Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Сихут” сире һайлап тормай...
Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында.

Билдәле булыуынса, туберкулез социаль сирҙәрҙән иҫәпләнә, кешенең йәшәү мөхитенә, тормош сифатына туранан-тура бәйле. Шулай ҙа... Кох таяҡсаһы тыуҙырған алама сир социаль баҫҡыстың түбән кимәлендә торғандарға ғына түгел, ә һәр кешегә лә йоғоуы ихтимал.

Көндәлек тетрәнеүҙәр, тын­ғы­һыҙ тормош, насар туҡланыу, ала­ма ғәҙәттәр кеше организмын ҡаҡшата, ул төрлө инфекция­лар­ға ҡаршы көрәшеү көсөн юғалта. Ошо саҡта туберкулез кеүек зәһәр ауырыуҙы йоҡторорға мөм­кин. Бының өсөн әллә ҡайҙа йөрөү кәрәкмәй: сирҙең үбешкән­дәге кеүек, китап уҡығанда ла күсеүе ихтимал. Урам туҙанында туберкулез бактериялары өс ай самаһы һаҡлана, шул тиклем үк ваҡыт – китап биттәрендә. Ә һыу­ҙа Кох таяҡсаһы тағы ла оҙағыраҡ “йәшәй”. Ул һыуыҡҡа, еүеш мөхиткә, йылыға бирешмәй, туранан-тура төшкән ҡояш нурҙары ла уны зарарһыҙландырмай, хатта хлорлы, дезинфекциялаған матдәләрҙән дә ҡурҡмай.

Туберкулез микробактерияһы, кеше организмына эләккәндән һуң, оҙаҡ ваҡыт “йоҡлауы” ихтимал. Шулай уҡ инфекциялы һәр кеше ауырып та китмәй. Статистика быны яҡшы күрһәтә: инфекциялы 100 кешенең бишәүһе генә сирләй. Ҡалғандарҙы иһә Кох таяҡсаһы борсомай, иммун системаһы хәлде “контролдә тота”. Әммә организмдың һаҡлау көсө саҡ ҡына түбәнәйеү менән сирҙең көсәйеп китеүе ихтимал.

Үткән быуаттарҙа “сихут” тип аталған был сир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаланмаған. Хәҙер иһә бик тә һөҙөмтәле заман препараттары бар, әммә алама вирус та көслө, бирешергә самаһы юҡ: дарыуҙарға ҡаршы тотороҡлолоҡ булдыра.

Инфекция таралыуҙың төп юлы – туберкулез менән сирләгән кеше. Ул йүткергәндә, сөскөр­гәндә, һөйләшкәндә ваҡ ҡына төкөрөк тамсылары бүлеп сығара, улар 1,5 метр радиуста тарала. Туберкулез менән сирләгән бер кеше йыл дауамында 15-тән 50-гә тиклем кешегә алама сирен йоҡтороуы ихтимал. Балалар һаны иһә 100-гә етеүе бар.

Туберкулез, ҡалыплашҡан фекер буйынса, үпкәне генә зарарламай, ә бөтә ағзаларҙы ла ялмап алыуы бар. Ул һөйәктәрҙе, күҙҙәрҙе, тирене, бөйөрҙө, нервы системаһын аямай. Шулай ҙа иң “йомшаҡ” урын – үпкә, шуға ла ул тиҙ бирешә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: флюорография юҡҡа ғына яһалмай, иң тәүҙә ул пациентҡа кәрәк. Башҡа ауы­рыуҙарҙы кеүек үк, туберкулезды башланған стадияла еңеү еңе­лерәк. Унан тыш, ошо тикшереү һөҙөмтәһендә был ауырыуҙы ғына түгел, яман шеш, фиброз, елһенеү, инфильтрат, организмға эләккән сит предметтарҙы ла асыҡларға мөмкин.

Флюорографияны йылына бер тапҡыр үтеү фарыз. Уның зарары тураһындағы хәбәрҙәр, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бик арттырылған. Аппараттың нурланыу дозаһы бәләкәй, ул ғалимдар тарафынан тикшерелгән һәм һаулыҡ өсөн зыян­һыҙ икәнлеге күптән иҫбат­ланған. Хатта ҡабат-ҡабат үткә­релгән тикшереүҙәр ҙә пациентҡа зарар килтермәйәсәк. Әйтергә кәрәк, самолетта йыш осоусылар, мәҫәлән, күпкә ҙурыраҡ нурланыу дозаһын ала.

Туберкулезды иҫкәртергә мөмкин. Бының өсөн спорт һәм физкультура менән дуҫ булығыҙ, сыныҡтырыу процедураларын яһағыҙ, көн тәртибен һаҡлағыҙ, яҡшы туҡланығыҙ, шәхси гигиена шарттарын үтәгеҙ, насар ғәҙәттәрҙән арынығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: туберкулезды тулыһынса дауаларға мөмкин, әммә уны булдырмау өсөн дә тырышырға кәрәк.


Автор: Валентина КРИКУНОВА Өфөләге 50-се поликлиниканың медицина иҫкәртеүе бүлеге табибы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 2

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә