Йәнде йәшәтер көс ул – өмөт01.02.2019
Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы Өфөлә йәшәй.

Йыл да февраль башында Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Ошо сараға иғтибар биреү идеяһын 2005 йылда Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара союз күтәреп сыға. Башланғыс, яҡлау табып, бөтә донъяла тарала башлай. Маҡсаты – ауырыу тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа таратыу. Ошо иҫтәлекле көндә киң аңлатыу эше йәйелдерелә. Конференциялар, лекциялар, семинарҙар үткәрелә, сирҙе иҫкәртеү ысулдары сағылдырылған белешмәләр таратыла.

Барыбыҙҙың да төп бурысы – йәшәү рәүешенә һәм үҙ сәләмәтлегебеҙгә ҡарата вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан арыныу. Илдәр хөкүмәттәре лә ғүмергә, сәләмәтлеккә ҡағылған хәүефте ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән тырышлыҡты һәм сараларҙы берләштерергә саҡыра.

Статистиканан күренеүенсә, әлегә көстәр тигеҙ түгел. Сир һәм үлем күрһәткестәренең беҙҙә алдынғы илдәрҙәге менән сағыштырғанда байтаҡҡа юғары булыуын да танырға кәрәк. Әммә медицина бер урында оҙаҡ тапаныуҙы үҙһенмәй, ваҡыт үтеү менән камиллаша, өр-яңы технологиялар, яңы тәьҫирле препараттар барлыҡҡа килеп тора. Сир осраҡтарын кәметеү өсөн ниндәй тормош ҡағиҙәләренә таянырға, ҡайһы ғәҙәттәрҙән баш тартырға һәм нимәләргә тәү сиратта иғтибарҙы арттырырға кәрәк?

Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы исеменә лайыҡ (был награданы Рәсәй медицинаһында “Оскар”ға тиңләйҙәр) Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Гүзәл Юрий ҡыҙы БАТТАЛОВА менән әңгәмә барышында тап ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.

– Медициналағы иң ҡатмар­лы, физик һәм әхлаҡи яҡтан да еңел булмаған өлкәне һай­лауығыҙға нимә сәбәпсе булды? “Отличник синдромы” – бер ниндәй кәртәләргә лә ҡа­рамай гел генә алға барыу те­ләге, күберәк белергә ынтылыу, тормоштоң ығы-зығыһына, ваҡ маҡсаттарға илтифат итмәй үҙ юлыңдан барыу – ялҡытып, арытып китмәйме?

– Һөнәр һайлау һис ауырлыҡ та, икеләнеү ҙә тыуҙырманы. Әсә­йем оҙаҡ йылдар онкология диспансерында гистология лабо­ра­торияһы мөдире булып эшләгәнгә күрә, минең тап ошо өлкәне һай­ла­уым бик тә тәбиғи. Беҙҙең нә­ҫел-нәсәп араһында табиптар ифрат күп. Ағай-ҡусты, апай-һеңле­ләрҙе ҡушһаң, ҡырҡҡа яҡын булып китәбеҙ. 2006 йылда республикала “Табип династиялары” конкурсында ла ҡатнашып, ҙур ғо­рурлыҡ тойғоһо кисергәйнем. Хәҙер инде беҙҙең аҡ халатлылар “армияһы” тағы ла ишәйә, тулылана төштө.

– Ғилем өлкәһе һәм ауы­рыу­ҙар менән мәшәҡәтле көндәлек эште бер юлы тартыу анһат бирелмәйҙер. Һеҙ етәкселек иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығын һаҡлау өлкәһе лә еңелдән түгеллеген аңлайбыҙ. Нисек өлгөрәһегеҙ?

– Ғәмәли йүнәлеш менән фән­дең йәнәш килеүе бер ҡасан да ҡамасауламай, киреһенсә, уларҙы яраштырып алып барыу яҡшы һө­ҙөмтә бирә. Мин етәкселек иткән бү­лексәлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлегенә ҡағыл­ған сирҙәрҙе нур менән дауалау ҡул­ланыла. Сирлеләрҙең төрлөһө бар: һауығыуға ҙур өмөт уятҡан­да­ры ла, ауырыу тамам аҙғанға тик­лем табипҡа күренмәй, ахыр сиктә беҙгә килеп эләккәндәре лә. Дауалау ни тиклем иртәрәк баш­лан­һа, пациент өсөн шул тиклем яҡшыраҡ.

25 йыл буйы онкология өлкә­һен­дә хирург булып эшләү ҡайһы саҡта һине ҡаты ҡанлы, тәүәккәл дә итә, кеше күңеленә барып етер­ҙәй тылсымлы һүҙҙе таба белгән, ауырыу хәлен барыһынан да яҡшыраҡ аңлаған нескә күңелле психолог та яһай. Беҙҙең эштә та­бип менән ауырыу араһында ла бәйләнештең мөһимлеген бил­дә­ләргә кәрәк. Табиптың беле­менә, кәңәшенә, профес­сио­нал­ле­генә ышаныс булыуы – ярты уңыш ул. Яман шеште еңеү бары ошо икәүҙең берҙәм эш итеүе, аңлашыуы, хеҙмәт һалыуы һөҙөмтә­һендә генә мөмкин.

– Нур терапияһының онкология өлкәһендә кешенең ғүме­ре өсөн көрәштә тәьҫирле сара икәнен ишеткәнебеҙ бар. Бындай хеҙмәттәрҙе күрһәткән медицина үҙәктәрен белгестәр юғары баһалай. Йыш ҡына ошо алдынғы технология яман шеш­тән ҡотолорға ярҙам итә, сирҙең ауыр формаларында ғүмерҙе оҙайтыуға булыша, тиҙәр. Һеҙ, онкология өлкә­һендә ҙур тәж­рибә туплаған табип булараҡ, ауырыуҙарҙы дауалауҙағы хәҙерге үҙгәрештәрҙе нисек баһалайһығыҙ?

– Үҙгәрештәр иҫ киткес ҙур! Хирургиялағы яңы аппаратуралар хәҙер ысын мәғәнәһендә белгес­тәр ҡулында мөғжизәләр яһай. Нур патогенлы күҙәнәктәрҙең әүҙем­леген баҫыу өсөн туҡы­маның зарарланған өлөшөнә генә туранан-тура йүнәлтелә, тирә-яғындағы башҡа ағзаларға зыян килтерелмәй. Дауалау сифаты күпкә яҡшырҙы, тәьҫирле дарыуҙар ассортименты артты.

Нур терапияһы айырым дауа ысулы булараҡ та, хирургия һәм химия терапияһы методтарын тулыландырыу өсөн дә ҡулланыла. Ҡан ауырыуҙарын, һөт биҙе йәки баш яман шештәрен нур ярҙамында дауалау айырыуса башланғыс осорҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Нурҙарҙың төрҙәре күп, табип алдында ниндәй бурыс тороуына ҡарап, ионлы нурланыштың айырым типтары ҡулланыла. Да­уалауҙың бер айға, унан да оҙаҡ­ҡараҡ һуҙылыуы мөмкин. Әлбиттә, нур тәьҫирендә тән тиреһенең ҡороуы, ҡыҙарыуы, ҡысыуы, аппетит юғалыуы һәм башҡа кире эҙемтәләр күҙәтелеүе ихтимал.
Донъяның иң алдынғы клиникаларында был заманса технологиялар киң файҙаланыла.

– Яман шеш – хәҙерге ке­ше­лектең иң ҡурҡыныс сирҙәре­нең береһе. Табиптар алдына ғына түгел, бөтә донъя йәмәғәт­селеге, сәйәсмәндәр алдына оло бурыстар ҡуя. 4 февраль көнөн Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө итеп бил­дәләү ошо хәүефле сирҙе иҫ­кәр­теүгә һәм дауалауға иғти­барҙы арттырыуға йүнәлтелгән дә инде. Яман шештәрҙең 43 про­центын сәләмәт йәшәү нор­ма­лары ярҙамында бөтөнләй бул­дырмаҫҡа мөмкин булыр ине, тип иҫәпләгән тикше­ренеүселәр хаҡлымы?

– Сәләмәтлегең – бары һинең байлығың. Бер кем дә уны хәстәрләргә бурыслы түгел. Нисек йәшәргә теләйһең – сәләмәт тормош алып бараһыңмы йәки, кире­һенсә, алама ғәҙәттәрҙе үҙ итә­һеңме – барыһы ла үҙеңдән тора. Ысынлап та, ошондай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә лә, үҙебеҙҙе хәтәр сирҙәрҙән йолоп алып ҡалыр инек: тәмәке тартмаһаҡ, физик әүҙемлекте юғалтмаһаҡ, зарарһыҙ, балансланған аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирһәк, ҡыҙыу ҡояшта һәм солярийҙарҙа саманан тыш ҡыҙынмаһаҡ һәм, әлбиттә, түләүһеҙ ойошторолған диспансерлаштырыуға бармаҡ аша ҡарамаһаҡ.

