Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙ милләт бер милләткә әйләнәме?..
Йөҙ милләт бер милләткә әйләнәме?..
Тәбиғәт ҡанундарына ярашлы, ишәк – ат, һыйыр – мышы, бүре айыу була алмай. Был донъяла һәр йән эйәһенең, үҫемлектең – үҙ орлоғо, үҙенсәлеге, сифаты, тәғәйенләнеше. Бал бал булғаны өсөн тәмле үә шифалы, миләүшә сәскәлеләр ғаиләһенән сыҡҡанға матур, алтын тамыр дарыу үләне тылсымы менән һуғарылғанға тәнгә дауа. Тәбиғәт мең төрлө тереклеге, үҫемлеге, бер-береһенән төҫө, һыны, рәүеше менән айырылып торғанға йәмле һәм ғәжәп.


Ә һурпаһы ниндәй һуң? Үтә лә тоҙло-боросломо?

Кешелек донъяһында ла нәҡ шулай: төрлө халыҡ – төрлө нәҫел, аҡ, һары һәм ҡара раса, тән-кәүҙә, сәс, ҡиәфәт, ғәҙәт, холоҡ, булмыш, һәләт, тел-лөғәт... Төҫ-башы, килбәте, фиғеле, зат-зәүере, заң-йолаһы башҡа япон – финға, һинд – эс­тонға, ҡытай – латышҡа, ғәрәп – немецҡа, тажик – грузинға, урыҫ негрға әйләнмәй. Һәр ҡайһыһының асылы, ризығы, заңы тәбиғәтенән, тирә-яҡ мө­хитенән һәм нәҡ үҙенсә, ғөрөф-ғәҙәтенсә. Әммә ҡайһы бер “йомро баштар”, әүермән һымаҡ, азиатты ев­ропеоидҡа, Европа кешеһен Азия затына әүерел­дермәксе. Бындай юҫыҡтағы сы­ғыштар матбуғатта ла кү­ренгеләне. Уларҙың авторҙарына ошо урында Аҡмулласа кинәйәләп:
Һайыҫҡан, хаким булып, тутый
булмаҫ;
Күк ишәк, ҡорҙаш булып, моңдаш
булмаҫ;
Йәр булып, юха йылан юлдаш булмаҫ;
Сарата йондоҙ Кәүәс булмаҫ;
Күк тимер ҡайрау менән алмас
булмаҫ;
Сәғәтте алға бороп, төн көн
булмаҫ...
— тип әйтке килә.
Хәҡиҡәт фәҡәт Хоҙай Тәғәләнән. Һәр нәмә уның ҡөҙрәте менән яратылған, меңәр йылдарҙан һуң да ҡайын – ҡайын, айыу – айыу, негр негр булып ҡала. Ҡасандыр Башҡорт иленә күсеп килгән һарттарҙың зат-нәҫеле, ваҡыт оҙай­лы­лығына ҡарамай, ҡан тартыуы, генетика буйынса тас үзбәккә оҡшап тыуа. Ғаләм серҙәрен төшөнмәйенсә, мин-минлеккә барып, Юғары Аҡылдан өҫтөн ҡыланыу ахмаҡлыҡтыр ул.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә юғары даи­рәләр кимәлендә “Рәсәй милләте” тура­һында һүҙ ҡуйыртып, сафсата һата башланылар. Шулай тим, сөнки сафсата – мәғәнәһеҙ, туҙға яҙмаған һүҙ. Был, төптән баҡҡанда, өр-яңы идея ла түгел. Башҡа халыҡтарҙы урыҫлаштырыу, хрис­тианлаштырыу, уларҙың ерен, илен ба­ҫып алыу сәйәсәте Мәскәү кенәзе, һуңынан урыҫ батшаһы Иван Грозный заманынан килә, шовинистик ҡараш, һыр­малсыҡ үлән кеүек, һис кенә лә ҡоромай. Хәҙер иһә, киҫкен саралар менән “Рәсәй милләте” төшөнсәһен алға һөрөүселәр заман башҡалығына, милләт тураһында әүәлге ҡараштарҙың, логик һығымта­ларҙың иҫкергәнлегенә һыл­танып, был йәһәттән тормош тәжрибәһен, миллилекте аңлатҡан принципиаль ни­геҙ­ҙәрҙе, фекерҙәрҙе инҡар итеп, көс­лөнөкө замана ҡарашынан сығып, ҡул­да­рындағы хоҡуҡтарҙы һәм мөмкин­лектәрҙе үҙ мән­фәғәтенә йүнәлтергә тырыша. Беҙҙеңсә, Юғары Аҡыл хасил иткән нәмәләр, төшөргән төшөнсәләр, ил-йорт, халыҡ һынаған хәлдәр, туплаған ҡиммәттәр һис кенә лә иҫкермәй. Ҡөрьән­дең Әш-Шура (Кәңәш) сүрәһендә әйтел­гәнсә, Күктәрҙең һәм Ерҙең асҡыстары Уның ҡулында... Ул, ысынлап та, барлыҡ нәмәләрҙе лә белә.
Әммә үҙ туҡһанын ғына туҡһан итергә күнеккән, үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн бер саранан да тартынмаған тәкәббер сәйәсмәндәр, бөтә нәмәне фәҡәт урыҫ бизмәненә һалып, Рәсәй биләмәһендә йәшәгән ха­лыҡтарҙың фекерен дә бе­лешмәй, референдум да үткәрмәй, мил­ләттәр өҫтөнә үә башына ”Рәсәй милләте” сиркәүен ҡор­маҡ­сы. Бына уларҙың уйы, мәсьәләне ҡуйышы: “Рәсәй халҡын бер­ҙәм милләт тиергә беҙҙең бөтә ерлегебеҙ бар. Был – беҙҙең тарихи һәм бөгөнгө ысынбарлыҡ”. “Беҙҙең маҡсат шул: илдә йәшәгән бар­лыҡ халыҡтарҙың берҙәй­леген һаҡлап, тулы ҡиммәтле Рәсәй милләтен булдырыу”. “Дөрөҫ итеп үҫ­тер­гәндә һәм бир­гән­дә, хәҙерге заман ҡиммәттәре ни­ге­ҙен­дә Рәсәй мил­ләте идеяһы күп мил­ләтле Рәсәй йәмғиәтен тупларға һәләтле”… Тәү ҡарашҡа ниәт­тәр һәйбәт кеүек. Был – һөҙлөгө генә. Ә һурпаһы ниндәй һуң? Үтә лә тоҙло-боросломо?

