Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт зыялыһы өнһөҙ ҡалмаҫ
Милләт зыялыһы  өнһөҙ ҡалмаҫ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостанда бер нисә төбәк ойошмаһы булдырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ноябрҙә Нефтекамала уҙған ултырышҡа Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Пермь өлкәһе, Удмурт Республикаһы вәкилдәре саҡырылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында Төньяҡ төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советының ултырышында ҡайһы бер төбәктәрҙән ҡатнашыусылар булманы, әммә ул ғына йыйындың тулы ҡанлы үтеүенә йоғонто яһай алманы.
Нимә генә тимә, һәр төбәктең үҙенең аҫыл ҡыҙҙары, егеттәре бар. Тап улар ойошманың әүҙем­легенә генә түгел, ә милләт алдында XXI быуат ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итер. Ҡоролтай эшмәкәрлеге – ул намыҫ эше, ата-бабаң, шәжәрәң алдындағы бурысың. Ғөмү­мән, ҡаты талаптар, ҡәтғи бурыстар ҡуйып ҡына ке­ше­ләрҙе асылына ҡайта­рыу мөмкинме икән? Юҡ, әлбиттә. Көсләп асылған күҙҙең нуры булмай, ти халыҡ. Шуға күрә башҡорт ҡоролтайының эшмәкәр­леген, уның менән хеҙ­мәттәш­лекте һәр милләт­тәшебеҙ үҙенең милли тойғоһо менән бәйләһә ине. Бер ниндәй сәйәсәткә лә, шәхси мөнәсәбәттәргә лә ҡарамай, бары тик башҡорт халҡын ошо быуатҡа килтереп еткергән ата-бабала­рыбыҙға рәхмәт хисенән!
Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығын байрам итеү тураһында” Указды тор­мошҡа ашырыу буйынса урындағы әүҙем ағзалар­ҙың тәҡдимен тыңлап, мәҙәни саралар ойоштороу, кәрәк икән, китаптар сыға­рыу, һәйкәлдәр асыу тура­һында һүҙ алып барҙы.
Башҡарма комитет ап­паратының баш белгесе Тәнзилә Ҡотлогилдина “Баш­ҡортостандың милли мәғарифы: бөгөнгө көн проблемалары һәм уларҙы хәл итеүҙең норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәре” тигән сығы­шын­да мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәлә­ләренә ҡағылды. “Рәсәй Федера­цияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ярашлы, һәр бер баланың IX класты бөткәнсе (йәғни төп дөйөм белем алғансы) туған телдә уҡырға хоҡуғы бар. Был положение Баш­ҡортостан Республика­һының “Мәғариф тураһын­да”­ғы Законына ла ингән. Ата-әсәләр быны белмәһә, ошоға ҡолаҡ һалһын һәм ғариза яҙһын. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары туған телдә уҡы­тыуҙы тыймай. Киреһенсә, унда туған телде өйрәнеүгә бәйле талаптар ҡуйылған. Уларға ярашлы, мәктәп баланы әсә телендә иркен аралашырға, грамоталы яҙырға, үҙ телендә төрлө стилдәге текстарҙы яҙа белергә өйрәтергә тейеш.
Бик күп закондар бала­ның туған телен белергә тейешлеген яҡлай. Х-ХI клас­тарҙа ла туған телдәр­ҙе йәки башҡорт дәүләт телен өйрәнеү өсөн ике сәғәт ваҡыт бирелә. Был сәғәттәр урыҫ теленә йәки башҡа федераль компонент предметтарына бүленергә тейеш түгел. 2015/16 уҡыу йы­лынан мәктәптәрҙә “Рә­сәй халыҡтары мәҙәниә­тенең рухи нигеҙҙәре” тигән дәрес инә башланы. Баш­ҡортостан Мәғариф ми­нистрлығының күрһәтмә­һенә ярашлы, был предмет сиктәрендә “Баш­ҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне уҡытылырға тейеш. Балалар баҡсала­рында башҡорт төркөмдәре асыу йәки уларҙағы тәрбиә процесын тулыһынса башҡорт теленә күсереү өсөн ата-әсәләрҙән ғариза кәрәк.
– Рәсәй Федерация­һы­ның Мәғариф һәм фән ми­нистр­лығы туған телдәрҙе уҡытыуҙы хуплай. Ми­нистрлыҡ тарафынан бер нисә вариант уҡыу пландары эшлән­гән. Бер вариант – уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәптәр өсөн, икенсе вариант буйынса уҡытыу урыҫ те­лендә алып барыла, әммә туған телдәр өйрә­не­лә. Туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн аҙнаһына өс тапҡыр сәғәттәр бүленгән. Уҡыу планын мәктәп ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән бергә һайларға тейеш. Талап итегеҙ үҙегеҙ, хөрмәтле милләт­тәштәр. Бөтә закондар ҙа беҙҙең яҡлы, – тине ул, сығышын тамамлап. Ул шулай уҡ район һәм ҡала ҡоролтайҙарының отчет-һайлау йыйылыштарын уҙғарыу тәртибе менән дә таныштырып үтте. Һәр нә­мә үҙебеҙҙән тора, ҡыл да ҡыбырлат­майынса баш­ҡорт теле дәрестәрен сик­ләнеләр, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Балаларҙан бигерәк, был йәһәттән беҙгә ата-әсәләр менән эшләү мө­һимерәк. Күптәр үҙҙәре үк ҡыҙҙарын, улдарын туған телдән мәхрүм итә, үҙҙәре арынмаған кәмһенеү той­ғоһон балаларына ла йоҡтора.
Билдәле сәнғәт эшмә­кәре, Нефтекама филар­монияһы директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайының Төньяҡ төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Рәйес Исмә­ғилев, урындағы эшмәкәр­лек йәнләнеренә өмөт итеп, тарихсыларҙың төбәккә ҙур иғтибар бүлеүен һораны.
Сарала ҡатнашҡан бил­дәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин буш ҡул менән килмәгәйне. Ул Ҡоролтай ағзаларына, ҡунаҡтарға “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабының “Гәрәй” ырыуы томын тапшырып, сығышында ошо төбәктең олуғ шәхесе Илдархан Мутин хаҡында һөйләп үтте:
– Гәрәй ырыуы башҡорт­тары борон-борондан Баш­ҡортостандың төньяҡ-көн­байышында йәшәгән. Ва­риҫ­тары Башҡортос­тандың Илеш, Яңауыл, Краснокама райондарында һәм Татар­стандың Аҡта­ныш, Саллы райондарында көн итә.
Илдархан Мутин Миңзә­лә өйәҙенең Өфө губер­наһында старшина Ибра­һим Мутин ғаиләһендә донъяға килгән. Миң­зәләлә дүрт класлыҡ ҡала учи­лищеһын тамамлаған. Февраль революцияһынан һуң ул Башҡорт милли хәрә­кә­тенең әүҙем ағзаһы булып китә. 1917 йылдың 20 ию­лендә Ырымбурҙа I Баш­ҡорт ҡорол­тайында Баш­ҡорт өлкә шураһы составына алты ағза һайлана, шуларҙың береһе Илдархан Мутин була. III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше барышында Кесе ҡорол­тайҙың предпарламенты составына һайлана.
1918 йылдың февра­лендә Башҡорт хөкүмә­тенең башҡа ағзалары менән бергә ул да Ырымбур губерна хәрби-революция комитеты тарафынан ҡулға алына. Аҙаҡ казак­тарҙан һәм башҡорттарҙан торған частар тарафынан азат ителә. Илдархан Мутин “Тулҡын” йәштәр ойош­маһын тер­геҙеү маҡса­тын­да ойошторолған башҡорт йәштәре конферен­цияһын­да ҡатнаша. Июлдә Баш­ҡорт хәрби советы рәйесе урынбаҫары, сентябрҙә ошо уҡ ойошма­ның рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1919 йыл­дың мартында Баш­ҡорт Хөкүмәте Совет Рәсә­йе Эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән килешеүгә ҡул ҡуйғас, Илдархан Мутин башта Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, ә апрелдән Баш­ҡорт АССР-ы Башрев­комының социаль тәьминәт бүлегенә күсә. Ҡыҫҡа ғүме­рендә ул милли хәрәкәттә байтаҡ эш башҡарып өлгөрә.
