Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төштәремдә күреп, ай, ҡыуандым, Өндәремдә шуға йыуандым...
Кеше ғүмерен мин, ниндәй генә оҙайлыҡта булмаһын, бер төҙөк әҫәргә оҡшатам. Иртә киткән ҡайһы бер кешенең йәшәүе тәрән йөкмәткеле мәҡәл кеүек тойола. Бәғзеләрҙең оҙон булмаған ғүмере бай йөкмәткеле әҫәр кеүек иҫтә ҡала… Минең дә һис иҫемдән сыҡмаҫ ағайым (йәшкә минән өлкәнерәк булғанға шулай тием), коллегам, дуҫым бар ине. Тик ҡыҫҡараҡ булды уның ғүмере. Ул – күптәрҙең күңелендә уйылып ҡалған Айрат Ғәйзулла улы Ғафаров. Ошо көндәрҙә уға 75 йәш булыр ине.


Был ағай менән мин үткән быуаттың 65-се йылдарында таныштым. Беҙҙең ғаиләләр Сибай ҡалаһында йәшәй ине. Сибайҙың гөрләп торған сағы. Айрат ағай баҡыр-көкөрт комбинатында эшләй, үҙе тау-байыҡтырыу техникумының киске бүлегендә уҡый. Мин дә ошонда уҡып йөрөйөм. Танышып, дуҫлашып киттек.
Күп тә тормай, икебеҙҙең дә ғаилә Өфөгә күсерелде. Айрат ағайҙарға фатир бирҙеләр, ә беҙ әлегә торлаҡһыҙ. Ағай беҙҙең йәшәйеште күреп йөрөй ҙә эсе боша. Ниһайәт, ике-өс йыл эсендә ғәжәп итерлек комбинация эшләп, мине икенсе урынға эшкә урынлаштырып, беҙҙең ғаиләгә өс бүлмәле фатир алып бирмәһенме! Ике балабыҙ (ул һәм ҡыҙ) менән әлегә төшкә лә инмәгән фатирға урынлаштыҡ.
Айрат ағайҙың тәүәккәллеге байтаҡ егеттәргә ярҙамға килде: күрше подъезда берәүҙәрҙә фатирҙа йәшәгән рәссам егеткә өс бүлмәле торлаҡ алыуҙа туранан-тура ҡатнашты, хор капеллаһында эшләгән ғаиләле егеткә, ауыл хужалығы институтындағы яҡташына икешәр бүлмәле фатир алышып бирҙе. Һанай китһәң, уның изге эштәренең осо-ҡырыйы юҡ ине. Ул бындай ғәмәлдәрҙе “ярҙамға мохтаж халҡым өсөн” тип эшләне.
Нисек кенә өмөтһөҙ яңғырамаһын, бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытына тура килгәндәрҙе бәхетле балалар тип әйтеп булмай. Сабый көйө атайһыҙ ҡалып, ас-яланғас үҫеүҙәр – ул далан түгел. Айрат ағайҙың тормошо бына ошо осорҙан башлана ла инде.
Айрат Ғәйзулла улы 1942 йылдың 25 мартында, атаһы яу яланында саҡта, ғаиләлә икенсе бала булып тыуа. Ағаһы Маратҡа өс йәш. Бер йылдан атайҙары һуғыштан тома һуҡырайып ҡайта. Тормош ауыр, ашау наҡыҫ, кейем юҡҡа тиң. Ә балалар күмәгәйеп китә: һигеҙ малай, дүрт ҡыҙ. Өлкән малайҙарға эш күп эләгә, уҡыу шуға бер сама ғына бара.
Айрат Ғәйзулла улы, Түбә урта мәктәбен тамамлап, Сибайға эшкә китә. Ер ҡаҙыусынан башлап баҡыр-көкөрт комбинатында эшләүгә тиклем өлгәшә. Ятаҡта йәшәгән көйө ҡустыларын, һеңлеләрен алып килеп, кемеһен эшкә, кемеһен уҡырға урынлаштыра.
1965 йылда Айрат ағай үҙ ғаиләһен ҡора. Ике малай үҫтерәләр. 1970 йылдың аҙағында ҡатынын, юғары квалификациялы һәм эшлекле уҡытыусы булараҡ, Өфөгә күсерәләр. Айрат Ғәйзулла улының һөнәри яҡтан үҫеүе ошонда йәшәгән осоронда була. Шул уҡ йылда ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
Айрат Ғәйзулла улы һөнәри техник белем биреү системаһында эшләй. Уның тырышып, сифатлы хеҙмәт итеүе, ярыштарҙа гел беренсе урынды яулап, үҙенең төркөмө менән күсмә Ҡыҙыл байраҡ алыуҙары, минеңсә, бер китап яҙырлыҡ.
Айрат ағай һөнәрле кеше булды: мандолинала, скрипкала, баянда, ҡумыҙҙа уйнай торғайны. Ҡумыҙҙы үҙе эшләп өйрәнде. Шул уҡ ваҡытта ул йырсы ла ине. Бөтә беҙҙең яҡта йырланған халыҡ йырҙарын йырлай торғайны. Яңы йыр ишетһә, отоп алып ҡына барыр ине. Уның репертуарында халыҡ араһында таралмаған дүрт йыр була торғайны. Уларҙы ағай магнит таҫмаһына яҙып ҡалдырған.
1982/83 уҡыу йылының башында арҙаҡлы композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтовтың тәҡдиме буйынса Айрат Ғәйзулла улы Мәскәүгә ГИТИС-ҡа уҡырға китә. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, командировкалар менән бәйле эшкә ҡушалар, әммә ағай ауырыу сәбәпле унда оҙаҡ эшләмәй, кире элекке вазифаһына күсә. Уны Шакшаға яңы асырға планлаштырылған 11-се һөнәрселек училищеһына директор итеп тәғәйенләйҙәр.
Бөтә тырышлығын һалып, яҡшы кадрҙар йыйып алып, училищены йыһазлап, уҡыу башланыу менән асып ебәрҙек. Эш гөрләп китте. Айрат ағайыбыҙ етәксе булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та коллектив уртаһында ҡайнаны. Ул ижади эшләгән кеше ине, бер кәрәк нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Бер генә миҫал килтерәйем. Дәрестә “Ағас тоҡомдары һәм уларҙың үҙенсәлектәре” тигән материал үтелә. Шунда ағастарҙы файҙаланыу мөмкинлектәрен һанап сыҡҡандан һуң ул ағастың тылсымлы музыкаль тауышлы ла булғанын шпондан яһалған ҡурайҙа уйнап ишеттерә икән. Мин коридорҙан үтешләй ишетеп ҡалдым ҡурай тауышын. Ағай моңло уйнай торғайны, шуғалыр инде ҡайһы бер егеттәр илап тыңлаған ҡурайҙы.
Һөнәрселек-техник училищеның директоры булып Айрат ағай алты йыл тирәһе эшләне. Бронхит ауырыуы ҡурылдай быумаһына әйләнеп, көсәйгәс, ул эштән китергә мәжбүр булды. Уға табиптар ҡорораҡ яҡта йәшәргә тәҡдим иткән. “Ауыр хәлдә әллә ҡайҙа йөрөгәнсе, үҙемдең Сибайыма ҡайтам”, – тип тыуған яғын һайлай. Унда хәле һәйбәтләнә алмай, биш йылдан һуң Айрат Ғәйзуллович баҡыйлыҡҡа күсә. Уны тыуған ауылы Ҡолсораға алып барып, атаһы эргәһенә ерләйҙәр. Шулай итеп, ағайҙың үтә бай йөкмәткеле, әммә ҡыҫҡа ғүмер китабы ябылды.
Бергә эшләп, дуҫтар булып йәшәгән кешене мәңгелеккә юғалтыу – ул бөтмәҫ тә, һүнмәҫ тә, һүрелмәҫ тә һағыш, эс бошоу, юҡһыныу. Әҙәм балаһына ошо хәсрәтте лә йөкмәп йөрөтөргә тура килә.

Ә бөгөн мин һине төштә күрҙем,
Тере булыуыңа инандым…
Төштәремдә күреп, ай, ҡыуандым,
Өндәремдә шуға йыуандым.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523