Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эше ҡаты, икмәге татлы
Эше ҡаты, икмәге татлыБеҙ барғанда баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу эше гөрләй ине. Ни тиһәң дә, өҫтәлдәге муллыҡ яҙлы-көҙлө һалынған тырышлыҡҡа туранан-тура бәйле бит. Быны Благовар халҡы ла яҡшы төшөнә, шуға һис тә һынатырға теләмәй.

"Разгуляй" төркөмөнә ингән "Башкир-агроинвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең район бүлексәһенең һөрөнтө ерҙәре 19 мең гектар майҙанды биләй. Уның етәксеһе Ришат Ғайсин һөйләүенсә, быйыл шәкәр сөгөлдөрө дүрт мең гектар майҙанда сәселгән. Уңыш ҡыуандыра: гектарынан яҡынса 500 центнерға ҡәҙәр барып баҫа. "Заманса агротехнологияларҙы ҡулланып, яҡшы минераль ашламалар индергәйнек – был шуның һөҙөмтәһе", – ти етәксе.
Хужалыҡта сөгөлдөр сығарыуға август аҙағында уҡ төшкәндәр. "Холмер" маркалы ике комбайндары бар, шулай ҙа тағы икәүҙе ситтән – Ставрополь крайынан килтерәләр. Һауа торошо яҡшы торғанда бер комбайн сменаға уртаса 15-20 гектар майҙандағы уңышты йыя. Ләкин техника етешмәүе барыбер үҙен һиҙҙертә,Эше ҡаты, икмәге татлы мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрөн баҫыуҙан сығарыуға йөк машиналарының аҙ булыуы ла бәкәлгә һуға.
Баҫыуҙа хеҙмәтсәндәр өсөн көнөнә өс тапҡыр аш-һыу әҙерләнә. Эш бында ике сменала ойошторолған, хеҙмәт хаҡы килешеү нигеҙендә түләнә. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ.
Хужалыҡтың Санны һөтсөлөк фермаһы "500 ферма" программаһына ингән, бүленгән аҡсаға бында төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Киләсәккә маҡсаттар ҙа елле генә: 2014 йылда инвестициялар йәлеп итеп, һөт үткәргестәр, заманса һыуытҡыстар урынлаштырырға йыйыналар. Әле бөтә көс ҡышҡа әҙерлеккә йүнәлтелгән.
Мал тоҡомон яңыртыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғандар, әле нигеҙҙә ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарға өҫтөнлөк бирелә. Силос һала башлағандар, етәксе һөйләүенсә, быйыл мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ. Хужалыҡта халыҡтың пай ерҙәрен дә файҙаланалар, бынан бөтәһе лә ота – хужаларға ер биләмәһе өсөн тос ҡына хаҡ түләнә. Мал йә мал аҙығы, ашлыҡ менән иҫәпләшеү мөмкинлеге лә бар.
Әммә хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Шуның бигерәк тә үҙәккә үткәне – кадрҙар етешмәүе. Бөгөн хужалыҡта ете ауылдан 130 кеше эш урыны тапҡан. Әммә хаҡлы ялға сығыусылар ҙа бихисап, ошо арҡала эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ тыуа ла инде. Ауыл ере өсөн хеҙмәт хаҡы бында ҡәнәғәтләнерлек – айына 14–15 мең һум самаһы. "Ер эшен үҙ иткәндәргә, тырыштарға өҫтөнлөк бирәбеҙ", – ти Ришат Хәлит улы. Ундайҙар бөгөн дә бар, әлбиттә. Мәҫәлән, хужалыҡта өсөнсө йыл эшләгән комбайнсы Александр Быль. "Башҡарған эшемдән дә, түләнгән хеҙмәт хаҡынан да ҡәнәғәтмен", – тине ул беҙгә. Петр Небыт иһә бында 2003 йылдан тир түгә.
Һауынсы Рәмилә Метлова бөгөн дүрт тиҫтәнән ашыу һыйыр һауа. Уның шәхси ихатаһында ла ҡош-ҡорт, мал-тыуар тулып йөрөй, егәрле ҡатын йәшелсә-емешкә бай баҡса үҫтерергә лә ваҡыт таба. Улы Руслан үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, ҡыҙы Гөлнара Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала икән. Рәмилә ханым хужалыҡ етәкселегенән ҡәнәғәт.
— Ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итмә, һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, һорауыңды хәл итергә тырышалар. Көҙөн бесән һәм һалам бирәләр, шәхси хужалыҡта мал тотҡас, был бигерәк тә уңайлы, – ти ул.
Шикләнәһе юҡ, тап ошондай эшһөйәрҙәр республикабыҙ уңышын тосораҡ итеүгә бөгөн бөтә көсөн һала ла инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519