Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер юлы — ун белгес
Быуындар сылбыры өҙөлмәй

Ҡариҙел яҡтарында һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә.
— Медицина учреждениеларының матди-техник базаһы йылдан-йыл нығый, — ти райондың баш табибы Рәйес Ғәзизов. "Һаулыҡ" милли проектына ярашлы, һуңғы ике йылда ғына ла дүрт миллион һумлыҡ заманса техника һәм йыһаз алынды.

Төбәк халҡына үҙәк район дауаханаһы, Ҡыҙыл Үреш, Магинск, Әтнәш, Ҡараяр ауылдарының табиплыҡ амбулаториялары, Байҡыбаш дауаханаһы, 56 фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамы күрһәтә. Поликлиника сменаһына 500-гә ҡәҙәр ауырыуҙы ҡабул итә ала.
Дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында эшләгән 553 хеҙмәткәр араһында һәр кем өсөн йән атып торған, үҙ һөнәрен яратып башҡарған, халыҡ ихтирамын, абруйын яулаған белгестәр күп. Шуларҙың алтыһы "Башҡортостандың атҡаҙанған врачы" тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Юғары категорияға эйә табиптар ҙа байтаҡ.
Үҙәк район дауаханаһына бер юлы ун белгестең эшкә килеүе төбәк өсөн ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән, шатлыҡлы ваҡиға булды. Йәштәрҙе тантаналы шарттарҙа ҡаршы алдылар. Уларға ҡотлау адресы, бүләктәр тапшырылды.
Илшат Мәүлиев — хирург, Әлиә Рамаҙанова һәм Олеся Вәғәзова — терапевт, Илнара Ишмөхәмәтова — дерматовенеролог, Анастасия Кислицына — психиатр, Әлиә Мәүлиева фтизиатр вазифаһын башҡарасаҡ.
Ауыл табиптары араһында ҡариҙелдәрҙең яҡташтары ла бар: табип-травматолог Дмитрий Моисеев егерме туғыҙ йәшендә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Ата-бабалары төйәгенә әйләнеп ҡайтҡанға ҡәҙәр ул Өфө ҡалаһының 33-сө поликлиникаһында хеҙмәт иткән. Моисеевтар династияһынан күптәр ғүмерен халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауға арнаны.
— Беҙҙең нәҫелдән сыҡҡан медицина хеҙмәткәрҙәренең дөйөм табиплыҡ стажы 220 йылға етә, — тип ғорурлана Дмитрий Владимирович. — Беҙгә был һөнәр олатайҙан күскән тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ.
Егеттең олатаһы Александр Моисеев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Меңдәрсә саҡрым фронт юлы үтеп, Еңеү таңын аттырған Байҡы ауылы егете аҙаҡ Башҡорт медицина институтына уҡырға инә. Бында ул үҙенең мөхәббәтен дә осрата. Диплом алғас, йәш белгестәрҙе эшкә Чехов исемендәге шифаханаға тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йылдан Моисеевтарҙы ул ваҡытта районды хеҙмәтләндергән Байҡы дауаханаһына күсерәләр. Ә 1963 йылда Александр Григорьевич менән Зоя Николаевнаны Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына эшкә ебәрәләр.
1954 — 1965 йылдарҙа А. Моисеев район дауаханаһының баш табибы, райондың баш табибы вазифаларын башҡара, "БАССР-ҙың атҡаҙанған врачы" тигән юғары исемгә лайыҡ була. Зоя Николаевна тирә-яҡта белемле, һәләтле терапевт булараҡ танылыу ала. "СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы" исеменә лайыҡ була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Александр Григорьевичтың ҡул арты еңел була. Балалары ата-әсәһенең хеҙмәт юлын һайлай. Өлкән улдары Александр — терапевт, Ростов өлкәһендә йәшәй, төбәк дауаханаһына етәкселек итә.
Владимир Александрович, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, тыуған яҡтарына ҡайтып, үҙәк район дауаханаһында хирург булып хеҙмәт юлын башлай. Ҡатмарлы операциялар яһай, йөҙҙәрсә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала. Райондың баш табибы итеп тәғәйенләнгәс, тиҫтә йыл дауамында вазифаһын яратып, намыҫ менән башҡара, медицина учреждениеларының эшен дөрөҫ ойоштора. Хәләл ефете врач Танира Ринат ҡыҙы — врач-офтальмолог, ғүмере буйына яратҡан һөнәренә тоғро булды.
Танира менән Владимир Моисеевтар балаларында ла Ер йөҙөндәге иң изге һөнәргә оло һөйөү хисе тәрбиәләй: табип хеҙмәтенең бөтә ауырлыҡ-мәшәҡәтен, ҡатмарлылығын, көсөргәнешлелеген күреп үҫһәләр ҙә, ҡыҙҙары ла яҙмышын медицина менән бәйләй.
Олатайҙары был көндәрҙе күрһә, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ҡайһылай һөйөнөр, ғорурланыр ине! София Владимировна — терапевт, Өфө ҡалаһында эшләй, ә Элла, медицина университетын тамамлап, ординатурала уҡый, балалар неврологы вазифаһын башҡара. Әйтеүебеҙсә, травматолог, медицина фәндәре кандидаты Дмитрий Моисеев "ауыл табибы" исемен лайыҡлы йөрөтә. Уларҙың хеҙмәт династияһын дауам итеүселәр киләсәктә лә табылыр әле. Бөгөн зат-нәҫелдә бүлә-бүләсәрҙәр — табиптарҙың дүртенсе быуыны — үҫеп килә.
Яңы белгестәргә Ҡариҙел яҡтарының тәбиғәте лә, кешеләре лә ныҡ оҡшай. Улар, тынғыһыҙ дауахана тормошона бик тиҙ өйрәнеп, эйәләшеп ала, берҙәм, татыу коллективта үҙ кешегә әйләнә.
Эш урындары ла ауыл табиптарының күңеленә хуш килә. 2002 йылда файҙаланыуға тапшырылған заманса дауалау корпусында вазифаңды еренә еткереп башҡарыу өсөн бөтә шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырылған.
Германияның "Siemens" фирмаһы етештергән "Multix Pro" рентген аппараты, Англияла сығарылған ярымавтомат биохимик анализатор һәм башҡа диагностик йыһаздар, ҡорамалдар эшкә ҡушылған. Матди-техник яҡтан тәьмин ителеү буйынса район дауаханаһы ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай.
Пациенттарҙы ҡабул итеү егерме ике йүнәлеш буйынса алып барыла. Стационарҙа дауаланыу өсөн — 158, көндөҙгөһөндә 73 койка-урын бар.
Төбәккә бер юлы ун табиптың эшкә килеүе, әйтеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа күҙәтелмәгән һөйөнөслө ваҡиға. Әммә был хәл дә медицина кадрҙарына булған ҡытлыҡты тулыһынса бөтөрә алмай әле. Райондың һаулыҡ һаҡлау системаһын тулыландырыу өсөн йәнә ун һигеҙ белгес талап ителә, тиҙәр.
Нисек кенә булмаһын, боҙ урынынан ҡуҙғалды. "Ауыл табибы" программаһы йәштәрҙе йәлеп итерлек ышаныслы проекттарҙың береһенә әүерелә бара. Дүрт күҙ менән көтөп алынған белгестәрҙең халыҡ өмөтөн аҡлауын теләйбеҙ.

P.S. чехлы для ipad 4 недорого можно купить в интернете на сайте zcover.com.ua




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528