Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ризығың сифатлы булһын
Элек икмәк бешергән һайын хуш еҫ бөтә өйгә, урамға таралыр ине. Хәҙер иһә, ниңә тәмле еҫ ул тиклем таралып бармай икән, тип уйлайым. Венер Исхаҡовтың “Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 25 ноябрь һанында баҫылған “Икмәк ниңә тәмһеҙ?” тигән мәҡәләһен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым һәм һорауҙарыма бер ни тиклем яуап алғандай булдым.
Йыш ҡына үҙәк телеканалдарҙан, матбуғат биттәренән һәр төрлө ризыҡтарыбыҙға консерванттар, химик матдәләр ҡушылыуы тураһында мәғлүмәт бирәләр. Шуларҙы ишетһәң, сәстәр үрә тора. Һатып алған хәлдә лә, ашарға икеләнәһең. “Шикләнмәй ашаған ризыҡ дарыу булыр, шикләнгәнең сир булыр”, — тип әйтер ине ололар.
Ни өсөн ошондай аҙыҡ-түлек етештереүгә юл ҡуйыла икән, тигән һорау тыуа. Төп ризығыбыҙ икмәгебеҙ ҙә бындай ҡушылма­ларҙан азат түгел икән.
Гәзиттә “1986 – 1989 йылдарҙа СССР-ҙың икмәк ризыҡтары министры урын­баҫары һәм дәүләт икмәк бешереү сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының баш белгесе Николай Чубенко әйтеүенсә, икмәк хәҙер ике категорияға бүленә: бешереү һәм дөйөм тәғәйенләнеш өсөн. Икенсеһе элек мал-тыуар өсөн оҙатылған. Бөгөн ошо ике айырманы бер кем дә тикшермәй. Советтар Союзы ваҡытында икмәк бары ГОСТ буйынса әҙерләнһә, әле икмәк заводтарына үҙҙәре эшләгән техник шарттар буйынса бешереү рөхсәт ителгән. “Дөйөм тәғә­йенләнеш”тәге онға уның күрһәткесен нормаға еткереү өсөн тирмәндәрҙә клейковина йәки глютен ҡушыла. Документта унан әҙерләнгән икмәк яҡшы күренһә лә, ғәмәлдә иһә тәме буйынса бөтөнләй сифатһыҙ аҙыҡ килеп сыға. Тағы 2011 йылдан бойҙайҙы һәм ондо зарарлы матдәләр менән эшкәртә башланылар” тигән юлдарҙы уҡығас, аптырауға ҡалдым. Яҡын киләсәктә бындай зарарлы матдәләр ҡушылған икмәкте ашаған илебеҙ граждандарының һаулығы нисек булырын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Әле лә телевизорҙан, Интернеттан ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ауырыу бала­ларҙың, ата-әсәләрҙең хәсрәтле йөҙҙәрен күреп йөрәк әрней. Ә ауырыуҙар, зәғифтәр йылдан-йыл күбәйә бара. Ул балаларҙың да ата-әсәһе шул химик матдәләр менән тыңҡыслап тултырылған ризыҡ менән туҡлана бит.
Хоҙай Тәғәлә халҡына, йәшәгән еренә ҡарап, ашар ризығын да биргән, дауаланыр өсөн дарыу үләндәрен дә үҫтергән. Милли аҙыҡтарыбыҙ, йәшәгән еребеҙ беҙҙең төҫ-һыҙаттарыбыҙҙың, холоҡ-фиғелебеҙҙең ниндәй булырын билдәләй. Хайуандар донъяһында ла ит ашағандары — йырт­ҡыстарға, үлән менән генә туҡлан­ғандары үлән ашаусыларға бүленә. Борон тик буҙа, ҡымыҙ менән танһығын ҡандырған халҡыбыҙ һуңғы йылдарҙа алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуға әүәҫләнеп киткәс, милли йөҙөн, үҙенә генә хас иң матур сифатын юғалта башланы. Эскелек, ғәмһеҙлек, бөтә нәмәгә лә битарафлыҡ тамыр йәйҙе, йәнә шуныһы ҡыҙғаныс: йәштәрҙең үҙ йәндәрен үҙҙәре ҡыйыуы ла ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Икмәгебеҙгә лә төрлө химик матдәләр ҡушып бешереү менталитетыбыҙға зыян килтерә. Килер быуындың ниндәй булыры борсолдора. Ә бит халыҡты юҡ итеү өсөн атом бомбаһы ла кәрәкмәй, түбән сифатлы, химик матдәләр ҡушылған ризыҡтар менән туҡланып, алкоголле эсемлектәр эсеп, әкренләп ул үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ.
Ауырыу балалар өсөн реабилитациялау үҙәктәре асып, сит илдәргә ҡиммәт хаҡҡа дауаланырға ебәреп кенә был проблемаларҙан ҡотолоп булмай. Халҡының һаулығын, киләсәген ҡурсыған ил ағалары мөмкин тиклем аҙыҡ-түлегебеҙҙең сифатлы булыуын хәстәрләргә, ныҡлы контролдә тоторға тейеш. Ил ҡеүәте – табыныбыҙҙың байлығында, йәме икмәктә икәнен барыбыҙ ҙа белә. Халҡыбыҙ юғары сифатлы икмәк ризыҡтары менән туҡланһын өсөн, бәлки, яҡын киләсәктә тирмәндәрҙең эшен юлға һалырға кәрәктер. Кемдәрҙер эшле булыр. Кешеләр сифатлы икмәк ашап ҡыуаныр. Аңлайым: фермерҙарыбыҙға еңел булмаҫ, бихисап документ йүнәтергә кәрәгер, әленән-әле тикшереп тә торорҙар. Ашаған ризыҡтарыбыҙ юғары сифатлы, эскән һыуыбыҙ таҙа икән, илебеҙ рухлы, һау-сәләмәт халҡы менән көслө булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 297

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 167

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 164

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 182

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 220

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 388

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 322

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 241

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 257

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 221

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 249

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 277