– Был хәтәр сирҙең мәкер­леге лә шунда: оҙаҡ ваҡыт үҙен биҙҙермәй организмды зарарлай, тиҙ тарала… Нисек уны башланған ғына ваҡытында “тотоп” алырға?
– Мин, ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау, дауалау буйынса оҙаҡ йылдар эш­ләгән табип булараҡ, уларға ошондай кәңәшем бар. Йылына, исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла гинекологка күренегеҙ. Ябай ғына скрининг та организмдағы үҙгә­рештәрҙе асыҡларға һәләтле. Ультратауыш тикшеренеүе лә – бик тәьҫирле ысул. Тере кеше үҙен­дәге үҙгәрештәрҙе тоймай буламы? Ә бит йыш ҡына күрем цик­лы күптән боҙолһа ла, бер нин­дәй сәбәпһеҙ ябығып, ауыр­лығы ныҡ кәмеһә лә, борсолмай, табипҡа күренмәй йәшәгән ханымдар бар. Аңлайым, донъя мә­шәҡәттәре лә, эштәге бурыс-йөк­лә­мәләр, ғаиләләге ығы-зығы, бала-саға проблемалары ла ошо “көсһөҙ” зат иңенә күберәк төшә. Ғаилә тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ сирләһә, донъя емерелә, тигәндәй. Шуға күрә аҫыл заттарыбыҙ үҙҙә­ренең сәләмәтлеген һаҡлауҙың балалары, ейәндәре, туғандары, тормош иптәше өсөн дә мөһим­леген хәтеренән сығармаһын, үҙен яҡшы тойғанда ла табипҡа күре­неүҙе ауыр эшкә һанамаһын ине.

Беҙҙең бүлексәгә күберәк ауырыу тамам аҙып, сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған ҡатын-ҡыҙ килә. Ундай ауырыуҙар иң ҙур процентты тәш­кил итә. Диагноздың шаңҡытҡыс тәьҫир итеүе, тойғоларҙы ҡуҙғы­ты­уы, сирҙе ҡабул итмәҫкә тырышып, “Ни өсөн? Ни өсөн – мин? Ниңә башҡалар түгел?” тип үрһә­лә­неүе лә аңлашылғандай. Әммә быға артыҡ энергия, көс, ваҡыт тә­ләфләү зарарлы, үҙеңде ҡулға алып, сиргә ҡаршы оҙайлы көрәш­те табип ярҙамында башлау хә­йер­ле. Кешенең аң кимәле ни тиклем юғарыраҡ – шул тиклем аңлашыуы ла еңелерәк, дауалауға ышаныс та нығыраҡ. Сирҙең мәкер­леген дөрөҫ ҡабул иткән һәм табип менән ҡулға-ҡул тотоноп, һауығыу өсөн хеҙмәт һалған ҡатын-ҡыҙҙар еңеп сыға ла инде аяуһыҙ көрәштә.

– Һеҙҙең бүлексә аша йыл һа­йын күпме ауырыу үтә? Ҡа­баттан дауаланырға килеүселәр бармы?
– Йыл һайын бер меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙҙы дауалайбыҙ. Сәлә­мәтлеге яҡшырып сыҡҡан пациенттар артабан ғәҙәти тормош менән йәшәһәләр ҙә, мотлаҡ табип күҙәтеүендә булырға тейеш. Ауырыуҙарҙың күпселеген 50 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Дауаланып сыҡҡандарҙың яңынан беҙгә әйләнеп ҡайтҡан осраҡтары ла булғылай, сөнки тулыһынса һауығыуҙы бер кем дә гарантиялай алмай.

Ҡатмарлы дауалау сараларын үткәргәндән һуң, ҡатын-ҡыҙҙың бала табыуға һәләтен һаҡлап алып ҡалған осраҡтарҙың булыуы – иҫ киткес ҙур ҡыуаныс беҙҙең өсөн! Һүҙ менән генә аңлатып бө­төрлөк түгел оло хеҙмәт, сабыр­лыҡ менән яуланған был бәхетте. Ошондай яҡты, һөйөнөслө мәлдәрҙән ҡанатланып, кешелеккә йәшәү бүләк иткән ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге хаҡына эшләй бөгөн коллегаларыбыҙ.

БДБ илдәренән дауаланырға килеүселәр ҙә бар, Тажикстан, Үзбәкстан ҡатын-ҡыҙҙары республика табиптарының мәрхәмәтле йөрәгенә, алтын ҡулдарына, белеменә ышанып, йәнде йәшәтер көс – ҙур өмөт менән килә. Ә бит өмөт – кеше өсөн бик тә кәрәкле, донъя менән һине тығыҙ бәйләүсе, һис көтөлмәгән хәлдә лә йәшәү һәләтен әллә ҡайҙан килтереп сығарыусы ғүмер юлдашы.


Вернуться назад