Тире-венерология сирҙәре милләтте түлһеҙлеккә алып килмәҫме?13.12.2016
Тире-венерология сирҙәре милләтте түлһеҙлеккә алып килмәҫме?
Был хаҡта беҙ ҡысҡырып һөйләргә оялабыҙ. Беҙҙең халыҡҡа тыйнаҡлыҡ хас, әммә ҡайһы бер ҡылыҡтарыбыҙ йыйнаҡмы һуң? Ян-яҡтан йәмғиәтте аҙғынлыҡҡа әйҙәгән мәғлүмәт ағылғанда, үҙеңде, ғаиләңде һаҡлап ҡалырбыҙмы заман сирҙәренән? XXI быуатты ғалимдар үҙҙәре лә вирустар дәүере тип атағанда, беҙҙе уратып алған микробтарҙан азат булыу мөмкинме? Бәлки, уларҙың беҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡтыр? Был инфекциялар, киреһенсә, халыҡты ҡырыуға алып килмәйме? Ошо хаҡта һорауҙар менән Республика тире-венерология ауырыуҙары дауаханаһының бүлек мөдире, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы Флүрә Зәйнулла ҡыҙы ТӨХВӘТУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек.
– Ни өсөн тап медицина юлын һайланығыҙ? Әллә ғаиләгеҙҙә табиптар бар инеме?
– Мин бик ябай ғаиләлә тәрбиәләндем. Сығышым менән Ҡырмыҫҡалы районынанмын. Инәйем ғүмер буйы заводта эшләне, миңә өс йәш саҡта ғына атайым мәрхүм булып ҡуйҙы. Уны хәтерләмәйем дә, электр бағанаһынан ауып төшөп үлгән. Инәйем 39 йәшендә, биш балаһын ҡосаҡлап, яңғыҙы тороп ҡалған. Әле уйлайым да иҫем китә: ул хәтлем ауыр ҡайғы, аҙаҡ балаларға дөрөҫ тәрбиә бирәйем, ашатайым, эсерәйем, уҡытайым тип ул ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәгән. Беҙҙе кеше итәйем тип тырышты ул. Инәйемдең быйыл йөҙ йыллығын билдәләп, туғандар, балалар иҫкә төшөрөп алдыҡ. Шул тиклем ауыр, әммә матур ғүмер кисергән кеше. Ғөмүмән, уларҙың быуынының күбеһе – китап яҙырлыҡ яҙмышлы, башҡаларға өлгө булырлыҡ ябай ҡатындар. Инәйем беҙҙе лә эшкә өйрәтеп үҫтерҙе: күпләп ҡош-ҡорт, кәзә аҫраны. Өйрәктәр балыҡ ярата тип, ағайым менән балыҡҡа сығып китә торғайныҡ, үлән йолҡоп алып ҡайтабыҙ, нисек тә инәйемә ярҙам итергә тырыша торғайныҡ. Мин ғаиләлә иң кесеһе, ағай-апайҙарым бала саҡтан ҡул араһына кереп, инәйемдең уң ҡулы булып үҫкән.
Эйе, беҙҙең ғаиләлә табиптар булманы, әммә өлкән Фәйрүзә апайым башта медучилищела уҡып, шәфҡәт туташы булып эшләне, аҙаҡ медицина институтына инде. Терапевт, әлеге мәлдә хаҡлы ялда. Әйткәндәй, ҡыҙы ла уның юлын һайланы, кардиолог.
Минеңсә, һөнәрҙәргә билдәләнеш бала саҡта уҡ һалына. Беҙ ана шул теләк-маҡсаттарҙы тотоп алырға тейешбеҙ. Бала сағымда инәйем йыш ауырыны. Әйләнгән һайын һыуыҡ үткәрә, ятып сирләй, һыҙлана. Уның һаулығын нығытыу, ҡурсалау, ошо хәтлем ҙур донъяла инәйһеҙ ҙә тороп ҡалмайыҡ тигән уйҙан миндә медик булыу теләге уянды. Мин уны хатта табиплыҡ тип тә күҙ алдына килтермәнем, бары тик ваҡытында инәйемә ярҙам итеү теләге ине ул.
Бер мәл 8-се класта уҡығанда инәйем сирләп, дауаханаға инде. Өйҙә шул тиклем күңелһеҙ, бөтә донъя шыҡһыҙ һымаҡ. Апайым килеп ярҙам итеп, хәлде белешеп йөрөүен-йөрөй, әммә барыбер эс боша бит инде. Шунда ныҡлы ҡарарға килдем: Фәйрүзә апайым һымаҡ 8-ҙән һуң медучилищеға уҡырға инәм. Инәйемде ныҡлап һауыҡтырыу ине иҫәбем. Әммә апайым ҡаршы төштө, уны бергәләп ҡарарбыҙ, әммә 10 класты тамамла, тине. Мәк­тәптән һуң тура медицина институтына барҙым, әммә тәүге йылда инә алманым. Быға ла үҙем ғәйепле, тип уйлайым, сөнки беҙ, ауыл балалары, үтә лә ҡыйыуһыҙ. Биологиянан имтиханды “5”кә бирҙем, химияны “3”кә тапшырғас, физиканан “4”кә булдыра алмам ул, тип документтарымды алдым да ҡайтып киттем. Бер кем дә белмәй хәҙер унда хәл нисек булыр икәнлеген, әммә икенсе йылы конкурстан үтә алманым. Шунан ағайым: “Нимәгә һиңә медицина? Бар ана биология факультетына”, – тип ҡараны. Юҡ инде, минең күңелдә медицинаға ҡарата тәрән ҡыҙыҡһыныу уянғайны. Ниәтләгән юлымдан баш тартмаҫ өсөн рабфакка кереп киттем. Әле булһа үҙемдең ошо ныҡыш­малылығым өсөн ҡыуанып бөтә алмайым, сөнки эшемде шул тиклем ныҡ яратам. Уның кешеләргә ни тиклем кәрәклеген аңлайым.
Инәйем гел кешеләргә ярҙамсыл бу­лырға өндәне. Мәрхүмә гел әйтә торғайны: “Балам, телдең эше шул бит ул: һөйләй-һөйләй ҙә туҡтай, һүҙең ояһына керә лә китә. Баш күрә ҡалғанын”. Шуға күрә өйөбөҙҙә мин сабырлыҡ хаҡында ишетеп кенә түгел, өлгөһөн күреп үҫтем, тип әйтә алам. Беҙҙе бер ҡасан да: ”Мин дә мин!” – тип күкрәккә һуғып йәшәргә өйрәт­мәнеләр, киреһенсә, һәүетемсә генә эшләйбеҙ ҙә, Аллаһ риза булһын ҡыл­ғаныбыҙҙан, тибеҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай ул, яҡшылыҡ эшләү кешенең иң тәүҙә үҙе өсөн кәрәк. Башҡаларға файҙалы булыуың, ярҙам итә алыуың үҙе бәхет түгелме ни?
– Ә ни өсөн тап тире-венерология ауырыуҙары табибы булырға ҡарар иттегеҙ? Әллә совет осоронда йәш­тәрҙе тәғәйенләнеш буйынса төрлө район-ҡалаларға бүлгәндә, һеҙҙе ошо йүнәлеш буйынса ебәрҙеләрме?
– Эйе, тәғәйенләнеш буйынса, әммә хәл бер ни тиклем икенсерәк булды. Мине Балаҡатай райо­нына ебәрергә итәләр. Унда терапевт юҡ икән. Шулай ҙа үҙемдән һорағас: “Мөмкинме унда бармаҫҡа? Инәйем үпкә сирле, гел һыуыҡ үткәреп ауырып ҡына бара. Үҙебеҙҙең Ҡыр­мыҫҡалы райо­нына ҡайтыр инем”, – тинем. Профессор, тире-венерология ауырыу­ҙары буйынса табип, кафедра мөдире Елена Александровна Медведева йәштәр менән эшләй ине. Минең биографиямды өйрәнде лә: “Ҡырмыҫҡалы районында тире-венерология ауырыуҙары буйынса табип юҡ, шунда юлланығыҙ!” – тигәс, шатланып риза булдым. Инәйемә лә яҡын булам, тип уйлайым. Әммә интернатураны бөтөп кенә бара инем, былар мине Өфөлә ҡалдырырға ҡарар итте. Инәйем хаҡын­дағы әйткәндәремә лә ҡолаҡ һалып торманылар, бары тик алдынғы ҡарашлы, өмөтлө йәштәр баш ҡалала ҡалырға тейешлеген аңлаттылар. Мин быға ла шат инем, сөнки барыбер Балаҡатай түгел бит инде, Прибельский Өфөгә яҡын. Йәшәргә урыным булмаһа ла, тороп ҡалдым бында. Черниковка биҫтәһендәге тире-венерология ауырыуҙары диспансерында эшләп йөрөнөм.
Тора-бара ятаҡтан урын бирҙеләр. Ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа, баш тартманым, сөнки бәләкәйҙән хеҙмәттән йәм табып йәшәгән ғаиләлә үҫтем. Ауырһын­маным бер ниҙән дә. Йәшәргә фатир булмағас, кейәүгә сығыу хаҡында уйламаным да, бары тик шул эш менән булдым, торараҡ фатир бирҙеләр. Инәйем гелән “тормошоң түңәрәкләнһен” тип теләне. Мин уға йыр менән генә яуап ҡайтарған булам: “Атым да бар, дәртем дә бар, әммә һөйгән йәрем юҡ”. Әммә был донъяға килгәс, һәр кем барыбер үҙенең дауамын ҡалдырырға бурыслы. Шулай итеп, һис уйламағанда буласаҡ ирем Нурғәли менән таныштым. Кейәүгә һуң сыҡтым, 38 йәшемдә таптым Ғә­лиәмде. Нурғәли минән кесерәк ине, шуға уңайһыҙланған саҡтарым да булғандыр инде. Әммә мин уға шул тиклем рәхмәт­лемен, сөнки кеше араһында ҙурлап “хазинам” тип кенә йөрөттө. Битемдә йыйыр­сыҡтар барлығынан уңайһыҙланып китһәм, һин йәштәргә биргеһеҙ, тип әйтер ине. Ғүмере генә ҡыҫҡа булды шул ҡәҙерле ирем­дең: 46 йәшендә инсульт булып, яҡты донъя менән хушлашты.
Ҡыҙыбыҙ Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында 9-сы класта уҡып йөрөй ине. Әйткәндәй, унда белем алыр алдынан атаһы ҡыҙымды ентекле әҙерләне, ул сығышы менән Ғафури районынан, М. Ғафури мәктәбен тамамлаған, шуға ла Нурғәлигә ҡыҙы­быҙҙы башҡорт әҙәбиәтенә, теленә ылыҡ­тырыу ауыр булманы. Матур шиғырҙар ятлатты, өйҙә туған телдә аралашты. Хәҙер килеп иҡтисадсы булһа ла, ни тиклем туған теленә мөхәббәтле кеше бул­ғанын аңлайым. Атаһы “күҙ табибы булыр­һың” тигәйне, Ғәлиә лә минең юлды һай­ланы: тире-венерология ауырыуҙары табибы булырға ҡарар итте. Ҡыҙым да ми­нең менән бергә Республика тире-венерология ауырыуҙары дауаханаһында эш башланы, әле декретта. Әмирә исемле ейәнсәремде тәрбиәләйҙәр кейәү менән, ул да табип.
– Әлеге хеҙмәт төйәгегеҙгә әйләнеп ҡайтҡанда?
– Черниковка биҫтәһенән Затонда урынлашҡан Республика тире-венерология ауырыуҙары дауаханаһына эшкә күсеп килдем. Нимә генә тимә, йәшәгән ерҙән йөрөүе уңайлыраҡ, әммә эшебеҙ еңел тип һис әйтмәҫ инем. Беҙҙә кемдәр генә дауаланмай ҙа кемдәр генә ятмай. Мин венерология буйынса белгес. Үкенескә ҡаршы, пациенттарым көндән-көн кәмей, тип әйтә алмайым.
– Тире сирҙәре һәм венерик ауырыуҙар: уларҙың бәйләнеше һәм айырмаһы хаҡында нимә тиерһегеҙ?
– Тире ауырыуҙары көнкүрештә йоғошло булыуы ла ихтимал, әммә уларҙың да төрлөһө бар. Ә бына венерик ауырыуҙар бары тик енси бәйләнеш юлы менән йоға.
– Шикләнгән кеше сирҙе үҙенә тарта, тиҙәр халыҡта...
– Ундай нәмә, бәлки, барҙыр ҙа, әммә медицинала түгел. Шикләнеү ул венерология өлкәһенә ҡағылмай, ул психология менән бәйле. Һәр тармаҡтың үҙ белгесе. Һәр хәлдә, венерик ауырыуҙар шиклән­гәндән йоҡмай. Улар тик енси мөнәсә­бәттәр юлы менән таралыуын әйтеп киттем инде. Йоҡтороуҙың икенсе юлы ла бар: уныһы наркомандар араһында киң таралған, йәғни бер үк энә менән наркотик ҡулланыу осрағы.
Ғөмүмән, шиксел кеше түгел, ә һаҡсыл булыу мөһим. Студенттарға ла әйтәм, сирлеләргә лә ҡабатлайым быны. Йәш табиптар килеп, ишектәрҙе халаттары менән асып йөрөй, әйтерһең, ошо рәүешле йоға ала венерик ауырыу. Был бит наҙан­лыҡ. Сирлеләр араһында бигерәк тә сәйерҙәре осрай: бында килеп эләккән бит инде, хәҙер ашханала ҡалаҡтарҙы үҙенең махсус таҫтамалы менән һөртә. Ошонда килеп эләккәнсе уйларға кәрәк булған да бит, юҡ инде. Дауаханала улар ҡараулы, бында бер нимә лә йоғоуы мөмкин түгел.
– Ә шулай ҙа?..
– Минең практикамда ундай хәлдәр булманы. Венерик сирҙәрҙең этимо­логияһы башҡа, тире ауырыуҙары бер-береһенә йоҡтормаһын өсөн дә махсус саралар күрелә. Бөгөнгө заманда псориаз, нейродермит, скелеродермия кеүек киң таралған ауырыуҙар йоғошло түгел.
– Йоғошло сирҙәр?
