Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлайРеспубликабыҙҙа эшкәртеү сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус уҡыу йорттары байтаҡ. Улар араһында даны алыҫтарға таралғаны иһә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шундайҙарҙың береһе – Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы.
Был уҡыу йортоноң иң-иңдәр араһында булыуы уҡытыусылар коллективына, төрлө йылдарҙа эшләгән етәкселәрҙең эшмәкәрлегенә лә бәйле. Заман талаптарына яуап биргән колледж бөгөн перспективалы уҡыу йорттары исемлегендә. Уның менән яҡындан танышыу маҡсатында белем усағының етәксеһе Рита Мәҙәрик ҡыҙы СӘМИҒУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Рита Мәҙәрик ҡыҙы, билдәле булыуынса, һеҙ етәкселек иткән уҡыу йортоноң башлан­ғысы үткән быуаттың 50-се йылдарынан алып механика йүнәлешендә үҫешә...
– Эйе, ысынлап та, колледждың тарихына күҙ һалһаҡ, ул 1961 йылдан башлана. Тап шул осорҙа ул Күмертау тау-механика техникумының филиалы булып асыла, ә 1964 йылдан эшен Мәләүез аҙыҡ-түлек етештереү техникумының киске бүлеге булараҡ дауам итә. 1992 йылдан иһә уҡыу йорто — Мәләүез механика-технология техникумына, 2015 йылдан Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжына әйләнә. Бөгөн ике филиалы бар: Күгәрсен районының Мораҡ ауылында һәм Көйөргәҙе районына ҡараған Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары.
– Белеүебеҙсә, һеҙҙең колледжда техник йүнәлештәге төрлө һөнәр эйәләрен әҙерләйҙәр, шулай уҡ уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге бер нисә районда үҙ филиалы булыуы менән дә отошло.
– Бөгөн колледжда 1377 студент белем ала. Улар араһында республикабыҙ райондарынан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – Ырымбур өлкәһенән, Себер тарафтарынан, Волга буйы округтарынан килгәндәр ҙә бар. Колледж көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)”, “Һөт һәм һөт ризыҡтары техно­логияһы”, “Әсетеү һәм шарап эшләү техно­логияһы”, “Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау (тармаҡтар буйынса)”, “Ит һәм ит ризыҡтары технологияһы”, “Бина һәм ҡорамалдар төҙөү һәм эксплуатациялау”, “Һыуытҡыс-компрессор машиналарын һәм ҡорамалдарын монтажлау һәм эксплуатациялау (тармаҡтар буйынса)”, “Металл булмаған төҙөлөш конструкциялары етештереү” һөнәрҙәре буйынса студенттарға белем бирә.
Заман менән бергә атлайУҡыу йортоноң Көйөргәҙе районы Маяҡ ҡаса­баһында урынлашҡан филиалында иһә — “Умартасы”, “Тракторсы-машинист”, “Ветеринар-фельдшер”, “Машина-трактор паркын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса белгес”, Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта урынлашҡан филиалында “Иретеп йәбештереүсе”, “Һанлы мәғлүмәтте эшкәртеүсе белгес”, “Ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтеры” һөнәрҙәренә уҡыталар.
– Әлбиттә, уҡыу мөмкинлектәре, уңыштар, һөнәр эйәләрен әҙерләү буйынса эш һөҙөмтә­ләре уҡыу йортонда булдырылған шарттарға бәйле...
– Колледжда яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уҡыу аудиториялары һәм лабораториялар, оҫтахана, китапхана, заманса компьютер кластары, студенттарҙы йыл әйләнәһенә йылы аш менән тәьмин итеүсе ашхана эшләй. Ситтән килгәндәр өсөн 100 урынлыҡ ятаҡ та колледждың янында ғына. Унда йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: дәрестәрҙән һуң ял итеп алыу өсөн ял бүлмәһе бар, студенттар өсөн автомат кер йыуыу машиналары, душ кабиналары урынлаштырылған.
Спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн уҡыу йортоноң ике спорт һәм бер тренажер залы бар. Бында төрлө секциялар ойошторолған: еңел атлетика, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы һ.б. Әйтергә кәрәк, колледжда спорт менән ныҡлап шөғөлләнгән студенттар уҡый. Улар араһында Рәсәй, республика кимәлендә уҙған төрлө спорт ярыштарында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән егет һәм ҡыҙҙар бик күп.
– Ысынлап та, уңыш һәм еңеүҙәрҙең нигеҙе – уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың берҙәм тырышлығы, ә уңыштар – уҡыу йортоноң төп йөҙө. Һеҙҙең еңеү һәм уңыштарығыҙ нимәнән ғибәрәт?
