Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был аҫыл ҡош юғары осасаҡ”
“Был аҫыл ҡош юғары осасаҡ”
Йәшлекте күкрәп-йәшнәп килгән йәй­ғорло ямғырға, ярҙарынан ташып, шашып аҡҡан йылғаға, хуш еҫ бөр­көлгән сәскәле туғайға тиңләй­беҙ. Ғүмерҙең онотолмай ҙа, ҡабатланмай ҙа торған бер гүзәл мәле ул. Тап шундай йәшлек хәтирәләрен һаҡлаған таныш юлдарҙан ауылға яҡынлашҡан һайын Фатима Хәбир ҡыҙының уйҙары яңыра, уҙған тормош юлы күҙ алдына баҫа.


1972 йылда БДУ-ны уңышлы тамамлап, диплом алған йәш белгес Шишмә ра­йо­нының Ҡара Яҡуп урта мәктәбенә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тә­ғәйенләнә. Хәҙер инде Фатима Әминева – педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Ауыл да йылдан-йыл үҙгәрә, яңырыу юлында. Манараһы алыҫтан уҡ бал­ҡып торған яңы мәсет, кирбес өйҙәр, магазин­дар... Мәктәп тә танымаҫлыҡ хәҙер: уға за­манса ремонт яһалған, алдындағы май­­ҙан­ға киң тротуар һалынған. Биләмәгә аяҡ баҫыу менән сәскәләр донъяһына сума­һың.
Шау-шыулы студент тормошо менән хушлашып, ошо ҡапҡаларҙы тәүге тапҡыр асып ингән мәле бөгөнгөләй хәтерендә Фатима Хәбир ҡыҙының. Тырышлығы, ныҡышмалылығы арҡаһында коллективта тиҙ арала абруй ҡаҙана ул. Тыйнаҡ, мөләйем ҡыҙҙы ауыл халҡы ла хөрмәт итә. Ҡыйыу, тәүәккәл йәш белгес эшен юғары уҡыу йортонда туплаған белеменә таянып ҡына түгел, ә тәжрибәле уҡытыусыларҙың хеҙмәт алымдарын, яңы педагогик ысулдар ҡулланып алып бара.
Мәктәпкә өс ауылдан йөрөп уҡыйҙар. Шуға күрә сараларҙың күбеһен уҡыусы­ларҙың йәшәгән ерендә ойошторорға тура килә. Балаларҙың тормош шарттарын өйрә­неү, ата-әсәһе менән йыш осрашыу, әңгәмәләшеү Фатима Хәбир ҡыҙы­ның эшенә ыңғай йоғонто яһай. Ауылдан ауылға йөрөп, уҡыусы­ларҙың йәшәйеше менән танышып, кискә генә ҡайтып инәһең, ә өйҙә тикшерелмәгән дәфтәрҙәр, төҙө­лөргә тейешле эш пландары көтә...
Фатима Хәбир ҡыҙы һәр уҡыусыһы менән айырым шөғөл­ләнә, үҙен­сәлектәрен аныҡлауға ҙур әһәмиәт бирә. Бөйөк Пушкин телендә яҙылған әҫәр­ҙәрҙәге ыңғай геройҙар, йәнле итеп һүрәтләнгән тәбиғәт күренештәре аша балаларҙа әҙәп-әхлаҡ, Ватанға, телгә, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусылары район, республика сараларында ихлас сығыш яһай, төрлө конкурста, бәйгеләрҙә еңеүгә өлгәшә.
Башҡорт мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙә­биәтен уҡытыу йәһәтенән тупланған эш тәж­рибәһе, тәрән эҙләнеүҙәре Фатима Әми­­­неваны ҙур ғилем донъяһына этәрә. Урыҫ теленең үҙенсәлектәрен һәр дәре­сендә, тәрбиәүи сараларҙа оҫта ҡул­лан­ған, ки­тапхана фондын әүҙем фай­ҙа­ланған, бе­лемен туҡтауһыҙ камиллаштырған уҡы­­­­тыу­­сыны Баш­ҡортостандың Милли м­­ә­­к­­­­­­­­­­тәп­­тәрҙе үҫтереү институтына ғилми хеҙмәткәр итеп саҡыралар. Тәжрибәле педагогтың Ҡара Яҡупта уҡытҡан йылда­рын­дағы баш­ланғыстары, ижади эҙлә­неүҙәре, үҙен­сәлекле алымдары нигеҙендә тиҫтәләгән методик ҡулланмаһы, тәҡ­димдәре, эшкәртмәләре, мәҡәләләре донъя күрә.
