Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһам сығанағы бөрккән йорт
Илһам сығанағы бөрккән йортБашҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әҙәбиәт йылында хеҙмәттәшлек тағы ла көсәйҙе.
Институтта, мәҫәлән, Мостай Кәрим ижады буйынса иң яҡшы дәрес һәм кластан тыш сара өлгөләренә республика конкурсы ифрат йәнле үтте. Унда 150-нән ашыу мәғариф учрежде­ниеһынан иң яҡшы педагогтар көс һынашты. Һөҙөмтәлә Сибай ҡалаһынан Рүзидә Үтәшева һәм Октябрьскийҙан Рәзидә Фәтҡуллина I урынды яуланы. Шулай уҡ уҡытыусыларҙан бер төркөм республиканың Мәғариф ми­нистрлығы, Мәғарифты үҫтереү институтының грамоталары менән бүләкләнде.

– Дәрес өлгөләре буйынса бындай ярыш әле Рәсәйҙең бер төбәгендә лә үткәрелгәне юҡ, – ти институттың кафедра мөдире, профессор Зәкиә Ғәбитова. – Сараны бик кәрәкле тип һанайбыҙ, сөнки дәрес өлгөһөн әҙерләү – ҙур ижади эш, унда педагогтың йылдар буйы тупланған алдынғы тәжрибәһе сағыла.
Ысынлап та, башланғыс хуплауға лайыҡ. Ни өсөн тигәндә, яңы Федераль дәүләт стандарттарын ғәмәлгә ашырғанда туған телде һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа заманса алымдар индерелә, электрон белем биреү киң йәйелдерелә. Тимәк, алдынғы педагогик тәжрибә майҙансыҡтары бик кәрәк. Бынан тыш, башҡорт телен уҡытыу өлкәһендә уҡытыусылар менән методистар араһында әленән-әле бәхәс сығып тора. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында әҙерләнгән “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” тигән йыйынтыҡты уҡыһаң, аңлашылмаусанлыҡ юҡҡа сығасаҡ. Унда, әйтәйек, Рүзидә Үтәшева Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһы буйынса йомғаҡлау дәресен яңы стандарттар талабы нигеҙендә уңышлы планлаштырған. Иң мөһиме – педагогтың да, уҡыусының да эшмәкәрлеге аныҡ билдәләнгән. Бындай дәрестә бер кем дә буш ултырмаясаҡ.
Семинарҙа ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең ижадына бәйле фекерҙәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сарала Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов кеүек олуғ ҡәләм оҫталарының, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә ханымдың сығыш яһауы уҡытыусыларҙың күңеленә онотолмаҫ хәтирә булып уйылды.
Институтта шулай уҡ филология фәндәре докторы, профессор Салауат Галиндың хәтер кисәһе уҙҙы. Танылған фольклорсы, күп яҡлы талант эйәһе ошо мәғариф учреждениеһында 14 йыл кафедра мөдире булды, бихисап ғилми хеҙмәт яҙҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу өлкәһендә арымай-талмай эшләне.
– Салауат Әхмәҙиә улы ысын мәғәнәһендә ҙур ғалим, көслө шәхес, үҙ иленең патриоты булды. Шул уҡ ваҡытта ифрат ябай, ихлас кеше ине, – тине сығышында ректор Рәмил Мәжитов. – Халҡыбыҙҙың аҫыл улының исемен мәңгеләштереү маҡсатында Салауат Галин исемендәге премияһы булдырҙыҡ. Был бүләккә ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү йәһәтенән уңыш ҡаҙанған педагогтар лайыҡ буласаҡ.
Кисәлә тәүге диплом тапшырылды. Уға Сибай ҡалаһындағы башҡорт гимназияһынан Әлнисә Кәримова лайыҡ булды. Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы фольклорыбыҙҙың аҫыл өлгөләрен дәрестәрендә әүҙем файҙалана, йәш быуынды илһөйәр, рухлы итеп тәрбиәләү маҡсатында тынғы белмәй хеҙмәт итә. Ижадсы ла ул: “Салауат батыр – ил күрке”, “Өләсәйем һандығы”, “Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре” тигән китаптар авторы.
– Мәғарифты үҫтереү институтына, уның ректоры Рәмил Ғиниәт улына рәхмәтем сикһеҙ, – тине Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы. – Премияға лайыҡ тип табып, фольклор өлкәһендәге эшемде юғары баһаланығыҙ, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүҙең әһәмиәтен күрһәттегеҙ.
Һис һүҙһеҙ, йыл һайын тапшырыласаҡ бүләк фольклорҙы өйрәнеү эшен йәнләндерәсәк. Дәртләндереү сараһы уҡытыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Премия тапшырыу тантанаһында Салауат Галиндың хеҙмәттәштәре, иптәштәре ҡатнашып, ғалим хаҡындағы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Унан “Башҡортостан” телевидениеһының шәхестең тормошо һәм ижадына арнап төшөрөлгән фильмы күрһәтелде. Фәнзил Санъяров, Руслан Сөләймәнов, Рәзилә Ырыҫҡолова, Резеда Шакирова, Әлнисә Кәримова һәм Зилә Мостафина үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны.

Зилә МОСТАФИНА, Бүздәктең 1-се мәктәбе уҡытыусыһы:
– Институт ректоратына, кафедра хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт! Саранан көндәлек эшебеҙ өсөн файҙалы кәңәштәр, илһам сығанағы алдыҡ. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының эшмәкәрлегенә иғтибар ҙур булырға тейеш, сөнки был хеҙмәт милләтебеҙҙең киләсәге менән тығыҙ бәйле.


Автор: С. БҮЛӘКОВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә