Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алаҫ!” тигән оран ишетеп, ҡор тупланы меңдәр ҡәүеме
“Алаҫ!” тигән оран ишетеп, ҡор тупланы меңдәр ҡәүеме Былтыр Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының йыйыны тәүге тапҡыр ойошторолғайны. Улар – мең ҡәүеменең бер тармағы, әммә сараға ҙур ырыуҙың башҡа төркөмдәренә ҡараған вәкилдәре лә йыйылды.

Дим буйы ярындағы майҙан умарта күсе кеүек ҡайнай. Көндөң матурлығы! Ғөмүмән, быйылғы йәй уңған ҡатынға оҡшап тора: йылы, яҡты көндәре менән генә иркәләп ҡалмай, ә емеш-еләге менән дә һыйлай, көслө ямғыры менән дә тәбиғәтте сафландыра, мул бесәнен биреп ҡыуандыра. Тирмәләрҙән йыр-моң ағыла. Нисәмә йыл күрешмәгән туғандар, яҡын­дар, класташтар тап ошондай сараларҙы көтөп, төйәгенә ашҡына.
Борондан йыйындың бәҫен күтәреп, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырыла торған бул­ған. Был байрамда ла йыйылған ха­лыҡты ҡот­лар өсөн иң тәүҙә улар сәхнәгә күтә­релде. Шағир, ғалим Рәшит Шәкүр бын­дай ҡорҙарҙың халыҡтың рухын кү­тәреү, заман ҡуйған һорауҙарға бергәләп яуап эҙләү йәһәтенән бик әһәмиәтле булыуын билдәләне. “Ерҙәре тарихи Баш­ҡортос­тан­дың йөрәгендә урынлашҡан мең ҡәүемен бергә туплаған, дөйөм маҡсатҡа әйҙәгән сара булһын был йыйын!” – тип тамамланы ул сығышын. Ҡырҡ-өйлө мең башҡорт­тарының тәҡдиме менән башлан­ған ҡор, ысынлап та, киләсәктә тотош ҙур ырыуҙың вәкилдәрен туплар сараға әйләнһен.
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, тәбәктәге ҡоролтай башҡар­ма комитеты етәксеһе Зинур Ғайсин, йыйылған халыҡты ҡотлап, тап ошондай сара­лар милли асылды һаҡлауға булыш­лыҡ итә, тине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡал­мантаев үҙ сығышында халыҡты тәб­рик итеп кенә ҡалманы, ә тарихи үткәндәр менән таныштырҙы. Мең ырыуы башҡорт­тарының алдынғы ҡарашлы, дипломатик сифаттарға эйә булыуын билдәләне.
Шулай башҡорттоң һәр ырыуының күккә сөйөп маҡтарлыҡ яҡтары бар. Бары тик бер-беребеҙҙе күтәрә белеү генә шарт. Космонавт, Рәсәйҙең атҡаҙанған һынаусы летчигы Урал Солтанов та мең ҡәүеме йәшәгән ауылдан. Уны был яҡтарҙа яҡшы беләләр, сөнки Дәүләкән районының Калиновка ауылында ойошторолған аэрокосмик мәктәп уның исемен йөрөтә.
Космонавт, мәртәбәле йыйынға килгән халыҡты ҡотлап, ҡор етәкселәре тарафынан аныҡ эштәр атҡарыла барыуын маҡтап телгә алды.
Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов мәҙәни өлкәлә әүҙем эшләгәндәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Авиация генерал-майоры, профессор, “Луноход” механигы Вячеслав Довгань дә байрамдың ҡунағы булды. Әгәр элегерәк был яҡтарға ҡымыҙ менән дауаланырға яҙыусылар килһә, хәҙер йыһангирҙәр ҙә юл һалған. Мәхмүт Сәлимов менән ваҡытлы матбуғат баҫмаларын уҡыусылар, моғайын, таныштыр ҙа әле. Уның тарихи мәҡәләләре “Ватандаш” журналында даими рәүештә баҫылып килә. Афған һуғышы ветераны, ҡоролтай вәкиле, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы сарала ҡатнашыусы һәр кемгә мөрәжәғәт итеп, ете быуын шәжәрә­беҙҙе тергеҙеп, ата-бабалар тарихынан, рухынан сәм алып йәшәйек тип өндәне.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Аброщенко – төбәктә үткән һәр сарала тип әйтерлек ҡатнаша ғына түгел, ә уларҙың бағыусыһы ла. Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың ҡәбер ташын асҡанда ла ул әүҙемлек күрһәтте. Калиновка ауылын­дағы аэрокосмик мәктәпте ойоштороу башланғысы ла унан сыҡҡан.
Хәйер, ҡор йыйылһын, халыҡ күңел асһын тип йөрөгән кешеләр байтаҡ бында. Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин һәр береһен маҡтап телгә алды, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Мәҫәлән, хеҙмәт ветераны Әмир Арыҫланов көрәшселәр өсөн махсус һарыҡ үҫтереп, һәр йыйынға бүләк итә. Эшҡыуар Йәмил Арыҫланов та – йыйын булһын, халыҡ үҙ-ара аралашһын тип йөрөгән заттарҙан. Һәр эштә берҙәмлек кәрәк шул, быны аңлаған егеттәр, Аллаға шөкөр, бар.
Сәхнәлә рухты күтәрерлек, күңелде үҫтерерлек сығыштар барған арала, ат сабышы ла тамамланды. Ике йәшлек аттар араһындағы ярышта беренсе урынды Айнур Йәнекәев яулаһа (Дәүләкән районының Соколовка ауылы), өлкән аттар сабышында Азат Булатовты уҙыусы булманы (Әлшәй районының Ибрай ауылы). Төбәктең ал­дынғы ҡыҙы, педагог Альмира Абдуллина менән ошо яҡ килене, Ә. Хәкимов исе­мен­дәге йорт-музей директоры Гөлүзә Арыҫ­ланова йәнле итеп алып барған арала ярыштар тамамланып, һәр береһенең еңеүселәре иғлан ителде. Йыр-моң, күңелле бейеүҙәр менән алмашынды майҙан түре.