Төбәк ҡоролтайы ваҡы­тында барған һөйләшеүҙә тулыһынса уның биогра­фияһын яҡтыртыу мөмкин дә түгел, әммә шуныһы мәғлүм: Илдар Ибраһим улы, Совет власына ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, 1938 йылдың 3 февра­лендә атыла.
Әйткәндәй, ғаиләһенән бер Илдархан Ибраһим улы ғына түгел башҡорт рухиәтендә үҙ эҙен ҡал­дырған кеше. Быйыл йәй Аҡтаныш ерендә Мутин­дарҙың иҫтәлегенә таҡта­таш та асылды. Был эшмәкәрлекте артабан да дауам итергә кәрәк.
Радик Бәхтиев кеүек сәмле, рухлы егеттәрҙе, дөрөҫөн әйткәндә, Баймаҡ районында ла күргәнем юҡ бөгөн. Ул – “Башҡорт ырыу­ҙары тарихы” китабының авторҙарының береһе генә түгел, янып-ярһып мил­ләттәштәренең күңел күҙен асырға ынтылғандарҙан.
– Каманың был яғында ғына түгел, теге ярында ла көтөп тора беҙҙе баш­ҡорт­тар. Бары тик Өфө яғынан, башҡорт тарихсыларынан, етәкселектән дө­рөҫ, аңлы мөнәсәбәт кәрәк, – тине ул берсә әрнеп, берсә боҙҙоң ҡуҙғалыуына һөйөнөп.
Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Марат Ғил­манов райондарҙа һәм ҡалаларҙа йәштәр ҡорол­тайҙарын, мәк­тәптәрҙә балалар ҡоролтайҙарын ойош­тороу тураһында һөйләне. Йәштәрҙе туплау һәм уларҙы йәмәғәт эшенә ылыҡ­тырыу маҡсатынан һәр төбәктә бурыстар, план­дар ҡаралырға тейеш. Әйтәйек, Миәкә районы мәсьә­ләләре Нефтекама­ныҡы менән тап килмәүе лә ихтимал. Иң мөһиме – ҡыйыулыҡ менән ең һыҙ­ғанып эшкә тотоноу. Хәҙер йәштәр әүҙем, талантлы һәм үҙенең милли асылы хаҡында ата-әсәләренә һөй­ләргә әҙер. Шуға күрә төбәктәрҙә йәштәр ойош­маһы булдырыу – ул килә­сәкте хәстәр­ләү генә түгел, ә быуындар бәйләнешен дә нығытыу.
Нефтекама филармо­ния­һындағы сарала ижади коллективтың да сығыш яһауы һис аптырарлыҡ күренеш түгел. Киреһен­сә, улар бөгөн төбәк менән үҙәктең бәйләнешенә асыҡ миҫалдар килтереп фекер йөрөттө. Директорҙың концерт буйынса урынбаҫары Рифҡәт Ғәбделйәновты тыңлауы хатта бик ауыр булып китте:
– Йылына күп концерттар бирәбеҙ, Башҡортостан ғына түгел, Татарстан, Ма­ри Иле республикалары тамашасылары ла – беҙ­ҙеке. Әммә эшмәкәрле­ге­беҙ ха­ҡын­да ваҡытлы мат­буғатта бик һирәк яҙыла. Ә телевидение тураһында һүҙ ҙә юҡ, – тине ул, бик әсенеп.
Филармонияның ҡуйыу­сы режиссеры Ләлә Килсенбаева, республика хал­ҡына мөрәжәғәт итеп:
– Гастролдәр менән кил­һәк, зинһар өсөн, беҙҙең артистарҙың сығышын урап үтмәгеҙ, – тип үтенде. – Республика филармониялары араһында беҙ берен­се­ләрҙән булып “Урал батыр” эпосын сәхнәләш­тер­ҙек. Килеп күргәндәр әҫәрҙе бик ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Төбәктәргә лә уны алып сығырға ниәт­ләйбеҙ.
Нефтекама филармо­ния­һының лекторий етәк­сеһе Рита Ҡара­сурина иһә балалар менән эшмәкәрлек хаҡында һөйләне.
