Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡуян бала тапҡан...
Һыранан бушаған быяла, ҡалай шешәләре, тәмәкеһе тартылып, һуты эселеп, туңдырмаһы ашалып бөткән ҡаптар... Теләһә ҡайҙа, айырыуса аулаҡ урындарҙа туҙышып йәки өйөлөп ятҡан, полиэтилен тоҡсайҙарға тултырылып ташланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән хәҙер ҡала халҡын ғына түгел, ауылдыҡын да ғәжәпләндерә алмайһың. Сирек быуат элек күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин булмаған хәл-күренеш ысынбарлыҡҡа әүерелде. Икенсе донъя һуғышынан һуң Европала ижад ителгән “ҡулланыу йәмғиәте”нең йөкмәткеһе йәки капитализмдың хәҙерге стадияһының ҡотолғоһоҙ юлдашы ул.

Әйтергә кәрәк, авторҙары өсөн ул әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай, сөнки Европала аҡыллы баштар унан сығыу юлдарын таба белгән. Ә бына Рәсәйҙә баҙар иҡтисадының бер кәүҙәләнеше булған “ҡулланыу йәмғиәте” барлыҡҡа килеү бөтөнләй икенсе шарттарҙа бара һәм ҡырҡыу проблемалар тыуҙыра.
Беренсенән, Ватан йәмәғәтселеге эшкәртеү сәнәғәте барлыҡҡа килтергән күп төрлө көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ойошҡан рәүештә ситкә сығарыу кеүек мәшәҡәткә әҙер булмай сыҡты. Ул сирек быуат самаһы дәүер эсендә проблеманы хәл итерлек бер ни ҙә ижад итә алманы.
Икенсенән, икенсел сеймалды эшкәртеп, ҡайтанан файҙаланыу кеүек Европа һәм Американың алға киткән мәмләкәттәре ҡулланған ысулға Ватан йәмәғәтселеге һәләтһеҙ. Эйе, алдынғы тәжрибәне ҡулланырға мөмкин, тик уға тотоноусылар ғына күренмәй. Ә инде властар күҙ төбәгән эшҡыуарҙар был тарафта әүҙемлек күрһәтергә ашыҡмай. Тимәк, етди сәбәптәре бар һәм, иң мөһиме, яңы шөғөлдөң табыш килтереү ихтималлығы тәрән шик уята.
Өсөнсө проблема тағы ла ҡатмарлыраҡ, масштаблыраҡ һәм тәрәнерәк. Белгестәр фекеренсә, йәмәғәтселектең экологик мәҙәниәте бик түбән (баҙар капитализмында йәшәп ҡарамағас ни), теләһә ҡайҙа ташланған сүп-сар, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары ошоно иҫбатлап тора. Был проблеманың да сәбәбе ябай: хатта “үҫешкән социализм” шарттарында көн итеп ҡараған йәмғиәт вәкиле, Европалағы ҡитғалашынан айырмалы, үҙен граждан итеп тоймай, уның өсөн өйөнән ситтә ниҙәр ҡылынып ятһа ла барыбер.
Тимәк, проблемаларҙың барыһы ла билдәле. Тик уларҙы нисек хәл итергә һуң? Мәҫәлән, йылдан-йыл әҙәм балаһын нығыраҡ ҡыҫырыҡлаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһе ҡырҡыулаша бара. Полигондар төҙөргә аҡса, халыҡты сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташлауҙан тыйыу өсөн ихтыяр етмәй. Аҡсаны, моғайын, тауар хаҡына ингән утилләштереү хаҡын сауҙанан махсус һалым ярҙамында алып, тейешле ойошмаларға бирергә мөмкиндер, ә бына ихтыярға килгәндә, ысынлап та, хәл ҡатмарлы. Штраф түләтеү өсөн өлгөрлөк тә, ҡәтғилек тә талап ителә. Бындай сифаттарға беҙҙә, ысынлап та, ҙур ҡытлыҡ.
Сеймалды ҡайтанан эшкәртеү өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйырға кәрәк. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын – бер һауытҡа, быялаларын – икенсегә, ҡатырғаны – өсөнсөгә... Германияла шулай эшләйҙәр, немец хатта ҡырынған лезвиеһын да йыя барып, утилгә тапшыра. Ватан йәмәғәтселегенә бындай тәртипте һеңдереп булырмы икән, бының өсөн күпме ваҡыт кәрәк? Ул бит әле, пластик шешәләр өсөн айырым контейнерҙар тороуға ҡарамаҫтан, уны дөйөм һауытҡа ташлауын дауам итә.
Кем тырыша, шул яйын таба тигәндәй, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу мәсьәләһе менән етди шөғөлләнмәй тороп, был турала гәп һатыуҙан ары китеп булмаясаҡ. Мәҫәлән, ни өсөн һыра, һут һ.б. етештереүселәрҙе бушаған һауыттарын йыйыуҙы ойошторорға мәжбүр итмәҫкә? Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ, мөхитте бысратыуға сәбәпте улар бирә бит, табышты ла мул алалар. Тегендә-бында аунап ятҡан шешәләрҙе йыйып тапшырған фәҡирҙәр өсөн аҡса эшләргә яйы сығыр ине.
Утилләштереү өлкәһендә лә ошо уҡ алымды ҡулланырға мөмкин: етештереүсе үҙе хәстәрләһен. Шул уҡ Европалағы кеүек. Ә эшҡыуарҙарға килгәндә, улар өсөн был эштә бер ниндәй ҙә файҙа күренмәй. Был синыф кешеһе ирекле, уны мәжбүр итеп эшләтеү законға ҡаршы сығыу була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521