Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берлинды ла алдыҡ беҙ...
Берлинды ла алдыҡ беҙ... Германияның Берлин ҡалаһында Викимедианың сираттағы конференцияһы булды. Төбәк бүлексәләре, тематик йәмғиәттәр, ҡулланыусылар төркөмдәре, Викимедиа фонды һәм уның бүлексәләре вәкилдәре йыйылған сарала Башҡорт Википедияһынан ике ирекмән – З. Әйле менән Visem ҡатнашты. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына З. Әйленең сара тураһындағы тәьҫораттарын тәҡдим итәбеҙ.

Бер исем тарихы

Кеше тыуғанда уҡ уның яҙмы­шы маңлайына яҙылып ҡуйыла, ә исеме уның есеменә тап килә, тиҙәр. Әгәр шулай икән, Берлинға барыуым һис осраҡлы түгел, сөнки...
...Мин тыуғас, күрше-тирә, ту­ған-тыу­маса бер аҙна буйына исем эҙләп мәж килгән. Береһенә оҡшағаны икенсеһенә оҡшамай, йә башҡа сәбәптәре табылып, тәҡдим ителгәндәре “брак”ка сығарылып торған. Шулай ҡаңғы­ра торғас, бер инәйем: “Ике инәһе бар, икеһенең дә исеме Зәйтүнә, икеһе лә һуғышта ҡатнашып, Берлинға етеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Әйҙә, шулар хөрмәтенә Зәйтүнә тип ҡушайыҡ, инәйҙәренә оҡшап ҡы­йыу, сая, батыр булһын”, – тигәс, уның дәлиленә ҡаршы килеүсе булмаған. Был тарихты мин бәлә­кәй сағымдан алып әлегә тиклем күпме ишеткәнмендер – белмә­йем, әммә Берлинды мотлаҡ барып күрергә, Еңеү яҡынлашҡас, аҙаш-инәйҙәремдең береһе марлянан балитәкле башҡорт күлдәге тегеп, Еңеү көнөндә бейегән Рейхстаг алдында баҫып тороу хыялы күңелемдә күптән бөрө­лән­гәйне. Юҡҡа ғына, дөрөҫ хы­ял­ланығыҙ, барлыҡ хыялдар тормошҡа аша, тимәйҙәр. Минең хыялдарым Башҡорт Википедия­һы ярҙамында тормошҡа аша!

Иң мөһиме – мөхит!

Үҙемде Википедия хәрәкәтен­дә “динозавр” тип әйтә алмайым, сөнки бындағы стажым йыл ярымға ла тулмай. Дөйөм стандарттар буйынса, мин әлегә “себеш” кенә. Ҡабығынан сығып та өлгөрмәйенсә, хеҙмәттәшлек, структура һәм ойоштороу йәһә­тенән халыҡ-ара ирекмәнлек хәрәкәтенең перспективалары буйынса фекер алышыу сараһы­на – донъяны яуларға йүгергән “себеш”.
Тәү ҡарашҡа бында апты­рарлыҡ артыҡ бер нәмә лә юҡ кеүек, әммә рус теленән башҡа бүтән телде белмәйенсә сит илгә сығып китеү... Ләкин алға барыу өсөн үҫеш кәрәк, бер урында ғына ултырып, бер төрлө эш менән шөғөлләнеп кенә үҫеү мөмкин түгел.
Дөрөҫөн әйткәндә, беренсе көн минең өсөн ысын шок булды, сит мөхит, ят тел. Алға китеп әйткәндә, һуңынан ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңлай башлағайным инде. Бының менән нимә әйтергә теләйем: юҡҡа балаға ғына түгел, кешегә тел өйрәткәндә, шул мө­хиттә йәшәтеү зарурлығын гелән һыҙыҡ өҫтөнә алмай телселәр. Хатта телде белгән кеше лә, икенсе тел мөхитендә йәшәп, һуңынан ниндәйҙер башҡа телдә һөйләм төҙөп әйтеүгә ҡыйын­һына, телде белмәйем, тип уйлай. Был башҡорт телен өйрә­теүгә лә ҡағыла – башҡорт мө­хитендә һәм аралашыу тик баш­ҡорт телендә барғанда, бала уны тиҙерәк һәм нығыраҡ үҙләштерә. Икенсе яҡтан, әле һөйләшә лә белмәгән төрлө милләт балалары үҙ-ара бына тигән итеп аңлаша икән, тимәк, менталь пландағы аралашыуҙы бер кем дә тыймай.

