Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шәкәр сире” хөкөм ҡарары түгел

Был мәкерле ауырыу менән дә йәшәргә була.

Донъяла һаулыҡҡа ҙур зыян килтергән, төҙәтә алмаҫлыҡ функциональ һәм органик үҙгәрештәргә юлыҡтырған ҡаты сирҙәр бар. Шуларҙың береһе – диабет, йәғни шәкәр сире.

Диабетҡа ҡаршы көрәш көнө һәр йыл һайын 14 ноябрҙә билдәләнә. Эндокринологтар, терапевтар, тикшеренеүселәр, пациенттар, йәмәғәтселек хәрәкәте әүҙемселәре, студенттар сиргә ҡаршы көрәш акцияларында ҙур теләк менән ҡатнаша. Был иҫтәлекле көндөң тарихына ла ҡағылып үтәйек. Тәүге тапҡыр ул 1991 йылда Халыҡ-ара диабет федерацияһы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан үткәрелә. Дата символик әһәмиәткә эйә, күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалған инсулин гормонын асҡан физиолог, Нобель премияһы лауреаты Фредерик Бантинг хөрмәтенә арналған ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла шәкәр сиренә юлығыусылар һаны йылдан-йыл арта. Рәсәйҙә рәсми рәүештә 4 миллион 498 мең 955 ауырыу теркәлгән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре күҙаллауҙарына ҡарағанда, 2030 йылға диабет менән сирлеләр һаны ике тапҡырға артыуы ихтимал.

Әммә шәкәр сире – хөкөм ҡарары түгел, ти табиптар, бары диагноз ғына. Сәләмәт тормош алып барып, тәмәке тартыу, стресс һәм ауыр физик хеҙмәттән арынған осраҡта оҙаҡ йылдар дауамында ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тоторға мөмкин, тип иҫәпләй улар. Мәкерле сирҙең хәүефле эҙемтәләрен, иҫкәртеү сараларын, үҫеш динамикаһын һәм, иң мөһиме, уға юлыҡтырған сәбәптәрҙе белмәй тороп, йәғни уға ҡаршы яҡшы “ҡоралланмайынса”, көрәштә еңеүсе булыуың икеле.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының эндокринология бүлексәһе мөдире, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эндокринологы Полина Сергеевна ГУСЕВА менән әңгәмә ҡорғанда, тап ошо маҡсатты күҙ уңында тоторға тырыштыҡ.

– Полина Сергеевна, статистика аяуһыҙ: уны бер нисек үҙгәртә лә, күҙ йомоп та ҡарай алмайбыҙ. Һәр өлкәләге хәл-торошто нисек бар, шулай күҙ алдына килтергән, иҫкәрткән лакмус ҡағыҙы ул. Сирҙең структу­раһы хаҡында уҡыусыларыбыҙға ни әйтерһегеҙ?

– Һиҙҙермәй генә сәләмәтлекте эстән ҡаҡшатҡан сирҙең хәүефле яҡтарына ҡағылғанда, табиптар гәзит уҡыусы­ларҙы һандар йәки ауырыуҙың ҡурҡыныс эҙемтәләре менән ҡурҡытыу маҡсатын ҡуймай. Мәғлүмәтлелектең бер кемгә лә зыян итмәүе, хатта күп бәлә-ҡазанан аралап ҡалыуы билдәле.

2018 йылдың 1 ғинуарына алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала 106 мең 669 ауырыу рәсми теркәлгән, шул иҫәптән – 1631 бала һәм үҫмер. Йыл һайын һигеҙ-туғыҙ мең яңы ауырыу асыҡланып, ошо ҙур “армияны” тулыландырып ҡына тора. Шәкәр диабетына юлығыусыларҙың 24,5 меңенә инвалидлыҡ төркөмө билдәләнгән.

Һуңғы ете йылда диабеттың I тибының – 31,1, ә II тибының 35 процентҡа артыуы ғына ла уның ниндәй шәп тиҙлек менән таралыуына дәлил. 2002 – 2010 йылдар осоронда Эндокринология ғилми үҙәге мөһим тикшеренеүҙәр үткәреп, Рәсәйҙә сирлеләрҙең рәсми теркәлгәндәр һанынан яҡынса өс-дүрт тапҡырға күберәк булыуын асыҡлап, ғәмәлдә 9-10 миллионға етеүен билдәләне. Һығымтаны үҙегеҙ ҙә яһай алаһығыҙ, тимәк, күптәр әлегә үҙҙәрендә сирҙең йәшертен генә барыуын һиҙмәй, диабет тамам аҙғансы, табиптарға мөрәжәғәт итмәйәсәк.

– Ни өсөн был “татлы” сир хаҡында һүҙ алып барғанда, бел­гестәр уны характерлап, “аяуһыҙ”, “мәкерле”, “ҡурҡыныс” тигән һүҙ­ҙәрҙе йыш ҡуллана?
– Күҙ алдына килтереүе лә ауыр: көн һайын донъяла биш секунд һайын бер ауырыу вафат булғанда, йылына бер миллиондан ашыу кешегә ампутация яһалғанда, 600 мең сирле күреү һәләтенән мәхрүм ҡалғанда, шәкәр сирен башҡаса һүрәтләп булмайҙыр. Ҡыҫҡаса ғына уның барышын, тәүге билдәләрен һәм сәбәптәрен ҡарап үтәйек.

Диабет эндокрин системаһының бер төркөм сирен үҙ эсенә ала. Организмда инсулин гормоны етешмәүе йәки бөтөнләй булмауы һөҙөмтәһендә ҡанда глюкоза (шәкәр) миҡдары күбәйеүе менән үҫешә башлай. Тәүҙә тамаҡ кибеүе, даими эске килеү тойғоһо күҙәтелә, бәүел миҡдары арта, тән тиреһе ҡысый, ашау теләге көсәйә, хәлһеҙлек, баш әйләнеүе, бәләкәй генә яраларҙың яй уңалыуы аптырата. Ваҡытында диагноздың ҡуйылыуы сирҙең ауыр эҙемтәләренән һаҡлап ҡалыр ине, әммә бөтә бәлә шунда: уның тәүге билдәләрен һиҙмәйбеҙ ҙә, күрмәйбеҙ ҙә, сөнки халыҡтың сир тураһында элементар белеме юҡ, медицина ярҙамына тәүге осорҙа уҡ мөрәжәғәт итеүселәр һаны бик аҙ. Сирҙең төп билдәһе – шәкәрҙең бәүел менән бергә организмдан сығарылыуы. Инсулиндың етешмәүе арҡаһында диабет үҫешкәндән-үҫешә, был процесс углевод, аҡһым һәм майҙар алмашыныуы боҙолоуы менән бергә бара. Кеше тәүге билдәләргә иғтибар итмәй, көндәлек эш-мәшәҡәттәре менән мәшғүл, ә сир һиҙҙермәй генә организмды эшлектән сығара. Ҡанда шәкәрҙең күбәйеүе бөтә ағзаларҙың функцияһын боҙоуға һәләтле. Ни тиклем шәкәр кимәле юғарыраҡ, шул тиклем уның тәьҫире лә хәүефлерәк.

– Нимәлә күҙәтергә була уның зыянын?
– Кешенең артыҡ һимереүендә, күҙәнәктәрҙең шәкәрләнеүендә, нервы системаһының боҙолоуы менән бер рәттән, организмдың ағыуланыуында, ҡан тамырҙарының зарарланыуында. Баш мейеһен, йөрәкте, бауырҙы, үпкәне, ашҡаҙан-эсәк юлы ағзаларын, тирене, күҙҙәрҙе зарарлаған эйәрсен сирҙәрҙең үҫешеүе күҙәтелә. Ауыр осраҡтарҙа кешенең һуштан яҙыуы, хатта һәләк булыуы ихтимал.

– Сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәп­тәре күп төрлө булһа ла, нигеҙендә эндокрин системаһы функцияһының боҙолоуы ята, тинегеҙ. Был хәлде иҫкәртеп буламы?
– Үрҙә әйтелгәнсә, организмдың бөтә күҙәнәктәрендә һәм туҡымаларында глюкозаның эшкәртелеүен контролләү буйынса мөһим функция үтәгән инсу­линдың етешмәүе сиргә юл аса. Сәбәптәрҙең береһе – нәҫелдән күсәгилешлелек. Туған-ырыу араһында диабет сирлеләрҙең булыуы һәр кемде һиҫкәндерергә, сәләмәтлеген иғтибар­лыраҡ күҙәтеүҙе иҫтә тоторға тейеш. Башҡа сәбәптәрҙе лә һанап үтәйек: дөрөҫ туҡланмау, тәмле-татлы аҙыҡтар менән мауығыу; психоэмоциональ көсөргәнеш, стресс; бауыр эшмәкәр­легенең боҙолоуы; һимеҙлек; ауыр физик хеҙмәт һәм башҡалар.

Күптәр диабеттың сәбәбен шәкәрҙе күп ашауҙа күрә. Был – уйҙырма, әммә татлы аҙыҡ-түлекте самаһыҙ күп ҡулланыуҙың һимереүгә алып килеүе һәм II типтағы шәкәр сиренә этәргес булыуы ихтимал. Белгестәр сирҙе сәбәбенә, дауаһына ҡарап, ике төргә бүлеп йөрөтә. I төрҙәгеһе, инсулин гормоны етешмәү менән бәйләнгәне, ҡағиҙә булараҡ, кинәт, үтә ҡырҡыу башланып, тиҙ арала кешене комаға юлыҡтырыуы мөмкин. Сирҙең был формаһынан бөтә ауырыуҙарҙың 10-15 проценты яфалана. Икенсе тибында тәүҙә инсулин кимәле нормала һаҡлана.

Сирҙең дәрәжәһенә ҡарап, ауырыу торошон асыҡ күҙ алдына килтерергә мөмкин. I дәрәжәләгеһе еңел үтә, глюкоза кимәле 6 ммоль/л самаһы, диета һәм махсус препараттар менән хәлде контролләргә була. II дәрәжәләгеһе ауырыраҡ һәм хәүефлерәк, сөнки глюкоза кимәле норманан арта, бөйөр, күҙҙәр, йөрәк, ҡан һәм нервы туҡымалары эшмәкәрлеге зарарлана. III дәрәжәләгеһен медицина препараттары һәм инсулин ярҙамында ғына дауалау ауырлаша. Ҡан әйләнеше, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола. IV дәрәжәләгеһен бер ниндәй дарыу ярҙамында ла дауалап булмай. Глюкоза кимәле 25 ммоль/литрға етеүе ихтимал, бәүел менән глюкоза, аҡһым бүленеп сыға, бөйөр насар эшләй, аяҡтарҙа шештәр, гангрена күҙәтелә. Шәкәр диабетының кеше ғүмере өсөн ҡурҡынысы юҡ, уның ауыр эҙемтәләре, өҙлөгөүҙәргә кил­тереүе үтә хәүефле.

– Иҫкәртеү сараларына ла ен­текләберәк туҡталһағыҙ ине.
– Күп сирҙәрҙең башында дөрөҫ туҡлана белмәү йәки белеп тә уны һанға һуҡмау тора. Урыҡ-һурыҡ нимә етте, шуны ашау, фаст-фуд, “Макдональдс” ризыҡтары, артыҡ майлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреү – береһе лә беҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел. Айырыуса йәштәр дөрөҫ туҡланыуға әһәмиәт бирмәй.

– Ә һеҙҙең балаларығыҙ, моғайын да, был йәһәттән дуҫ-ишенә, йәш­тәштәренә өлгө була алалыр?
– Балалар аҡты ҡаранан айыра алырлыҡ йәштә бит инде, үҙҙәре аҡыл өйрәтерлек. Ә бына ейәндәр менән бәлә – киң туҡланыу комбинаттары аҙыҡтарына өҫтөнлөк биреүҙәренә йәнем көйә. Улар менән өҙлөкһөҙ аңлатыу эше алып барырға тура килә.

Ауырыу бөтә иммун системаһын ҡаҡшатҡанлыҡтан, вируслы, киҫкен респиратор сирҙәр йыш баш ҡалҡыта башлай, аяҡ балтырҙарының тартышыуы йәки көҙән йыйырыуы күҙәтелеүе мөмкин. Инсулиндың етешмәүе һөйәктәрҙең муртланыуына (остеопороз), тиҙ һыныусанға әйләнеүенә килтереүе ихтимал. Кеше тиҙ арый, ҡуҙғыусанға әүерелә. Һуңғы стадия­һында ауырыуҙың һуҡырайыуы, инфаркт йәки инсульттан һәләк булыуы бар.

Бәләгә тарымау өсөн һәр кемдең үҙ ҡанындағы глюкоза кимәлен белеүе яҡшы булыр ине. Норма – 3,3-5,5 ммоль/л. Офтальмолог күҙҙең селтәрле шекәрә­һен тикшереп тә диабеттың башланыуын хәбәр итә ала. Ғөмүмән, пациенттар эндокринолог, кардиолог, невролог, хирург, күҙ табибы кеүек белгестәрҙән мотлаҡ консультация алырға тейеш. Дауалау ҡанда шәкәр кимәлен кәметеүгә, матдәләр алмашыныуын көйләүгә, өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелә. Һәр пациент өсөн айырым дауа билдәләнә. Диетаға, физик күнегеүҙәргә ҡағылған мәсьәләне бары үҙегеҙҙе дауалаған табиптың кәңәшенә, күрһәтмәләренә таянып ҡына хәл итергә кәрәк.

– Шулай ҙа бөтә ауырыуҙар өсөн дөйөм ҡағиҙәләр ҙә барҙыр бит?
– Күҙәнәкле туҡымаға бай һоло, ҡуҙаҡлылар, йәшелсә, емеш-еләк көндәлек рационда булырға тейеш. Шәкәр урынына уны алмаштырған ризыҡтарҙы файҙаланығыҙ. Аҙ-аҙлап, әммә йышыраҡ ашарға кәңәш итәбеҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр аяҡтарығыҙҙы тикшерегеҙ, яраланған, зарарланған урындар юҡмы, көн дә уларҙы һабын менән йыуып, ҡоротҡансы яҡшылап һөртөгөҙ. Ҡанды анализға даими биреп тороғоҙ. Сәләмәт тормош алып бар­ғанда һәм табиптарҙың күрһәтмәләрен аныҡ үтәгәндә, оҙаҡ йылдар үҙегеҙҙе һәйбәт тойоп, яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп йәшәй алырһығыҙ. Үҙегеҙҙе яратырға, сәләмәтлекте һаҡларға өйрәнегеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511