Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Камил йәмғиәттә камил кешене күрге килә”
“Камил йәмғиәттә камил кешене күрге килә” Нескә күңелле шағирә, заман проблемаларын оҫта һынландырған драматург, үткер ҡәләмле, тос фекерле публицист Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Был уңайҙан яҙыусы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Иң тәүҙә, Гөлшат апай, һеҙҙе күр­кәм юбилейығыҙ менән ҡотларға рөх­сәт итегеҙ. Тәүге һорау: был дата һеҙҙе ҡыуандырамы?
— Рәхмәт. Кисерештәргә килгәндә, ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғо бөгөн мин­дә. Берҙән, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр, ошо йәшкә еткәндә лә үҙемде йәш һәм азат рухлы итеп тоям. Яҙмыш мине һан­далдарҙа сүкене, ут-ялҡынында көйҙөрҙө, шулай уҡ бәхет-шатлығын да йәлләмәне. Ләкин байтаҡ ғүмер кисереп тә, аҡлан­маған өмөттәрем, бойомға ашмаған хыялдарым етерлек. Баш баҫып ижад итергә аҡылым да, ваҡытым да етмәне. Тормошомдо үҙемсә ҡора алманым. Былары инде үкендерә. Әммә мин күберәк алға ҡарап йәшәргә өйрәнгәнмен, кисәгегә ҡарағанда бөгөнгөм һәм иртәгәм ҡәҙер­лерәк. Үкенестәр тулы үткәнеңде уйлап, балауыҙ һығыуҙан файҙа юҡ.
— Ижади тормошоғоҙҙоң ҡайһы дәүерен емешле тиер инегеҙ?
— Йәш саҡта, хәйер, унан һуң да йылдар буйы бер юл да яҙмай ваҡыт уҙғарҙым. Журналистиканы күҙ уңында тотмайым, был өлкәлә, киреһенсә, һәр даим әүҙем булынды. Яҙыусы хеҙмәтенең тәмен әле саҡ тоя башланым. Төрлө жанрҙа байтаҡ әйбер яҙып ташланым. Ваҡыт-ваҡыт менән миндәге икенсе Гөлшат еңеп китә, әлбиттә, йә бәйләмгә тотонам, йә берәй нәмә те­гергә ултырам, китапты күп уҡыйым. Шулай ҙа ижадты онотмаҫҡа тырышам. Яҙыу менән түгел бит әле, әҫәрҙәреңдең донъяға сығыуы шарт. Был йәһәттән бик уңдым тип әйтә алмайым, сөнки ижад кешеһе өсөн үтә мөһим булған сифаттар — ны­ҡышмалылыҡ, үткерлек, ҡыйыулыҡ — юҡ миндә. Был бик ҡамасаулай. Моронома һуғып сығаралар икән — ул ишекте ҡабат асмаҫҡа тырышам, күңел тыныслығым мөһимерәк.
— Драматургияға ҡарашығыҙ нисек? Ҡайһы бер нәмәне шиғырҙа, мәҡәләлә, прозала әйтеп бөтөрөп булмаймы әл­лә? Һеҙ, ғөмүмән, үҙегеҙҙе таптығыҙ­мы?
— Театр минең өсөн һәр ваҡыт изге, сихри донъя булды. Әле пьесалар яҙмаҫ элек үк. Фажиғәле яҙмышлы атайым актер булған. Ә ғаиләбеҙ һәр саҡ актерҙар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Ҡасандыр атайым менән бергә эшләгән Хәшиә Абыҙ­гилдина, Биби Мәһәҙиева, Ғәшүрә Ирназарова, Кифая Хәбибуллина, Ҡәйүм Әйүпов, Мәрйәм Ямалетдинова менән Фәтхелислам Ғәләүетдинов беҙҙе онотманы. Һуңғараҡ уларға ҡорҙаштарым Зифа Баязитова, Хисмәт Дәүләтов һәм баш­ҡалар ҡушылды. Ә инде үткән быуаттың 90-сы йылдар уртаһында, һәләтле режиссер Сәлихйән Әфләтуновтың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, үҙем пьесалар яҙа башланым.
Ҡайһы бер режиссерҙарҙың “Пьеса юҡ!” тигән зары асылда маһайыу ғәләмәте. Драматургтар ҙа, бына тигән пьесалар ҙа етерлек. Бөтә бәлә шунда: бөгөн режис­серҙарҙың күбеһе драматургтан әҙер спектакль көтә. Ә спектакль яһау — ул сәхнә оҫтаһы эше. Иң мөһиме — пьесала ха­лыҡҡа еткерерҙәй фекер, мәғәнә булырға тейеш. Драматург спектакль яҙа алмай, һөҙөмтәлә режиссер тапалып бөткән, ҡырылмаһа ҡырҡ театрҙа ҡуйылған әҫәргә мөрәжәғәт итә. Үҙең ижад итеүгә ҡара­ғанда, әҙер хәрәкәтте ҡабатлау күпкә еңелерәк бит.
Билдәле сәнғәт әһеле Азат Нәҙер­ғоловтың әйткәне хәтеремдә. Һәйбәт режиссер телефон белешмәһенән дә шәп спектакль тыуҙыра, тигәйне ул бер заман... Һинең һорауыңа шулай тиер инем: мин шиғырҙа әйтелгән фекеремде — проза аша йә булмаһа драмала күрһәтелгәнде публицистикала еткерә алмайым кеүек. Үҙемде төрлө жанрҙа һынап ҡарарға ынтылыуҙан түгел, күңел ихтыяжынан сығып яҙам әҫәрҙәремде. Үҙ-үҙемде та­быуға килгәндә, үҙем өсөн күптән табыл­ғанмын. Ләкин мин оҙаҡ, бик оҙаҡ йәшә­йешкә, донъяға мөнәсәбәт өлкәһендә “меньшевик” булдым, йәмғиәттә нығынған ҡайһы бер ҡараш-фекерҙәр әле булһа күңелемдә ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәт тыуҙыра.
— Бөтәһен күтәреп һуғып, тыуған яғығыҙға ҡайтып киттегеҙ. Ауыл халҡы нисек ҡаршы алды? Ҡәләмде һәнәккә алмаштырып, дәртләнеп кәзә аҫрай инегеҙ бер заман. Аҙаҡ төңөлдөгөҙ...
— Ауыл халҡы мине бик һәйбәт ҡар­шыланы. Кешеләр бит миндә яҙыусы йә журналисты күрмәй, ауыл ерендә тыуып-үҫеп, үҙ тамырҙарына әйләнеп ҡайтҡан ҡәҙимге ҡатын-ҡыҙ, хужабикәмен улар өсөн. Бәлки, бәғзе бер сәйерлектәрем кемгәлер оҡшап та етмәйҙер — уныһы ҡараңғы. Ләкин үҙемде ауыл халҡынан, йорт, хужалыҡ мәшәҡәттәренән бушамаған бисә-сәсәнән һис тә айырып ҡарай алмайым. Мин дә улар һымаҡ донъя көтөргә тырышам. Әлбиттә, ғүмер буйы еңел бул­маған ауыл тормошон һөйрәгән кеше­ләр­ҙәге таһыллыҡ, өлгөргәнлек етешмәйҙер — быныһы башҡа мәсьәлә.
Һауын кәзәләре генә түгел, һыйыр, һа­рыҡ та аҫрап ҡараным. Бөгөн тауыҡтан, эт-бесәйҙән башҡаһы юҡ. Мал-тыуар то­тоуҙан төңөлмәнем, берәй яҡҡа юлланһам, хужалыҡты ҡалдырып китеүе ауыр. Унан, мал аҙығы йылдан-йыл ҡиммәтләнә. Ошо ике сәбәп арҡаһында әлегә кәртәмдә мал юҡ. Хоҙай бөгөнгө һаулығымдан айыр­маһа, һыйырлы булыу хыялынан һаман төңөлмәйем, сөнки ауылға ла бит мин өҫтәлдә үҙем етештергән ризыҡ булһын өсөн ҡайттым. Илдең көрсөккә терәлерен, ҡала ерендә бәләкәй эш хаҡына йә пенсияға йәшәп булмаҫты алдан һиҙҙем. Ә журналистың хеҙмәте нисек баһа­ланғанын үҙең беләһең...
— Ә был ижадҡа ҡамасауламаймы?
— Ҡамасаулай. Ғөмүмән, ижад кешеһе бай булырға, икмәк хаҡына ҡайҙалыр хеҙмәт итеүҙән азат булырға тейеш. Тәби­ғәттән бирелгән һәләтен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә тулыһынса бағышлар өсөн. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ундай шарттар юҡ. Тимәк, йәшәү хаҡына йәмғиәткә, ошо шарттарға яраҡлашырға тура килә. Һәм быны ҙур бәлә һымаҡ ҡабул итергә лә кәрәкмәй, бөгөн һин ҡураны тиҙәктән таҙартырға, ҡар көрәргә, ҡоҙоҡтан һыу ташырға дусар ителгән икәнһең, быны үҙ яҙмышың итеп ҡарау һәм яратып башҡарыу мөһим. Шулайтмағанда тормошоң түҙеп торғоһоҙға әйләнәсәк.
— Сәйәси күҙәтеүҙәр, публицистик мәҡәләләр яҙған кеше булараҡ, бөгөн ауыл халҡының йәшәйешенә ниндәй баһа бирер инегеҙ?
— Мин ул баһаны былтыр “Башҡортос­тан” гәзитендә донъя күргән “Ауыл кешеһе яҡлауға мохтаж” исемле мәҡәләмдә бир­гәйнем инде. Өҙлөкһөҙ хаҡтар артыуы, осо-ҡырыйы күренмәгән иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек, баҫыуҙарҙың һөрөлмәй-сәсел­мәй ятыуы һәм башҡа сәбәптәр ауыл тормошона ла үҙенең ауыр мөһөрөн һала, әлбиттә. Мал, ҡош-ҡорт аҫрауы һаман ҡыйынлаша, яғыулыҡ өсөн түләү көс еткеһеҙгә әйләнде, йәштәр өсөн эш юҡ. Шулай ҙа, минеңсә, ауылда үҙ хужалығың менән йәшәү (әлбиттә, сәләмәтлегең булһа) еңелерәк. Һәр хәлдә бәрәңгене, йәшелсә-емеште үҙең үҫтерә алаһың. Ә инде мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтһәң, бер ниндәй көрсөк тә ҡурҡыныс түгел. Тәбиғәт шарттары ыңғай торһа инде. Бөйөк Туҡай әйтмәксе, ҡояш ваҡытында йылытып, ямғыр ваҡытында яуһа...
— Яҙ етеү менән баҡсағыҙҙа юғала­һығыҙ. Хатта яҙыу эше лә ошо осорҙа һүрелеп тора шикелле. Был шөғөл ҡандан киләме?
— Эйе, иртә яҙҙан ауыл кешеһе тышҡа сыға. Мин дә шулар рәтендә. Баҡса эше көтөп тормай, бөтәһен үҙ мәлендә атҡарыу мөһим. Мөмкин булған бөтә төр йәшелсә-емеште үҫтерергә тырышам. Ҡайтҡаны бирле бер нәмә лә һатып алғаным юҡ, шөкөр. Ҡалала йәшәгәндә лә баҡса үҫ­терҙем-үҫтереүгә, еләгем бик уңа тор­ғайны, һуған-помидорым... Тик Өфөлә баҡсаңа ялда ғына барып әйләнәһең, йөрөүе йыраҡ, юлға киткән аҡса үҙен аҡламай.
Бәләкәй саҡтан баҡса, яҙын алма һәм сейә сәскәләренә күмелеп ултырған йорт хаҡында хыяллана торғайным. Иҫемдә, өй алдындағы кескәй генә текмәгә (беҙҙең ауылда шулай атай инеләр) муйыл, әлморон, ҡарағат ултыртҡайныҡ ҡустым-һеңлем менән. Миңә 8-9 йәш булғандыр. Яҙ көнө шул ҡыуаҡлыҡтарҙың сәскәгә күмелеүе йәнгә рәхәтлек бирер ине. Ул заманда беҙҙең халыҡ баҡсаға артыҡ иғтибар итмәне. Бәрәңгене күп итеп сәсә торғайнылар, йәшелсә-емеш ҡарарға ваҡыттары ла булмағандыр, бәлки, Магнитогорскиҙан белештәр ҙә тоҡ-тоҡ йәшелсә-емеш ташыр ине. Колхоздарҙың гөрләп торған мәле, эш күп. Унан хужа­лыҡтарҙа дөйөм баҡсалар бар.
Әсәйем ғүмер буйы һатыусы булып эшләне, өйҙә уны иртәле-кисле генә күрҙек. Ә бына ҡулынан йорт гөлдәре шәп үҫә торғайны. Яран, тамсы гөл, раузалар гел сәскәгә күмелеп ултырҙы. Гөлдәрҙе ярат­һам да, минең ҡулдан улар бик үҫә һалып бармай. Баҡса сәскәләрен дә һирәк сәсәм, унда ла иң әрһеҙҙәрен. Ауылда матур итеп сәскә үҫтереүселәр бар, улар менән ярыша алмайым. Уның ҡарауы, йәшелсәм емерелеп уңа.
— Һеҙ тормоштоң бөтөн яғы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ: сәйәсәт, иҡтисад, фәлсәфәүи мәсьәләләр... Шул уҡ ва­ҡытта үтә нескә күңелле ҡатынһығыҙ. Һеҙҙе илатыу өсөн күп тә кәрәкмәй...