Минимумдан – максимумға...

Викиконференцияла минең программа-минимум булып вики-өләсәйҙәр эшмәкәрлеген күрһә­теү, яңы бәйләнештәр булдырыу, бәләкәй телдәрҙе үҫтереү идея­һын алға һөрөү бурысы торҙо. Украин милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә һәм Башҡортостанға ғашиҡ лингвист, Башҡорт Википедияһына баш­ҡортса мәҡәләләр яҙыусы Виктор Семенюк ярҙамында был бурысты атҡарып сыға алдыҡ, тип уйлайым.
Башҡорт Википедияһында башҡа проекттар ҙа үҫешеүенә ҡарамаҫтан, ни өсөн тап вики-өләсәйҙәрҙе донъя кимәленә сығарыуға өҫтөнлөк бирҙек? Быны, моғайын, бары тик шулай ғына аңлатырға мөмкиндер: башҡа тел бүлектәрендә ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр дөйөм һандың 10-20 процентын ғына алып торһа, БашВикиҙа улар, кире­һенсә, күпселекте тәшкил итә. Шуға күрә презентацияла өләсәй­ҙәргә айырым иғтибар бирелеүе сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һуңынан да бик күп хуплау һүҙҙәре ишетергә насип булды. Шуны ла әйтергә кәрәк, бөгөн презентация Викимедиала урын алды һәм тиҙҙән инглиз телендә Башҡорт Википедияһының вики-өләсәйҙәре тураһында мәҡәлә лә урынлаштырыласаҡ.
Ғөмүмән, Википедияға ирек­мәндәрҙе йәлеп итеү буйынса “Әрмән Викимедиаһы” фәнни-белем биреү ойошмаһы президенты, былтыр “Йыл википедисы” исеменә лайыҡ булған Сусанна Мкртчян менән әңгәмәләшеү ҙә башҡорттарҙың дөрөҫ юлда барыуын раҫланы. “Беҙ, нигеҙҙә, хаҡ­лы ялдағы уҡытыусылар, ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыу­сылары менән эшләргә тырыша­быҙ, сөнки был категорияларҙың ваҡыты һәм ҡыҙыҡһыныуы бар, ә йәштәрҙең ваҡыты юҡ. Уҡы­тыусылар өсөн семинарҙар ойошторабыҙ һәм һуңынан улар мәктәптәрҙә үҙҙәре балаларға википедия тураһында, нисек эш­ләп алып китергә өйрәтә. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡыусылар вики-клубтар ойоштороп, үҙаллы шө­ғөл­ләнә. Уларға һирәк кенә барып сығабыҙ. Беҙ хәҙер һан өсөн түгел, сифат өсөн эшләйбеҙ, яңы теркәлеүсе ирекмәнде ярты йыл күҙәтәбеҙ, уға ярҙам итәбеҙ. Әгәр ярты йылдан һуң ул проектта ҡала икән, тимәк, артабан да эшмәкәрлеген дауам итәсәк. Әгәр ҡалмай икән, тимәк, уға иғтибар бүлеп, ваҡыт уҙғарыу кәрәкмәй, – ти ул. – Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн йәйге лагерҙар ойошторабыҙ. Унда башҡа ил­дәрҙән дә балалар килә. Лагерь эше ата-әсәләрҙең күҙ алдында, унда кире ғәҙәтле кешеләр бө­төнләй юҡ, шуға балаларҙы беҙгә ышанып тапшыралар”. Ысынлап та, кемдәндер нимәлер талап итерҙән алда, башта үҙең өлгө булырға һәм алда барырға тейеш­һең, ә кемдеңдер килеп, нимәлер эшләрен, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртерен көтөп ултырырға түгел. Был йәһәттән Башҡорт Википедияһында тап шундай ирекмәндәр йыйылған – тота ла эшләйҙәр. Хатта халыҡ араһында шундай абсурдҡа барып етеү­селәр ҙә бар: берәй хата күреп ҡалһалар, шунда уҡ шылтыратып йәки Интернеттағы социаль сел­тәрҙәр аша тетмәкәйҙе тетә башлайҙар. Ә һуң уларға үҙҙәре­нә инеп, хатаны төҙәтеп сығырға нимә ҡамасаулай? Википедияла ла шул уҡ милләтте, телде донъя кимәленә сығарыу маҡсатында ваҡыт менән иҫәпләшмәгән ирекмәндәр мәҡәләләр яҙып, төҙәтеп, булмағанды булдырып ултыра бит…
