Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Телебеҙгә битараф ҡалмайыҡ
Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Башҡорт телен дистанцион уҡытыуҙың халыҡ-ара системаһы” проектына арналған кәңәшмә үтте. Сарала Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары, милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Ришат Сабитов, вуздың башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова, “Асыҡ электрон университет” департаменты директоры Егор Яшин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының проекттар менеджеры Илдар Кинйәбулатов, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы мөдире, Башҡорт теленең машина фондын ойоштороусы Зиннур Сиражетдинов, башҡорт һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы мөдире Сәлимә Таһирова, методистар, белгестәр ҡатнашты.

“Башҡорт телен дистанцион уҡытыуҙың халыҡ-ара сис­темаһы” М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары ошо уҡ вуздың мәғлүмәт-техник идаралығы белгестәре менән берлектә төҙөлдө. Төп, телмәр һәм әүҙем үҫеш кимәлдәрен үҙ эсенә алған өс кимәлле уҡытыу системаһы республика Хөкүмәте, телсе уҡытыусылар, лингвист ғалимдар, башҡорт википедияһын төҙөүселәр һәм башҡалар тарафынан тупланды. Ресурс 2017 йылдың 1 сен­тябренән эшләй башланы. Әле 20 дәрестән торған төп курстан файҙаланыу мөмкин­леге бар. Әйткәндәй, системала бик күптәр теркәлгән. Әле бында техник-иҡтисади нигеҙ­ләү­ҙәр, проектты артабан үҫтереү стратегияһы һәм алымдары ентекле билдә­ләнгән, методистар лексик һәм грамматик материалды төҙө­гән, видеосюжеттар өсөн дөйөм сценарий, ролдәр буйынса телмәр яҙылған. Әммә аҡса етмәү сәбәпле эште дауам итеү мөмкинлеге юҡ.

Кәңәшмәне асып, Ришат Сабитов, ике проект, атап әйт­кәндә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты нигеҙендәге “Баш­ҡорт теленең милли корпусы” һәм педагогия университе­тының “Башҡорт телен дистанцион уҡытыуҙың халыҡ-ара системаһы” бөгөн республика Башлығы Хакимиәте күҙле­генән өҫтөнлөклө проекттар булып тора, шуға күрә уларҙың юғары кимәлдә төҙөлөүе шарт, тип билдәләне.

Сәлимә Таһирова курстың методикаһын һәм методо­логияһын аңлатты. Уның әйтеүенсә, методистар сит телдәрҙе, шул иҫәптән төрки телдәрҙе өйрәнеүҙең алдынғы алымдарына таянып эш итте. Егор Яшин проекттың техник яғы тураһында һөйләне. Эш барышында тыуған мәсьәлә­ләрҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын әйтеп үтте. Ул шулай уҡ Ҡоролтай белгесенең һорауҙа­рына яуап бирҙе. Әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында өр-яңы ҡорамал бар, ул продукттың сифатын бай­таҡҡа яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Сифатты күтәреү өсөн профессиональ дикторҙарҙы, актерҙарҙы йәлеп итергә кәрәк. Илдар Кинйәбулатов система­лағы проблемалар, теркәлергә теләгәндәрҙең ҡыйынлыҡҡа осрауы тураһында һөйләне.

Зиннур Сиражетдинов лексик минимумды һайлағанда башҡорт теленең һүҙлегенә таянырға тәҡдим итте. Текстар­ҙы төҙөгәндә “Башҡорт теле­нең милли корпусы”н ҡулла­нырға мөмкин. Кәңәшмәлә порталдың техник үҙенсә­лектәре, статистика мәғлүмәт­тәре тикшерелде. Белгестәр проекттың мөһимлеген билдә­ләне һәм эштең тиҙҙән дауам ителеүенә, республика Баш­лығы хакимиәте яғынан яр­ҙамға өмөт белдерҙе.


Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә