Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижади конкурстар ижади шәхес тәрбиәләйме?
Ижади конкурстар ижади шәхес тәрбиәләйме?Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙә төрлө йүнәлештәге конкурстар шул тиклем күбәйҙе. Айырыуса интернет-конкурстар киң таралды. Береһендә ҡатнашып өлгөрмәйһең, икенсеһе башлана... Улар араһында ижади конкурстар ҙа етәрлек. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн бөтә ыңғай шарттар бар кеүек...
Әммә утыҙ йыл уҡытыусы булып эшләү осоронда шуныһына иғтибар итәм: фәнни һәм ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаш­ҡандарҙың береһе лә ни өсөндөр ғалим йәки ижади шәхес булып китмәй. Киреһенсә, ундай сараларҙан бөтөнләй ситтә торған уҡыусылар аспирантураға инә, фән кандидаттары булып китә йәки ниндәйҙер бер ижади өлкәлә танылыу яулай. Әлбиттә, бөтә мәктәптәр өсөн дә яуап бирә алмайым. Бәлки, фекерҙәремде хупламаған уҡы­тыусылар ҙа булыр. Һүҙем бары тик фәнни һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашыусылар хаҡында, мәктәптең башҡа сараларында әүҙемлек күрһәткән уҡыусылар күҙ уңында тотолмай.
Ошондай һорау тыуа: ижади конкурстар, ысынлап та, ижади шәхес тәрбиәләйме? Әллә киреһенсәме?.. Башта ижади шәхескә хас булған сифаттарҙы һәм ундайҙарҙың ғәҙәти кешеләрҙән нимәһе менән айырылыуын асыҡлайыҡ. Ошоларҙан һуң конкурстарҙың ижади һәләткә ниндәй йоғонто яһағанлығын аңлап булыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, ижади шәхескә хас сифаттарҙың береһе – уларҙың эшкә ҡарата мөнәсәбәте. Ижади шәхестәр бер төрлө генә түгел: улар, тәү сиратта, эш барышынан ҡәнәғәтлек кисерә, ә ғәҙәти кешеләр – эш һөҙөмтәһенән.
Бала үҫә төшкәс тә ижади кеше булып ҡалһын өсөн, уның уйынға мөнәсәбәтен һаҡларға, ошо мөнәсәбәтте аҡрынлап эш барышына күсерергә ярҙам итергә кәрәк. Был иһә балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе һәм шәхес тәрбиәләүсе бөтә педагогтарҙың да төп бурысы. Ә ошо матур һәм яуаплы бурыстың берҙән-бер дөрөҫ юлы – баланың тәбиғи торошон һаҡлау. Бының өсөн нимә талап ителә? Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ... Беренсе сиратта, уҡыусыларҙың тәбиғи һәләттәрен асыу һәм шуға ярашлы һөнәр һайларға булышлыҡ итеү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыу, сөнки яратҡан һөнәрен һайлаған кеше генә үҙенең хеҙмәтенән, эш барышынан ҡәнәғәт була. Шул саҡта ғына уларҙың тырышлығы ысын мәғәнәһендә ижадҡа әүерелә. Көн һайын иртән дәртләнеп эшкә барасаҡтар, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп эштән ҡайтасаҡтар һәм шул тойғоноң тәмен татыу өсөн ижад итәсәктәр. Шуны ла билдәләргә кәрәк: ижад кешеләре үҙҙәренең яратҡан эше менән шөғөлләнеү өсөн күп нәмәнән баш тартырға ла мөмкин. Хатта тыуған иленән дә... Яратып башҡарылған эштең һөҙөмтәһе лә сифатлы була бит ул. Ижад кешеһе үҙенең хеҙмәте менән кешеләрҙе лә ҡыуандырғыһы килә. Әгәр ҙә башҡа кешеләр уның ижад емешен яратып ҡабул итә икән – ижадсы икеләтә бәхетле.
Ижади шәхестәрҙең тағы ла бер мөһим сифаты: улар эш барышын ашыҡтырмай, киреһенсә, оҙаҡҡараҡ һуҙырға тырыша. Ни өсөн? Беренсенән, улар үҙҙәренең ижадын йәки эҙләнеү-тикшеренеүҙәрен төрлө яҡлап иҫбатлап, камил итеп башҡарырға ярата. Икенсенән, эш барышынан алған ҡәнәғәтлекте, ләззәт тойғоһон оҙаҡҡараҡ һуҙғылары килә. Был иһә ижад өсөн ыңғай күренеш кенә буласаҡ. Ошо урында күренекле педагог һәм философ Джон Дьюиҙың, ижад барышы ни тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙыла, уның һөҙөмтәһе лә шул тиклем сифатлыраҡ һәм камилыраҡ була, тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү урынлы. Ғалимдың әйткәндәре менән ғүмерен фәнгә һәм ижадҡа бағышлаған бөтә кешеләр ҙә килешер тип уйлайым.
Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, тарихыбыҙҙа тәрән эҙ ҡалдырған билдәле шәхестәрҙең ижадына иғтибар итәйек. Чарльз Дарвин үҙенең “Тәбиғи һайланыш...” исемле данлыҡлы хеҙмәте өҫтөндә егерме ике йыл эшләгән. Был хеҙмәтен артабан да дауам итергә уйлай, тик тағы бер натуралистың шул өлкәлә эшләүен ишетеп кенә, үҙенең китабын баҫтырырға ашыға. Милли әҙәбиәтебеҙгә күҙ һалһаҡ, мәшһүр яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшина “Ырғыҙ” романын ун алты йыл яҙа. Ә әҫәренең бит, ысынлап та, һәр бүлеге, һәр һөйләме камил! Һәм әгәр ҙә бөгөн миңә башҡорт әҙәбиәтендәге иң яҡшы биш романды атағыҙ тиһәләр, уларҙың береһе тап “Ырғыҙ” булыр ине. Үтә лә ауыр тормош юлы үткән яҙыусы өсөн был әҫәр өҫтөндә эшләү мәлдәре ифрат бәхетле осор булғандыр, тип әйтергә мөмкин...
Бына, миҫалға, үҙемдең эш тәжрибәмдән дә бер ваҡиға. Мәктәптә уҡыған бер үҫмер радиотехниканы бик яратты. Ниндәйҙер аппаратура өҫтөндә эшләгәнен белеп ҡалғас, уның ҡасан әҙер буласағы менән ҡыҙыҡһындым. Ә уҡыусым: “Микросхемалар менән булышыу шул тиклем оҡшай, шуға ашыҡмайым әле. Бәлки, бер йылдан һуң ғына әҙер булыр”, – тине. Ул, физика фәне йүнәлешен һайлап, юғары уҡыу йортон тамамланы, аспирантурала уҡып йөрөй. Ә бит мәктәптә уҡыған йылдарында бер ниндәй фәнни конкурста ла ҡатнаш­мағайны...
Ә хәҙер ғәҙәти кешеләр хаҡында... Ғәҙәти тип атау, бәлки, килешеп тә етмәҫ. Әммә беҙҙең телдә урынлы итеп ошо һүҙҙе ҡулланырға мөмкин. Әйтәйек, Америка психологы Абрахам Маслоу уларҙы “уртаса статистик кеше” тип атаған. Был осраҡта ғәҙәти тиеүем кешеләрҙе кәмһетеү йәки түбән ҡуйыу өсөн түгел. Ундайҙар араһында ла юғары вазифа биләгәндәр, бизнес өлкәһендә уңышҡа өлгәшкәндәр, тырышып донъя көткәндәр һәм эшһеҙ йөрөгәндәр ҙә етәрлек.
Ижадсыларҙан айырмалы, ғәҙәти кешеләрҙең эшкә булған мөнәсәбәттәренә килһәк, бөтәһе лә киреһенсә: улар, башлыса, эш һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтлек кисерә. Уларҙы, беренсе сиратта, ҙур эш хаҡы, яҡшы премиялар, ниндәйҙер почетлы исемдәр һәм маҡтау грамоталары һәм башҡалар ҡыҙыҡһындыра, эш барышынан артыҡ ҡәнәғәтлек кисермәйҙәр, хатта ҡайһы берҙәре уны ниндәйҙер яза булараҡ та ҡабул итергә мөмкин. Юғары эш хаҡы өсөн бер эштән китеп, икенсеһенә күсә алалар. Уларҙы эштең оҙаҡҡа һуҙылыуы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, киреһенсә, тиҙерәк тамамлауҙы маҡсат итеп ҡуялар, сөнки ундайҙар тормошта “ваҡыт – ул аҡса” девизы менән йәшәй.
Йәнә лә төп һорау: ижади конкурстар балаларға нисек тәьҫир итә? Башта уларҙың талаптарына иғтибар итеү урынлы булыр. Дөйөм талап буйынса, конкурстар, беренсенән, билдәле ваҡыт эсендә башҡарылырға тейеш; икенсенән, эштәрҙе тәғәйен комиссия ҡарай, һәм улар халыҡ хөкөмөнә сығарылмай; өсөнсөнән, бөтә конкурстарҙа ла еңеүселәргә урындар һәм бүләктәр бирелә. Ғөмүмән, конкурс талаптарын тәнҡитләргә йыйынмайым. Бурысым – был талаптарҙың һәләтле балаларға тәьҫирен асыҡлау.
Ижади һәләтле булып формалашып килгән балаларҙы мәктәптә йыш ҡына төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Әйтәйек, ниндәйҙер уҡыусы кисә генә бер конкурста ҡатнашһа, бөгөн икенсеһенә киткән булып сыға. Ғөмүмән, һәләтле уҡыусыларҙы тулыһынса шул конкурстарға “сумдыралар”... Әлбиттә, улар йыш ҡына призлы урындарға лайыҡ була, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Һәм... бына ошонан башлана ла инде...
Уларҙы башта мәктәп хакимиәте йыйылыш-линейкала тәбрикләй, күп осраҡта еңеүселәргә аҡса һалынған “конверт” та бирелә. Артабан бөтә мәктәп уларҙы ҡотлап алҡышлай, класс етәксеһе тиҫтерҙәре алдында маҡтап ебәрә, класташтары уларға ҡарап һоҡлана, кемеһелер көнләшеп тә ҡуя. Өйҙә баланың ата-әсәһе ҡыуанышып, ниндәйҙер бүләк алып бирә... Әлбиттә, уҡыусыларға бындай маҡтауҙар оҡшай, һәм улар иғтибарҙы артабан да тойғолары килә. Ә бит был осорҙа балаларҙың ижади психикаһы әле нығынмаған була. Ғәҙәттә, ул 18–20 йәштәрҙә нығына, ҡайһы берәүҙәрҙә хатта 30 йәшкә тиклем дауам итергә мөмкин. Шул рәүешле ижадилыҡ сифаттары нығынып та өлгөрмәгән балаларҙың психикаһы тиҙ үҙгәрә: улар яйлап эш һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтлек ала башлай. Ижади эш барышынан бәхет тойғоһо кисереү яйлап ҡына үҙгәрә һәм бөтөнләй юҡҡа сығыуы ла бар...
Ғөмүмән, бөгөн үткәрелгән һанһыҙ конкурстар ваҡытында береһе лә ижад барышынан ҡәнәғәтлек тапмайҙыр ул, сөнки конкурс – ул ярыш, бөтәһен дә билдәле ваҡытта эшләп тапшырырға кәрәк. Йыш ҡына конкурстар бер-ике аҙна алдан ғына билдәле була, бик һирәктәре хаҡында ярты йыл алдан хәбәр ителә. Бына шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ниндәй бала ижадтың тәмен татып өлгөрә һуң? Ҡабаландыралар, ашыҡтыралар. Ваҡытында өлгөртмәһәң, эшеңде ҡабул итмәйәсәктәр, шуға йыш ҡына уҡытыусыларға конкурс эшен үҙҙәренә лә башҡарырға тура килә. Ә бит әйткәнемсә, ижад кешеләренең бер мөһим сифаты – ул эш барышын оҙаҡҡараҡ һуҙырға тырышыу... Күреүебеҙсә, конкурстар бындай сифатты бөтөнләй тәрбиәләй алмай...
Тағы бер мөһим дәлил. Билдәле, ижади эштәрҙе һәр ваҡыт ниндәйҙер комиссия тикшерә. Йәнә лә конкурста ҡатнашыусылар комиссияға оҡшауҙы маҡсат итеп ҡуя, сөнки урындарҙы улар билдәләй. Йәшерен-батырыны юҡ, йыш ҡына уларға оҡшауҙың башҡа юлдарын да табалар. Ошонан сығып, уҡыусы балаларҙың ижад итеү, ғилми эш менән шөғөлләнеү ниндәйҙер баһа алыу йәки комиссия өсөн генә кәрәк, тип уйлауы ихтимал. Ә башҡа кешеләр өсөн файҙалы булырға тейеш тигән ҡараш бөтөнләй формалаша алмай ҡалыуы ихтимал...
Тимәк, конкурстар балаларҙа ижади шәхес тәрбиәләмәй, киреһенсә, ижади балаларҙан ғәҙәти кешеләр яһай. Яңы формалаша башлаған балаларҙы ярыштарҙа йыш ҡатнаштырыуҙың һөҙөмтәһе шулай, минеңсә. Бәлки, бөтәһенә лә ҡағылып бөтмәйҙер... Конкурста ҡатнашыусыларҙың араһында ижади йүнәлештәрен һаҡлап ҡалғандар ҙа булырға мөмкин. Тик уларҙа шундай шартлы рефлекс барлыҡҡа килә: улар бары тик ниндәйҙер конкурс иғлан ителгән осраҡта ғына ижад итә. Ә башҡа ваҡытта ғәҙәти кешегә әйләнә. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡулға эйәләштерелгән ижад барлыҡҡа килә.
Шулай ҙа ундай ижадтың емеше артыҡ ”тәмле” булмай. Мәҫәлән, бөтәбеҙгә лә таныш музыка өлкәһен генә алайыҡ. Беҙҙең илдә йыл һайын йыр буйынса бик күп конкурс үткәрелә. Һәр конкурста кемгәлер беренсе урын бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың йырҙары халыҡ араһында оҙаҡ йәшәмәй, хатта күптәрен белмәй ҙә ҡалабыҙ, сөнки йырҙар, беренсе сиратта, халыҡ өсөн түгел, ә урындарҙы билдәләгән “абруйлы” баһалаусыларға оҡшау өсөн генә ижад ителә кеүек. Ә бынан утыҙ йыл самаһы элек йәшәгән һәм ижад иткән рок йырсыһы легендар Виктор Цойҙың йырҙарын бөгөн ололар ғына түгел, мәктәп уҡыусыһы ла белә тиерлек. Ә бит Цой Рәсәй кимәлендәге бер конкурста ла ҡатнашмаған. Бары тик халыҡ араһында популяр булып киткәс кенә, уға ҙур сәхнәгә сығырға рөхсәт бирҙеләр.
Ни өсөн бөгөн белем биреү систе­маһында конкурстар күбәйеп китте? Сөнки мәктәптәрҙә уларға ихтыяж артты, йәғни уҡытыусыларға юғары категория кәрәк, улар конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ яҡшы премия өсөн дә “балл” талап ителә; уҡыусылар иһә маҡтау ҡағыҙҙары менән портфолио тултыра... Юғары уҡыу йорттарына ингәндә кәрәк була, имеш. Директорҙар ҙа, әлбиттә, мәктәптәренең күрһәткестәр буйынса районда берен­селәрҙән булыуын теләй. Ә конкурстарҙы ойоштороусылар иһә бына ошоларҙы ҡәнәғәтләндереп, күптәре бер ыңғайҙа аҡса ла эшләй. Ошо урында тағы ла Джон Дьюиҙың “Фекерләү психологияһы һәм педагогикаһы” хеҙмәтенән “мәктәптәр саманан тыш күрһәткестәр менән мауыға башлаһа, балаларҙың һәләтен үҫтереү икенсе планға күсә” тигән фекерен иҫкә төшөрәм...