Күп милләтле...
урыҫ халҡы


Рәсәй милләте идеяһын ғәмәлләш­терергә ынтылыусы Мәскәү төркөмөнөң дөйөм фекеренсә, ”бөтә Рәсәй тиңлеге принциптарында гражданлыҡ берлеген булдырыу һәм раҫлау – Рәсәйҙең ижти­мағи үҫешенең мөһим йүнәлеше. Рәсәйҙә гражданлыҡҡа һәм Рәсәй дәүләтенеке икәнеңде тойоуға нигеҙләнгән берҙәм сәйәси милләт бар. Илдә милләттәр мәсьәләһе ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршы­лыҡлы булып сыҡты. Рәсәй халҡын граж­дандашлылыҡҡа интеграциялау йыш ҡы­на милләтселек рухы менән һуға­рыл­ған кешеләр төркөмөнөң, урындағы сә­йәси элиталарҙың һәм экстремистик ойошма вәкилдәренең ҡаршылығына осрай. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй берлеге принциптарын раҫлау буйынса аныҡ стратегия эшләү бик актуаль”.
“Рус халҡы – Рәсәй милләте” тигән мәҡәләһендә Виктор Аксючиц “Рәсәй милләте” идеяһының ысын асылын, башҡа халыҡтарҙың иҫәпкә бар, һанға юҡлығын асыҡтан-асыҡ әйтеп һалған: ”Этник сығышына ҡарамай, урыҫса һөй­ләшкән һәм фекер йөрөткән бөтә кеше­ләр – урыҫ. Үҙен урыҫ һанағандар ба­рыһы ла күп милләтле урыҫ халҡына ингән. Урыҫ халҡының күп этник компонентында төп ҡәүемдәр булып, велико­рос­тар (урта урыҫ), малоростар (украин), белоростар (белорус) тора. Шуға ла ”туғандаш” славян халыҡтары, йәғни урыҫтар, украиндар, белорустар,тура­һында раҫлау – зарарлы миф. Урыҫ халҡы үҙе тирәләй Рәсәй милләтен – Рәсәй халыҡтарының тарихи, мәҙәни, сәйәси союзын билдәләй. Рәсәй милләте урыҫ мәҙәниәте нигеҙендә ойоша, сөнки ул һирәк рәүештәге урыҫ асыҡлығында һәм тиҙ эйәләшеп китеүсәнлегендә кәү­ҙәләнгән көслө йыйыу (собор) тенден­цияһына эйә. Шуға ла Рәсәй граж­дан­дары урыҫ телендә аралаша, үҙ-ара йоғонто яһаша, һәм был һис кенә лә уларҙың милли бәҫен төшөрмәй, киреһенсә, кү­тәрә генә... Үҙебеҙҙе Рәсәй милләте менән берҙәй һанап, үҙебеҙҙе урыҫ тип атай алабыҙ. Шуға ла беҙҙең ба­рыбыҙға ла “рәсәйҙәр” түгел, ә “Рәсәй граждандары”, “ватандаштар”, “урыҫ ке­шеләре” тигән мөғәмәлә реаль буласаҡ”.
Был сығыштан аңлашылыуынса һәм уның башҡа сығанаҡтарҙа ҡабатланы­уынса, “Рәсәй милләтенең кендеге, кү­сәре, үҙәге – фәҡәт урыҫ халҡы, сөнки ул ғына һирәк мәҙәни алсаҡлыҡтың, илгәҙәклектең, тынышып йәшәүсәнлектең до­минан­таһы”, йәғни төп билгеһе, сыға­нағы икән. Үҙтәнҡитһеҙ, үҙен саманан тыш күтәргән, һауалы, тәкәббер бән­дәләрҙең ошо белдереүе үҙе үк башҡа милләттәргә юғарынан кәмһетеүле ҡараш­ты раҫлай. Әйтерһең, урыҫ түгелдәр – изге, яҡшы күңелле түгел, ә яһил, яуыз, алама. “Күп милләтле урыҫ халҡы” тиеүҙәре лә – бүтәндәрҙе урыҫ­лаштырыу сәйәсәтенең асыҡ күрһәткесе. Ошо фекерҙәрҙең, ниәттәрҙең тормошсан булмауына эстон, латыш, литвалар­ҙың, украиндарҙың һәм башҡаларҙың һис кенә лә урыҫ ҡәүеменә әүерелергә, Рәсәйгә буйһонорға теләмәүе, үҙ асылы, ирке өсөн ҡәтғи көрәшеүе лә – аныҡ миҫал.

