Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙә бер мәктәп тә ябылманы
Ҡырмыҫҡалы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларын, ойошмалар етәкселәрен, мәктәп коллективтары вәкилдәрен хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тәбрикләне. Ул райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырып, ауыл хужалығы, мәғариф һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә туҡталды. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова атҡарылған эштәргә байҡау яһаны һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе бәйән итте.

– Алдыбыҙҙа торған иң ҙур проблемаларҙың береһе – мәктәптәр яҙмышы, — тине ул. — Киләсәгебеҙ уларҙың эшмәкәрлегенә ныҡ бәйләнгән. Ауылдың тормош һулышы булған белем биреү йорттарын һаҡлап ҡалыу балалар һанына бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл районда бер белем усағы ла ябылманы.
Илмира Әнүәр ҡыҙы әйтеүенсә, имен булмаған ғаиләләр һанының артыуы, эшһеҙлек, эскелек мәсьәләләре райондың бәҫен төшөрә.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәлинур Ҡотлогилдин, Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәте башлығы Нурия Иштуғанова, райондың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Эльза Саттарова, Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы Рим Исхаҡов сығыштарында үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Фәнзил Санъяров:
– Һуңғы ваҡытта йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге киңәйә бара, сөнки бар йәмәғәтселек ҡатнашҡанда ғына төрлө социаль, иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин, — тине. — Проблемаларҙы аңлап хәл итергә кәрәк. Хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа Ҡоролтай һәм уның етәкселеге лә көс һалыр, тип уйлайым.
Филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов үҙ сиратында районда Өфө – Ҡырмыҫҡалы турист маршрутын асыу һәм Еңеү паркындағы обелисктарҙы яңыртыу, ә шағир Ирек Кинйәбулатов район үҙәгендә башҡорт гимназияһын булдырыу тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Йәштәрҙе милли рухта тәрбиәләү йәһәтенән районда «Һылыуҡай», «Сая ҡыҙҙар» конкурстары, башҡорт дискотекаларын уҙғарыу кәрәклеге хаҡында Ҡоролтайҙың йәштәр советы ағзаһы Эльнара Әүәкәсова сығыш яһаны.
Ҡоролтайҙа шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары Марат Хәсәновтың «Өлөшөм көмөштәре» һәм Рәмилә Сәйфуллинаның «Район картаһы эргәһендә» китаптарының исем туйы булды. Ун биш йәш ғаиләгә «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы буйынса таныҡлыҡтар тапшырылды.
И. СӘФИУЛЛИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523