– Эйе, ундайҙар ҙа бар: ҡорсаңғы, мәҫәлән. Үкенескә ҡаршы, бөгөн дә ошо сирҙән яфаланыусылар етерлек. Асар­баҡтар ғына түгел, ата-әсә гигиенаны тотмаған ғаиләләрҙә лә осрай был сир. Элегерәк беҙ йәшәгән урындары билдәһеҙ булғандарҙы ла дауалай инек, хәҙер хәлдәр башҡасараҡ. Медицина страхов­каһы булғандар ғына беҙҙә дауалана ала. Документһыҙ бер кеше лә беҙгә килеп эләкмәй.
– Йоғошһоҙ булһа ла, псориаз кеүек сирҙең этимологияһын белгес була­раҡ нисек аңлатаһығыҙ?
– Бөгөнгө экологик хәл, стреслы осраҡтарға тотороҡһоҙлоҡ, ризыҡтарҙың сифаты – былар барыһы ла псориаз барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе. Мәктәп балаларына шул тиклем йәлләп ҡарап ҡуям: төрлө һынауҙар, берҙәм дәүләт имтихандары тип, уларҙың психикаһы ҡаҡшай. Үҙенә ҡул һалғандар ҙа бар. Нейродермит кеүек сирҙәр тап ана шул тәрән эмоциональ кисерештәр һөҙөмтәһе лә ул. Беҙҙең быуындың нервы системаһы ныҡлы, Аллаға шөкөр, ә хәҙерге балалар аҙым һайын стресс кисерә. Таң менән уятып балалар баҡсаһына алып китәләр, сабыйҙың йоҡоһо ла туймаған, күҙе лә асылып бөтмәгән. Олатай-өләсәй янында үҫкән, тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгәндәр көслө нервы системаһына эйә була. Өләсәйҙәр, ғаилә институтын, үҙебеҙҙең йолаларҙы тергеҙергә ине лә бит! Ҡала шарттарында ла тәбиғәт менән аралашып, быуындар бәйләнешен һаҡлап, стрестарға ҡаршы торорға була.
– Тире сирҙәренең төп сәбәбе нимәлә?
– Алда әйтелгәндәргә өҫтәп, шуны билдәләр инем: беҙ нимә ашауыбыҙ хаҡында уйларға тейешбеҙ. Тирегә сыҡҡан һыт­ҡылар, таптар, һөйәлдәр – улар, иң тәү сиратта, беҙҙең дөрөҫ туҡланмауҙың һөҙөмтәһе. Тирегә генә сығып туҡтаһа ярай ҙа әле ул паразиттар. Ә һеҙ уйлап ҡарағыҙ әле, эске ағзаларҙы улар нисек яфалай? Шуға күрә тиреләге күренештәр улар хатта ниндәйҙер кимәлдә орга­низмдың тышҡа сығарыуы, сирҙән ҡото­лорға тырышыуы, тип аңларға кәрәк, тимәк, тән көрәшә зарарлы микробтарға ҡаршы. Кисекмәҫтән дауалана башларға кәрәк, тигәнде аңлата тәндәге таптар. Әммә уларҙың да төрлөһө була. Әйтәйек, әгәр миң, һөйәл, оро һеҙҙе борсомай, ауыртмай, һыҙламай, ҙураймай икән, тимәк, уға ҡағылыу кәрәкме? Өңөндәге айыуҙы борсоу мотлаҡ түгел. Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре соҡоп, йолҡоп алып, киреһенсә, организмдағы паразиттарға ҡоторорға юл ҡуя.
– Үҫмерҙәр биттәрендәге һытҡы­ларҙы һытып, теләһә нәмә һөртөп, уларҙан ҡотола алмай яфалана...
– Үҫмерҙәргә килгәндә, был бит ваҡытлыса күренеш. Организм үҫешә, үҙгәрештәр кисерә. Шуға күрә эндокрин системаһы үҙгәргән осорҙа организмдағы яңы күренештәрҙе лә атай-әсәй менән кәңәшләшеп ҡабул итеү кәрәк. Ғаилә лә балаларына иғтибарлы булырға тейеш. Ҡайһы бер үҫмерҙәр бик ауыр кисерә был осорҙо, үҙ-үҙҙәренә йомола, нейродермит менән ауырый башлай, невролог ярҙамына мохтажлыҡ кисерә. Балалар ҙа бит хәҙер ҡаты бәғерле, бер-береһенә тупаҫ һүҙ әйтеүҙән тартынып тормай. Кәмһенеү тойғоһо ла тап ана шул тиҫтерҙәренең көлөп, мыҫҡыл итеп ҡарауынан барлыҡҡа килә.
