Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Башҡорттарҙың батшаны ҡотҡарырға маташыуы
Башҡорттарҙың батшаны ҡотҡарырға маташыуы
Рәсәйҙә Романовтар династияһының 400 йыллығы билдәләнде, Николай II һәм уның ғаиләһенең Уралда язалап үлтерелеүенә 95 йыл тулды. Башҡорттарҙың Романовтарҙы ҡотҡарырға ла тырышҡанын беләһегеҙме?

Мәғлүм булғанса, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте заманында яңы идарасылар императорҙы һәм уның ғаиләһен ни эшләтергә белмәй аҙаплана. Ниһайәт, 1917 йылдың йәйендә Николай II һәм уның ғаиләһен Уралға, атап әйткәндә, Верхнеуральск (Үрге Яйыҡ) ҡәлғәһенә һөргөнгә ебәрергә ҡарар ҡылына. Ләкин был төбәктә лә ифрат тынғыһыҙ заман була (Урал казактары, башҡорттар, типтәрҙәр, мишәрҙәр, Көньяҡ Урал заводтары эшселәре ғәйәт әүҙем хәрәкәткә килгән мәл). Ахыры, Романовтарҙы күпкә тынысыраҡ булған төньяҡтағы Тобольск ҡәлғәһенә килтереп урынлаштыралар.
Йәнә мәғлүм ки, 1918 йылдың 2 ғинуарында (иҫкесә 1917 йылдың 20 декабре) Ырымбурҙа өсөнсө дөйөм Башҡортостан (ойоштороусы) ҡоролтайының һуңғы ултырышында тантаналы рәүештә Башҡортостандың ерле милли мөхтәриәте (автономияһы) рәсми иғлан ителә. Йылдың беренсе айҙарында уҡ ҡоролтайҙа һайланған Милли хөкүмәт (рәйесе — Юныс Бикбов, хәрби министры — Ә.-З. Вәлидов) башҡорт ғәскәрен туплай башлай. 1918 йылдың йәйенә ғәмәлдә ике тулы полк төҙөлөп тә бөтә. 1918 йылдың 3 июлендә, Ырымбурҙы ҡыҙылгвардеецтарҙан таҙартҡас, башҡорт полктары Һамарҙағы Комуч хөкүмәтенең Халыҡ армияһы менән берлектә Советтарға ҡаршы ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. Башҡорт милли хөкүмәте ҡыҙылдарҙы ла, монархист аҡтарҙы ла үҙ итмәй. Шуның өсөн Башҡорт хөкүмәте, ғәйре “контрреволюцион демократия” көстәре кеүек, Романовтарҙы ҡотҡарыу яғында була.
1918 йылдың апрель баштарында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК), дөрөҫөрәге, уның рәйесе Яков Свердлов һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК) башлығы Владимир Ленин (Ульянов), Николай Романовты судҡа биреү маҡсаты менән, батша ғаиләһен Тобольскиҙан Мәскәүгә килтерергә ҡарар итә. Был мөһим йәшерен операцияны башҡарып сығыр өсөн ғәҙәттән тыш комиссар итеп В.В. Яковлев (ысынында иһә ул — К.А. Мячин, Өфөлә тыуған) ебәрелә.
Константин Мячин — Көньяҡ Уралдың күренекле революционеры, социал-демократ, һуңынан большевик — Яковлев фамилияһы менән билдәле булып китә. Ул бик сәйер, серле әҙәм, шул уҡ ваҡытта мөстәҡил, бер кемгә лә буйһонмаҫ шәхес булып тарихҡа ингән. Апрелдең икенсе яртыһында, ВЦИК-тың ҡарарына буйһонмайса, Яковлев махсус команда менән Романовтарҙы Омскиға алып китергә ҡарар ҡыла, йәғни уларҙы Урал большевиктарына бирмәҫкә маташа. Ләкин ярҙамсылары Д.М. Чудинов (Бөрө өйәҙенең Силантьев ауылынан) һәм П.В. Гузаков (Өфө губернаһының Эҫем заводынан) уға был ниәтен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Ошо хаҡта күренекле публицист В.П. Чемерис ентекләп яҙып сыҡты ("Республика Башкортостан", 2013 йыл, 6 август, № 151, 4-се бит).
Батшаны һәм уның ғаиләһен үлтереү эшен тикшергән тәфтишсе Н. Соколов та Яковлевтың тәртибенә аптыраған. Ул, Советтарҙың ғәҙәттән тыш комиссары Романовтарҙы ҡотҡарырға тырышҡан һымаҡ, тип яҙған. Йә Яковлев батша ғаиләһен йәлләгән, сөнки Екатеринбургта Урал Советы һәм РКП(б)-ның губерна комитеты синфи дошмандарҙы тамсы ла аямаҫын белгән, тәхеттән баш тартҡан императорҙың һәм уның яҡындарының үлтереләсәген аңлағандыр; йә ул кемдәрҙеңдер ғәйәт йәшерен планын үтәргә тырышҡан, тип фараз ҡылған тәфтишсе аҡ офицер. Моғайын, немецтарҙыңдыр, тип һығымта яһап ҡуя ул.
Бар дәлилдәрҙе дөйөмләштереп, комиссар В.В. Яковлевтың 1918 йылдың 26—30 апрелендәге миссияһы Николай II һәм уның ғаиләһен бер аҙға ҡотҡарған тип әйтергә булалыр, моғайын. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә барыбер ғәмәлгә аша. Урал Советы һәм РКП(б)-ның Екатеринбург губкомы (күренекле большевик Ф.И. Голощёкин етәкләгән) ифрат аяуһыҙ, бигерәк ҡаты бәғерле эш итә...
Шул уҡ арауыҡта мөхтәри Башҡортостан полктары, Бөтә Рәсәй демократик кәңәшмә үтәсәк Өфөнө һаҡлап, В. Блюхер һәм ағалы-энеле Кашириндар етәкселегендәге ҡыҙыл партизандар армияһына ҡаршы ҡаты һуғыш алып барып, Екатеринбургка тиҙ генә поход ойоштора алмай. Июль айының уртаһында ғына 2-се Башҡорт полкы, Халыҡ армияһы һәм чехословактар корпусы ғәскәрҙәре менән берлектә, шул тарафҡа йүнәлә. 25 июлдә башҡорт яугирҙәре Екатеринбургка бәреп ингәндә һуң була. Ҡаланың ҡап уртаһында урынлашҡан сауҙагәр Ипатьевтың ике ҡатлы йортондағы подвалда 17 июлдә төнгө сәғәт бер һәм ике араһында Николай Романов, уның ҡатыны Александра (Алиса) Федоровна, ҡыҙҙары Мария, Татьяна, Ольга, Анастасия, улдары Алексей (14 йәшлек) атып, сәнскеләп үлтерелә. Улар менән бергә ғаиләне үлем алдында ташлап китергә баш тартҡан өс хеҙмәтсе (фрейлиналар) ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә табибы Боткин (күренекле урыҫ медицина ғалимы һәм физиолог С.П. Боткиндың ҡустыһы) үлтерелә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: демократик автономиялы Башҡортостан ғәскәрҙәренең ярҙамға килеүе, башҡорттарҙың изгелеге Екатеринбург ҡалаһы халҡын, ҡала йәмәғәтселеген хайран итә. Тарихи документтарҙа был факт теркәлеп ҡалған. Бына ул ваҡыттағы матбуғатта яҙғандарҙан: “7 августа Силәбе ҡалаһында 2-се Башҡорт полкына Екатеринбург ҡалаһы халҡы исеменән махсус килгән депутаттар тантаналы рәүештә “Ғәййәр азат итеүселәргә — рәхмәтле Екатеринбург” тип урыҫса һәм башҡортса яҙылған ҡәҙерле байраҡ бүләк итте. Байраҡ аҡ ебәктән, ситтәре йәшел, уртала ярым ай, йондоҙ, һабының башында көмөш ай урағы” (“Башҡортостан Хөкүмәтенең теле”, 1918, 21 август, № 1, 2-се бит).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерле ҡомартҡы уҙған быуаттың 30-сы йылдарында юҡҡа сығарылған, ләкин уның бигүк раҫ булмаған реконструкцияһы һаҡланған. Байраҡта башҡортса яҙма “Батыр башҡорттарға – Екатеринбург халҡынан” булып киткән, ә һабының башындағы ярым айға йондоҙ йәбештерелгән.


