Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талаптар шарттарға тура килмәһә...
Талаптар шарттарға  тура килмәһә...
Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенән һуң тыуған уйҙар
Мәғариф донъяһының үҫешендә төп талап – туҡтауһыҙ эҙләнеү, өйрәнеү, уңышлы эшләп килгән йола-ҡанундарға таянып, яңылыҡтарҙы камиллаштырыу. Салауат ҡалаһында уҙған педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы кәңәшмәһе лә шул дөйөм эшкә өлөш индермәй ҡалмаҫ. Унда яңғыраған фекерҙәр, тупланған тәжрибә киләсәк өсөн, һис шикһеҙ, файҙалы булыр.


Мөмкинлекте файҙаланыусы юҡ.
Ни өсөн?


Пленар ултырышта Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһына айырым туҡталып үтте, ҡа­ҙа­ныштар менән таныштырҙы, пробле­маларға ла ҡағылды. Уның бел­де­реүенсә, беҙҙә был йәһәттән шәхси уч­реж­­дениелар системаһы насар үҫеш­кән. Әйткәндәй, был хаҡта Стәрлета­маҡта яҙғыһын уҙған «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» III республика форум-күргәҙмәһендә лә әйтелде, темаға бағышланған “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторолдо. Ғөмүмән, әлеге мәсьәлә көн­үҙәк­леген юғалтмай. Ысынлап та, сит илдәрҙең күбеһендә күптән нығынған күренеш ни өсөн беҙгә һаман да ят булып ҡала һуң?
Әлбиттә, тәү сиратта таяҡ башы әлеге лә баяғы бюрократияға барып төртөлә. Шәхси балалар баҡсаһы асыу түгел, бер ябай ғына справка алыу өсөн дә күпме ыҙа сигәбеҙ бит! Хәл ошолай дауам итһә, бизнес нисек үҫешһен инде?!
Бынан тыш, балалар баҡсаһы асыу һатыу нөктәһе булдырыу түгел шул. Талаптар баштан ашҡан. Шәхси түгел, дәүләт ҡарамағындағы учрежде­ние­ларға күҙ һалһаҡ та, был әллә ҡайҙан күренеп тора. Ирекһеҙҙән педагог­тарҙың «Уҡытырға ваҡыт юҡ, отчет эшләйһе, план тултыраһы бар» тигән шаяртыу ҡатыш әсенеүле һүҙҙәре иҫкә төшә. Атап әйткәндә, белгестәргә хәҙер төп эшен башҡараһы урынға башҡа мәшәҡәттәр артынан сабырға тура килә. Ә кеше балаһының ғүмере өсөн яуаплылыҡтан ҡурҡыу хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бына ни өсөн республикала, минеңсә, балалар баҡсаһы бармаҡ менән генә һанарлыҡ...
Шулай ҙа өлгө алырлыҡ миҫалдар етерлек. Әйтәйек, быйыл Стәр­ле­та­маҡта шәхси балалар баҡсаһы асыл­ды. Иҫке генә бинала урын­лашҡанын иҫәпкә алмағанда, маҡ­танырлыҡ уңайлыҡтары бар. Әммә… ата-әсәгә сабыйын был баҡ­саға йөрөтөү көнөнә 500 һумға төшә! Тимәк, әйтәйек, айына 10 – 15 мең һум килем алған йәш ғаиләгә бындай бәхет тәтемәйәсәк, яңы учреждение хәллеләр өсөн генә ҡулай.

Ел-ямғыр ғына булһа…

…Яҙғыһын сираттағы командировканан ҡайтып килә инем. Бер ауылды үткәс, урта кластарҙа уҡыған ике малайҙы ҡыуып еттем. Юл ыңғайы тип, балаларҙы ултыртып алдым. Бер нисә минуттан боҙ ҡатыш ямғыр яуа башланы. Малайҙарҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ!.. Асыҡланыуынса, улар, үҙ­ҙәрендә мәктәп ябылыу сәбәпле, 15 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан икенсе ауылға йөрөп белем ала икән. Юғары класс уҡыусыларының дәрестән сыҡҡа­нын көтөп тормайынса, йәйәүләп алдан «һыпыртҡандар». Уйлай китһәң, оло юл өҫтөнән боҙло ямғыр ғына үтмәй бит…
Кәңәшмәлә төп иғтибар мәктәптәргә йүнәлтелде. Күберәк электрон китаптар, Берҙәм дәүләт имтиханы, уҡы­тыусылар өсөн шарттар булдырыу хаҡ­ында һүҙ барҙы, сығымдарҙы ҡыҫ­ҡартыу, уҡыу йорттарын берләш­тереү темаһы ла ситтә ҡалманы.
Сер түгел: республикала бер нисә бала ғына белем алған мәктәптәр бар. Шул уҡ ваҡытта йөҙәрләгән уҡыусыны һыйҙырғандар ҙа байтаҡ. Икеһенә лә ифрат күп сығым түгелә. Тәүгеһенең ауылдың берҙән-бер йәшәү сығанағы булғанын иҫәпкә алмағанда, ни өсөн уҡыусыға сифатлыраҡ белем алыу, яҡшыраҡ шарт булдырмаҫҡа һуң? Атап әйткәндә, үкенескә ҡаршымы, шат­лыҡҡа күрәме – ваҡыт күрһәтер, уҡыу­сыларҙың ҙурыраҡ мәктәптәргә күсеүе – заман талабы. Ә инде икенсе белем усағында улар үҙен нисек тоясаҡ, быныһы – икенсе мәсьәлә. Барыһы ла мәктәп коллективының эште ойоштороуына бәйле бит.
Хәйер, республиканың көҙгөһө бу­лып торған белем биреү тармағын үҫтереү алымдары хаҡында уйланаһы ла уйланаһы әле. Камиллыҡтың сиге юҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521