Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беренсе түгел, ә бер сменалы мәктәптә уҡыу отошло
Беренсе түгел, ә бер сменалы мәктәптә уҡыу отошло “Улым биш йыл буйы икенсе сменала уҡып яфа сикте, уның ыҙалағанын күрһәгеҙ икән. Ислам – тәбиғәте менән “һабантурғай”, кис сәғәт нисәлә йоҡларға ятыуына ҡарамаҫтан, бик иртә уяна. Әлбиттә, дәресен әҙерләүгә лә, йорттағы бүтән төрлө эштәрҙе башҡарырға ла ваҡытын еткерә. Әммә сәғәт 1-ҙән һуң мәктәпкә бармау өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине. Икенсе сменалағы уҡыуҙы баламдың ихтыяр көсөнә ҡаршы килеү тип ҡабул иттем. Әле лә, ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡытыу төштән һуң да бара икән тип ишетелеп ҡала. Уны бер сменала ғына ойошторорға булмаймы?” – тип яҙа хат авторы.
Әлбиттә, бәкәлгә һуҡҡан ошо проблема республика етәкселегенең даими күҙәтеүендә, мәктәптәрҙе бер сменаға күсереү эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла, ул – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Хәйер, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә тиккә генә был мәсьәләгә айырым туҡталманы.
– Мәғарифҡа идара итеүҙә ил Хөкүмәте дүрт төп йүнәлеште билдәләне. Беренсеһе – заманса мәктәп мөхите тыуҙырыу. Мәктәптәрҙе тейешенсә йыһазландырып һәм инфраструктура менән тәьмин итеп төҙөргә кәрәк. 2020 йылға республикала яңы объекттар һалыу, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау, капиталь төҙөкләндереү иҫәбенә 26 меңдән ашыу уҡыу урыны булдырыу бурысы тора, 2025 йылға балаларҙың барыһы ла бер сменала уҡырға тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең йөкмәткеле сығышында.
Психологтар иҫбат итеүенсә, әҙәм балаһының эшкә һәләтлелеге һәм теләге, айырыуса үҫеп килеүсе йәш быуындыҡы, төштән һуңға ҡарағанда, иртәнге сәғәттәрҙә күпкә юғары. Был осорҙа һәр кем үҙен үтә теремек тоя, төрлө идеялар менән яна, киләсәккә маҡсаттар билдә­ләгәндә лә теүәл һәм әүҙем. Төштән һуң иһә хеҙмәттә һүлпәнлек күҙәтелә, хатта ошо арауыҡты ҡайһы берәүҙәр ҡояш байырға әҙерләнеү менән дә сағыш­тырыусан.
– Ғәҙәттә, бәләкәйҙән баланы киске сәғәт ундар тирәһендә йоҡларға һалыу һәм иртә менән уятыу тәртибе йәшәй, быны тормош беҙҙән талап итә, – ти балалар психологы Гөлиә Мәхмүтова. – Әгәр улай түгел икән, атай-әсәй – эшкә, ә улы йәки ҡыҙы балалар баҡсаһына һуңлаясаҡ. Тәүгеһенең бигерәк тә насар тамамланыуы ихтимал. Ошо балалар баҡсаһынан һуң ул бүтән бер ҡайҙа ла түгел, ә тура мәктәпкә атлап инә. Ярай, унда ла иртәнсәк уҡырға барһа, бик тә хуп. Ҡайһы бер белем усаҡтарында уҡыусы баланың икенсе сменала, тимәк, төштән һуң уҡыуы уның өсөн ауыр йөк һанала. Был ғәмәлдә дөрөҫлөккә тап килә.
Ул бер нисә ай һуҙымында 100 баланың ҡылыҡ-холоғон яҡындан өйрәнгән: бер өҫтәлдә туҡланған, уйнаған, тәбиғәткә сыҡҡан, хатта бер бүлмәлә йоҡлаған, ҡыҫҡаһы, улар тормошона ҡыҫылып инеп, урталарында ҡайнап йәшәгән. Ҡояш арҡан оҙонлоғо күтәрелгәнсе иҙерәп йоҡларға яратҡан икәүҙе иҫәпкә алмағанда, бүтән тиҫтерҙәре иртә тороу яҡлы булған. Был – бер.
Икенсенән, балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ла оноторға ярамай. Көндәлек тормоштан ябай ғына миҫал. Иртән ата-әсәһе менән бергә балалары ла, өйҙөң ишеген бикләп, төрлөһө төрлө яҡҡа сығып китә. Был осраҡта өлкәндәргә борсолорға урын юҡ, ғәзиз кешеләре ышаныслы урында булғас, күңелдәре тыныс. Юғиһә, үҙҙәре – эштә, ә балалары өйҙә яңғыҙы ҡалған саҡта, ҡасан йоҡонан торҙолар, нимә ашанылар, мәктәпкә һуңламанылармы, тышҡа сыҡҡанда ишекте бикләнеләрме икән, тип мейеләрен мең һорау быраулаясаҡ. Өҫтәүенә, ҡараңғыла йөрөү бигерәк тә хәүефле (бөтәһенең дә ҡаршы алырға мөмкинлеге лә сикләнгән).
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Фаягөл Хасбуллина, башланғыс кластарҙы һанамағанда, ете йыл буйы төштән һуң уҡыған.
“Һөйрәлә-һөйрәлә сәғәт 2-се яртыла мәктәпкә китә торғайным, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Уның ҡарауы, туйғансы йоҡлайһың. Әгәр быға хәтлем таҙа класҡа аяҡ баҫһаҡ, икенсе сменала уҡый башлағандан алып үҙебеҙҙе йыйыш­тырылмаған өйҙә кеүек хис итә торғайныҡ. Парталар ҡыйыш-мыйыш ултыра, аҫтары тулы ҡағыҙ – унда нимә генә юҡ! Ә иҙәндең бысраҡлығы хаҡында телгә алыу артыҡ. Шунда уҡ уҡыу кәйефе юҡҡа сыға, күңел төшә лә ҡуя. Өлкән кластарҙа иһә, был беҙгә ҡағылмаһа ла, әхирәтем менән тиҙ генә йыйыштырып ала торғайныҡ кабинетты”.
Фаягөл Хасбуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, кискә ҡарай сатлама һыуыҡтар ҡурҡытыуы етмәгән, урамдың ҡараңғы­лығы ла үҙәккә үткән. Ауыл ҙур, ә эңер төшкәс, урамда кемдәр генә эт һуғарып йөрөмәй! Өҫтәүенә, уҡытыусыларҙың күпме генә үтенеүенә ҡарамаҫтан, ауылдаштарының уҫал эттәрен сынйырҙан иртә ысҡындырыуы тамам йөҙәткән. Дүрт аяҡлы дуҫтарҙан сумка ярҙамында ғына ҡотолоу мөмкин дә түгел, шуға күрә абзыйы дубинкаға оҡшаған имән таяғы әҙерләп биргәне хәтерендә. Ул күп осраҡта бәләнән ҡурсалаған.
Өсөнсөнән, белем биреү учреждениеларында барлыҡ түңәрәктәр һәм секциялар төштән һуң үткәрелә. Әйтәйек, бындай осраҡта малайҙар – бокс, каратэ, самбо ише спорт секцияларынан, ә ҡыҙҙар сигеү-бәйләү кеүек ҡул эштәренә өйрәнеүҙән мәхрүм буласаҡ. Кемгә нисектер, миңә иһә баланы мәктәп йылдарында һәр йәһәттән дә үҫтереү сараһын күреү зарур. Был һис кенә лә уны артыҡ йөк менән күмеү тигәнде аңлатмай. Һуңынан һеҙгә бындай хәстәрлегең өсөн рәхмәт кенә уҡыясаҡ, иманым камил.
Шәхсән үҙебеҙгә килгәндә, студент ҡыҙым да, әле мәктәптә уҡып йөрөгәне лә, беренсе сменала уҡығанлыҡтан, һәр ваҡыт төштән һуң күп түңәрәктәрҙә шөғөл­ләнде, мәктәп тормошондағы бүтән төрлө сараларҙа ҡатнашты. Әгәр ҙә икенсе сменала уҡыһалар, бейеү, драма түңәрәк­тәрен, бүтән төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙы күрмәҫ тә, белмәҫ тә ине. Һәр береһе бер нисә көнгә, хатта аҙнаға алдан график төҙөгән. Иң мөһиме, исемлектәге һәр пункт теүәл үтәлә. Әлбиттә, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Белеүемсә, төштән һуң уҡығандар ҙа бөтә ергә лә өлгөрә. Икенсе сменала уҡыу алымы тарҡаулыҡҡа юл аса тиһәләр ҙә, минеңсә, был осраҡта көн тәртибен саҡ ҡына үҙгәртһәң, барыһы ла үҙенең урынына ултырасаҡ.
Мәғариф ветераны Мәфтуха Камалетдинова фекеренсә, икенсе сменала дәрес биреү финанс яғынан яҡшы булһа ла, уның һаулыҡҡа зыяны ныҡ ҙур. Йәш саҡта нисек тә түҙәһең, ә бына өлкәнәйә килә арыта, таушалыу үҙен һиҙҙертә башлай. “Иртәнсәк дәрт ташып торһа, төштән һуң “ваҡытты үлтереү” өсөн төрлө хәйлә уйлап табаһың”, – тип ысынбарлыҡты асып һал­ды ул. Йәшерен-батырын түгел, мөғәл­лимгә өҫтәмә сәғәттәр алыу хеҙмәт хаҡына туранан-тура бәйле. Бөгөн аҙнаһына 18 сәғәт дәрес биргән уҡытыусы бармаҡ менән генә һанарлыҡ икәнен беләм. Улары иһә үҙ һөнәре буйынса түгел, ә бүтән эш менән мәшғүл. Шуға күрә лә артыҡ сәғәттәр алырға атлығып тормайҙар.
– Ҡыңғырау шылтырағас, инде генә дәрескә инеп ултырһаҡ, йыйыштырыусы апайыбыҙ килеп инә лә күнәктәге һыуын тас та тос килтереп иҙән йыуа башлай, – ти бер нисә йыл икенсе сменала һабаҡ алған күршем. – Бындай ваҡытта бөтә иғтибарыбыҙ ауылдашыбыҙҙа – нисек кейенгән, сепрәкте нисек һыға һәм башҡалар, хатта уҡытыусы менән ауыл хәлдәрен һөйләшкәненә тиклем ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Шул тиклем мәрәкә. Баҡтиһәң, беҙ бер ниндәй яңылыҡты ла белмәйбеҙ икән. Ғәйбәт ебе берәй ҡыҙ йәки малайҙың ата-әсәһе йә туғандары тирәһенә барып етһә, был икәү шыбырлауға күсә.
Ысынлап та, республика етәкселегенең был тәңгәлдә саң ҡағыуы ваҡытлы. Илебеҙҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда төҙөлөш киң ҡолас йәйгәндә, борсолорға урын юҡ. Шуға беҙ шаһит: торлаҡ йорттар йылдам ҡалҡа, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәҙәниәт усаҡтары файҙа­ланыуға тапшырыла, фельдшер-акушер­лыҡ пункттары төҙөлә, айырыуса Белем көнөндә белем усаҡтарының ишектәрен асыуы шатлыҡлы. Тиҙҙән бөтә мәктәп­тәрҙең дә бер сменалыға әйләнеүенә бер ниндәй ҙә шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 572

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 163

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 601

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 143

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 318

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 117

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 185

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 173

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 144

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 118

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 133

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 238