241

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 257

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 221

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 249

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 277