Нефтекама – бик үҙен­сәлекле төбәк. Был яҡта йәшәгән башҡорттарға әле­нән-әле туған тел асылы, башҡорт рухы хаҡында иҫ­тә­ренә төшөрөп тороу зарур. Радик Бәхтиев кеүек егеттәр бар саҡта, бында милләт тамырҙары ҡай­танан барланып, халыҡ үҙ булмышына ҡайтыр.
Ҡоролтай ултырышы барышында Рәйес Абдрахман улының урынбаҫар­ҙары ла һайланды: беренсе урынбаҫар – Гөлфиә Динисламова (Ағиҙел баш­ҡорт гимназияһы директоры), мәктәптәр менән эш­ләү буйынса – Айгөл Йәһү­ҙина (Нефтекама нефть колледжы директоры), йәш­тәр менән эшләү буйынса – Илдус Хафизов (Краснокама районының Иҫке Мош­то мәктәбе директоры). Улар­ға эштәрен­дә уңыштар телә­йек, ха­лыҡты рухи, мә­ҙәни сара­ларға йәлеп итеү эшен киң йәйелдереүҙәрен теләйек.
Сарала Ағиҙел башҡорт гимназияһы директоры Гөлфиә Динисламова уҡыу йортоноң 15 йыллығы һәм Рәсәй киноһы йылы уңа­йынан “Арғымаҡ” республика балалар кинофестивален ойоштороу тураһын­да тәҡдим индерҙе. “Уның поло­жениеһы гимназия сайтында эленгән”, – тине директор. Кем белә, бәлки, гәзит уҡыусылар араһында ла ҡатнашырға теләүселәр табылыр. Башҡарма комитет ултырышы резолю­ция­һына ошо конкурсты уҙға­рыу тураһында тәҡдим дә инеп китте. Әйткәндәй, уны Бөтә донъя башҡорт­тары ҡорол­тайы Башҡарма коми­теты, Мәғариф ми­нистрлығы, Башҡортостан Республи­каһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойоштора.
Төбәктә мәктәптәрҙә уҡыусылар менән эште лә йәнләндермәкселәр. Балалар ҡоролтайы ойоштороп, милли йолалар, байрамдар нигеҙендә ҡыҙҙарҙы, ма­лай­­ҙарҙы тәрбиәләргә ниәт­ләйҙәр. Зыялылар ҙа был яҡтарға юлы төшһә, Ҡорол­тай ағзалары, урын­дағы халыҡ, гимназия уҡыусы­лары менән осрашып, заман һүҙен еткерер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Нефтекама башҡорт гимназияһында балалар матур башҡорт милли уйын­сыҡтарын эшләй. Уҡы­тыусылары Рәшиҙә Рябых, Гүзәл Ғайсина, бер ҡара­һаң, ябай ғына һындар аша уҡыусыларҙы милли кейем, уларҙың тарихы менән таныштыра. “Балаяндар” фән­ни ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Ғари­пова ла баш­ҡорт теле нес­кәлектәрен генә түгел, тел, әҙәбиәт уҡытыусы­һы­ның бу­рысына ярашлы, ҡыҙ­ҙар­ҙы һәм малайҙарҙы милли рухта тәрбиәләргә ты­рыша. “Уҡыусыларҙы һу­ғы­шырға, талашырға, тар­тышырға өй­рәтергә кәрәк­мәй, быға уларҙы Интернет селтәре лә, урам үҙе лә йәлеп итеүе ихтимал, ма­тур­лыҡҡа ылыҡ­тырып тәр­биәләгеҙ”, – ти психологтар. Улар менән һис килешмәй булмай. Япондар юҡҡа ғы­на мәк­тәп­тәрҙә эстетика фәнен үҙләштермәй, ошо рә­үешле улар балаларын яҡ­тылыҡ, изгелек, матур­лыҡ аша барыһын еңергә өй­рәтә. Башҡорт халҡының эти­ка­һы, эстетикаһы – үҙе бер ҡа­ҙаныш. Мәктәптәрҙә ойош­то­ролған балалар ҡо­рол­та­йы ошо хаҡта онотма­һа ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521