Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таяныс буласаҡ
Уҡытыусы булараҡ мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баќып ингәнемә 60 йыл тулды. Китап-дәфтәр, дәрестәр, ҡыңғырау сыңы, балалар тауышы йөрәгемә мәңгелеккә уйылған — ғүмеремде изге һөнәремдән тыш күҙ алдына ла килтермәйем.

Ғөмүмән, уҡытыусы элек-электән йәмғиәттең иң ышаныслы таянысы булған. Хәтеремдә, атайым 70 — 80 йәшендә лә йәш мөғәллимдәр менән түбәтәйен һалып иќәнләшер ине.
Йәш быуынға сифатлы белем һәм тәрбиә биреү, был йәһәттән ата-әсәлә лә яуаплылыҡты арттырыу, мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлеген йәнләндереүгә халыҡты йәлеп итеү буйынса Рәсәй Педагогик йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе тос өлөш индерҙе. Әйткәндәй, ул илдә иң ҡеүәтлеләрҙән һаналды, уңышлы хеҙмәте менән айырылып торҙо. Йәмғиәттең эшен әүҙемләштереүҙә, абруйын күтәреүҙә уның президиумы рәйесе Рәшит Әлмөхәмәтов ҙур эш башҡарҙы. Аҙаҡ уны Камил Әхиәров алмаштырҙы. Мин иһә оҙаҡ йылдар президиум ағзаһы булып торҙом.
Ойошманың тырышлығы менән йәш быуындың яҙмышы дөйөм халыҡ хәстәренә әйләнде: мәғариф тармағы эшен йәнләндереүгә колхоз-совхоздар, башҡа төрлө учреждениелар әүҙем ылыҡтырылды, конференцияларҙа, йыйылыштарҙа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, уларҙы ҙур тормошҡа әҙерләү йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә торҙо. Мәќәлән, Баймаҡ районында уҙған сарала һәр колхоз ойошма делегацияһын башҡарылған эше, уңыштары менән таныштырғайны, ауыл клубында тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән сығыштар ойошторолғайны. Әбйәлилдәге осрашыу иһә йәштәргә хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә бағышланды. Унда Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов сығыш яһаны. Илеш районындағы сарала ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең, Социалистик Хеҙмәт Геройы, райкомдың беренсе секретары Тәлғәт Рахмановтың ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Ошондай конференциялар Баҡалы, Дүртөйлө, Борай, Яңауыл, Балтас, Салауат, Ҡыйғы, Бәләбәй, Туймазы, Кушнаренко, Тәтешле, Белорет райондарында, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалаларында уҙҙы. Барыһында ла республиканың мәғариф министры, партия өлкә комитеты һәм Хөкүмәт вәкилдәре, яҙыусылар, шағирҙар ҡатнашты. Бындай юғары кимәлдәге осрашыуҙар белем биреүҙең, педагогтарҙың абруйын күтәреүгә ярҙам итте, уҡытыу һәм тәрбиәне дөйөм халыҡ хәстәренә әйләндерҙе. Ул ғына ла түгел, ойошманың президиум ултырышында район-ҡала вәкилдәренең эше тыңланып, ҡарарҙар ҡабул ителә торғайны.
Хәтеремдә, бер мәл Рәсәй Педагогик йәмғиәтенең Мәскәүҙә уҙған съезына делегат булып Муса Гәрәев барғайны. Уның урыны президиум өќтәле артында булды. Съезды алып барыусы: "Һүҙ Башҡортостан делегацияһы вәкиле, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевкә бирелә", — тип иғлан итеү менән тотош зал аяғөќтө баќып, яҡташыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмгәйне.
Педагогик йәмғиәт делегацияһы составында миңә күп ерҙе күреү бәхете тейҙе. Калининградҡа барғанда Гитлерҙың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы бункерында (хәҙер ул музей) Муса Гәрәевтең фотоһүрәтенә юлыҡтым. Уға икенсегә Советтар Союзы Геройы исеме ошонда бирелгән икән. Яҡташым өсөн ниндәй ҙур ғорурлыҡ кисергәнемде һүҙ аша ғына еткереү мөмкин түгел!
Брест ҡәлғәһе музейында фашистарҙың тәүге һөжүмен кире ҡаҡҡан яҡташыбыҙ — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Нуриман районының Байгилде урта мәктәбе директоры, ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған Ришат Исмәғилевтең фотоһын күрҙем. Ул педагогик йәмғиәттең иң абруйлы ағзаларының береһе булды, конференцияларҙа сығыш яһай торғайны. Ришат ағай хаҡында "Брест ҡаһарманы" тигән хикәйәм дә бар. Шуныһы үкенесле: Совет иле тарҡалыу менән ошо мөһим йәмғиәт юҡҡа сыҡты. Ә тормош уны тергеҙеүҙе талап итә. Балалар араһында тәртипһеҙлектең артыуы, уҡытыусыларҙың абруйы төшөүе, мәктәптәрҙең сәбәпһеҙ ябылыуы, педагогтарҙың эшһеҙ ҡалыуы, кластан тыш сараларҙың юҡҡа сыға барыуы һәм башҡа мәсьәләләр педагогик йәмғиәтте ҡайтанан төҙөү мөһимлеген раќлай.
Педагогик йәмғиәтте тергеҙеү йәһәтенән ҡайһы бер тәҡдимдәремде әйтеүҙе бурысым тип һанайым. Уны, әлбиттә, абруйлы кеше етәкләргә тейеш. Был вазифаға Миңлебай Юлмөхәмәтовты тәҡдим итер инем. Белеүебеҙсә, ул тиќтә йылдар мәғариф министры урынбаќары булып эшләне, белем биреү тармағын яҡшы белә, уҡытыусыларҙың хәлен һәйбәт аңлай, йәмәғәтселектә абруйы бар. Педагогик йәмғиәткә төрлө предприятие, ойошма, фондтар ярҙам итер ине. Эште яйға һалырға булышлыҡ итеү өсөн бай тәжрибәле мәғариф учреждениелары ла етерлек.
Ошо кәрәкле эште оҙаҡҡа һуҙмай башлап ебәрһәк, мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәре лә, тарих та рәхмәтле булыр, тип уйлайым.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
педагогия хеҙмәте ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523