Ғөмүмән, йәш кешегә мәктәптә уҡытыу оҫ­талығы ҡайҙан килә икән? Әлбиттә, ба­ла­ға белем биреүҙе ғәҙәти дәрес үткәреү тип кенә ҡарамаһаң, уҡыусыңды ябай ауыл ба­лаһы тип түгел, ә үҫеп килгән шә­хес итеп күрһәң, хеҙ­мәт­тәштәреңдең ыңғай тәжри­бәһен өйрәнһәң, үҙ фе­кереңде әйтә барһаң, ата-әсә менән һәйбәт мөнәсәбәттә булһаң, шулай уҡ белемеңде заман һулышына, халыҡтың йәшәү рәүешенә, мәҙәниәтенә ҡулайлаштырһаң ғына, “уҡы­­тыусы” тигән илаһи исемде аҡлап була­лыр. Фатима Хәбир ҡыҙында ошо сифаттарҙың барыһы ла булды. Ул ватан дидактикаһына таянды. Дәреслектәрҙә, методик әсбаптарҙа бирелгән теоретик төшөнсәләр, ҡағиҙәләр ме­нән эште ҡатмарлаштырманы, ә алға ниндәйҙер мәсьәлә ҡуйҙы. Бындай алым баланың фекерләү йү­нәлешен үҙгәртә, уның шәхес булараҡ үҫешендә алға ҙур аҙым яһала. Фатима Хәбир ҡыҙының педагогик эшмә­кәрлегендә был күренеш төп нигеҙ булып торғандыр ҙа. Ул дәрестәрендә баланың үҙаллы фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һалды.
– Маташма юҡ менән – ауыл балаһынан күпте өмөт итеп булмай, – тигәндәргә ҡаршы:
– Билдәле шәхестәрҙең күбеһе ауыл­дан сыға түгелме ни? – тип яуаплар ине.
Бер мәл мәҙәниәт йортонда ниндәйҙер йыйылыш булғайны. Халыҡ ифрат күп ине. Шунда Фатима Хәбир ҡы­ҙы, алдан әҙерләп килгән яҙыуына күҙ ҙә һал­майынса, урыҫса сатнатып сығыш яһаны. Йыйылыштан һуң ­мә­­­ҙәниәт йорто дирек­торы уҡытыусыға ҙур ҡыуаныс менән:
– Ауылдың бер абруйлы кешеһе сығы­шыңды бик оҡшатҡан, – тип белдергән. – “Был аҫыл ҡош бик юғары осасаҡ. Ул Ҡара Яҡупта түгел, юғары уҡыу йорттарының трибуналарынан сығыш яһарға тейеш – ябай педагог булып ҡалмаҫ”, – тине.
Кем булғандыр ул “абруйлы ағай”? Уның юра­ғаны юш килде. Ғилми-тик­ше­ре­неү ­инс­титутында эшләгән осорҙа Фатима Хәбир ҡыҙына Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй һәм республика күләмендә уҙғарылған ҙур конференцияларҙа урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында торған бурыстар хаҡында байтаҡ сығыш яһарға тура килде. Оҙаҡ йылдар РСФСР-ҙың Мәғариф ми­нистр­лығы ҡарамағындағы Милли мәктәп­тәр институтының Башҡорт­остан фи­­­лиа­лында эшләне. Дәреслектәр, уҡытыу программалары, методик әсбаптар яҙҙы. Урыҫ әҙәбиәте буйынса уның ҡатнаш­лығында төҙөлгән китаптар ҡабат-ҡабат донъя күрҙе.
Фатима Хәбир ҡыҙына ҡағылышлы тағы ла бер хәл тураһында яҙып үтмәһәм, ғали­мәбеҙҙең эшмә­кәрлегенә баһа тулы булмаҫ кеүек. Бер саҡ ғалимдар Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһына Чебоксар ҡала­һына йыйыла. Ғәҙәттә, бындай саралар мәктәптәр, педагогтар эшмәкәрлегенә күҙ һалыуҙан башлана. Бер сыуаш ҡатыны ҡу­наҡтарға бик һәйбәт дәрес күрһәтә. Анализ ваҡытында һүҙ башлыса шул хаҡта бара.
– Дәресегеҙгә материалды ҡайҙан алдығыҙ? – тип һорай ҡунаҡтар.
– Ҡайҙан тип ни... Башҡортостанда “Русский язык в башкирской школе” тигән бик абруйлы журнал сыға, – тип яуаплай уҡытыусы. – Унда педагогия фәндәре кандидаты Ф.Х. Әминеваның бик фәһемле, методик яҡтан тәрән мәғәнәле мәҡәләһе донъя күргәйне. Шул яҙманы дәресемә нигеҙ итеп алдым. Мәҡәләнең авторына ҙур рәхмәтемде еткерһәгеҙ ине.
Ҡунаҡтар дәррәү ҡул саба. Уларҙың араһында телгә алынған журналдың баш мөхәррире Үзбәк Лоҡманов та, Фатима Әминева ла була. Шулай итеп, сыуаш уҡытыусыһы ситтә көтмәгәндә журналдың абруйын күтәрә, яҡташтарыбыҙҙың күңелен үҫтерә.
Фатима Хәбир ҡыҙы – урыҫ әҙәбиәте дидактикаһы, психодидактика, лингво­ди­дактика, этнопедагогика, ме­тодика фәндә­ре буйынса ла ҙур белгес. Ошо көндәрҙә ул 65 йәшен билдәләне. Тормошон мәға­рифты үҫтереүгә арнаған, “РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы”, ­“Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән исемдә­р йөрөткән, бихисап грамотаға лайыҡ булған, иҫәпһеҙ-һанһыҙ дәреслек, методик әсбап, этномәҙәниәт буйынса китап, монография сығарған һоҡланғыс педагогка артабан да уңыштар насип булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523