— Минең йәш саҡтағы ҡушаматым да “илаҡ” бит. Йылдар үтте, яҙмыш та ярайһы ғына түпәләне, ә бына күңелем һаман әүәлгесә, һаман юҡ-барға һыҡтайым. Дөрөҫөрәге, ул минең өсөн юҡ-бар түгел, башҡалар күҙлегенән генә шулайҙыр. Әйтәйек, бөгөн булһын дорфалыҡты, тупаҫлыҡты, ике йөҙлөлөктө күрә алмайым, ошаҡты, һүҙ йөрөтөүҙе, хәйләне ҡа­бул итмәйем. Тимәк, “меньшевик” булып ҡалам, сөнки бөгөн генә түгел, ғөмүмән, әүәл-әүәлдән әле юғарыла мин атаған һыҙаттарға эйә була алған әҙәмдәр был донъяны үҙҙәренә теге йә был яҡҡа бороп йәшәгән, йәшәй. Мин иһә яраҡлашырға өйрәнә алманым. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә асыҡлыҡты, тыныс, илтифатлы, ихтирамлы мөғәмәләне яратам, кешеләр иһә һәр даим был талаптарға яуап бирә алмай. Шәхси тормошомдан уңмауым ошоға бәйлелер, тим. Ни өсөндөр эргәмдәге кешеләр минең уларға игелекле, иғти­барлы булыуымды икенсе төрлө ҡабул итте һәм миңә күҫәк күтәрҙе. Үҙ сиратымда, таш менән атҡанға таш бәрә белмәһәм дә, аш менән дә яуап ҡайтара алмайым, йәғни миһырбанһыҙлыҡты кисерергә көсөмдән килмәй.
— Был дуҫтарға ҡағыламы?
— Ҡағыла. Шуға ла йылдар үтеү менән дуҫтар ҙа кәмей. Шөкөр, бөгөн эргәмдә мине аңлағандар етерлек. Мин улар менән фекерҙәш тә, көрәштәш тә түгел. Һәр ҡай­һыбыҙҙың донъяға, кешеләргә үҙ ҡарашы. Бер-беребеҙҙең күңел торошон, холоҡ-фиғелен ихтирам итәбеҙ, йылдар һынауы үткән дуҫтарымды минең эргәлә бер нәмә тота: беҙ бер-беребеҙҙең хәсрәтенә борсолоп ҡына ҡалмайбыҙ, тәү нәүбәттә, ҡыуаныстарыбыҙ уртаҡ, беребеҙҙең уңы­шы икенсебеҙҙе шатландыра. Мин дуҫтар тоғролоғон ошонда күрәм. Һинең бәхетле мәлеңде күреп, ҡара янған әҙәмде нисек дуҫ итеп ҡабул итәһең? Йәнә ситтәр ара­һында дуҫтарыма һүҙ ебәрмәйем, уларҙы хағынан да, нахағынан да ҡурсаларға тырышам. Улар ҙа шулай. Ә ярҙам хаҡында әйтеп тә тормайым... Хәйер, мин дуҫта­рымдан ярҙамды күберәк күрәм, шуға борсолған мәлдәрем бар.
— Дуҫлыҡта фекер уртаҡлығы мөһим түгелме ни? Танылған балалар яҙыусыһы Айһылыу Йәғәфәрова ме­нән әхирәттәр икәнлегегеҙҙе бөтәһе лә белә. Һеҙҙе ижад бәйләмәйме ни?
— Эйе, беҙҙе 45 йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләй. Әммә Айһылыу менән мин гел ҡапма-ҡаршы сәйәси-ижтимағи позицияла торҙоҡ. Йәшерәк саҡта ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә инек, хәҙер киҫкен темаларҙы урап үтәбеҙ. Унан башҡа ла уртаҡлашыр-һөйләшер әйбер етерлек. Минең өсөн иң мөһиме — уның тоғро дуҫ була белеүе. Башҡа дуҫтарым хаҡында ла шуны әйтер инем.
— Нәҫелегеҙҙә зыялы кешеләр бик күп, ә остазығыҙ тип кемде әйтә алаһығыҙ?
— Һәр береһен. Зыялылар булған кеүек, тик тормош тәжрибәһенә, ҡара эшкә таянып йәшәгән, хатта ҡулына китап алырға бик яратмаған туғандар ҙа бар. Мин уларҙан да нимәгә булһа ла өйрәнәм. Олатай-өләсәйем, әсәйем иһә китаптан, йыр-моңдан айырылманы. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт бай китапхана, өйөм-өйөм пластинка булды. Мәрхүмә әсәйем мине ниңәлер яҙыусы итеп күргеһе килде. Бәлки, үҙенең йөрәк төпкөлөндә күмелеп ҡалған хыялын миндә бойомға ашырырға теләгәндер. Ул бик матур шиғыр яҙа ине, тик берәүгә лә күрһәтмәне. Бер шиғырын урлап район гәзитендә баҫтырғайным, өйҙән ҡыуылып сыҡтым. Фәйрүзә һеңлем менән төнө буйы типографияла шиғыр аҫтындағы имзаны юйып ултырҙыҡ, һис юғы яҡын-тирәләге ауылдарға әсәйемдең фамилияһы юйылған гәзит эләкһен өсөн. Әсәйем вафат булғас, мин ул шиғырҙарҙы тапманым. Күрәһең, алдан хәстәрләгән...
— Һеҙҙе белгән байтаҡ кеше менән аралашырға тура килде. Үҙегеҙҙе йә яраталар, йә бөтөнләй ҡабул итмәйҙәр. Бының сәбәбен аңлата алаһығыҙмы?
— Был бит тәбиғи. Аҡылы, холоҡ-фиғеле менән әүлиәгә торошло Ғәлиә өләсәйем: “Айға ла, көнгә лә ярап булмай”, — тиер ине. Кемде лә булһа бөтәһенең дә ҡабул итеүе йә яратыуы — мөмкин булмаған хәл. Йәш саҡта, әгәр берәүгә лә зыяның теймәһә, дошманың да юҡ, тимәк, тигәнерәк яңылыш фекерҙә була торғайным. Һуңғараҡ аңланым: хатта фәрештәнең үҙе булһаң да, дошмандар табыла. Шуға күрә бөтәһенең дә үҙеңә ҡарата ыңғай мөнәсәбәтенә өмөт итергә кәрәкмәй.
Мине яратыусыларға рәхмәт, тимәк, беҙҙе күңел ептәре бәйләй. Ҡабул итмәүселәргә һис бер үпкәм юҡ, тимәк, улар үҙҙәрен минән юғарыраҡ, аҡыллыраҡ, һәләтлерәк тип иҫәп­ләй. Һәм уларҙың мине үҙ итмәүенә тыныс ҡарайым. Әгәр ни менәндер уларҙың һарыуын ҡайнатам икән — быныһы инде минең проб­лемам түгел.
— Күпселек һеҙҙе пацифист тип белә...
— Эйе, шулай. Тарихтан белеүебеҙсә, ҡат-ҡат һәр төрлө фажиғәләргә тарыуына ҡарамаҫтан, кешелек донъяһы тыныс йәшәргә өйрәнә алмаған. Тимәк, кеше — иң белекһеҙ йән эйәһе. Бәндәләр күңеленән көнсөллөк, дошманлыҡ, яһиллыҡ кеүек иң ҡурҡыныс сифаттар юҡҡа сыҡһа, бәлки, ерҙәге тормош та башҡасараҡ, матурыраҡ булыр ине. Ҡан ҡойош, бәрелештәр, бер-береңде күрә алмау бөтөр ине...
— Был утопия түгелме?
— Утопия. Әммә һәр яҡлап камил йәмғиәттә һәр яҡлап камил кешене бик күрге килә.
— Һеҙҙеңсә, иң оло бәхет нимәнән ғибәрәт?
— Татыу, берҙәм ғаиләнән. Бәхетте тәү нәүбәттә матур ғаиләлә күрәм.
— Шуға ҡарамаҫтан...
— Эйе. Шуға ҡарамаҫтан, үҙем ундай ғаи­лә ҡора алманым. Был, моғайын, идеалист булыуыма бәйлелер. Минеңсә, ғаиләлә тупаҫлыҡ, бер-береңде кәмһетеү, ҡул йә тел менән рәнйетеү кеүек күренештәр булырға тейеш түгел. Үҙем һәр ваҡыт бүтән кешене рәнйетеүҙән ҡурҡам, хатта миңә зыяны тейһә лә. Бер ваҡытта ла үсләшмәйем, яратып еткермәгән кешемә лә аламалыҡ теләмәйем, уның хәсрәтенә ҡыуанмайым. Әгәр ярҙамға мохтаж икән, мине дошман күргәнгә лә ярҙам итергә тырышам. Тәбиғи, үҙемә ҡарата ла шундай уҡ мөнәсәбәт көтәм. Әммә “ғаиләлә һауыт-һаба шалтырамай тормай” тигән әйтем минең өсөн түгел. Һауыт-һаба шалтырай башлаһа, йә булмаһа екеренеү-кәмһетеүҙәр, уға өҫтәлеп ҡул күтәреүҙәр китһә, күңелем ҡайта, ул әҙәмдән ваз кисәм. Ғөмүмән, бер-береңде рәнйетеп, өҫтәүенә бер-береңдән биҙгән көйө бер ҡыйыҡ аҫтында ҡайһылайтып йәшәмәк кәрәк? Ғаиләлә, хеҙмәт коллективтарында үҙ-ара мөнәсәбәт бары тик ихти­рамға, әгәр ихтирам булмай икән, тыныс аңлашыуға, әҙәпле мөғәмәләгә ҡоролорға тейеш, тигән ҡарашымдан тайпыла алмайым. Үҙең беләһең эшләгән осорҙа минең тап ошо сәбәпле илағандарымды... Һәм был минең өсөн юҡ-бар түгел.
— Һеҙгә элегерәк тыуырға кәрәк бул­ғандыр...
— Йәшерәк саҡта миңә шулай ти торғай­нылар. Ләкин бит әүәле лә, хатта рыцарҙар заманында әҙәм балаһы бөгөнгөнән әллә ни айырылмаған, бәғзе мәл ҡанһыҙыраҡ, аяу­һыҙыраҡ та булған. Тимәк, минең хыялымдағы йәмғиәт, кешеләрҙең үҙ-ара миһырбанлы мөнәсәбәте — тотош утопия.
— Һеҙ музыканы бик яратаһығыҙ. Ул һеҙҙең өсөн нимә?
— Минең өсөн — тотош йыһан, тәбиғәт. Бөтә донъя музыканан ғибәрәт. Япраҡ шауы, тамсылар тамыуы, боҙ китеүе, ел иҫеүе... Ул гел аһәңле, моңло ғына түгел, дәһшәтле ауаздары ла, йән тетрәткес ноталары ла бар. Музыканың бер генә ағымын да кире ҡаҡмайым, хатта ауыр рокты ла. Төрлө музы­каның әҙәм психикаһына төрлөсә тәьҫир итеүе ихтимал, әлбиттә, ләкин беҙ күңел торошона, ошо минуттағы халәтебеҙгә ҡарап, музыка төрөн үҙебеҙ һайлайбыҙ. Рок-музыкала, әйтәйек, агрессия ғына күреү бигүк дөрөҫ түгелдер, сөнки был тәңгәлдә шәхестең, айырыуса йәш кешенең тормоштағы ғәҙел­һеҙлеккә, камилһыҙлыҡҡа ҡаршы баш күтә­реүе сағыла. Мейенең ул протесты ҡабул итеү-итмәүе — бөтөнләй икенсе мәсьәлә.
Халҡыбыҙҙың боронғо көйҙәрен яратам. Бәләкәй саҡта олатайым менән өләсәйем ҡайҙа барһа ла мине ҡалдырманылар. Ҡыш көндәре кейем өҫтөнән толопҡа, дебет шәлгә урайҙар. Ә мин сана табандарының ҡарҙа шыуышып, ғәжәйеп бер моң тыуҙырыуына иҫем китеп барам, мең төҫтә йымылдашҡан ҡар бөртөктәрен йә күктәге сағыу йондоҙҙарҙы күҙәтәм. Ул заманда мәжлестәр эскеһеҙ уҙа ине. Йырлашалар, ҡурайҙа уйнайҙар. “Урал”ды ишетеүем була, күҙҙәремдән йәш аға башлай. Сабый күңелем менән әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар кисерәм. Моғайын, ул ҡандан килгәндер. Моңло йыр, моңло көй мине бөгөн дә илата. Айырыуса классик музыка. Донъя кимәлендә — Бетховен, Бах, Гендель, Огинский...
Әйткәндәй, беҙ башҡорт композитор­ҙарының классик әҫәрҙәрен бөтөнләй бел­мәйбеҙ. Ә бит үҙебеҙҙең арҙаҡлы компози­торҙарыбыҙҙың һушты алырлыҡ симфониялар, соната һәм кантата, баллада һәм сюиталары бар! Ни өсөн улар донъя кимәленә күтәрелмәй? Сөнки күтәреүсеһе юҡ. Һәйбәт тәржемәселәр булмау арҡаһында әҙәбиәтебеҙ ҙә республика сигенән бигүк сығып китә алмай. Башҡорт халҡының иң оло фажиғәһе — уның аҙ һанлы булыуында ғына түгел, ә ойошҡанлыҡ, берҙәмлек, бер-береңде хәстәр­ләү булмауҙа. Форсаттан файҙаланып, шуны өҫтәгем килә: бөтәбеҙ ҙә яратып тыңлаған “Юлдаш” радиоһы һис юғы аҙнаһына бер генә сәғәтте Хөсәйен һәм Морад Әхмәтов­тарҙың, Мәсәлим Вәлиевтең, Роберт Ғәзи­зовтың, Заһир Исмәғилев, Салауат Низаметдинов һәм башҡаларҙың классик әҫәрҙәренә бүлһә, минең кеүек төпкөлдә, мәҙәни мөхиттән ситтә йәшәгәндәр өсөн иҫ китмәле ҡыуаныс булыр ине.
— Ниндәй маҡсаттар тора алдығыҙҙа? Әйтелмәгән рәхмәт һүҙҙәре?
— Бурыстар күп инде ул. Хоҙайҙан бала­ларымдың, ейәнсәрҙәремдең, яҡындарымдың сәләмәтлеген һорайым, ил-йорт тыныс тор­һон. Әгәр ошо һаулығымдан айырмаһа, алдыма ҡуйған маҡсаттарҙың күпмелер өлөшөн үтәп өлгөрөрмөн тип өмөтләнәм. Рәхмәтте үҙ мәлендә әйтеп ҡалырға тырышам. Бына бөгөнгө әңгәмә өсөн “Башҡортостан” гәзитенә сикһеҙ рәхмәтлемен.

Лилиә НУРЕТДИНОВА
әңгәмәләште.



Һанламаным …
Һанламаным данды,
исем-атты…
Һанаманым төшкән аҡсаны.
Шуғалыр ҙа кеҫә тишек булды,
Донъяма ла байлыҡ аҡманы.

Табынғаным булды ай ҙа ҡояш,
Һағынғаным булды игелек.
Кешене лә матур күңеленә
Ҡарап баһаланым иң элек.

Дөрөҫ йәшәнемме был донъяла?
Үкенеүҙән инде ни файҙа?!
Ошо халәтемдән айырма, тип
Һыйынырға ҡала Хоҙайға…

Гөлтләп китер…

Кәүҙәм һаман ергә эйелә бара,
Еңел түгел ғүмер йөктәре.
Күңелдәрҙе һағыш өтөп ала,
Яңғыҙ ҡалһам көҙгө кистәрен.

Табандарым ергә тейер-теймәҫ,
Йүгерек инем әле яңыраҡ.
Абыныуҙан хәҙер бигерәк ҡурҡам,
Аҙымым да шуға һағыраҡ.

Ә йөрәгем…
Йөрәк — йөрәк инде,
Зәңгәр күккә һаман талпына.
Гөлтләп китер кеүек,
Берәй осҡон
Килеп тейһә уға саҡ ҡына.

Унда…

Бөгөнгөмдән
Мин төшөмә ҡасам…
Тороп торһон барыһы ла,
Хәл итмәҫтәй мәсьәләләр,
Һағыштарҙың һарыһы ла.

Унда минең
Ғәзиз кешеләрем…
Унда донъя нурлы.
Бала сағым үткән изге нигеҙ,
Ырыҫтың да ҙуры.