Һандуғас – һандуғас, һинд – һинд, башҡорт башҡорт булыуы менән хозур


Ҡәүем, халыҡ – билдәле бер илдә, дәүләттә йәшәгән кешеләр (Рәсәй халҡы, Америка халҡы, Бөйөк Британия халҡы), йәғни көнитмеш, иҡтисад, мәҙәниәт, сә­йәсәт уртаҡлығы яҡын төркөмдәр (төрки халыҡтары, фин-уғыр халыҡтары, славян халыҡтары). Тимәк, халыҡ – дөйөмләш­терелгән төшөнсә. Ауыл, ҡала, Совет халҡы, аҫаба халыҡ, эшсе халҡы, ирҙәр халҡы ла тибеҙ. Милләт, тиһәк, тарихи яҡтан бер бөтөн булып ойошҡан, булмышы, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, тормош рәүеше, холоҡ-ҡиәфәте, психологик үҙен­сәлектәре, ижады, теле, кейемдәре, аш-һыуы менән айырылып торған аварҙар, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, яҡуттар, татарҙар, удмурттар, монголдар һәм башҡалар күҙ алдына баҫа. Үҙ-ара яҡын, туғандаш славян халыҡтарынан украиндар, белорус­тар һис кенә лә урыҫ милләтен ту­лы­ланды­рырға теләмәне һәм теләмәй, үҙҙәренең асылында ҡалыуҙы хуп күрә. Сағыш­тырып әйткәндә, һандуғас – һан­дуғас, һинд – һинд, башҡорт башҡорт булыуы менән хозур. Милләттәргә Евразия ау-септәһе килешмәй. Беҙ кемгәлер ҡол да, ҡорбан да түгел, башҡорт та – бар та­рафҡа танылған милләт. Аллаһ бойорһа, уның ҡөҙрәте менән маңҡортҡа әйлән­мә­беҙ. Донъя халҡы киләсәктә лә башҡорт балын ләззәтләнеп татыр, ҡурай моңо­боҙҙо хис­ләнеп тыңлар, кейемдәре­беҙҙе, бейеү­ҙәребеҙҙе хайран ҡалып ҡарар.
Аллаһы Тәғәлә аҡты – аҡ, ҡараны – ҡара, йәшелде – йәшел, йәнә ҡытайҙы – ҡытай, белорусты белорус итеп яралт­ҡан. Быны бер генә ҡөҙрәтле батша ла үҙгәртә алмай. Гөлйемеште, бөрлөгәнде, көртмәлене, һырғанаҡты, ҡайын еләген бүре емешенә әйләндерергә маташыу мәғәнәһеҙлек булған кеүек, башҡортто, татарҙы һәм башҡа милләттәрҙе урыҫ­лаштырыу — Хоҙай ҡушмаған эш, йөк­мәт­кеһеҙ үә әһәмиәтһеҙ шөғөл. Әммә ғәмәлдә урыҫлаштырыу сәйәсәте күптән бара, үҙ ауына сорнай, яйлап ҡаныбыҙға, мейебеҙгә һеңдерелә. Әйтәйек, аҫаба еребеҙҙә меңәр йылдар һуҙымында башҡорт атамаһы менән таныулы тауҙа­рыбыҙға, йылғаларыбыҙға, күлдәребеҙгә урыҫ үҙ исемдәрен таға. Урыҫ ҡышы, урыҫ яланы, урыҫ урманы, урыҫ ҡапҡаһы, урыҫ ҡоймағы, урыҫ радиоһы кеүек һүҙбәйләнештәргә ғәҙәтләнеп тә бөттөк. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ хатта фатирҙарында, өйҙәрендә бала-сағаһы, ейән-ейәнсәр­ҙәре менән урыҫса аралаша. Йәнтөйәге­беҙҙә йәнәшәбеҙҙә оҙаҡ йылдар йәшәгән урыҫтар иһә бер генә һүҙ ҙә башҡортса әйтмәй, үҙен һәр йәһәттән беҙҙән өҫтөн тота. Ҡайҙа беҙҙең ҡанбабаларыбыҙға хас ғорурлыҡ, баш эймәүсәнлек, ирек һөйөүсәнлек, рухи ҡиммәттәребеҙгә тоғ­ролоҡ?.. Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры Әнғәм Атнабаев “Мәсьәлә” тигән шиғырында фәһемле итеп яҙғанса:
Һин башҡортмо, һин татармы –
Унда түгел мәсьәлә.
Башҡорттан да, татарҙан да
Урыҫ тыуа – вәт, бәлә!
Бына ҡайҙа мәсьәлә!

Халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡаршы сығыу – аҡылһыҙлыҡ

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында бер социолог этносәйәси хәлдәргә ҡарата ошолай тигәйне: ”Рәсәйҙәге төп милли проблема – ул бик күп тиҫтә йылдар буйы халыҡтарҙың этник кимәленең кәмеүе, һәр этностың үҫеше өсөн бөтә йәһәттән тулы һәм етерлек шарттарҙың тыуҙы­рылмауы”. Хәҙер килеп, бәғзеләрҙең төрлө мил­ләттәрҙең үҙенсәлектәрен, хозурлығын, рухи хазиналарын күҙгә элмәй, һис нин­дәй ерлекһеҙ милләт уйлап сыға­рыуын илдәге 194 ҡәүемдең тамырын ҡороторға, уларға тере һыу урынына үле һыу эсе­рергә ынтылыу тип кенә аңларға мөмкин. Был үҙ-ара аң­лашылмаусы­лыҡ­ҡа, риза­һыҙлыҡҡа, ни­зағҡа, Рәсәй менән Грузия, Украина ара­һындағы һымаҡ мө­нәсәбәт­тәрҙең киҫкенләшеүенә килте­рә­сәк. Тәби­ғәт ҡа­ну­нына ярашлы, урыҫ­тың – урыҫ, украиндың – украин, баш­ҡорттоң башҡорт булып ҡалыуы мең тапҡыр хәйерле.
Башҡортостан дәүләт аграр университетында әңгәмәләшеп ултырғанда, мин урыҫ профессорына ошо һорауҙы бир­ҙем: ”Рәсәй милләтен булдырыуға һеҙ ниндәй ҡараштаһығыҙ?” Ул бик етди итеп шулай тине: “Милләттәр нисек бар, шул килеш ҡалырға тейеш. Бер ниндәй яһал­ма милләт тә кәрәкмәй. Болон да бит төрлө үҫемлектәре, сәскәләре менән матур!”
Әйткәндәй, үҙҙәренең суверенлы илдә­рендә йәшәгән афған, һинд, ғәрәп, монгол, ҡытай, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән кеүек милләттәр һис ҡасан да Рәсәй мил­ләте булмаясаҡ. Был – хәҡиҡәт! Беҙҙән иһә, Рәсәй йылымында булғас, Рәсәй миллә­тен әүәләргә мөмкин. Әммә халыҡ барҙа, хаҡлыҡ та бар. Ә халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡаршы сығыу – аҡылһыҙлыҡ.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кадидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521