Һимеҙ ит, ныҡ шәкәрле ризыҡтар ашамаһалар, үҫмерҙәрҙең битенә теләһә ниндәй һытҡы һирәгерәк сығыр. Ундай ашамлыҡтар бауырға, бөйөргә, үт ҡыуы­ғына насар йоғонто яһай. Шунан аҙыҡ-түлектең дә хәҙер ниндәйе генә юҡ. Улар белә-күрә тороп сифатһыҙ ризыҡтар етештерелгән туҡланыу урындарына йөрөй. Бына шунан барлыҡҡа килә лә инде теләһә ниндәй һытҡы, таптар. Һөҙөмтәлә сирлеләргә тире табибы менән генә түгел, гастролог, психолог ярҙамында дауаланырға кәрәклеге асыҡлана, сөнки бер белгестең генә ярҙамы теймәүе лә ихтимал. Ә иң мөһиме – үҙеңә хөкөм сығарып, анау хәтлем табиптар ҡарай, тип төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Мөрәжәғәт иткәс, ярҙам һорағас, белгес булараҡ табип кәңәштәрен әйтергә бурыслы, һәм һеҙ һауығыуға табан атлай­һығыҙ тигән һүҙ. Ҡайһы бер ауырыуҙарға тәү ҡарауҙан уҡ һытҡыһын алып ташларға мөмкинлеген әйтергә лә була. Ундай осраҡтар ҙа юҡ түгел, тәжрибәле табип хәҙер күреп ҡала ул хәл-торошто.
– Мәҫәлән, нисек алып ташларға мөмкин ул һытҡыларҙы?
– Шыйыҡ азот менән ҡайһы бер һытҡыларҙан тиҙ арала ҡотолорға була. Осло күҙәнәкле кондиломаларҙы ла тап ошо рәүешле дауалайбыҙ. Ғәмәлдә улар вирустан таралған сир һәм енси урындарҙа барлыҡҡа килә.
– Венерик сирлеләр араһында кемдәр күберәк: йәштәрме, өлкәндәр­ме? Ҡатын-ҡыҙмы, әллә ир-атмы?
– Әлбиттә, йәштәр күберәк, ә бына затына килгәндә, аныҡ ҡына яуап биреп тә булмай. Беҙгә барыһы ла берҙәй мөрәжәғәт итә. Өлкән быуын вәкилдәре лә бар, кешенең йәшенә ҡарап тормай, минеңсә, был ауырыу. Урыҫ әйтмешләй, мөхәббәт йәшкә ҡарамай, йөрәк теләһә ҡайһы миҙгелдә лә сәскә атыуы ихтимал. Венерология бары тик енси юл менән таралған ауырыуҙарҙы өйрәнә. Хәҙер яңы быуын сирҙәре лә барлыҡҡа килде: хламидиоз, уреаплазмоз, микоплазмоз, осло башлы кондиломалар. Сифилис, гонорея кеүек ауырыуҙарҙы ла дауалайбыҙ.
Бына әле беҙҙә йөклө ҡатындар ята, диагноздары – ана шул осло башлы кондилома. Улар балаларын үҙҙәре таба алмаясаҡ, ярып аласаҡтар бәләкәстәрҙе, сөнки сабыйға тыуғанда уҡ был сир йоғоуы бар.
– Сирҙәрҙе кисектереү йәһәтенән халыҡ араһына сығаһығыҙмы?
– Әлбиттә, сығабыҙ, сығыш яһайбыҙ. Мине бигерәк тә йәштәрҙең, мәктәп балаларының һаулығы борсой. Улар был хаҡта белергә тейеш, һөйләүе уңайһы­ҙыраҡ булһа ла, табип кешеләрҙең һаулығы һағында торған кеше. Йәнә шуныһы ла бар: бөгөнгө балалар беҙҙән күберәкте белә. Бер мәктәптә сығыш яһап торам, 6-сы класта уҡыған малай торҙо ла: “Аптырағанһығыҙ икән. Триппер ҙа булдымы сир? Өс уколдан бер ни ҙә ҡалмай”, – тимәһенме? Бик ғәжәпләндем, әммә мин беләм, Интернет аша улар үҙҙәренә кәрәк мәғлүмәтен дә, кәрәкмә­гәнен дә бик күп ала.
– Сабыйҙар араһында ла, тимәк, сирлеләр булыуы ихтимал?
– Ихтимал ғына түгел, ундай осраҡтар бар. Мәҫәлән, беҙҙә әле йыраҡ райондан килгән әсәй өс йәшлек ҡыҙы менән сифилистан дауаланып ята. Ул балаһы менән бер ҡалаҡтан ашаған, бер таҫтамалды ҡулланған, һәм көнкүреш шарттарында сир балаға ла йоҡҡан. Халыҡ араһында “бытовой сифилис” тигән һүҙбәйләнеш йөрөй бит, бына тап ошо осраҡ хаҡында инде һүҙ. Элегерәк был ауырыуҙан үлгәндәр, әммә хәҙер, Аллаға шөкөр, дауалап була, һаулыҡтарын нығытып ҡайтып китәләр беҙҙән. Хатта шундай күренештәр бар: ауырлы ҡатын балаға уҙғас, иҫәпкә баҫмай һәм уның бөтә сирҙәре балаға күсә. Бына шундай яуапһыҙ ҡатындар ҙа арала йышыраҡ осрай башланы. Хламидиоз, уреаплазмоз, микоплазмоз кеүек сирҙәр – улар бит системалы ауырыуҙар, шуға күрә әсәләренең битарафлығы һөҙөмтәһендә балалары хатта һуҡыр, йөрәк, быуын, үпкә сирле булып тыуыуы ла ихтимал.