Унда бөтәһе лә
Алда…
Йәшәлмәгән ғүмер,
Һөйөү саҡ-саҡ бөрөләнә генә,
Дуҫтар — дошман түгел.

Иңдәремдә унда
Ике ҡанат…
Үҙем йәп-йәш, тилбер.
Күтәреләм сикһеҙ йыһандарға –
Керләнмәгән күңел.

Самаһы юҡ яҡты
Тойғоларҙың…
Мин төшөмә ҡасам,
Ул арала һаман һайығая
Ғүмер кәсәм…
Яҡыная баҡый донъя.
Унда — Әсәм…

Китә дуҫтар…

Ҡара ҡоҙғон булып,
Йәнде сүкей
Араларҙан дуҫтар китеүе.
Ошо микән яҙмыш шаярыуы,
Ошо микән ғүмер үтеүе?!

Әүәлерәк мең йыл йәшәһәм дә,
Туймаҫ кеүек инем.
Был донъяға мөхәббәтем һүнмәҫ,
Ул — ғүмерлек, тинем.

Әле бына ғәжәп итеп ҡуям:
Йөҙ йыл йәшәү хатта һиҫкәндерә.
Йәнде һалып тамуҡ уттарына,
Китә дуҫтар, китә…

Һыуыҡ…

Телевизор һүнде.
Радио ла…
Ҡолаҡтарҙы яра
Ҡара тынлыҡ.
Үткәндәрҙең
Үкенес ауаздары
Сүкей мейене
Тызып-тызып.
Тынлыҡ…
Децибелдар ғына
Үлсәй алмай
Тынлыҡ тауышын…
Һыуыҡ…
Һыуыҡ…
Күңелемде йәнә
Шомға һала
Ауыр тынлыҡ,
Тормай тынып
Тынлыҡ…
Һыуыҡ…
Иртәгәмдең
Яҡты өмөттәрен
Селпәрәмә һуға
Ҡара тынлыҡ…
Тышта эт өргәне
Ишетелде…
Баҫып килгән
Ауыр ауаздарҙы
Үтте ҡыҙып…
Йәнә тынлыҡ.
Ҡабыҙам радионы…
Йыр аҫтында
Йоҡо эленә
Керпектәргә…
Сигенә тынлыҡ,
Ҡосаҡлайым
Мендәремде…
Һыуыҡ…

Тауҙан төшөү…

Тауға күтәрелеү
Еңел түгел.
Әҙәм балаһы ла
Ауа-түнә
Күтәрелә шулай
Тормош тауына.
Юлдарына ята
Мең кәртәләр…
Һөрлөгә ул,
Абына…
Эләгә хыянат,
Ялған ауына…
Үрмәләй шулай
Йәшәү тауына.
Мең ҡат еңелерәк
Аҫҡа төшөү…
Үҙенән-үҙе
Йүгерә аяҡтар.
Ғүмер байышына
Әҙәмдәрҙе
Әйҙәй сире,
Һөйрәй ғазаптар.
Мең ҡат еңел
Аҫҡа тәгәрәүе…
Мең ҡат йәһәт,
Күҙҙәр эйәрмәй.
Иң-иң аҫта
Инде һинең өсөн
Ваҡыт атлы
Уҫал бер уҙаман
Баҡыйлыҡтың
Атын эйәрләй…

Үҙе бәхет…

Мин — бәхетле, тиһәм,
Ышанмайҙар…
Ситтәр уйлауынса,
Инде күптән
Боғалаҡҡа башым
Һалырға тейеш.

Бәғзе берәүҙәргә
Бигерәк ҡыҙыҡ
Булыр ине, ахыры,
Был күренеш.

Ышанмайҙар
Ихлас күңелемә,
Яҙмышты еңгән
Еңмеш түҙемемә,
Күҙ йәшемдең,
Алсаҡ көлөүемдең
Ялған түгеленә —
Ышанмайҙар, тимәк,
Үҙемә…
Ышанырҙар инеме икән,
Мин — бәхетһеҙ, тиһәм?
Моғайын, юҡтыр…
Йөҙ, мең сәбәп килтерерҙәр ине
Раҫлау өсөн
Минең бәхетемде…

Ҡатырмағыҙ әле
Башты юҡҡа…
Илай-көлә
Ошо Ерҙә йәшәү —
Үҙе бәхет инде…

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521