Ҡыҙылсаны иҫкәртеү күпкә еңел14.08.2018
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала ҡыҙылса менән ауырыуҙың 22 осрағы асыҡланған, улар араһында 13 бала һәм 9 өлкән кеше бар.

13 осраҡ баш ҡалала, бишәүһе – Өфө районында, икәүһе – Иглин һәм берешәр осраҡ Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында теркәлгән.
Былтыр был йоғошло сир буйынса Башҡортостандағы эпидемик хәл тотороҡло булған: 2016-2017 йылдарҙа республикала ҡыҙылса менән ни бары берәр кеше ауырыған.
Әлеге ваҡытта һәр билдәләнгән хәл буйынса эпидемияға ҡаршы ғәмәлдәр башҡарыла, ауырыу менән аралашҡандар асыҡлана, уларға иммунизация үткәрелә (пландан тыш вакцинация яһала) һәм һәр ҡайһыһы 21 көнгә табиптар күҙәтеүе аҫтына алына.
Хәл “Роспотребнадзор” һәм төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контролендә. Белгестәр иҫкәртә: ҡыҙылса менән сирләмәүҙең берҙән-бер ышаныслы юлы – вакцинация яһатыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа балаларына прививка яһатыуҙан баш тартҡан “алдынғы ҡарашлы” ата-әсә күбәйеп китте. Улар үҙ сабыйҙарын ғына түгел, ә яҡындарын, эргә-тирәлә йәшәгәндәрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуя, сөнки ҡыҙылса тиҙ йоға, ҡатмарлы ағышлы инфекция. Күптән онотолған вирустың йәмғиәттә ҡабаттан килеп сығыуы ниндәйҙер кимәлдә ошоға ла бәйле, ти табиптар. Унан тыш, сит ил кешеләренең дә йоғошло ауырыуҙы Рәсәйгә алып килеүе ихтимал. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Европа илдәрендә ҡыҙылса менән сирләүселәр һаны артҡан. Шуға күрә, әгәр ҡайҙалыр сәйәхәткә йыйындығыҙ икән, мотлаҡ табиптар менән кәңәшләшеп, тейешле прививкаларҙы эшләтеп юлға сығыу зарур.
Прививкаларҙың милли календары буйынса, балаларға ҡыҙылсаға ҡаршы бер йәштә – вакцинация, алты йәштә ревакцинация эшләнергә тейеш. Ҡыҙылса менән ауырымаған, прививка яһалмаған йәки яһатылыу тураһында мәғлүмәт булмаған балаларға һәм үҫмерҙәргә прививка ике тапҡыр, өс айлыҡ интервал менән эшләнә. Ғөмүмән, бөгөнгө йәмғиәт шарттарында 35 йәшкә тиклемге һәр кемгә ике тапҡыр ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатылған булырға тейеш. Бер йәшкә тиклемге балаларға иҫкәртеү йәһәтенән (сирле менән аралашҡан осраҡта) иммуноглобулин индерелә.


Вернуться назад