Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тарих биттәренән Көньяҡ Уралға ғына хас

Халҡыбыҙ балыҡсылыҡ менән борон-борондан мауыҡҡан. Был шөғөлдө айырыуса урманлы, таулы, далалы төбәктәрҙә йәшәгәндәр үҙ иткән.

Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Асы­лыкүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Сыбаркүл, Яҡтыкүл, Тал­ҡаҫ, Өргөндө, йырҙарҙа данланған Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим, Йүрүҙән, Инйәр, Танып, Эйек, Еҙем, Нөгөш, Өршәк, Сәрмәсән, Яйыҡ, Ҡыҙыл, Һаҡмар йылғаларын белмәгән кеше юҡтыр. Уларҙың буйында йәшәгән халыҡтың көнкүреше элек-электән балыҡсылыҡ менән бәйле.
Мәшһүр ғалим С.И. Руденконың “Башкиры” тигән классик хеҙмәтендә балыҡсылыҡҡа арналған айырым бүлек бар. Унда билдәләнеүенсә, XIX бы­уаттың аҙағында, XX быуат башында был шөғөл Кама буйы, Пермь, Себер, Ырымбур баш­ҡорттарының тормошона ныҡлы үтеп ингән булған. Күлдән балыҡ тотоу тәүҙә ирҙәр эше һаналған, XIX быуат аҙағында иһә ҡатын-ҡыҙға ла хас була башлаған.
“Башҡорттарҙа ҡулланылған бәғзе балыҡ тотоу ҡоралдарының үҙенсәлеге, мәҫәлән, еҙә­ләрҙең төҙөлөшө, Башҡортостандың көнья­ғындағы ҡайһы бер күлдәр өсөн генә яраҡ­лаштырылған, – тип яҙған Руденко. – Йәнә айы­рым ысулдар (сыраҡҡа төшөү, һеүән, нәрәтәнең төҙөлөшө) башлыса Көньяҡ Уралдың тау йылғаларында осрай”.
Билдәле булыуынса, балыҡ тотоу ҡорамалдары араһында ау, мурҙа, мәскәү, ҡармаҡ һәм башҡалар бар. Борон һалдау һәм багор һымаҡтары ла булған. Бөгөн иһә уларҙың күбеһе тыйылған.


Димдә бөрөләнгән һөйөү

1847 йылда билдәле яҙыусы С.Т. Аксаковтың “Балыҡ тотоу тураһында яҙмалар”ы донъя күргән. Унда әҙип Башҡортостан йылғалары һәм күлдәрендә йәшәгән төп балыҡтарҙы ентекле тасуирлаған.


Сергей Аксаковтың тағы ла бер яҙмаһында – “Багров ейәненең балалыҡ йылдары” тигән автобиографик китабында – төбәгебеҙгә бәйле урындар бар. Унан өҙөк килтереп үтәйек: “Атайым, иртәгә Дим буйында туҡтарбыҙ, тип вәғәҙә итте. Балыҡ тотоу тураһында быға ҡәҙәр унан ғына ишетеп белә инем. Атайым крәҫтиән лапаҫы аҫтында миңә лә, үҙенә лә ҡармаҡ яһаны. Был минең өсөн үтә ҡыҙыҡлы, яңы эш булды.
Беҙгә мине бик ныҡ яратҡан крепостной крәҫтиән Ефрем Евсеич булышты. Улар атайым менән ат ҡойроғонан ҡыл өҙөп алды ла ҡармаҡ ебе ишә башланы. Ә мин бер-береһенә ялғанған ҡылдарҙың осон тотоп торҙом. Атайым нәҙек кенә итеп еп иште, Евсеич эре балыҡ тотор өсөн тәғәйенләнгән йыуан епте тубығы өҫтөнә һалып сиратты. Унан алдан уҡ әҙерләп ҡуйылған батырғыстарҙы һәм ҡармаҡтарҙы ныҡлап бәйләнеләр, ғүмеремдә беренсе тапҡыр күргән был ҡоралдарҙы бәләкәй генә таяҡ киҫәгенә урап, ҡағыҙға төрҙөлөр ҙә, юғалмаһын өсөн, минең тартмаға һалып ҡуйҙылар...”
Сергей Аксаков ошо сәфәрендә Димдән кескәй генә балыҡ тотҡан. Ҙур тулҡынланыу менән башланған был шөғөлөн ҡартайғансы ташламаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 141

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 208

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 170

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 443

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 469

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 423

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 584

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 405

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 421

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 253

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 376