Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көслө затты кем тәрбиәләй?
Көслө затты кем тәрбиәләй?
Йәше инде етмеште үткән абруйлы бер уҙаман менән танышбыҙ. Ғүмер баҡый Ислам ҡушҡанса йәшәргә тырышҡан, шул юлда ғилем таратыу менән мәшғүл булған дин әһеле ул, шуға ла күп һорауҙарға яуапты белә, һис ҡасан буш һүҙ һөйләмәй, һәр әйткәнен тиерлек Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр, төрлө тарихи мәғлүмәттәр, үҙенең башынан үткән хәлдәр менән бәйләп, дәлилләп ебәрә.

Шулай бер саҡ имам минән һорап ҡуйҙы: “Балаларыңдың икеһе лә малаймы?” “Эйе”, – тинем. “Улдар тәрбиәләү – оло яуаплылыҡ ул. Бына минең дүрт ҡыҙым бар, барыһы ла наҙланып ҡына үҫте, артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы. Ә малайҙарҙы гелән иғтибар үҙәгендә тотмайынса булмайҙыр, сөнки, устағы терегөмөш һымаҡ, ауышыраҡ яҡҡа тәгәрәүсәндәр”, – тигән яуап ишеттем.
Әлбиттә, ир бала күп осраҡта ата­һынан, үҙенән өлкәнерәк малайҙарҙан, ағайҙарҙан, бабайҙарҙан өлгө ала. Тимәк, ул дөрөҫ тәрбиәләнһен өсөн төрлө быуын вәкилдәре булған был кешеләрҙән аҡыллылыҡ та, юғары мәҙәниәтлелек тә, көслө ихтыярлылыҡ та талап ителә. Бөгөн беҙ, ғөмүмән, ҡустыларыбыҙға, улдарыбыҙға, ейәндә­ребеҙгә үрнәк күрһәтә алабыҙмы? Һис юғында үҙ ғәмәлдәребеҙҙең, ҡылыҡта­рыбыҙҙың, һүҙҙәребеҙҙең эҙемтәләре хаҡында уйлана беләбеҙме, улар өсөн яуап бирергә әҙербеҙме?
Урта йәштәрҙәге бер ағай: “Егеттәр күп тә ул, ысын ирҙәр аҙ”, – тип һөйләп торғайны яңыраҡ. Аҙаҡ: “Үҙемә ҡатын-ҡыҙҙың ни өсөн ныҡ ылыҡҡанын шунан аңланым”, – тип өҫтәне. Баҡһаң, сәбәп ябай ғына икән: ирҙең тура һүҙле, айыҡ аҡыллы булыуы, вәғәҙәләрен үтәп барыуы ғына шарт. Юғиһә күптәр ысын ир-атты кино актерҙары кеүек һомғол буйлы, һүҙгә әүәҫ, һәр йәһәттән замандан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан егеттәр араһынан ғына эҙләй. Тыштан матур күренгәндең эсе буш булыуы ла ихтимал бит.
Һүҙем һауанан алынған һымаҡ тойолмаһын өсөн бер генә күренешкә иғтибар йүнәлткем килә. Автобуста ҡатын-ҡыҙға кем урын бирә? Ғәҙәттә башҡаларҙан сағыулығы менән айырылып тормаған урта йәштәрҙәге ирҙәр. Фырт кейенгән, хушбуйға ҡойонған, усына затлы смартфон һалған йәш егеттәр ундай саҡта, йоҡлап ултырғанға һалышып, күҙен йома. Ҡайһы берәүҙәре, ишетмәмеш булып, ҡолаҡсын кейә – йәнәһе, йыр тыңлап бара. Эстән генә оялаларҙыр барыбер, тим. Ә тороп, янында баҫып тороусы гүзәл затҡа урын тәҡдим итһәләр, берәй ерҙәре кителер тип уйлайҙармы икән? Башҡа ир-егеттәр алдында баһалары төшәме? Әллә уларҙы берәйһе мәжбүр итәме ҡатын-ҡыҙҙы шулай интек­терергә?
Йәш егеттәр генә түгел, өлкәнерәктәр ҙә урын биреп бармай һуңғы арала. “Беҙ шул маңҡа малайҙарҙан кәмме ни!?” – тиҙәрҙер инде. Ҡыҙыҡ: элек ололарҙан өлгө ала инек, хәҙер – киреһенсә.
Урта Азия, Кавказ ирҙәре, автобус салонына ҡатын кеше килеп индеме, ултырғысынан тора һала. Ауырлымы-түгелме, йәшме, ҡартмы – барыбер хәстәрлек күрһәтәләр. Шунан китә быш-быш: “Бына, исмаһам, ир! Беҙҙеке­ләрҙән ни көтәһең?..”
Ярай, автобустан төштөк, ти. Автомобиль йөрөтөүселәр араһында мөнәсәбәттәр нисек? Ҡайһы саҡта ҡала урамының уртаһында машиналарын туҡтатып, юҡ-бар сәбәп арҡаһында үҙ-ара бәхәсләшергә тотонған әҙәмдәрҙе осратырға тура килә. Бер мәл шулай дәү джипта китеп барған ир, ҡапыл юлды быуҙы ла, бәләкәй генә автомобилдең руле артында ултырған йәш ҡыҙҙы эт ашамаҫ һүҙҙәр менән әрләргә кереште. Был хәлде күрмә­һендәр, һүгенеүҙәрҙе ишетмәһендәр өсөн улдарымдың иғтибарын икенсе яҡҡа йүнәлтергә тырыштым.
“Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!” – тип саң ҡағып йөрөгәндәрҙе аңламайым. Көслө затты нимә көсһөҙләндерә һуң? Кәрәгенән артыҡ иркәләтеү, һыртлатыу түгелме? “Заман һынауҙары ир-атҡа, ғаилә башлыҡтарына бик ауырға тура килде, улар шунлыҡтан төшөнкөлөккә бирелә, һына”, – тиҙәр. Ә ҡатындарға гел еңел булдымы? Һуғыш йылдарында, унан һуңғы осорҙа илдең хужалығын кем һаҡлап ҡалды, аяҡҡа баҫтырҙы? Кем унышарлап бала тапты, колхоз эшенән айырылмайынса уларҙы ҡарап үҫтерҙе? Ирҙәр ҡатнашманы, тимәйем, әммә гүзәл заттың нескә яурынына ятҡан ауырлыҡтарҙың һис тә кәм булмағанына ишараларға теләйем.
Нәҡ ХХ быуат, совет дәүере көслө затты “туғара” башланы буғай. Ирҙәр менән ҡатындарҙың тиң хоҡуҡлылығын таныу тәүгеләренең күп кенә бурыстарын икенселәренең иңенә ауҙартты. Ә кеше, әбей-бабайҙар әйтмешләй, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға түҙә, рәхәт­леккә генә сыҙай алмай. Һөҙөмтә булараҡ, гүзәл зат нығынды, ә көслөләрҙең сафы һирәгәйҙе. Яуап­лылыҡ тойғоһон юғалта барғандарҙы эскелек, буйҙаҡлыҡ, әрәмтамаҡлыҡ ише кире социаль күренештәр үҙенә ылыҡтырҙы. Етмеш йыл буйы тиерлек ирҙәрҙе беҙҙең йәмғиәт дөрөҫ тәрбиәләмәне: уларға бик яҡшы тигән хәлдә лә 120 — 150 һумлыҡ хеҙмәт хаҡы түләнде, шунан артығына, ниндәйҙер юғары вазифаға үрләүгә һирәктәр генә өмөтләнә ала ине; дәртләндереү сараларына килгәндә, фотоһүрәтеңдең почет таҡтаһына ҡуйылыуы, профсоюз тарафынан ял йортона путевка тапшырылыуы әллә ни ҙур һөҙөмтә бирмәгәндер; ойошма директорҙарының да хыялы бер фатир, бер машина, бер дача менән сикләнгәйне. Тигеҙләү сәйәсәте алып барылды, ғөмүмән.
Уйлап ҡараһаң, бөгөн хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш һымаҡ. Үҙеңде күрһәтеү, уңышҡа өлгәшеү, бай һәм етеш йәшәү өсөн мөмкинлектәр киң бит. Тик... был юлы аҙ хәрәкәтле йәшәү рәүеше, экологик яҡтан таҙа булмаған аҙыҡ-түлек, һыуҙың һәм һауаның бысранғанлығы, шулай уҡ төрлө гаджеттар ҡулланыу, тынсыу офистарҙа интегеп эшләү, юлдағы тығындан сыға алмайынса автомобиль эсендә сәғәттәр буйы ултырыу, һәр тарафтан ағылған кәрәкһеҙ мәғлүмәттәрҙең күплеге ҡамасаулай имеш.
Ҡайһы берәүҙәр малайҙарҙың дөрөҫ тәрбиәләнмәүен балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә башлыса гүзәл зат эшләүе менән аңлатырға тырыша. Йәнәһе, ирҙәр бәләкәй саҡтан баҫылып үҫә, ҡатындарға бирешеп өйрәнә. Шуға ҡыҙҙарҙы малайҙарҙан айырып уҡытыу тәҡдиме менән сығыш яһаусылар ҙа күбәйә. Бәлки, ниндәйҙер кимәлдә хаҡлыҡ барҙыр, бәхәсләшергә йыйынмайым.
Әлегә инаныуымса, сәбәп бер генә: ҡатын-ҡыҙ көслөрәк була башланы. Ирҙәр үҙҙәре ғәйепле буғай – заманында йәмғиәттәге, ғаиләләге урындарының тартып алыныуына юл ҡуйғандар бит. Хәҙер автобустағы урынды һаҡларға маташыуҙан ни файҙа?


Автор: Ә. САФИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521