Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эйе” һәм “юҡ”
Онкология сирҙәре – яңы быуаттың иң ҡаты, мәкерле ауырыуҙарының береһе. Яман шештең йөҙәрләгән төрө йыл һайын донъяла һигеҙ миллион кешене һәләк итә, ти эксперттар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының күҙаллауҙары ла шатлыҡ өҫтәмәй, алдағы егерме йылда сирҙең тағы ла күберәк таралыуына ишаралай.

Сәләмәтлекте һаҡлаған иң ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә тө­шөрәйек. Бына нимәләргә “юҡ” тип әйтергә кәрәк:
- таҙартылған (рафинированный) майға;
- аҙыҡ кубиктарына;
- газлы һыуға;
- микротулҡынлы ме­йес­кә;
- бала тапҡанға тиклем маммографияға;
- ҡыҫып торған эске кейемгә;
- алкоголле эсемлек­тәргә;
- иретелгән аҙыҡ-тү­леккә;
- һыуытҡыстағы пластик шешәләрҙәге һыуға;
- ауырға ҡалыуҙан һаҡ­ланыу дарыуҙарына;
- дезодоранттарға;
- шәкәргә (белгестәрҙең раҫлауынса, яман шеш күҙәнәктәре, нигеҙҙә, шәкәр менән туҡлана).

Ә бына ғүмерҙе оҙайтҡан түбәндәге аҙыҡ-түлеккә “эйе!” тип яуап ҡайтарыу дөрөҫ булыр:
- йәшелсәгә;
- балға;
- үҫемлек аҡһымына (ҡуҙаҡлыларға);
- иртән тороу менән ике стакан һыу эсеүгә;
- йылы аҙыҡ-түлеккә (ҡайнар түгел);
- яман шешкә ҡаршы һутҡа (алоэ-вера+им­бир+ петрушка+сельдерей+промалин (ананастың урта өлөшө);
- кишергә.

Тағы ла һеҙҙең иғти­барығыҙға бер нисә кәңәш.

Пластик стакандарҙан сәй эсмәгеҙ. Ҡағыҙ йәки полиэтилен пакеттағы ҡайнар аҙыҡты ашауҙан тыйы­лы­ғыҙ. Аҙыҡты микро­тулҡын­лы мейестә пластмасса һа­уытта йылытмағыҙ. Пластмасса йылынғанда химик бер­ләшмәләр бүленә, улар­ҙың илленән ашыу яман шеш сирҙәрен ҡуҙғытыуы мөмкин. Кока-коланы ананас ашағандан һуң эсергә ярамағанлығын да иҫтә тотоғоҙ. Ғөмүмән, кока-кола менән ананас һутын бергә ҡушыу үлемесле, тип иҫәпләй белгестәр.

Телефонығыҙҙың бата­реяһы “ултырғанын” күрһә­геҙ, шылтыратыуҙарҙы ҡа­бул итмәҫкә тырышығыҙ, сөн­ки был саҡта электромагнит нурланышы менән зарарланыу зарядланған аккумулятор менән һөйләш­кән­дәгегә ҡарағанда мең тапҡырға көслөрәк. Һыуҙы иртән – күберәк, кисен аҙы­раҡ эсегеҙ. Ашағандан йәки дарыу эскәндән һуң, диванға һуҙылып төшөп ятмағыҙ. Сәләмәт булығыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519