Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡорт халҡы – ул бит бал ҡорто һымаҡ”

Уртаҡ ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырабыҙ.

Тап ошо һүҙҙәр менән башланы сығышын Түбәнге Кама ҡалаһының “Халыҡтар дуҫлығы” йорто директоры Вәсил Хафизов. Эйе, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, үҙенең фиҙакәрлеге, тырышлығы менән дан ҡаҙана милләттәштәребеҙ. Даланлы Урал ерендә тыуған халҡыбыҙ вәкилдәре, йәншишмәнең сихри көсөн йөрөткәндәй, ҡайҙа йәшәһә лә, шунда яңынан шишмә булып урғый башлай.
Оҙаҡ йылдар Татарстан башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Ғәли Хәсәнов, сараны асып, башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды уйнап ебәрҙе. Һәр ваҡыттағыса, был моң беҙҙе бергә туплай, бер уйлы итә, аяғүрә баҫтыра.

Беҙ тыумыштан ер йәнле

Түбәнге Камалағы сараға милләттәш­тәребеҙ яңы етәксе һайлау, киләсәккә пландар ҡороу маҡсатынан йыйылды. Вәсил Фәйез улы сарала ҡатнашыу­сыларға, ил ҡеүәте өсөн хеҙмәт итеү­селәргә уңыштар теләне. Түбәнге Кама ҡалаһының “Халыҡтар дуҫлығы” йорто менән берлектә башҡорттар ҙа ҡайҙа ғына сығыш яһамаған да ҡайҙа ғына милләтебеҙ йөҙөн күрһәтмәгән. Түбәнге Кама муниципаль районы башҡарма комитетының йәмәғәт ойошмалары һәм милли мәсьәләләр буйынса бүлек начальнигы Фәрхәд Сафиуллин да сараға йыйылыусыларҙы тәбрик итте һәм үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа уңыштар теләне.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән милләттәштәребеҙҙе тәбрик­ләп, йәшәгән ерҙәрендә башҡорт халҡы­ның лайыҡлы вәкиле булып, күренекле эштәр башҡарыуҙарын теләнек. Ҡорол­тай­ҙың башҡорт халҡы тарихы комиссия­һы рәйесе Нурислам Ҡалмантаев үҙ сығышында:
– Беҙ милләттәштәребеҙ менән бер ҡасан да бәйләнеште өҙгән юҡ, киләсәктә лә шулай бер-беребеҙгә терәк булып, фе­кер алышып йәшәргә, эшләргә кәрәк! Төбәк башҡорттарының шәжәрәләрен тө­ҙөп, Башҡорт автономияһының 100 йыл­лығы уңайынан конкурстар уҙғарырға, тамырҙарыбыҙҙы барларға тәҡдим итәм, – тине.

Сараға Татарстан ҡалалары һәм ра­йондарынан делегаттар килде. Ҡазан, Байлар Сабаһы, Яр Саллы, Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Бөгөлмә, Әлмәт, Алабуға, Менделеевск ҡалаларынан башҡорттар башта яңы етәксе һайларға йыйылды. Шулай уҡ “Башҡортостан” киностудияһы фильм­дары менән таныштылар.

Татарстан башҡорттары бынан өс йыл элек осрашып, отчет-һайлау йыйылышын уҙғарған. Был сарала улар яңы етәксе тураһында фекер йөрөтөп тә торманы, тиһәк тә була, сөнки Ғәли Әхтәр улының эшмәкәрлеге менән һәр кем таныш. Ул – табип-кардиолог, шул уҡ ваҡытта Татарстан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара һәм конфессия-ара Совет ағзаһы ла. Йыйылған халыҡ бер тауыштан уны үҙенең йәмәғәтселек менән алып барған етәкселек вазифаһында ҡалдыр­ҙы. Шулай уҡ йыйылышта милли ойош­маның Уставына үҙгәрештәр ҙә индерел­де. Сараға йыйылышҡан башҡорттарҙың барыһы ла үҙҙәренең төбәктәрендә башҡорт ойошмаларын етәкләй, әүҙем эш алып бара.

“Башҡортостан” киностудияһы фильм­дарын халыҡҡа кинематографистар Вилүрә Иҫәндәүләтова менән Гөлнур Ильясова алып килгәйне. Режиссер Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” һәм Вилүрә Иҫәндәүләтованың тыуған ергә арналған “Ҡыйыҡтан төтөн сыға әле” документаль картинаһы милләттәштәребеҙ тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Һәр кем тыуған ерен, бала сағын иҫенә төшөрөп ултырғандыр, моғайын. “Еңмеш” тә, документаль әҫәр ҙә тап ошо залда йыйылған кешеләрҙе үткәндәргә алып ҡайтҡандыр. Башҡорт милләте вәкиле өсөн ер ҡәҙере, ер ҡиммәте хаҡында күп һөйләргә кәрәкмәй, беҙ тыумыштан ер йәнле, ер ҡәҙерен белеп донъяға киләбеҙ. Юҡҡа ғына “Һис бирмәгән башҡорт Уралын!” тимәйҙәр бит!

Татарстан башҡорттары Башҡорт­остан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы киң йәмәғәтселек ҡатнашлы­ғында оло сара ойоштороуҙы планлаштыра. Шулай уҡ Татарстан халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен үҫтереүгә һәм һаҡлауға арналған сараларҙы ла даими үткәрергә йыйына.

Милиция полковнигы Камил Зәйнул­лин менән Аҡтанышта танышҡайныҡ. Беҙҙең сәфәр тап Полиция хеҙмәткәрҙәре көнөнә тура килде, шуға күрә барыһы ла уны байрамы менән тәбрик итте, яңы наградаһы – енәйәтте тикшереү тарма­ғының 100 йыллығы уңайынан бирелгән түшкә ҡаҙай торған билдә менән ҡотланы. Камил Хөрмәт улын урындағы халыҡ та, милләттәштәребеҙ ҙә бик хөрмәт итә. Ул профессионаллеге, кешелеклелеге менән ихтирам ҡаҙанған.

Хәүефтәр урап үтһен

Ҡазандан килгән юридик фәндәр кандидаты, Татарстан башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов та килгәйне. Ул төбәктә йәштәр менән әүҙем эш алып бара икән. Ошо көндәрҙә улар брейн-ринг уҙғарып, төрлө милләт йәштәре менән белем, мәғлүмәтлелек буйынса даими ярыштар ойошторорға ниәтләй.

Лиана Илекәева менән беҙ Дим буйы йәштәре йыйынында танышҡайныҡ. Ул үҙенең ҡыйыу сығыштары, яңы идеялары менән хәтерҙә ҡалды. Был юлы ла Татарстан йәштәре ассамблеяһы Советы ағзаһы булараҡ, ул төбәктә башҡорт йәштәренең әүҙем аралашып йәшәүе, Татарстанда уларҙың күпләп белем алыуы тураһында һөйләне.

Гөлшат Әхмәҙиева ла – иң әүҙем йәштәребеҙҙең береһе. Улар бергәләп саралар уҙғара, милләттәштәребеҙҙе туп­лай.

Байҙар Сабаһында башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барған Рәхимә апай Вәлиуллинаны кем генә белмәй икән республикабыҙҙа?! Ул – беҙҙең гәзит уҡыусыһы ла, авторы ла. Матур мәҡәлә­ләре донъя күреп тора. Был сарала Рәхимә апай башҡорт телендә тапшырыу алып барған йәш кешенең кәрәклеге, уның эшен матди яҡтан баһалау тураһындағы фекерҙе әйтте. Рәхимә апайҙы тыңлаһаң, теленең байлығы, матурлығы, телмәренең ҡыҙыҡлы булыуы йәлеп итеп тора. Ул Байҙар Сабаһында бер ерҙә лә араҡы, тәмәке һатылмауын, ә бары тик “Хәрәм” магазинында ғына һатыуға сығарылыуын айырым билдәләп әйтте. Бына ошо рәүешле төбәктә айыҡ аҡыл, сәләмәт рух тәрбиәләйҙәр! Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле “Хәрәм” магазинына унда хәрәм икәнлеген белә тороп атлап ингән кешене! Өлгө булырлыҡ миҫал. Бәлки, беҙгә лә ошо ысулды ҡулланырғалыр?

Аҙнаҡайҙан Фәнзирә Кәлимуллина “Ихлас” фольклор ансамблен һәм “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Ул урындағы халыҡты бейергә лә өйрәтә.

Яр Саллы ҡалаһынан Рәмилә Йосопова “Шоңҡар” башҡорт йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Улар ҙа әленән-әле мәҙәни саралар ойоштороп, халыҡ алдында сығыш яһай.

Бөгөлмәнән килгән Венера Ғоссамова менән Рәйсә Сабитова ла – Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ағзалары. Улар төбәктәрендәге башҡа милли ойошмалар менән аралашып, үҙ-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ идеяларын таратыу менән яна.

Әлмәт башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Линера Кәримова ғаиләһе менән Татарстанға яңыраҡ килеп төпләнгән. Әммә шул арала милләттәштәребеҙ менән танышып, милли рух тәрбиәләү, үҙ-ара аралашыу эштәрен киңерәк йәйелдереү маҡсатын ҡуйған.

Тәлғәт Зарипов төбәктә башҡорт ҡоролтайы ойошторолғандан бирле уның эшмәкәрлегендә бик әүҙем ҡатнаша. Эшҡыуар булараҡ, үҙе лә сараларҙы ойошторорға ярҙам күрһәтә.

Ринат Сөләймәнов – Менделеевск башҡорттары ҡоролтайы вәкиле.

Әле үрҙә һанап кителгән милләттәш­тәребеҙ – башҡорт ҡоролтайының иң әүҙем ағзалары. Бынан тыш, Татарстанда бик күп милләттәштәребеҙ йәшәй, үҙ-ара аралаша, башҡа милли ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә.

Артабан аралашыу, милли аштар менән ризыҡланып, өҫтәл янында дауам итте. Ошонда уҡ милләттәштәребеҙ үҙ хәлдәре, килеп тыуған проблемалар хаҡында һөйләне. Тел уҡытыу буйынса Башҡортостан менән Татарстан республикалары Рәсәйҙең тағы ла ун төбәге менән бергә ҙур эш алып бара. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡара­мағын­дағы Ата-әсәләр комиссияһы ла үҙ һүҙен әйтте.

“Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында лауреат булған Баязит ағай Ишкилдин дә Татарстанда электән йәшәй. Был сарала ул: “Ағай, бейе әле!” – тип әйтеү менән ялындырып торманы, ҡурай моңона өҙә баҫты. Өҫтәл артында барһа ла, был аралашыу нимәһе менәндер элекке мәжлестәрҙе, йыйындарҙы хәтерләтте. Ата-бабаларыбыҙ ҡорға йыйылып, борсоған мәсьәләләр тураһында табында ла һөйләшкән. Бары тик халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарылған эштәребеҙ уң булһын, теләктәребеҙ тормошҡа ашһын.

Рәсәйҙең һәр төбәгендә милләттәш­тәребеҙ, әүҙемлек күрһәтеп, ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра. Башҡортостан үҙ сиратында уларға китаптар, әсбаптар менән генә түгел, милли кейемдәр, музыка ҡоралдары менән дә ярҙам итһә ине, тигән теләктә улар. Өфөлә Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙың етәкселәре менән осрашыуҙа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тап төбәктәргә төрлө саралар ойоштороу, кәрәкле музыка ҡоралы алыу өсөн аҡсалар, гранттар бүленеүе хаҡында әйтте. Милләттәштәр үҙҙәре лә әүҙем булһа ине, тип теләйбеҙ генә түгел, уларҙан мөрәжәғәттәр көтәбеҙ.

Киләсәктә Татарстан ерендә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән аралашыу, уртаҡ ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу дауам итер, әлбиттә. Өлкән быуындың, урта йәштәгеләрҙең генә түгел, йәш­тәрҙең дә әүҙем булыуы бик ҡыуандыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523