Башҡорттарҙың батшаны ҡотҡарырға маташыуы Тарихи-биографик белешмә
Был ваҡиғаларҙан һуң бер нисә йыл үткәс, Яковлев Ҡытайҙа К. Стоянович исеме менән пәйҙә була. Ул Ҡытай Республикаһы рәйесе Сунь Ятсен янындағы совет вәкиле М.М. Бородиндың ярҙамсыһы булып эшләй. Артабан, СССР-ға әйләнеп ҡайтҡас, уны ҡулға алалар, судта 10 йылға иркенән мәхрүм итеп, ГУЛАГ-тың "Беломорбалт" төҙөлөшөнә ебәрәләр. Ләкин бер нисә йылдан уны азат итәләр һәм... НКВД системаһына эшкә алалар. Хатта ки ул ГУЛАГ-та колония начальнигы булып китә. 1938 йылда уны тағы ла ҡулға алалар һәм үтә йәшерен рәүештә юҡ итәләр. Ҡасан, ҡайҙа атылған, ҡайҙа ерләнгән — быларҙы бер кем дә белмәй…
Яковлевтың 1918 йылдың апрелендәге ярҙамсыларының яҙмыштары башҡасараҡ була. Бөрөләрҙең яҡташы Дмитрий Чудинов (1890—1964) Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша, һуңынан етәксе органдарҙа эшләй: Өфө ГубЧК-һы рәйесе урынбаҫары була, артабан Башҡорт АССР-ы халыҡ хужалығы органдарында юғары вазифалар биләй. 1938 йылда Башҡортостандың “Главконсервсбыт” контораһы идарасыһы Чудиновты ҡулға алалар, ул ике йыл буйы Өфөлә НКВД-ның эске төрмәһендә ултыра. Һуңынан Лаврентий Берия тарафынан азат ителә. Улай ғына түгел, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә.
Икенсе беҙҙең яҡташ та — Пётр Гузаков (1899—1944) Граждандар һуғышында ҡатнаша, хәрби контрразведкала хеҙмәт итә. Артабан РКП(б)-ның Курск губерна комитеты беренсе секретары, партияның Үҙәк Комитетында бүлек мөдире вазифаларын башҡара. 1938 йылда золомға дусар була. Төрмәнән сыҡҡас та вафат була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 060

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 143

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 986

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 074

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 891

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 180

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 086

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 058

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 017

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 986