– Колледж уҡытыусылары һәм студенттары Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, конференция һәм олимпиада ярыштарында әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шулар иҫәбендә 2008 йылдан башлап төрлө йылдар дауамында Мәскәү ҡалаһында уҙған Рәсәй агросәнәғәтенең “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә яуланған алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар бар. 2016 йылда “WorldSkills” конкурсында бронза миҙал һәм III дәрәжә диплом, 2017 йылда шул уҡ конкурста алтын, көмөш миҙал һәм I, II дәрәжә диплом, быйылғы йыл иһә көмөш һәм бронза миҙалдар һәм II, III дәрәжә дипломдар яуланы. 2018 йылда беҙҙең колледждың “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 ССУЗ”ы исемлегенә инеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Быйыл ғинуар айында “Комсомольская правда” гәзите ойошторған “Һөнәри белем биреү буйынса иң яҡшы уҡыу йорто-2018” конкурсының “Иң яҡшы колледж” номинацияһында Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы бишенсе урынға лайыҡ булды. “Шаг в науку” республика фәнни-ғәмәли конференцияһының йыл һайын тап ошо колледж базаһында уҙыуы ла күптән инде йолаға әйләнгән. Тырышлыҡтары өсөн студенттарыбыҙ төрлө кимәлдәге исемле стипендияларға лайыҡ була. Быйыл, мәҫәлән, 4-се курста “Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау” йүнәлешендә белем алған Владислав Лунев Рәсәй Хөкүмәтенең стипендияһына лайыҡ булды. Шуға ла колледждың йөҙө – ул беҙҙең уңыштарыбыҙ һәм һөнәри йүнәлештә еңеүҙәр яулаған тырыш студенттарыбыҙ, тип ысын күңелдән ғорурланып әйтә алабыҙ.
– Ысынлап та, төрлө төбәк, ҡала һәм район мәктәптәре балалары өсөн Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы һөнәр һайлау һәм киләсәктә уңышлы эшләү йәһә­тенән төрлө яңы мөмкинлектәр аса, шулай бит?
– Тап шулай, тип икеләнмәйенсә әйтә алам. Колледж әҙерләгән белгестәрҙе илебеҙҙең һәр төбәгендә ҡуш ҡуллап көтөп торалар. Механик һөнәренә эйә булған күпселек егеттәр Себер тарафтарында, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа, сит республикаларҙа эшләй, бина-ҡорамалдар төҙөү һәм эксплуатациялау бүлеген тамамлаусылар араһында иһә, үҙ төҙөлөш ойошмаларын асып, уңышлы эшҡыуар булып киткәндәр ҙә байтаҡ. Быйылғы сығарылыш студенттарын Златоуст, Силәбе ҡалаларында ла көтөп торалар, ундағы ойошмалар менән килешеү төҙөлә.
Уҡыу йортона республиканан ғына түгел, сит тарафтарҙан да белем алырға килеүселәр етерлек, сөнки тормошта иң кәрәкле һәм бөгөнгө заман талаптарына ярашлы һөнәрҙәргә тап ошо белем усағында эйә булырға мөмкин. Ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары иһә һәр төрлө аҙыҡ-түлек етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәте ойошмаларында эшләп йөрөй. Студенттарҙың практикаһы башлыса ҡаланың һөт-консерва комбинатында, “Пивзавод”, “Мәләүез шәкәр заводы”, “Мәләүез элеваторы”, “Мастер-А”, баш ҡалабыҙҙың “НУМИК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә үтә. Уҡыу йортон тамамлаусылар белемдәрен артабан Башҡорт дәүләт аграр университетында, Башҡорт дәүләт универси­тетының Стәрлетамаҡ филиалында камиллаштыра ала. Был уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Быйылғы йылдан Башҡортостан Республикаһы­ның Мәғариф министрлығы ярҙамында белем усағында “Төҙөлөш тармағында техниктарҙың һөнәри компетенцияһын формалаштырыуҙың дуаль моделе” темаһына инновациялы майҙансыҡ эшләй башланы. Шулай уҡ беҙ әле матди-техник базаны яҡшыртыу, тыуҙырылған шарттарҙы артабан камиллаштырыу, уҡыу корпустарын һәм дөйөм ятаҡты ремонтлау эштәрен алып барабыҙ. Тыуған яҡтарынан, әсәй ҡанаты аҫтынан айырылып сығып, беҙгә белем алырға килгән балаларға иғтибар ҙур, һәр ҡайһыһына уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ.
Шуға ла Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы, заман һулышын тойоп, бөгөнгө көн менән бергә атлай. Киләсәккә изге маҡсаттар ҡорған уҡыу йорто артабан тағы ла бейегерәк үрҙәр яулар, тип ышанабыҙ. Уҡыу-уҡытыу эштәрендә инновациялы алымдар ҡулланыу, актуаль булмаған алымдарҙан тулыһынса баш тартыу – беҙҙең төп маҡсат. Ә мәктәпте тамамлаған уҡыусылар, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау алдында тора икән, беҙҙең ишектәр улар өсөн һәр саҡ асыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519