Әлбиттә, мәктәптәр күрһәткестәр өҫтөндә эшләргә тейеш, быға ҡаршы түгелмен, сөнки уларға бөгөнгө конкуренция осоронда балаларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн яҡшы рейтинг кәрәк. Тик хәҙерге заманда белем биреү системаһында күрһәткестәр менән эш итеү алымы туранан-тура сәнәғәт өлкәһенән күсерелгән. Мәҫәлән, аяҡ кейеме фабрикаһының бөгөнгө эш барышына – тауарҙың сифатына, йылына күпме етештерелеүенә һәм һатылыуына, күпме килем алыныуына ҡарап һәм баһа биреп, башҡалары менән сағыштырырға мөмкин, сөнки улар бөгөнгө көн өсөн етештерәләр. Ә мәктәптәр бит киләсәк өсөн эшләй. Уҡытыусыларҙың хеҙмәте “себеште көҙ һанайҙар” тигән халыҡ мәҡәленә тап килә, шуға күрә лә мәктәптәрҙең бөгөнгө эшенә ҡарап ҡына, уларҙың белем һәм тәрбиә биреү сифатын билдәләп булмай. Уны билдәләү өсөн уҡыуҙы тамамлаған уҡыусыларҙың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәрҙе лә өҫтәргә кәрәк. Әйтәйек, һуңғы ун йыл эсендә мәктәпте тамамлағандарҙың нисәүһе уҡыу йорттарына ингән һәм нисәүһе уҡып бөтә алмаған, нисәүһе үҙе һайлаған һөнәр буйынса эшләй, нисәүһе эшләмәй, нисәүһе аспирантурала уҡый, нисә кеше фән кандидаты һәм фән докторы булып киткән йәки ижади шәхес булып танылған; йәнә нисәүһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, нисәүһе төрмәлә ултыра һәм башҡалар – бөтәһе лә иҫәпкә алынырға тейеш.
Ошо урында гәзит уҡыусылар: “Быларҙы ни өсөн яҙҙың? Мәктәптәрҙә конкурстар булмаһын, тип әйтергә уйлайһыңмы әллә?” – тип һорар... Юҡ, әлбиттә, ундай фекерҙе әйтергә йыйынмайым – мәктәптәрҙә конкурстар булырға тейеш. Тик ижади балалар менән шөғөлләнеүсе уҡытыусыларға шуны еткергем килә: ижади шәхес булып формалашып килгән балаларҙы төрлө һанһыҙ конкурстарҙан һаҡларға тырышығыҙ һәм талап ителгән күрһәткестәр өсөн ярышыу ҡоралына әйләндермәгеҙ. Сифаттарының формалашып бөтөүенә ирек бирегеҙ һәм күберәк ыңғай шарттар тыуҙырығыҙ. Килер бер көн, улар, ысынлап та, ысын мәғәнәһендә ижади шәхес булып танылыр. Шул ваҡытта, әйҙә, рәхәтләнеп төрлө конкурстарҙа ҡатнашһындар, шул ваҡытта ғына ижади һәләттәре камил булып үҫешер балалар өсөн бер ниндәй ҙә зыяны булмаҫ. Иң мөһиме – үҙҙәре яратҡан, яҡын күргән төрлө өлкәләрҙә асыш яһарҙар, тыуған илебеҙгә баһалап бөткөһөҙ файҙа килтерерҙәр һәм, әлбиттә, мәктәбегеҙҙең дә рейтингы күтәрелер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523