Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табипҡа ышаныу сирҙе еңеләйтә

Мәләүез үҙәк район дауаханаһында тағы бер эндокринологтың ҡабул итә башлауы шунда уҡ тойолдо. Быны табип эҙләп, башҡа урынға барырға теләүселәрҙең һәм сираттың кәмеүендә лә күрергә була. 

Зөбәржәт Әмәкәсеваның поликлиникала эшләй башлауына биш кенә ай. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә ул үҙен өмөтлө хеҙмәткәр итеп танытырға өлгөрҙө. Йәш белгес тимәйҙәр, ауырыуҙар уға ышанып килә. Һауығыу юлында иһә сирленең дауалаған табибына ышаныуы бик мөһим. 

Зөбәржәт Хәйрулла ҡыҙы сығышы менән Күмертау ҡалаһынан. Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлағас, Өфөлә 21-се клиник дауаханала эндокринология буйынса ординатура үткән һәм, квотаға ярашлы, былтыр Мәләүез дауаханаһына эшкә килгән. 
– Коллектив мине йылы ҡаршы алды. Йәшәргә уңайлы бүлмә бирҙеләр. Бында һөнәри йәһәттән үҫергә лә шарттар бар. Ғөмүмән, эшләргә мөмкин, әммә матди-техник база нығыраҡ булһа, диагностикалау йәһәтенән эш күпкә еңеләйер ине, – ти табип-эндокринолог. 

Йәш белгес хаҡында үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләгән Вәсилә Ғафарова:
– Пациенттарға бик иғтибарлы беҙҙең яңы табип, улар менән әңгәмәләшкән ваҡытта уҡ һауығыуға ышаныс тыуҙыра белә. Сабырлығы, кеше күңелен аңлай белеүе менән дә айырыла ул, – тип ихтирамын белдерҙе.

Бөгөн районда өс меңгә яҡын кеше диабет менән ауырый. Шуның 80-дән ашыуында – беренсе, ҡалғандарында икенсе типтағы шәкәр сире асыҡ­ланған. Эндокринолог ҡалҡан биҙе, шәкәр диабеты менән бәйле сирҙәрҙе генә түгел, эндокрин системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуға бәйле башҡа ауырыуҙарҙы асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә.

Зөбәржәт Әмәкәсева әйтеүенсә, шәкәр диабетының икенсе тибына, нигеҙҙә, һимереүҙән һәм юғары ҡан баҫымынан яфаланған оло йәштәге кешеләр дусар. Нәҫелендә шәкәр сирлеләр булған кешегә лә хәүефләнергә урын бар. Сарсау, ауыҙ эсенең кибеүе, арыу, эшкә һәләтлелектең кәмеүе, күҙҙең насарланыуы, аппетиттың яҡшырыуы менән бер рәттән, ауырлыҡты юғалтыу һәр кемде һиҫкәндерергә тейеш. Туғандарығыҙҙа, яҡын кешеләрегеҙҙә сирҙең ошондай билдәләрен күрһәгеҙ йәки тойһағыҙ, мотлаҡ эндокринологка барырға, ҡанда шәкәр кимәлен билдәләү өсөн анализ бирергә кәрәк. Ваҡытында дауалай башлау етди өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртәсәк. Ғөмүмән, сирҙең мәкерлелеге, хәүефе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәткә эйә булыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Унан тыш, спорт һәм физик культура менән даими шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға, саф һауала күберәк йөрөргә һәм дөрөҫ туҡланырға кәрәк: ул саҡта күп сирҙәр урап үтәсәк. 




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 11

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 14

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 10

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 9

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 25

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 25

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 29

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 33

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 32

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана