Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәнтөйәк” геройҙары
“Йәнтөйәк” геройҙары
“Көньяҡ Урал” дәүләт телерадиокомпанияһының Магнитогорск филиалы журналисы Гөлдәр Хафизова Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында “Рәхмәт” һүҙен бөгөн әйт!” тип аталған бик матур кисә ойошторҙо. Билдәле булыуынса, бынан 25 йыл элек Магнитогорск ҡалаһында Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең яҙмышын, тормошон, булмышын, рухи ынтылыштарын сағылдырған, туған телдәрендә аралашырға мөмкинлек тыуҙырған “Йәнтөйәк” исемле тапшырыу барлыҡҡа килде. Уның алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы һәм авторы Силәбе өлкәһен арҡыры-буй урап сыҡты, йөҙҙәрсә герой менән аралашты, сағыу тапшырыуҙар әҙерләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йыл ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Силәбе башҡорттарының ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән тапшырыу ябылды.
– Йылдар дауамында иҫ киткес геройҙар менән осраштыҡ, – ти журналист Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы. – Һәр бе­реһенең эшенә һәйкәл ҡойорлоҡ, әммә уларға хатта рәхмәт әйтеүсе лә табылмай. Шағир әйтмешләй, “Үҙ илең­дә башҡорт булыу ауыр түгел, ә һин ситтә башҡорт булып ҡара” тигәндәй, ысынлап та, бүтән өлкәлә башҡорт булыуы еңелдән түгел. Ә минең герой­ҙарым һәр кәртәне үтеп, ауырлыҡтар аша башҡорт рухын юғалтмай, миллә­тенә хыянат итмәй Башҡортостандан ситтә башҡорт булып йәшәүен дауам итә. Нисек һоҡланмайһың да рәхмәт әйтмәйһең! Бөгөнгө кисәне ойоштороу теләге тап бер геройымдың әйткән һүҙенән килеп сыҡты ла. Күрешеп-аралашып торабыҙ, нимәләр эшләүе хаҡында һөйләй. Милләте өсөн күп көс һалыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла юғары тонда һөйләшмәй, тыныс, ипле генә аралаша. Эштәрегеҙҙе милләттәш­тәребеҙ билдәләп үткәндер, тип әйтеп тә өлгөрмәнем, күҙҙәре йәшләнеп: “Хатта рәхмәт тә әйтмәнеләр”, – тип яуап­ланы. Шул саҡта “Рәхмәт” һүҙен бөгөн әйт!” тигән кисә ойошторорға кәрәклеген аңланым һәм үҙемдең геройҙарыма улар иҫән саҡта йылы һүҙҙәр әйтергә тырыштым.
Ысынлап та, үҙ ваҡытында әйтелгән рәхмәт һүҙе ни тиклем ҡәҙерле икән­леген ҡайһы саҡта аңлап етмәйбеҙ шул. Ябай ғына һүҙҙе әйтеүҙән тарты­набыҙ, ә уның ни тиклем оло мәғәнәгә эйә булыуын төшөнөп етмәйбеҙ.
Кемдәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде һуң? Әйҙәгеҙ, улар менән яҡыныраҡ танышып китәйек әле.
Разия Хоҙайбирҙина 55 йыл рәттән Арғаяш районында уҡытыусы булып эшләй. Төбәктә башҡорт кластарын асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә, 1992 йылда Арғаяш педагогия училищеһын тергеҙеү бурысын да яҡташтары тап уға йөкмәтә. Педучилищела ун һигеҙ йыл эшләү осоронда Разия Әхмәт ҡыҙы, башланғыс класс уҡытыусыларына тейешле белем биреү менән бер рәттән, уларҙы эшкә урынлаштырыу, теләгәндәрен юғары уҡыу йортона алып барыуҙы ла шәхсән үҙе башҡара. Белем усағының үҙ бинаһы булмауы, ошо сәбәпле уны ябыуҙан һаҡлап ҡалыуҙы ла үҙ иңендә күтәрергә тура килә етәксе ҡатынға. Әммә ул һынмай, сөнки бала саҡтан фәҡәт үҙ көсөнә таянырға өйрәнә. Ғүмер буйы яҡташтарына тоғро хеҙмәт итә.
Нуриман Шәрәфетдинов тыуған ауылы Ҡолһарыла йәшәй. Әрме сафында десантсы булып хеҙмәт итә, туған колхозында иген үҫтерә. Уны ауылдаштары “Үҙебеҙҙең Мальцев” тип йөрөтә. Башҡалар гектарынан 10 – 12-шәр цент­нер иген алғанда, уның баҫыуын­дағы иген төшөмө 40 центнерҙан кәм булмай. Ауылдаштары бер нисә тапҡыр фиҙакәр хеҙмәте өсөн орденға тәҡдим итә, әммә район хакимиәтендә уның фамилияһын һыҙа баралар. 1992 йылда пай ерҙәрен алып, үҙ эшен аса, шулай итеп, ауылдың тәүге десантсыһы беренселәрҙән булып фермерлыҡҡа тотона. Ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу өсөн бик күп көс түгә, быуа яһай, халыҡты эшле һәм ашлы итә. 2009 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы фермеры” тигән исемгә лайыҡ була. Бөгөн уның юлын улы Альберт дауам итә, тап ул атаһының хыялын тормошҡа ашырып, ауылда мәсет төҙөй.
Зәйтүнә Хәйруллина – 50 йыл эш стажы булған тәжрибәле уҡытыусы. Ул Ҡолой ауылында 47 йыл балаларға белем бирә. Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән, мәктәптә, артабан ауылда музей булдырыуға ҙур өлөш индерә. Утыҙ йылдан ашыу ауылдаштарынан ғына түгел, күрше ауылдарҙан уҡыусылары менән бергә, өйҙән-өйгә йөрөп, боронғо әйберҙәрҙе туплай. Бөгөн Ҡолой ауылында урынлашҡан музей – Силәбе өлкәһендә уникаль экспонаттарҙы туплаған рухи үҙәктәрҙең береһе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: музейҙа ҡуйылған әйберҙәрҙең күбеһенә йылдар ғына түгел, ә быуаттар үткән.
Зәйтүнә Хәйруллина – шулай уҡ өлкәлә берҙән-бер иҫәпләнгән “Ҡолой моңдары” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың да береһе. Бөгөн ансамблдә ун ете кеше шөғөлләнә, улар Арғаяш ерлегендә барлыҡҡа килгән йыр-моңдо йәш быуынға еткерә.
Ейәнсура районының Юлдаш ауылында донъяға килгән Зиннәт Бикбулатовтың да тормош юлы силәбеләр өсөн үҙе бер өлгө булырлыҡ. Медицина фәндәре докторы, академик Зиннәт Төхфәт улы әрмелә хеҙмәт иткән саҡта хәрби табип булырға ҡарар итә, уның был теләген командирҙар ҙа хуплай. Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле хәрби медицина институтына үтмәй, шунлыҡтан документтарын Новосибирск дәүләт медицина институтына тапшырырға мәжбүр була. Бер йыл уҡығас, белемен тыуған яғында дауам итеү маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина институтына килә.
“Уйлап ҡарарбыҙ”, – тигән һүҙ менән уны ике йылдан ашыу ымһындырып йөрөтәләр. Ныҡыш егет алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмай, ҡулына диплом алғас, кәләше менән йәнә тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға теләй. Тырыш, егәрле йәш белгестең теләгенә ҡаршы килмәй Новосибирск ғалимдары, аспирантураға тип тәғәйенләһәләр ҙә, Башҡортостанға ҡайтаралар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яғы йәш белгесте ҡолас йәйеп ҡаршыламай, төпкөл бер ауылға эшкә тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡыттағы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында вазифалы кеше егеттең күҙенә тура ҡарап: “Смотри, ҡара башҡорт малайы, һин – беҙҙең ҡармаҡта. Бында эшләргә һиңә барыбер мөмкинлек бирмәйәсәкмен”, – тип бармаҡ янай. Тура һүҙле ҡара башҡорт малайы юғалып ҡалмай: “Мин барыбер кеше буласаҡмын, минең хаҡта ишетерһегеҙ әле”, – тип ишекте яба.
Ни эшләргә белмәгән белгес йәнә үҙе уҡыған вуз ректорына шылтырата, уныһы был юлы Мәскәү аша Башҡортостандан башҡорт егетен Новосибирскиға ебәреүҙәрен юллай. Бында ул аспирантураға уҡырға керә, эшләп тә йөрөй, тиҙ арала кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йылдар үткәс, Башҡортостандан бер төркөм табип нәҡ уның етәкселегендә бик күп кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Талантлы йәш ғалимды 80-се йылдарҙа СССР Һаулыҡ һаҡлау фәндәр академияһының Себер бүлексәһенә эшкә саҡыралар. Академ-ҡаласыҡта махсус лаборатория төҙөлә, ғалим төрлө эҙләнеүҙәр буйынса эш башлай. Докторлыҡ эшен яҡлай, Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә үҙенең асыштары буйынса төрлө докладтар менән сығыш яһай. Артабан ул уҡытыусылыҡ эшенә күсергә уйлай, төрлө урындарҙан саҡырыу булһа ла, Башҡортостанға яҡын булам тигән уй менән Силәбегә килеп төпләнә һәм Урал дәүләт физик культура университетының анатомия һәм физиология кафедраһын етәкләй. 1989 йылда яҡташтары уны Халыҡ үҙәге рәйесе итеп һайлай. Биш йыл Башҡорт халыҡ үҙәген етәкләһә, артабан ул өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Тап уның тырышлығы менән Силәбелә Башҡорт­остан вәкиллеге асыла.
Мөхәмәтҡолой Кучуков (Ҡолой кантон) тыуған боронғо Сәғит ауылында (рәсми исеме – Иҫәнгилде) “Йәнтө­йәк”тең йәнә сағыу бер геройы йәшәй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Эльвира Мәжитова ауылдаштары өсөн ҙур эш башҡарған – Ҡолой кантонға арналған һәйкәл ҡуйыуҙа уның өлөшө бар. Батыр шәхестең һәйкәле ауылда берҙән-бер социаль үҙәк булған балалар баҡсаһы биләмәһендә урынлашҡан. Ауылдаш­тарының үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған ҡатын үҙе эшләгән балалар баҡсаһында музей ойошторған, халыҡ уңған киленде ауыл старостаһы итеп һайлаған.
Ғәбделхалиҡ Сибәғәтуллин яҡташта­рына “һуҡыр музыкант” булараҡ яҡшы таныш. Үҙ ғүмерендә бер китап уҡый алмаһа ла, бала саҡтан зирәк һәм отҡор була ул. Бигерәк тә йыр-моңға булған һөйөүе күҙ нурынан мәхрүм булған ир-егетте яңыса йәшәргә ҡанатландыра. “Нур” башҡорт-татар һәм фольклор ансамблен булдыра, уға халыҡ исемен алыуға ҙур өлөш индерә. Утыҙ йыл ансамблгә етәкселек иткән осоронда халҡыбыҙҙың ниндәй генә йырҙары башҡарылмай, ҡайһыларын йырсы үҙе лә ижад итә.
Дөрөҫ, сирек быуат эш дәүерендә журналист менән осрашҡан һәм аралашҡан бихисап кешеләр хаҡында яҙыуҙы дауам итергә лә булыр ине. Әммә маҡсат уларҙы теҙеп сығыу түгел. Фәҡәт Арғаяш районында йәшәгән һәм эшләгән, үҙҙәренең йәшәйеше һәм булмыштары менән халҡына хеҙмәт иткән абруйлы шәхестәргә рәхмәт әйтергә теләгән Гөлдәр Хафизова маҡсатына өлгәште.
Силәбеләр өсөн тағы бер оло бүләк­тәрҙең береһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ һандуғасы Рауил Харрасовты алып килеп, уның моңло йырҙарын ишеттереү ине. Йәнә бөгөнгө кисә геройҙарының данлы эштәрен дауам итерлек рухлы Силәбе ир-егеттәренең бер нисәһенә эштәрендә уңыштар, ҡылған ғәмәлдәренең уң һәм аҡ булыуын теләп, аҡ түбәтәй кейҙерҙе. “Йән­төйә­гегеҙҙә яҡташтарығыҙ мәнфәғәтен яҡлаған ил ағалары булып, артабан аҡ түбәтәй кейгән аҡһаҡалдар дәрә­жәһенә етергә насип булһын”, – тине Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы, уларҙы тәбрикләп.
Тапшырыу юҡҡа сыҡһа ла, халыҡ яратҡан һәм үҙ иткән “Йәнтөйәк” геройҙары әле лә Силәбе өлкәһендә йәшәй һәм үҙ халҡына хеҙмәт итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521