– Табиптар араһында кеше организмында был микробтар булырға тейеш, әммә сама менән тигән фекер ҙә йәшәй...
– Үкенескә ҡаршы, XXI быуат – ул вирустар быуаты. Эйе, микробтар кеше организмында булырға тейеш, был осраҡта хатта киреләре хаҡында әйткәндә лә. Әммә кеше ниндәйҙер сир кисерһә, стресҡа дусар булһа, улар кешене тамам аяҡтан йығыуы ихтимал, хәлһеҙләндерә. Беҙ бит вакуумда йәшәмәйбеҙ, стерил­ләштерелгән мөхит тыуҙырып та булмай, һәм ул кәрәкмәй ҙә. Кеше уратып алған шарттарҙа үҙен үҙе һаҡларға йәки ҡулайлашырға өйрәнергә тейеш.
Әҙәм балаларында онкокүҙәнәктәр ҙә, туберкулез таяҡсалары ла бар, улар бар икән тип онкологиянан йәки туберкулездан дауаланырғамы ни? Ул сирҙәр кеше организмының ҡаҡшағанын көтөп кенә тора, киҙеү менән ауырып иммунитет түбәнәйһен йәки стресс кисерһәң, улар, ямғырҙан һуң баш ҡалҡытҡан үләндәй, үҙҙәре хаҡында хәбәр итә. ВИЧ инфекциялы кешеләрҙең, мәҫәлән, ни өсөн кондиломалары күп була, сөнки сирҙең исемендә үк әйтелгәнсә, иммунитет дефицитынан организм ҡаҡшаған. Кеше уларға ҡаршы көрәшә алмай йонсой. Бәләкәй генә һытҡынан да улар юҡҡа сығыуы ихтимал. Ниндәй генә диагноз булһа ла, паникаға бирелергә ярамай, дауаланырға, мөмкин тиклем организмды ҡеүәтләргә тырышырға кәрәк.
– Хәҙер дауаханаға үҙ дарыуҙарың менән ятыу хәйерлерәк, ти халыҡ. Был сирҙәрҙе лә кеше үҙе аҡса сығарып дауалаймы?
– Тире-венерик сирлеләрҙе медицина үҙе дауалай, сөнки улар социаль ауы­рыуҙар иҫәбенә инә. Туберкулез, онкология сирлеләрен ҡараған кеүек, беҙҙә­геләр ҙә мотлаҡ медицина ҡурсауы менән бушлай дауалана.
– Венерик сирҙәр таралыуға, һеҙҙеңсә, нимә сәбәпсе?
– Бында айырып ҡына кемделер ғәйепләүе, хуп­лауы ла ауыр, әммә мин быны иң тәү сиратта йәмғиәттең кимәле менән бәйләйем. Йәнә лә телевиде­ниеның, Интернеттың бөтә мәғлүмәтте халыҡҡа еткереүенән дә күрәм. Ир-ат тәбиғәте менән полигам зат, улар донъяға ҙур маҡсаттар өсөн ебәрелһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙенең изге бурысы бар. Шуға ла мин сығыш яһағанда ла ҡыҙҙарға айырым мөрәжәғәт итәм: “Ҡыҙҙар, тыйнағыраҡ, йыйнағыраҡ булығыҙ. Төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙең, ауырыуҙарҙың сәбәпсеһе булмаҫҡа тырышығыҙ”, – тим.
1969 йылда мәктәпте тамамланым, беҙгә гинекологтар килеп, профилактик дәрестәр биргәне лә булманы, был хаҡта һөйләшеү ҙә оят ине. Әммә бөгөн был хаҡта йышыраҡ һөйләргә, аңлатырға кәрәк. Береһенең ҡолағына кермәһә лә, икенсеһе иғтибар итер. Табип булараҡ профилактик эш менән шөғөлләнеү – минең һөнәри бурысым тип иҫәпләйем.
Шундай хәлдәр ҙә була, беҙгә эләккән сирлеләрҙең бүлмәһенә ҡапыл килеп керһәң, уларҙың тап шул темаға кино ҡарап ултырғанын күрәһең. Тимәк, кеше һығымта яһамаған. Бигерәк тә бына Себерҙә йөрөгән ир-егеттәр араһында сирлеләр күп. Улар тегендә тап порнографик фильм­дар ҡарап, дәртләнеп, ҡырҙан өйөнә ауырыу алып ҡайта. Үҙҙәре һөйләй хәлдәрен. Сәстәре ҡойолоп, тәндәрен таптар баҫып, бөтөп килеп керәләр беҙгә. Ә унда уларҙы тикшереүсе лә юҡ, сөнки Себергә эшселәр кәрәк, ә уларҙың һаулығы түгел. Ҡатындары аша белеп ҡалабыҙ ауырығандарын. Себер – ул йоғошло сир сығанағы. Яңыраҡ бер йәш ғаилә килде, дауаланмайбыҙ тиҙәр, ә үҙҙәренең өйҙә лә балалары бар. Ата-әсә ауырыуҙың тамам организмды ҡаҡшатыуы менән бергә башҡаларға ла йоғоуы хаҡында уйлап та бирмәй. Мөгөҙ сыҡһа, бына киҫтерергә килерҙәр ине, ә бында йәшерен рәүештә сир үрсей һәм тамам аяҡтан йығылмайынса дауала­нырға теләмәйҙәр. Сифилис үҙен белдереп бармай, ул ныҡ йәшерен сир. Тамағы ауырта башлаһа, антибиотик эсәләр ҙә, эш тамам тип уйлайҙар. Был дауа сифилисты томалай ғына. Инфекция үҙенә нисек кәрәк, шулай йәшәй башлай. Бары тик ҡан биреп кенә билдәләп була ул сирҙе.
– Бәлки, закон менән сикләргә кә­рәктер аҙғынлыҡ таратыусы телетап­шы­рыуҙарҙы? Закондар халыҡ һау­лы­ғын ҡурсалаймы?
– Халыҡтың һаулығын һаҡлау буйынса беҙҙә закондар күп, әммә тапшырыуҙарға килгәндә, хәл башҡасараҡ. Үҙәк, дәүләт каналдарында ундай программаларҙы тыйғанда ла, шәхси учреждениеларҙың эшмәкәрлеге лә бар бит әле. Әйткәндәй, улар хатта бөгөн һан яғынан да күберәк. Үҙенең, балаһының, нәҫеленең киләсәген уйлаған кеше барыбер осраҡлы бәйлә­нештәргә, балаларын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуға юл ҡуймаҫҡа тырышасаҡ.
– Мәктәптәрҙә сығыштарығыҙ нисек үтә?
– Дәрестәрҙе ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы айырып, уҡытыусыларынан тыш үткәрергә тырышам. Шул рәүешле генә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ирешеп була. Бергә уҙғарып ҡараған булды, көлөшөп, һөйлә­шеп тик ултыралар. Ҡыҙҙарҙың оялған­дары ла бар, шуға күрә улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирһен өсөн, ышаныс әңгәмәләре формаһында ойоштора­быҙ. Был дәрестәр бит Интернеттан мәғлүмәт алыу түгел, улар тере табип менән аралашҡанда үҙҙәрен бөтөнләй башҡаса тота. Башта бик асылып бармаһалар ҙа, төрлө миҫалдар килтергәс, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирәләр. Беҙҙең пациенттар торалар ҙа: “Бына Интернетта шулай яҙылған”, – ти башлайҙар. Мин уларға һәр саҡ: “Интернет ул дөйөм мәғлүмәт алыу өсөн кәрәк, ә дауаланыу урыны түгел. Әгәр ул сирҙәрҙән азат итһә, бөтә дауаханалар ҙа ябылыр ине күптән”, – тип әйтәм.
– Республика райондарына сығаһығыҙмы?
– Әлбиттә, был – эшебеҙҙең бер тармағы, сөнки дауахананың клиенттары – тотош республика халҡы. Байтаҡ төбәктәрҙә тап сирҙе кисектереү йәһәтенән сығыштар яһаныҡ, йәштәр менән йышыраҡ осрашырға тырышабыҙ, сөнки мәктәптәрҙә был хаҡта дәрестәрҙә ентекле һөйләнелмәй. Хәйер, уҡытыусылар үҙҙәре лә күп нәмәне белеп бөтмәүе ихтимал. Көндән-көн венерик сирлеләр һаны арта.
Профилактик йәһәттән халыҡ араһына сығыуыбыҙҙың төп сәбәбе – иң тәү сиратта бөгөн йәмғиәттә түлһеҙлек кеүек яман күренеш, сир барлыҡҡа килде. Осраҡлы енси бәйләнештәр арҡаһында венерик сирҙәр барлыҡҡа килә, ә улар үҙ сиратында түлһеҙлектең төп сәбәпсеһе. Статистик мәғлүмәттәр буйынса, 50 проценттан ашыу ир-егеттәр түлһеҙлек менән йонсой. Һөҙөмтәлә йәш ғаиләләр айырылыша, сөнки һәр кемдең бала һөйгөһө килә. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙы ғәйепләргә күнеккәндәр, үкенескә ҡаршы, күпселек осраҡта балаға уҙмауҙың сәбәпсеһе тап көслө зат үҙе була. Был бик аяныслы күренеш, быны хатта геноцид тип атарға ла мөмкин, сөнки ғаиләләрҙә бала тыумағас, халыҡ һаны кәмей, демографик проблема ла килеп тыуа. Милләттең тән сәләмәтлеген дә ҡайғыртыу зарур.