Тирмәләр эргәһендә ырыуҙың тамғаһы, ағасы, ҡошо, ораны хаҡында мәғлүмәттәр менән бергә тарихи шәхестәре лә күрһәтелгән. Мәҫәлән, ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың аҙашы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әммә ул тарихҡа йәнә бер факт менән инеп киткән: ул рәссам Александр Орловскийҙың “Һыбай башҡорт” картинаһында һынландырылған. Был һүрәт бик күп гәзит-журналдарҙа баҫылғаны булды. Моғайын, иҫегеҙгә төшкәндер.
Йәнә лә йыйындың бер сағыу күренеше – ул “Алпамыша” һәм “Сәлимә” бүләктәрен тапшырыу тантанаһы. Кем һуң улар, тип һорарһығыҙ. Михельсон отряды башҡорт халҡын ауылы-ауылы менән ҡырып кил­гәндә, ирле-ҡатынлы Сәлимә һәм Аллағол Яппаровтар уларға ҡаршы сыға. Әммә яу булып килгән ҡораллы ғәскәрҙе ике кеше еңә аламы ни инде? Хәйер, уларҙың маҡ­саты еңеү ҙә булмағандыр. Халыҡ яҙмы­шын уйлап, ҡолдар түгеллеген иҫбатлау маҡсаты менән сыҡҡандыр улар тиңһеҙ алышҡа. Һөҙөмтәлә һабантуйҙар еңеүсе­һе, баһадир, 1773 – 1774 йылғы Крәҫ­тиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Аллағолдо (1732 – 1774) карателдәр ҡолғаға ултырта, йән биргәс тә халыҡты уның кәүҙәһе эргәһенә ебәрмәй тоталар. Әммә ауылдаштары уны урлап алып, тау башында ер ҡуйынына тапшыра. Алпамыша тауы тип йөрөтәләр бөгөн ул урынды. Сә­лимәнең (1740 – 1774) яҙмышы ла бик аяныслы була: дошмандар уны һөңгөгә ҡа­ҙап, Зәңгәр күл төбөнә һала. Халыҡ уны ла оҙаҡ ерләй алмай, әммә яугир рух­лы ҡатындың кәүҙәһен күл төбөнән сығарып, шулай уҡ хөрмәт менән ер­ләгәндәр. Бына шундай аҫыл заттар исемен йөрөтә йыйын бүләге.
Быйыл “Сәлимә” бүләген – түшел­де­рек­те – шағирә, педагог Рәсимә Ураҡ­си­наның яҡты иҫтәлегенә бағышлап, уның музейҙағы мөйөшөнә бирергә ҡарар иткән ҡор етәкселәре. Түшелдеректе төбәк тарихын өйрәнеүсе, ҡорҙа мең ырыуы тарихы хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп сығыш яһаған Клара Хәмиҙуллина апай эшләгән. Йылы һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән иҫкә алдыҡ Рәсимә апайҙы. Ошо мәртәбәле йыйынды ойоштороу идеяһы менән иң тәүгеләрҙән булып ул янды бит!
Көрәш башланды. Бил һынашырға теләү­селәр күп булып сыҡты. 40 килограм­ға тиклем – Вадим Вилдановты, 50-гә тиклем – Данир Шәмсетдиновты, 60-ҡа тиклем Марсель Ишмөхәмәтовты (барыһы ла Дәүләкән районынан) еңгәндәр булманы. Ололар ара­һында 60 килограмға тиклем – Рәмис Вил­дановҡа (Дәүләкән районы), 70-кә тиклем Рөстәм Һатлыҡовҡа (Ауырғазы райо­ны), 80-гә тиклем Рушан Ильясовҡа (Ауыр­ғазы районы), 80 килограмдан ауырыраҡтар араһында Фәрүәз Хәлиуллинға (Дәүләкән районы) етеүсе булманы. “Алпамыша” бүлә­генә иң көслө көрәшсе Фәрүәз Хәлиуллин лайыҡ булды, уға махсус кубок тапшырылды. Оҙаҡ йылдар көрәш менән шөғөл­ләнгәндәр айырым майҙан тотто. Улар араһында Янур Сәлим­гәрәевте күтәреп һелтәүсе табылманы.
Башҡа төр ярыштарҙа ла ихлас ҡат­нашты халыҡ. Ирҙәр араһында йүгереүҙә Айҙар Миңлеғәлин (Дәүләкән районы), ҡатын-ҡыҙҙарҙа Оксана Муллағәлина (Дәүләкән районы), ҡул көрәше буйынса Линар Насибуллин (Баҡалы районы), гер күтәреүҙә Алмас Әминев (Дәүләкән районы) еңеү яуланы. Сараның бағыусылары һәр төр ярышта еңеүселәргә матур бүләктәр ҙә әҙерләгәйне.
Йырлап ултырған самауырҙар, ҡаҙан­да­ғы аш – үҙе бер йәме инде башҡорт бай­рамдарының! Сафуан хәҙрәт Яҡшығо­лов үҙ заманында кырандаста йөрөгән. Тап шулай егелгән аттарға ла ултырырға на­сип булды килгән ҡунаҡтарға, атта йө­рөргә яратҡандарға. Ситтән ҡарап тор­һаң, хатта ғәжәпләнеп уйлап ҡуяһың: был ни­сән­се быуат әле ул, әллә ысынлап бо­рон­ғолар сыҡтымы икән бөгөн йәйләүгә тип...
Ул арала сәхнәгә саҡырып, туйҙарының юби­лей­ҙарын үткәргәндәрҙе, алдынғы эшсән­дәрҙе тәбрикләнеләр. “Берҡаҙан” ҡурай­сылар ансамбле, “Әхирәттәр” фольклор төркөмө сығыштары, Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән районы һәүәҫкәрҙәре моңо Дим йылғаһы үҙәндәренә тулды.
Киләһе йылдарҙа тотош мең ырыуы йыйынын ойоштороу ниәте менән янған ҡор етәкселәренә Аллаһ Тәғәлә яҡты теләктәре тормошҡа ашыуын насип итһен. Бындай саралар дауамлы булыуы менән ҡәҙерле.

МЕҢ ҠӘҮЕМЕ

Һауаларҙы ярып бер һүҙ осто:
“Алаҫ!” – тине берәү алыҫтан.
Ҡояш нурҙарылай, яҡты оран,
Үткерерәк ауаз ҡылыстан.

“Алаҫ!” – тине ҡор башының йәне,
“Алаҫ!” – тине илдең атаһы:
Еткерҙеләр ҡәүем ҡәлебенә
Боронғоноң һүҙен, батаһын.

Ҡәнзәфәрҙең тоҡомдары ҡайҙа?
Ҡайҙа уландарың, Иҙеүкәй?
Сарсағандыр вариҫ тауышына,
Замана аһәңенә был еркәй!

Туҡтар бейҙең нәҫел ебе – бында,
Ошо ерҙә ҡәбере хәҙрәттең.
Алпамыша бында алышҡан бит,
Сәлимәнең йыры – үҙәктә.

Күл, ҡырҡ-өйлө, ҫубый, меркет, ҡобау,
Әлшәй мәргәндең был ырыуы.
Күҙ алдыма килә Дим буйында
Яҡты тирмәләрҙе ҡороуың.

Зиһен айҡай “Шарлы урман” йыры,
“Йыйын ғына халыҡ бер булһаң”...
“Алаҫ” тигән оран торғоҙорлоҡ
Сабып барған саҡта һин ауһаң.

Балаҫ-балаҫ кеүек сәхрәләрҙә
Көн иткәндә халыҡ ирәйеп,
Ерһеҙ иткән, шаңҡыҙата һуҡҡан
Хәмер генә тигән иргәйел.

Заманалар ирҙе һынаһа ла,
Сураҡайҙың ҡалған тоҡомо.
Бөгөн күрҙем ҡарсығаһын сөйөп,
Һауаларҙы ярған уҡсыны.

Илем минең, эй, ҡәҙерле төйәк,
Башҡорт донъяһында бер усаҡ.
Асылыкүл тулҡындары йыры,
Балҡантауҙың ҡылғандары моңо
Беҙгә тарих һөйләп торасаҡ.

Заятүләк зирәклеген халыҡ
Бетеү итеп һалған йөрәккә.
Һыуһылыуҙың иргә тоғролоғон
Асылында ҡыҙҙар йөрөтә.

“Алаҫ!” – тигән оран яң(ғы)рау менән
Ҡырҡ эшемде ташлап ҡырҡ яҡҡа,
Йөрәк ҡуҙын илтәм милләт яҡҡан
Халыҡ ғәме тигән усаҡҡа.

“Алаҫ!” – тигән оран ишеткәндә
Һынала ул беҙҙең тоғролоҡ!
Беҙҙә ул – ғәм,
Беҙҙә – яҡты ғәмәл
Дауылдарға ҡаршы торорлоҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523