Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Боҙ киҫәгенең ярҙан айырылғанын да һиҙмәгәнбеҙ...”
“Боҙ киҫәгенең ярҙан айырылғанын да һиҙмәгәнбеҙ...”Ғинуарҙа йылға һәм күл һыуҙарының йылылығы дүрт градусҡа тиклем күтәрелә. Был саҡта балыҡ үҙен тыныс тота, йөҙгөстәрен саҡ ҡына һелкетә. Һулышы ҡырҡа ҡыҫҡара, ҡан йөрөшө аҡрыная, ул йәшәү өсөн бик аҙ энергия түгә. Күптәре ҡыш йәйгә ҡарағанда кислородты ун тапҡырға аҙыраҡ сарыф итә, тән температураһы был осорҙа тирә-яҡтағы һыу йылылығы менән тигеҙләнә.
Балыҡ тотоуҙы башларға була. Боҙ ярайһы уҡ ҡалынайған, сатлама һыуыҡтар ҙа һирәк күренешкә әйләнеп бара. Мин дә балыҡ тотоу ниәтенән Иглин районы биләмәһендәге күлдәргә юлландым. Көн матур, рәхәтләнеп ултырырға мөмкин.
Балыҡсы балыҡсыны әллә ҡайҙан таный тигәндәй, яныбыҙға махсус кейемдә мөһабәт кәүҙәле берәү килеп ултырҙы. Таныштыҡ, хоҡуҡ һаҡлау буйынса юғары уҡыу йортон бөткән, Өфөлә йәшәй, ғаиләле, бер малай үҫтерәләр. Сергей Базуев алсаҡ булып сыҡты, һүҙгә һүҙ ялғанып, байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Бер нисә һорау ҙа бирмәйенсә булдыра алманым.



— Һеҙ, йәш булыуға ҡарамаҫтан, оҫтарған­һығыҙ. Атайығыҙ балыҡсы инеме?
— Юҡ, олатайға оҡшағанмын. Ул өйгә бер ва­ҡыт­та ла балыҡһыҙ ҡайтмай торғайны. Мин уға эйәреп йөрөй инем. Һәр балыҡты нисек, нимәгә тоторға өйрәтте. Хәҙер ҙә бөтәһен хәтерҙә тотам. Ҡайһы бер әйберҙәрен әле лә һаҡлайым.
— Һеҙҙең эш графигығыҙ бик тығыҙ икән. Ҡайһы мәлдә өлгөрәһегеҙ?
“Боҙ киҫәгенең ярҙан айырылғанын да һиҙмәгәнбеҙ...”— Эшләмәгән йәки эш һөймәгән кеше генә ваҡыт таба алмай ул (көлә). Ял көндәре әйберҙәрҙе алдан әҙерләп ҡуяһың да ғаиләң менән тәбиғәткә сығаһың. Саф һауа, һиңә бер кем дә ҡамасауламай, уйҙарыңа бирелеп ултыра бирәһең. Көндөң үткәне лә һиҙелмәй ҡала.
— Ғаилә тигәндән, тормош иптәшегеҙ ҙә балыҡҡа йөрөймө?
— Ҡатыным, малайым был ваҡытта иң яҡын кәңәш­селәремә әйләнә. Ҡышҡы балыҡсы кейем­дә­рен дә алып бирҙем. Бер-беребеҙҙе аңлап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтабыҙ.
— Шулай ҙа ҡайһы миҙгелдә ҡармаҡларға яратаһығыҙ?
— Төрлөсә була инде, ҡайһы бер йылда йәйге балыҡ тотоуға бирелеп китәһең бер тапҡыр ҙур балыҡ эләктерһәң, артабан эреләрен генә тоторға тырышаһың. Миңә ҡалһа, ҡыш ҡыҙығыраҡ. Боҙҙо тишеп алаһың да балыҡтар батшалығын өҫтән генә күҙәтәһең. Бына ҡайҙа ул тылсымлы боҙ аҫты донъяһы!
— Ҡыш балыҡ ҡармаҡлағанда емләү мот­лаҡмы? Әллә селәүсен дә етәме?
— Юҡ, бөтә миҙгелдә лә емләргә кәрәк. Исмаһам, балыҡ эләкмәгән осраҡта ла башҡаларын ашатып ҡайтаһың (рәхәтләнеп көлә). Ысынында иһә ҡыш көнө емләмәй тороп яҡшы табыш тотормон тимә. Йыртҡыс балыҡтарға ғына кәрәкмәй ул.
Ҡыш, әлбиттә, иң мөһиме — йылы кейем. Аяҡ-ҡулыңдан һалҡын үтмәһен. Өшөй башлаһаң, торорға ла ҡайтып китергә кәрәк. Хәҙер кибеттәрҙә ниндәй генә сатыр юҡ, йылы ла, елдән дә һаҡлай. Алты йәштән балыҡҡа йөрөгәс, белеп бөткәнмен инде.
“Боҙ киҫәгенең ярҙан айырылғанын да һиҙмәгәнбеҙ...”— Сергей, әйт әле, балыҡта берәй мажараға осрағаның булдымы?
— Иң иҫтә ҡалған бер ваҡиғаны һөйләйем әле. Яҙ, әле боҙ китмәгән осор. Беҙ күмәкләп балыҡҡа киттек. Йылғаның уртаһы асылған, ситтәге боҙ өҫтөнә мәке уйып ултырҙыҡ та тота башланыҡ. Эй эләгә балыҡ! Шундай ҡыҙығылған, хатта боҙ киҫәгенең ярҙан айырылып киткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Биш-алты метр киткәс, биштәрҙәге арҡан иҫкә төштө. Ярҙағыларға арҡандың осон ташлап, беҙҙе тартып сығарыуҙарын үтендек. Фәһемле лә, ҡурҡыныс та булды ул хәл. 15 йыл йөрөткән арҡанды тәүге тапҡыр шулай һынаным.
— Әйҙә, йәйгелеккә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ҡайһы яҡтарҙа, ниндәй балыҡтар тотаһың? Түләүле күлдәргә йөрөгәнең бармы?
— Йәй йәй инде. Йылы, төндәрен дә ҡармаҡларға була. Һуңғы йәйҙә һаҙан балығын күпләп ҡаптырҙым. Түләүле тигәндән, Дәүләкән районының Ҡаранбаш күле ошо тирәлә иң балыҡлыһылыр, тимен. Өс килонан артыҡ тартҡан ҡорман балығын да эләктер­гәнем булды. Һуңғы осорҙа фидер ҡорамалына өҫтөнлөк бирә башланым әле. Емһалғыстар, ҡармаҡ ише кәрәк-яраҡты әҙерләп ҡуйҙым.
— Ҙур рәхмәт әңгәмәгеҙ өсөн. Һеҙгә уңыштар теләйем.


Автор: Әсләм КАМАЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 2

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә