Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи сынығыуға әҙерлек кимәле нисек?
Сибай ҡалаһының “Ләйсән” балалар баҡсаһында дөрөҫ тәрбиә ололарҙы ихтирам итеүҙән башланғанын яҡшы беләләр. Ысынлап та, боронғо философ Менандр ҙа “ҡартлыҡтан көлмә, һин уға бараһың бит” тип юҡҡа ғына әйтмәгән. “Ләйсән”дә иң оло ихтирам – олатай һәм өләсәйҙәргә. Башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса, ололарҙың урыны һәр саҡ түрҙә булған, үҙ сиратында улары ла үҙ дәрәжәһен төшөрмәҫкә тырышып, балалар алдында тыйнаҡлыҡ күрһәткән. “Нисек кенә булмаһын, баланың үҙенсәлекле булып үҫеүе, холоҡ-фиғеле, әхлаҡ нигеҙҙәрен үҙләштереүе ғаиләнән башлана”, – ти тәрбиәсе Әлиә Абдулова һәм миҫалға күренекле француз психологы Р. Заззоның, кеше бала сағында уҡ ата-бабаларынан алған мираҫ арҡаһында үҙ мөхитен булдыра, мөхит иһә әҙәм балаһына үҙ асылын табырға ярҙам итә, тигән тәрән мәғәнәле күҙәтеүен телгә ала.


Өфө ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Мансур Абдуллин исемендәге 109-сы мәктәбе – туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса Орджоникидзе районында база Мәғариф учреждениеһы. Уҡытыусылар коллективы Шәжәрә байрамдары, ата-әсәләр ҡатнашлығында ғаилә ҡиммәттәре дәрестәре үткәреүгә ҙур әһәмиәт бирә. Иң мөһиме – сараларҙы әҙерләүҙә төп ауырлыҡты уҡыусылар күтәрә, мәғлүмәттәр әҙерләй. Ошондай саралар барышында күпселек ата-әсәләрҙең үҙҙәренең ата-бабаларын белмәүе асыҡланған.
Былтыр баш ҡалабыҙҙа белем биреүҙең дәүләт стандарттарын этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып камиллаштырыу буйынса Бөтә Рәсәй семинары үтте. Стандарттың мәктәпкәсә өлөшө физик яҡтан үҫешкән, мәҙәни-гигиена һәләттәре булған, әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралаша белгән, үҙ тәртибенә хужа булған, йәшенә күрә аҡыл һәм шәхси бурыстарын хәл итергә һәләтле бала тәрбиәләү бурысын ҡуя. Фаразланыуынса, 2018 йылда барлыҡ мәктәптәр ҙә яңы ҡағиҙәләр буйынса эш итергә бурыслы. Талап шундай: уҡытыуҙың үҙәге һәм йөкмәткеһе булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә. Тәрбиә йәһәтенән Федерацияның һәр субъектына үҙ программаһын ҡабул итеп, унда хеҙмәт, илһөйәрлек, ғаилә тәрбиәһе айырым билдәләнеүе мотлаҡ. Элекке пионервожатый вазифаһын тергеҙеү ҙә күҙ уңында тотола.
Социаль ҡоролоштоң киҫкенләшеүе, элек Советтар Союзын тотоп торған әхлаҡи ҡиммәттәрҙең күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыға башлауы тәрбиә мәсьәләһен көн үҙәгенә ҡуйҙы. Дәүләт Думаһы депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин: “... Мәктәптә ижади башланғысты әүҙем үҫтерергә кәрәк, уҡыусылар киләсәктә үҙаллы фекер йөрөтөргә, шәхсән һәм төркөмдә эшләргә, ҡалыплашмаған мәсьәләләрҙе хәл итергә, алдына маҡсат ҡуйып, уға өлгәшергә өйрәнергә бурыслы”, – тине.
Ҡатмарлы мәсьәлә. Ил башлығының телмәрен ижад итеүселәрҙең ҡайһы илдәрҙең педагогик мираҫына мөрәжәғәт итеүҙәре күҙгә бәрелеп тора. Финляндияла, мәҫәлән, үҙаллы фекер йөрөтөргә башланғыс кластарҙа уҡ өйрәтә башлайҙар. Шәхсән һәм төркөмдә эшләү – япон мәктәбе алдына ҡуйылған төп талаптарҙың береһе. Әйткәндәй, 2015 йылдың көҙөндә Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында тәрбиә темаһы етди күтәрелеп, унда, белем хәҙерге дәүерҙә тотороҡло түгел, иң мөһиме – балаларҙың яҡшы граждандар булыу үҫеүенә өлгәшеү, тигән теләк белдерелде. Ата-әсәләр милли ассоциацияһының яуаплы сәркәтибе Алексей Гусев та ваҡытлы матбуғатта ата-әсәләрҙең Рәсәй уҡытыусылары хәрәкәте нигеҙендә мәктәптәргә индереләсәк яңы тәрбиә технологияларына (эйе, “алым” йәки “ысул” түгел – М.Х.) өмөт бағлауы хаҡында әйтте.
Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ти халыҡ. Педагог-психолог О. Ғәлләмова раҫлауынса, барыһы ла ғаилә тәрбиәһенә бәйле. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, атайҙарҙың балаларға талапсанлығы етмәй – 39,1, гиперпротекция (ботлау) – 30,4, көс еткеһеҙ талаптар ҡуйыу 15,5 процент тәшкил итә. Әсәләр төркөмөндә был мәғлүмәт түбәндәгесә: 56, 12 һәм язаһыҙ ҡалдырыу 32 процент. Балаларға ҡарата маҡтау һүҙен йәлләргә ярамай, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре ғорурлана алырлыҡ эштәр ҡылырға мөмкинлек бирергә, тойғоларҙы белдереп бармаҫҡа кәңәш ителә.
Яйы сыҡҡан һайын тәрбиә мәсьәләһенә мөнәсәбәтен Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева ла еткерә килә. Балаларҙың ҡанһыҙлығы – ата-әсәләрҙән, ти ул. Мөхит тә шуға этәрә, ә бит элек улай түгел ине. Хәҙер “яҡшы” һәм “яман”, “игелек” һәм “яуызлыҡ” төшөнсәләре айырылмай. Башҡортостан Мәғариф министрлығының йәмәғәт­селек өсөн әҙерләгән докладынан күренеүенсә, үҫмерҙәр араһында урлашыу, машина ҡыуып алып китеү, кешене имгәтеү, туҡмау, үлтереү менән янау кеүек кире күренештәр осрай. 2010 – 2015 йылдарҙа бәлиғ булмағандар араһында тер­кәлгән енәйәт ҡылыу осраҡтары 1 865-тән 1 195-кә тиклем кәмегән, ә бына өлкәндәр тарафынан балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр, киреһенсә, артҡан. Мәҫәлән, өс ата-әсә үҙ балаһын үлтергән, енси енәйәттәр хатта 252-гә еткән. Бәлиғ булма­ғандар менән енси бәйләнешкә инеү 87,3 процентҡа күбәйгән.
Республикала үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ла таралған күренешкә әүерелеп бара. Башҡортостан Волга буйы федераль округында – 2-се, Рәсәйҙә 19-сы урынды биләй. Был күренештең сәбәбен балалар психологы Гөлнара Ҡарасурина, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтәләр, ә атай-әсәй булырға – юҡ, тип аңлата. Психологтың фекеренсә, быға бала тыумаҫ борон уҡ әҙерләнергә, бәлки, ҡатын-ҡыҙ консультациялары ҡарамағында мәктәптәр асырға кәрәктер. Әгәр ҙә бала ата-әсәһе янында аңлау тапмай, әр генә ишетә икән, ул донъяға ышанмай, үҙенең кешелек баһаһын тоймай, артабан ни эшләргә белмәй.
“Аргументы и факты” аҙналығы биргән һорауҙар яуабында Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева, сираттағы тапҡыр патриотик тәрбиәне көсәйтеү мәсьәләһен күтәреп, “мәктәп балаларға “мин ни өсөн?” тигән һорауҙы һеңдерергә бурыслы, тип белдерҙе. Патриотизм, һулаған һауа кеүек, һәр кем өсөн кәрәк, тине министр һәм миҫалға Бөйөк Ватан һуғышында күрһәтелгән батырлыҡтарҙы иҫкә алып, уларҙы бер кем дә мәжбүр итмәгән бит, тигән һығымта яһаны. “Балаларҙың бөйөк тарихыбыҙға ылығыуы уларҙың патриотик аң, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә төп шарт булып тора, тип билдәләнә Учалы районының август кәңәшмәләре материалдарында, һәм был эшмәкәрлек тәрбиә эшенең нигеҙен тәшкил итергә тейеш”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә патриотик тәрбиә башлыса һуғыш ветерандары менән осрашыуға ҡайтарып ҡалдырыла, ләкин тормош ҡатмарлыраҡ, сөнки кеше, айырыуса йәш быуын, алыҫ үткәндәр менән йәшәмәй, уның өсөн бөгөнгөһө, унан да бигерәк иртәгәһе ҡиммәт. Совет власы йылдарындағы кеүек хеҙмәт алдынғылары менән осрашыу, бәлки, отошлораҡтыр?
Ошо йәһәттән Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Евгений Ямбургтың түбәндәге фекере иғтибарға лайыҡ. “Беҙҙә тарих тураһында мифологик ҡараш йәшәй, – ти ул. – Бөгөн иң ҙур ҡаҙаныш итеп Еңеү менән ғорурланыу килтерелә. Әммә ул Еңеүҙең хаҡы тураһында оноталар. Берҙәм тарих дәреслеге, берҙәм әҙәбиәт китабы – был хәлде идеологик йәһәттән ойошторорға маташыу. Был патриотлыҡ түгел, сөнки киләсәк ҡатмарлы. Ҡатмарлы һорауҙарға ҡатмарлы кешеләр генә яуап бирә ала, коллектив – юҡ, сөнки ул ҡарар сығарыуҙан ҡурҡа. Беҙ ҡатмарлы кешеләр тәрбиәләргә тейеш, ә уларҙы фекер алышыу тәртибендә генә тәрбиәләргә мөмкин. Тыйыуҙан һаҡ булырға кәрәк”.
Әҙәплелек тәрбиәләүҙе Константин Ушинский аҡыл үҫтереү, башты белем менән тултырыуҙан өҫтөн күргән. Әҙәп тәрбиәләү балала кешелеклелекте үҫтереүҙе, намыҫ һәм хәҡиҡәтте өҫтөн ҡуйыуҙы, хеҙмәт һөйөүҙе, тәртипте, яуаплылыҡты һәм дәрәжәңде белеү тойғоларын үҫтереүҙе аңлатҡан. Василий Сухомлинский фекеренсә, бала шәхесе – тәрбиә һәм белем биреү барышында иң юғары ҡиммәт. Уҡытыусы һәм бала үҙ тойғоларында эскерһеҙ булырға тейеш, тигән ул. Шундай ерлек булғанда ғына, бала үҙен танып белергә өйрәнә, үҙ көсөнә ышаныу, тәнҡитле ҡараш барлыҡҡа килә. Ә бына С. Шацкий социаль мөхит нәҫел факторынан көслөрәк тип иҫәпләгән, социалистик йәмғиәт, уныңса, яңы мөхиттә үҙ кешеһен тәрбиәләй ала.
Марина Попова ла шулайыраҡ фекер йөрөтә. Балалар ата-әсәһенә түгел, дәүергә оҡшай, ти психотерапевт. Ҡайһы бер кешеләрҙә тыумыштан тойғо булмай, ундайҙар тәрбиәгә килмәй. Мәктәптәр уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙе туҡтатты, ә ата-әсәләрҙең башында бер ниндәй идея ла юҡ, тип үкенес белдерә ул. СССР-ҙа халыҡҡа йүнәлеш бирмәһәң, ул ҡырағайлана башлауын белеп эш иттеләр. Миҫалға ул октябрят, пионер, комсомол һәм партия ойошмаларын килтерә. КПСС етәкселеге, тәрбиә мәсьәләһен тотошлайы менән үҙ ҡулына алып, йәмғиәттә татыулыҡты һаҡлау өсөн барлыҡ, шул иҫәптән сәйәси сараларҙы ла хәстәрләне. Әлбиттә, бөгөнгө юғарылыҡтан тороп, уның бик күп етешһеҙлектәрен дә күрергә мөмкин. Ләкин, кем әйтмешләй, маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бөтә алымдар ҙа яҡшы.
Үҫеп килеүсе йәш быуында өлгөргән граждандар йәмғиәтенә генә хас сифаттар тәрбиәләү мөһим. Социологик тикшеренеүҙәрҙән, башҡа төрлө күҙә­теүҙәрҙән асыҡланыуынса, Рәсәй йәмәғәтселеге был йәһәттән үҙе етди һәм оҙайлы тәрбиәгә мохтаж. Былтыр Гайдар форумында билдәләнеүенсә, иле­беҙҙә Ижтимағи килешеү, йәғни татыулыҡтың һаҡ­ланыуы өсөн шарттарҙың үтә самалы булыуы ха­ҡында иҫкә алынды. Был иң элек дәүләт орган­дарының конституцион бурыстарын атҡармауында сағылыш таба. Быны Марина Попова уңышлы тотоп алған: “хәҙерге Рәсәй хакимиәте социаль гаран­тия­ларҙан баш тарта, мәҙәниәт юҡҡа сыға, ата-әсә­ләр бала тәрбиәләү менән шөғөлләнергә теләмәй”.
Һүҙҙе ыңғай миҫалдан башлағас, шундайы менән тамамлау фарыз. Шул уҡ Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында төркөмдәрҙә төрлө мөйөштәр эшләй: аш-һыу, милли кейемдәр, тирмә, музыка ҡоралдары. Баланы тәрбиәләүҙә рухи хазина сығанағы булған ауыҙ-тел ижады киң һәм уңышлы файҙаланыла. Әкиәттәр тыңлау, уларҙы сәхнәләш­тереү, телдән һөйләү, йомаҡтар, әйтем-мәҡәлдәр өйрәнеү, милли уйындар ойоштороу балының рухын сыныҡтыра, аңын, хәтерен, телмәрен үҫтерә. Бындай тәрбиә алып үҫкән балаларҙың, әлбиттә, ғаиләлә­рендә лә татыу мөхит булһа, ауыр холоҡлоға әүерелеүе мөмкин түгел.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521