– Түлһеҙлекте дауалап буламы?
– Иң башта уның этимологияһын билдәләргә кәрәк. Был сир нимәнән килеп сыға? Яңыраҡ Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире, юғары категориялы табип Рәмилә Үҙәнбаева менән ошо хаҡта сығыш яһаныҡ, сөнки тап венерик ауырыуҙар түлһеҙлеккә алып килә лә инде. Дауалап була был сирҙе, башҡа төрлө ярҙам итеү юлдары ла бар, әммә ауырыуға юлыҡҡансы, уны кисектереү яҡшыраҡ, шулай бит.
– Һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең тәбиғәте хаҡында әйтһәк?
– Тире-венерология ауырыуҙары – бик үҙенсәлекле сирлеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берҙәре хатта хәлдәрен дә аңлата белмәй, ҡайһы еренә зарланыуын да тоймай. Иң мөһиме шунда – бер табип та сирлеләрҙең хәле тураһында исемләп тороп башҡа урында һөйләп йөрөмәгәнен улар аңларға тейеш. Табиптың ғына түгел, донъяла кешелек этикаһы тигән нәмә лә бар бит әле. Черниковкала 25 йыл эшләп ташлағанмын, бында күскәнемә 13 йыл булды. Иң беренсе сирлеләр менән уртаҡ тел табып эшләргә тырышам. Эшеңдең һөҙөмтәһе булмаһа, ни мәғәнә дауалау процесын алып барыуҙа. Сирҙәренән арынып сығып китергә тейеш улар бынан. Рәхмәт әйтеп ҡайтып китә ауырыуҙар.
– Ә ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт иткән пациенттар бармы?
– Үкенескә ҡаршы, бар. Ир-егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар араһында ла осрай ундайҙар. Нишләтәһең инде, бер үк тырмаға ҡабат-ҡабат баҫыу хас бит әҙәм балаһына. Пациенттарыбыҙ бик үҙенсә­лекле бит беҙҙең. Ҡайһы берҙәре телефондан шылтыратып, хәлде белешеп, консультация ла алып тора. Телетап­шырыуҙарҙа күреп ҡалһалар ҙа шылтыраталар. Улар беҙгә ышаныс менән килә, ҡарай, шуға күрә, табип булараҡ, мин ҡулымдан килгән тиклем һәр береһенең хәлен аңларға, ярҙам итергә тырышам.
– Һеҙҙең практикағыҙҙа үлемесле хәлдәге кешенең аяҡҡа баҫҡан осраҡ­тары булдымы?
– Әлбиттә, булды һәм бер тапҡыр ғына түгел. Венерик сирле кешенең ауырыуы көсәйгәс, уларҙан бит хатта туған-тыумасалары, дуҫтары баш тарта. Улар тамам бөтөп, был донъя менән хушлашыр мәлдә беҙгә килеп йығылалар. Хәҙер бит медицина бик көслө. Ҡайһы бер сирлеләр беҙгә ышаныстарын юғалтҡас ҡына аяҡ баҫа, беҙгә лә башта асылып бармайҙар. Беҙ уларҙы 20 көн тирәһе дауалайбыҙ. Тора-бара сирҙәренең артҡа сигенеүен күреп, уларҙың йөҙҙәре яҡтырып китә. Ҡайһы бер ир-егеттәр әллә нисәшәр тапҡыр ятып сыға. Етмәһә, бында килеп, ҡулына нәмәлер алырға ерәнеп торалар. Шул саҡ уларға: “Бында сирҡанып ҡына посуда һайлайһығыҙ, ә ниңә интим мәсьәләләрҙә партнерҙарығыҙҙы шулай һайламайһығыҙ?”– тигән саҡтарым да бар. Беҙ дауалаған сирҙәргә иммунитет барлыҡҡа килмәй, ул юҡ. Һәр нәмәлә мәҙәниәтле булырға кәрәк. Йәмғиәттәге аҙғынлыҡ, һәр тарафтан кешене асылынан яҙҙырыр мәғлүмәт ағылғанда, беҙгә үҙе­беҙҙең йолаларыбыҙ менән тәрбиәләргә кәрәк балаларыбыҙҙы. Киләсәктә дин әһел­дәре, рухиәт кешеләре менән бергә милли мәктәптәрҙә сығыш яһарға, ҡыҙ­ҙарыбыҙҙы, малайҙарыбыҙҙы иҫкәртергә иҫәп тотам. Хатта никах теркәү урындарында ла был хаҡта һөйләргә кәрәк. Мил­ләттең шәхестәре иңенә лә ята киләсәктең тән сәләмәтлеге бурысы, сөнки организмы һау булмағандарҙан сирле бала тыуа, йәки уларға бөтөнләй түлһеҙлек янай.


Вернуться назад