Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һауа торошо сентябрҙә бер төрлө генә түгел: бер ҡараһаң, сыуаҡ, ҡояш йылыта, көндөң икенсе яртыһында иһә һыуытып ебәреп, ямғыр яуа башлауы ла ихтимал. Шуға бәйле балыҡтарҙың да йәшәү рәүеше үҙгәрә. Улар йылғаларҙа тәрәнгә төшөп ята, күл-бы­уа­ларҙа ла соҡорҙарға йыйылыу­сан.

Шулай ҙа, сентябрь – йылтырма менән тотоусылар айы, тиһәм, хата булмаҫ. Әммә фидерҙы, ҡалҡыуыслы ҡармаҡты йыйып ҡуйырға иртәрәк. Бынамын тигән алабуға, сабаҡ, табан, опто, ҡорман балыҡтарын ҡаптырырға мөмкин. Ҙур йылғаларҙа иһә йәйен эләгеүе ихтимал. Әммә ваҡ балыҡ бик яй ҡаба. Суртан, алабуға, һыла тотоусылар йылтырмаға өҫтөнлөк бирә. Тере селбәрәгә яр буйҙарында һыла эләгеүе мөмкин. Ҡырау төшкән төндәрҙә шамбы ҡаба, уны бер нисә селәүсен ҡуйылған ҡармаҡҡа тотаһың. Бәрҙене, бағрыны йәшенеп тороп ҡармаҡларға кәңәш ителә. Сентябрь аҙағында табан балығын тотоу ауырлаша, әммә етәрлек алырға мөмкин.

Октябрҙе балыҡсылар “бысраҡ” ай тип атай. Быҫҡаҡлап ямғыр яуа, туҡтамай ел иҫә, ай аҙағында ҡары ла ҡушылһа... Был ваҡытта балыҡсылар буласаҡ табышының ҡышлауына ашыға, сөнки бөтөнөһө шунда – тәрәндә, соҡорҙарҙа. Икмәккә лә, селәүгә лә эләгәсәктәр. Кәмәлә ултырғанда, түңәрәктәрҙе емләп ебәрергә була. Һыу туңа башлағас, алабуғаны рәхәтләнеп тоторға мөмкин. Йәйге ҡармаҡтарыңды ҡышҡылыҡҡа майлап һалып ҡуйырға кәрәк.

Ноябрь – ҡараңғы ай. Төнөн ҡармаҡлауҙың файҙаһы юҡ тиерлек. Һалҡын ел үҙәктәрҙе өҙә. Һыу өҫтөндә лә тынлыҡ, балыҡ та ҡарпымай. Тик ротан ғына, ҡомһоҙлоғо сәбәпле, ҡармаҡҡа ла яҡшы эләгә. Ноябрҙә ҡышҡа селәүсен әҙерләргә тотонорға кәрәк. Биҙрәгә тиреҫ, алма, сәй шамаһы һалаһың да шунда яҙ еткәнсе һаҡлайһың.

Был айҙа тәүге боҙ барлыҡҡа килгәс, балыҡ тотҡанда һыуға төшөп киткән кешеләр күбәйә. Бөтә урында ла бер төрлө туңмай бит. Боҙ алты-ете сантиметр ҡалынлыҡҡа етмәйенсә, йылға-күл буйына барырға ярамай. Һәр саҡ иптәш алырға кәрәк.

Ноябрҙә алабуғаның бәләкәйҙәре ихлас эләгә, ҙурҙары иһә яр буйындараҡ, ҡамыш араһында була. Селбәрәгә боҙ аҫтынан суртан, алабуға эләктерергә мөмкин. Флажоклы ҡармаҡҡа (жерлицаға) тере балыҡ ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Боҙ аҫтынан йылтырмаға ла тоторға мөмкин.

Ҡалҡыуысҡа ла эләктерергә була, ырғаҡҡа ҡыҙыл ҡарышлауыҡ ҡуйыу – иң отошлоһо. Ғөмүмән, тәүге боҙ аҫтынан балыҡ тотоу – үҙе бер байрам. Тәүҙә бер генә ҡарышлауыҡҡа тотоп ҡарарға кәрәк. Һуңынан, ихлас эләгә башлаһа, икәү-өсәүҙе ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ кейемдең йылы, уңайлы булыуы ла мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 132

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 190

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 157

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 429

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 453

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 405

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 574

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 394

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 410

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 243

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 369