Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин тулҡынын тоттом бәхеттең…”
“Мин тулҡынын тоттом бәхеттең…”1. Кендектәрҙе хатта киҫкәндә лә,
Имгәнмәгән улар, күрәһең:
Һеҙгә төшкән ҡайғы-ғазаптарҙан
Өҙөлөрҙәй һаман (…)ем.
(Рәйес Түләк).

2. “Ошо үткән йылдан ҡалған яра
Юҡ түгелдер инде кемдең дә”, —
Тип йыуатҡан булам үҙ-үҙемде
Эт йылының һуңғы (…)дә.
(Рәйес Түләк).

3. Аһтарым аҡтарып атылам,
Тартынмай яҡындан, ятынан...
Үҙ йөгөм үҙемә еңелдән,
Һибелә моң ғына (...)дә.
(Гөлназ Ҡотоева).

4. Күҙ йәшем дә йөрәгемә һарҡый,
Күҙҙәрем, тығылып, әсетмәй.
Аҙан да юҡ миндә, тәҡбир ҙә юҡ,
Манараһы ауған (…)тәй.
(Рәйес Түләк).

5. Ана, тәүге сәскә…
тәүге ямғыр…
тәүге ҡарҙар яуа иркәләп…
Ана, һуңғы таждар ышығында
Серем итә һуңғы (…).
(Рәйес Түләк).

6. Әйтергә нимә һуң теләгән,
Ниндәй сер һалынған һүрәткә?
Баламдың ҡулдары тыуҙырған,
Бирелгән ул миңә (…)кә.
(Гөлназ Ҡотоева).

7. ...Осрашмайыҡ,
беҙҙең күрешмәүҙәр
Кемдәргәлер шулай бик кәрәк.
Был донъяла һинең бар булыуың
Үҙе генә лә бит ҙур (…).
(Зөһрә Ҡотлогилдина).

8. Нимә ҡалһын инде
янған уттан —
Өйөлә тик көлөм, күмерем.
Ут көсәйә, боҙом кесерәйә:
Булмыш яна, ирей (…)ем.
(Рәйес Түләк).

9. Эй шыҡһыҙ көҙ көнө
Ҡалала өй эсе.
Йылынып алырға
Юҡ ауыл (…)е.
(Зөлфиә Ханнанова).

10. Ярлыҡаным,
Көсөм етте ярлыҡарға.
Исемеңде йәнә яҙҙым
Ап-аҡ ҡарға.
Исемеңә яуыр күктән мең биҙәктәр.
Һырып алыр һине тағы (…)тәр.
(Зөлфиә Ханнанова).

11. Бөтә кеше ел тирмәне һымаҡ
Илһам алһа ине хәрәкәттән,
Бәхет табыр ине хеҙмәтенән,
Уңыш алыр ине (…)тән.
(Тәнзилә Дәүләтбирҙина).

12. Йәшлек диңгеҙ ине.
Шул диңгеҙгә
Хыялымдан ҡорҙом елкәндәр.
Хәйерлегә булһын аҙағы, тип,
Мәрәкәләп ҡалды (…)дәр.
(Рәйес Түләк).

13. Тәбиғәттә мин саф,
мин бәхетле,
Мин бит уның ҡыҙы, бәпәйе!
Күгәрсен дә минән йәлләмәҫтәй
Матур ғына ҡыҙыл (…)ен.
(Тәнзилә Дәүләтбирҙина).

14. Мейе ҡатын иләп үтһен
Ҡыуаныслы хистәрем.
Болотло булғайны көнөм,
Аяҙайһын (…)тәрем.
(Тәнзилә Дәүләтбирҙина).

15. Ысын хәҡиҡәттә – әрем тәме!
Кескенәләр ҡайҙа! Кемдәрҙә?
Балаңды бит үҙең ҡарар инең,
Ятмаһа шул ағыу (…)дәрҙә.
(Рәшиҙә Шәмсетдинова).

16. Дауылдарҙа ҡалҡан булған
Ундай ағас үҫә һирәк,
Ул йығылғас урындарын
Баҫып алды тал да (…).
(Зөлфиә Ханнанова).

17. Өҫтә ҡояш,
Өҫтә һый-аш,
Нурлы тәхет,
Ләкин һинһеҙ
Ниңә кәрәк
Миңә (…)?
(Зөлфиә Ханнанова).

18. Батшаларын йәлләмәгән халыҡ
Башҡаларҙы нисек йәлләһен —
Имамдарҙың башы киҫелгәндә,
Ҡыҙғанмайҙар уның (…)һен.
(Мәүлит Ямалетдин).

19. Бәхетемдер, тимен –
шул йәшендән
Йөрәгемә ҡапты бер ялҡын.
Тыуған ерем шау аҫылташ булһа,
Сәсән телле халҡым – мең (…).
(Зөлфиә Ханнанова).
20. Ҡыр ҡаҙҙары, ана, ҡаңғылдаша,
Ҡаңғылдаша иртүк сәхәрҙә,
Йыя улар, йыя бәпкәләрен
Осорорға алыҫ (…)гә.
(Әсхәл Әхмәт-Хужа).

21. Борон-борон заман түгел ине,
Ай үҫәһен мин көн үҫмәнем.
Апайҙарым! Һеҙҙән өйрәндем мин
Был донъяның алты (…)ен.
(Рәйес Түләк).

22. Төнө буйы
керпек ҡаҡмай сыҡтым,
Ҡалып көлгә, яндым шул утта.
Ожмах ҡәҙерҙәрен белер өсөн,
Яныр кәрәк икән (…)та.
(Гөлназ Ҡотоева).

23. Тормош аға бит ул айышына,
Ҡояш көн дә бара байышына.
Кеше лә шул.
Шатлығын да татый,
Түҙеп кенә йәшәй (…)ына.
(Гөлназ Ҡотоева).

24 ...Урталайға телдең йөрәгемде,
Бөп-бөтөнбөҙ, тиеп ҡара, алдаш.
Иртән уяныуға алдыбыҙҙа
Түңкәрелеп ятыр ярыҡ (…).
(Гөлназ Ҡотоева).

25. Шул уҡ йорттар,
шул уҡ йүкә, ана,
Юлдарыма ҡоя алтынын.
Шул уҡ дуҫтар үтә яндарымдан,
Тик танымай ауыл (…)ын…
(Зөлфиә Ханнанова).

26. Зарлы кеше моңло була, тиҙәр,
Йырлы була, тиҙәр, яңғыҙҙы.
Моңланһаң да, зарланманың, әсәй,
Ҡәһәрләмәнең һис (…)ты.
(Зөһрә Ҡотлогилдина).

27. Был донъяла боронғонан килгән
Яҡшылыҡ бар, ҡаты яуызлыҡ.
Һыу ҙа ташмаҫ, ер тетрәмәҫ ине
Кейҙереп тә булһа (…).
(Лариса Абдуллина).

28. Йырлайымсы күкрәк киреп,
Оҙон көйгә моңло йырҙы,
Күңелемдә мең йәшәр
моң —
Мин бит әле башҡорт
(…)ы.
(Зөлфиә Ханнанова).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 474

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 655

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 391

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 391

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 407

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 379

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 429

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 426

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 593

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 422

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 687

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 388