Вики-лагерь мәсьәләһенә килгәндә, республикала күптән инде профилле “Йәйләү” лагеры эшләй. Тимәк, вики-лагерь ойоштороу өсөн тәжрибә уртаҡлашыр кешеләр ҙә бар. Ә инде эште тәүҙә ошо лагерь нигеҙендә, уның программаһына инеп китеп тә башларға мөмкин, теләк кенә булһын.
Конференцияла Викимедиа халыҡ-ара ирекмәндәр хәрә­кә­тенең 2030 йылға тиклем үҫтереү стратегияһына ла (Wikimedia-2030) айырым иғтибар бирелде. Алдан фекер алышыуҙарҙа Баш­ҡорт Википедияһы мөхәррирҙәре бәләкәй телдәрҙе үҫтереү тура­һындағы мәсьәләне документҡа айырым пункт итеп индереүҙе тәҡдим иткәйне. Конференция барышында башҡорт һәм баск викимедиасылары инициативаһы менән Викимедианың Европа халыҡтары телдәрендәге бәләкәй проекттары вәкилдәре, шул иҫәп­тән төрки телле мөхәррирҙәрҙең бер нисә осрашыуы үтте. Телдәр темаһы Ер шарының төрлө мө­йөшөндәге халыҡтарҙа ла мөһим мәсьәлә булып торғанлыҡтан, фекер алышыуҙар төнгә тиклем һуҙылды. Сығыш яһаусылар бер телдең икенселәренә баҫым яһауын, ҡайһы бер илдәрҙәге ҡәбиләләрҙә тел, диалект төрлө­лөгө, хатта яҙма телдең булмауы, техник мөмкинлектәрҙе үҫтереү, мәҫәлән, текст һәм телмәр тәрже­мәселәрен, клавиатуралар булдырыу тураһында һөйләне. Бында Башҡортостан менән парал­лел­дәр үткәреп, шуны билдәләге килә: республикала күптән инде төньяҡ-көнбайыш төбәк өсөн урындағы диалектта гәзит нәшер итеү тураһындағы мәсьәлә күтә­релһә лә, йөк һаман урынында ҡала бирә. Бер нисә тел белгән үзбәк Бохруз әйте­үенсә, Гер­манияның Бавария ерендә уҡыусылар рәсми немец телендә белем алһа ла, диалект булып торған бавар телендә әллә күпме гәзит-журнал нәшер ителә икән. Өҫтәүенә бөгөн бавар телендә Австрияла, Швейцарияла, Венгрияла, Чехияла ла һөйләшәләр. Тимәк, диалектта баҫма матбуғат нәшер итеү проблема түгел...
Конференцияға урап ҡайт­ҡан­да, секция эштәренең береһенән һуң, башҡорттарға яҡшы таныш булған Әмир Аһарони мине эҙләп табып: “Телефонығыҙҙы күрһә­тегеҙ әле”, – ти. “Телефоным ундай “текә” түгел”, – тип көлә-көлә уның үтенесен үтәйем. “Гуглда башҡортса клавиатура бармы?” – тип, ул тиҙ генә эҙләй башлай һәм, кәрәкле уйынсығын тапҡан бала кеүек, шатлығынан ҡыс­ҡырып уҡ ебәрә: “Иҫ киткес!” “Был бета-версияла хатта хәрефләп сүпләп ултырмай, экранда бар­маҡ менән йөрөтөп кенә яҙырға ла була, кәрәкле һүҙ үҙе яҙыла”, – тип күрһәтһәм, Әмирҙең ҙур күҙҙәре тағы ла ҙурайып китте: “Үәт, исмаһам, башҡорттар!” “Ә клавиатураны һеҙҙең Вики-һабантуй буйынса танышығыҙ Илдар Кинйәбулатовтың коман­даһы егеттәре эшләй!” – тинем маһайыбыраҡ. “Телефонда баш­ҡортса яҙышаһығыҙмы?” – Әмир тағы ла һораулы ҡарашын төбәй: “Әлбиттә. Телефонда ла, ноутбук-компьютерҙарҙа ла башҡортса яҙышабыҙ. Кемдең клавиатураһы юҡ, улар нисек ҡуйырға икәнлеген социаль селтәрҙәрҙәге төркөм­дәрҙә белешә, инструкция даими ҡуйылып тора”. Шул ваҡытта халҡымдың Илдар һәм уның командаһы кеүек егеттәре булыуына ниндәй ғорурлыҡ кисергә­немде яҙып ҡына аңлатып булмай. Рәхмәт һеҙгә, алдынғы ҡа­рашлы милләттәштәрем! Ғөмү­мән, “Эстәлек тәржемәсе” (Content translation) ҡоралын эшләү­селәр төркөмөнөң етәксеһе Әмиргә лә рәхмәтем ҙур, сөнки ул Башҡорт Википедияһының презентацияһынан һуң сығыш яһап, БашВикиҙың ошо ҡоралды ҡулланып тәржемә итеүҙең юғары кимәлен һәм система хәбәрҙәрен тәржемәләүҙә ҙур эш башҡа­рыуын юғары баһалап, донъя халыҡтары араһында башҡорт­тарҙың мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе.
Секция ултырыштарында тәҡ­дим ителгән фекерҙәрҙе һәм ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса төрлө кимәлдәге хәүеф аҫтында торған телдәргә иғтибар биреү һәм айырым тематик конференция үткәреү идеяһы ла тәҡдим ителде. Бөгөн Рәсәйҙә 136 тел хәүеф аҫтында тора, шуларҙың 20-һе үле тел тип танылған. Исемлеккә башҡорт теленән тыш адыгей, ҡалмыҡ, удмурт, сыуаш, коми, тыва, яҡут һ.б. телдәр инә.
Шулай уҡ былтыр Езино Лариола (Италия) башҡорт Вики­педияһы хакимы Рөстәм Нурыев тарафынан тәҡдим ителгән Төрки вики-марафонын ойоштороу буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барылды.

“Себештең” “балапанға” әүерелгәне

Тәүге көндәге шок минең өсөн тәүге сирҡаныс булды. Хатта шундай хәл-торош кәрәктер ҙә тип уйлайым, сөнки мейе көсөргәнешле эшләй, организм барлыҡ көстө туплап, хәл-тороштан сығыу юлын эҙләй башлай һәм улар үҙҙәре үк табылып тора.
“Себеш”кә бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ул балапанға әүерелде, тиер инем – әллә күпме халыҡ араһында аҙашманы, юғалманы, тапап китмәнеләр, иҫән-һау – ҡыҫҡаһы, билдәһеҙлек һәм ҡурҡыу этабы артта ҡалды. Тимәк, алда һәр “себеш”те яңы осоштар көтә!
Алға, башҡорт балапандары!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 742

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 866

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 795

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 506

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 158

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 827

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 087

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 199

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 812

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 853

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 648

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 910