Йәй етте ләме ни?26.03.2019
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙалана.

Быйыл Ибраһим ауылы эргәһендә урынлашҡан “Виктория” спорт-һауыҡтырыу лагерына 500 бала йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, 31 дөйөм белем биреү мәктәбендә көндөҙгө ял итеү үҙәктәре, ә 27 мәктәптә хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләйәсәк. “Йәш армиясы” лагерына ла ҙур теләк менән ял итергә килеүселәр булыр тип көтөлә. Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре балаларҙы сәйәхәттәргә, походтарға алып сығырға ниәтләнә.

Ата-әсәләр лагерҙы, сменаны үҙаллы һайлап, ялға заявка бирә ала.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика