Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Рун яҙмалары
2014 йылдың 8–10 авгусында Венгрияның Кесе Кумания өлкәһендә уҙғарылған V Бөтә донъя төрки халыҡтары ҡоролтайында күтәрелгән мәсьәләләр рәтендә рун яҙмаларын өйрәнеү һәм пропагандалау ҙа булды. Мадъярҙар араһында был өлкәнең халҡы төркиҙәргә хас үҙенсәлектәрҙе нығыраҡ һаҡлай алған. Улар үҙҙәренең ата-бабалары тип боронғо ҡомандарҙы билдәләй. Венгр ғалимдары Йозеф Торма, Дьюла Мессарош, Конгур Мандоки, Тибо Тод, Дюне Лемех һәм башҡалар мадъярҙарҙың төп өлөшөнөң сығышын Иҙел-Урал төбәгенә бәйләй.
Төркиәтсе ғалим Юлиус (Дьюла) Немет Венгриялағы Сарваш, Секлер, Надь-Сент-Миклош, Болгариялағы Силистра, Плиска, Шумен, Казанлык, Румыниялағы Каракол, Карабия таш яҙмаларының төрки сығышын иҫбатлай. Ю. Немет раҫлауынса, рун алфавитының Евразия киңлектәренән Көнбайыш Европаға эләгеп, Дунай буйлап германдарға барып эләгеүен күҙәтергә мөмкин. Был уртаҡлыҡ Алтайҙан алып Скандинавияға тиклемге ифрат ҙур биләмәләргә хас һәм ғәмәлдә уртаҡ төрки-герман рун яҙмаһы концепцияһына нигеҙ булып тора. Дунай буйы рундарының төрки йөкмәткеһе венгр һәм болгар халыҡ­тарының этногенезын өйрәнеүгә лә йоғонто яһай.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ла рундар менән ҡыҙыҡһыныу арта, әммә был эш беҙҙә әлегә энтузиастар кимәлендә генә бара. Мәҫәлән, 50-нән артыҡ рун артефактын асыҡлаған Илшат Бикбулат улы Ейәнбирҙин раҫлауынса, бихисап ҡиммәтле ҡомартҡы – петроглифтар (таш яҙмалар) әрәм ителгән. Күпселек осраҡта улар төҙөлөш ташы сифатында ҡулланылып, юҡҡа сыға. Рун яҙмаларын теркәп, исмаһам, уларҙағы текстарҙы фотоға төшөрөп, каталог нәшер итергә кәрәк.
Ул арала рундарҙы сәхнә костюмдарын, тирмәләрҙе биҙәгәндә ҡулланыу осраҡтары йышая бара. Рундар ҡайһы бер райондарҙың гербтарында ла барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, уларҙы Әлшәй, Асҡын, Борай, Ейәнсура, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлебаш, Хәйбулла, Шаран атрибутикаһында күрергә мөмкин. Башҡорт ырыуҙарының тамғалары ла ғәмәлдә шул уҡ рундар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Әммә уларҙың атамаһын һораһаң, кешеләр, төрлө предметтарға оҡшатып, “ырғаҡ, һәнәк, сүкеш, салғы” һымаҡ яуаптар бирә, йәғни беҙҙә рундарҙың мәғәнәһе онотолған. Был күренеште белгестәр “деградациялаған рундар” тип белә. Күпселегенең формаһы ла үҙгәргән. Кешеләр, ғәҙәттә, ата-бабаларының тамғаһын алып, өҫтәмә элементтар ҡуйып, үҙҙәренә яңы тамғалар эшләй башлай. Боронғо заманда бындай яҙыҡ ғәмәл ҡәтғи рәүештә тыйыла, ә тамғаларҙы боҙғандар ҡаты язаға тарттырыла. Ә тәүге дөрөҫ тамғалар ниндәй булған һуң?
Хәҙерге көндә Ҡытай составында ҡалған һары уйғырҙар әле ХХ быуатта ла рун яҙмаһын ҡуллана. Уларҙың алфавиты Енисей остяктары (хакастар) яҙмаһына яҡын. Хакас рундары 1939 йылда тыйыла, уникаль дәреслектәре тулыһынса юҡ ителә, хакас теле уҡытыусыларының күпселеге лагерҙарға оҙатыла (был турала, мәҫәлән, А. Сол­женицын “Архипелаг Гулаг” китабында иҫкә ала). Ә Енисей үҙәнендәге бихисап рун таш яҙмалары йылғала һыу һаҡлағыстар һәм гидроэлектростанциялар төҙөгәндә емертелә. Ул яҙмаларҙы тәүге тапҡыр 1721–1722 йылдарҙа Рәсәй хеҙмәтендә булған немецтар Даниил-Готлиб Мессершмидт менән Август Страленберг төшөрөп ала һәм 1729 йылда Германияла Готлиб Зигфрид Байер нәшриәтендә иллюстрациялы китап сығара. Рун яҙмаһы теле иһә хакас­тарҙың Бирюса, Ҡыҙыл йылғалары буйында йәшәгән, үҙҙәрен “тадар” тип атаған, антропологик күрһәткестәре буйынса европеоид расаһына ҡараған, ҡиәфәттәре менән башҡорттарға һәм татарҙарға оҡшаған өлөшөндә киңерәк таралған була.
Һары уйғыр легендаһына ярашлы, рундарҙы кешеләргә Борус (Боланташ) тауында йәшәгән Атан-хан (Атам-хан) тарата. Ул ҡатыны Эль-ана менән тау итәгендә йәшәй. Бер заман Атан-хан тау түбәһенә менеп, шунда үҫкән ҡара шыршы олонона үҙ тамғаһын балта менән сабып һала: бер тирәгә өс тапҡыр буйлатып, өс тапҡыр һулдан уңға, өс тапҡыр уңдан һулға ҡыя саба. Ошо рә­үешле туғыҙ һыҙыҡтан торған үҙенсә­лекле геометрик фигура барлыҡҡа килә. Атан-хан бер аҙ уйланып, тағы ла өс һыҙыҡ – был юлы ағас олонона арҡырыға сабып өҫтәргә була. Әммә ошо мәлдә йәшен йәшнәп, күк күкрәп, ямғыр яуа башлай. Балтаһын һелтәп ебәргән Атан-хан, ҡурҡышынан тайшанып китеп, ағасҡа һуға алмай һәм һерәйеп торған осло ботаҡҡа төртөлөп күҙен сығара.
Оҙаҡламай Атан-хан үҙенең 12 (ҡайһы берҙә 16 тиҙәр) улын саҡырып алып, һәр береһенә тамға һайлап алырға ҡуша. Әммә тамғалар дөрөҫ һалынырға һәм тулыһынса Атан-хандың үҙенең туғыҙ һыҙыҡтан торған тамғаһына һыйып ятырға тейеш. Тамғаны боҙорға, айырыуса арҡыры һыҙыҡтар ҡуйырға ярамай. Рундар уңдан һулға теҙеп яҙыла.
Ошо рәүеш тәүҙә 12 (16) тамға барлыҡҡа килә, һуңынан улар арта төшә. Айырым кешеләр, Атан-хандың әйткәндәренә ҡаршы килеп, төп ҡағиҙәне боҙоп, үҙҙәренә теләһә ниндәй тамға уйлап сығара башлай. Тәүге дөрөҫ тамғаларҙың мәғәнәһе лә, рун яҙмаһы ла онотола.
Атан-хан тураһындағы легенда сәйер рәүештә германдарҙың Одинға бәйле мифологияһына тура килә. Уларҙа ла рундарҙы кешеләргә Один бирә. Герман мифологияһындағы Один (Вотан) менән Хелль образдары Атан-хан менән Эль-ана образдарына ныҡ яҡын.
1893 йылда Орхон-Енисей яҙмала­рының серен асҡан Дания ғалимы Вильгельм Людвиг Томсен тәүҙән үк уларҙың герман рундарына яҡынлығына иғтибар итә. Совет ғалимдарынан Сергей Ефимович Малов (Малов С.Е. “Памятники древнетюркской письменности”. М. – Л., 1951) германдарҙың Утхарк (Футхарк) рун алфавитының төркиҙәрҙәге айырым “дөрөҫ рундар рәтенә” яҡынлығын күрһәтә. Уның фекеренсә, германдарға рундар остготтар аша эләгеүе ихтимал. Футхарк алфавитына килгәндә, ул шул уҡ Утхарк алфавитынан ғибәрәт, бары тик әйтеүе уңайлыраҡ булһын өсөн генә латинса Ғ (Ф) хәрефенә тура килгән рун алға ҡуйыла.
Башҡортостанда рундарҙы өйрәнеүгә мохтажлыҡ ҙур. Әммә эште, белгестәр кәңәш итеүенсә, иң боронғо иҫәпләнгән “дөрөҫ рундарҙан” башлау маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр.
“Дөрөҫ” уйғыр тамғалары
Рун яҙмалары
Башҡорттарҙағы “дөрөҫ” тамғалар
Рун яҙмалары
“Утхарк” герман алфавиты
Рун яҙмалары

Уйғыр тамғалары уларҙың боронғо илаһтары исемдәрен йөрөтә. Ҡайһы бер шамандарҙа 12, 16, 24 һәм күберәк илаһ һәм тамға булыуы ихтимал. Мәҫәлән, От-тамға - ут аллаһы тамғаһы һ.б. Ошондай сағыштырма анализ боронғо ата-бабаларыбыҙ ҡулланған рун яҙмалаһын тергеҙеүгә һәм өйрәнеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521