Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заман менән бергә атлайҙар
“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше организмындағы иң мөһим ағза тураһында юғары һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр, шиғри юлдар, һис шикһеҙ, бихисап. Әммә ығы-зығылы көндәлек тормошта, донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен хәстәрләгәндә, усҡа ғына һыйған, ләкин йәшәү нигеҙен билдәләгән, ғүмер ебен тотоп торған бәләкәй генә ағза – йөрәк һәм уның хәл-торошо хаҡында уйланабыҙмы беҙ?

...Мәгәр Республика кардиология үҙәгендә йөрәк нескәлектәрен энәһенән ебенә тиклем беләләр: кеше ғүмере һағында торған, йылына меңдәрсә пациентҡа йәшәүгә өмөт бүләк иткән урын ул. Был махсуслашҡан ҙур медицина учреждениеһы хәҙерге заман талаптарына яуап бирә, бында республика халҡына кардиология буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү, диагностика үткәреү, дауалау өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Үҙәк көнөнә 250 пациентты ҡабул итеүсе поликлиниканы, 305 кардиология, 203 кардиохирургия йүнәлешле стационарҙы берләштерә.

Республика кардиология үҙәгенең баш табибы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы Ирина Николаева менән учреж­дениелағы заманға ярашлы үҙгәрештәр, юғары технологиялар биргән мөмкинлектәр хаҡында әңгәмәләштек. Ирина Евгеньевна әйтеүенсә, йыл һайын медицина учрежде­ниеһында утыҙға яҡын кардиохирургия операцияһының яңы төрө индерелә, шул иҫәптән юғары технологиялылары ла. Ғөмүмән, бөтә төр операциялар араһында юғары технологиялар ҡулланып яһал­ғандарының нисбәте ҙур – 85-95 процентҡа етә.

Тыумыштан килгән йәки аҙаҡ хасил булған йөрәк өйәнәктәрен коррекциялау, коронар артерияларға стент ҡуйыу йәки ангиопластика, аортокоронар һәм маммарокоронар шунтлау кеүек операциялар иһә яһалма ҡан йөрөшө шарттарында ла, йөрәк эшмәкәрлеге туҡтатылмағанда ла эшләнә – былар күптән ҡәҙимге ғәмәлгә әүерелгән.

Республиканың кардиология үҙәге Рәсәйҙең башҡа махсуслашҡан клиникалары менән ныҡлы бәйләнеш булдырған. Улар менән бер рәттән үҙәктә йөрәк ритмы боҙолоуының ҡатмарлы осраҡтарын криоаблация алымы (экстремаль һалҡын менән тәьҫир итеү) ярҙамында дауалайҙар. Шулай уҡ инновациялы алымдар араһында гибрид технологиялар, кардиовертер-дефибрил­ляторҙарҙы, ресинхронизациялы кардио­стимуляторҙы, стент-графттарҙы имплантлау сараһы бар.

2013 йылдан республикала йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса операциялар уңышлы башҡарыла. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда күсерелгән йөрәкле 34 кеше йәшәгәне мәғлүм. Был йәһәттән кардиоүҙәк белгестәре Рәсәйҙең, сит илдәрҙең алдынғы кардиохирургтары менән даими бәйләнеш булдырған, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары әүҙем эшләй.

Башҡортостанда, Рәсәйҙәге кеүек үк, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре беренсе урынды биләй. Республика халҡының 32 проценты самаһы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарына дусар: был һәр өсөнсө кеше тигәнде аңлата. Иң таралған ауырыуҙарҙың береһе – артериаль гипертензия (ҡан баҫымы күтәрелеү). 2018 йылда ошондай диагноз 504 392 кешегә ҡуйылған, шул иҫәптән беренсе тапҡыр ошондай сир 37 392 кешелә асыҡланған. Икенсе урында – цереброваскуляр сирҙәр, өсөнсөлә – йөрәктең ишемия ауырыуы.

Республика кардиоүҙәге аортокоронар шунтлау, йөрәктең физик кәмселеген коррекциялау, коронар артерияларҙы стентлау операцияларының һаны буйынса Рәсәйҙең 200-ләгән ошондай уҡ учреждениеһы араһында тәүге бишәү иҫәбенә инә. Ғөмүмән, йөрәккә яһалған бөтә төр операциялар араһында ишемия сиренә, шул иҫәптән киҫкен коронар синдромына бәйле операциялар өҫтөнлөк итә.

Кардиоүҙәк Рәсәйҙең иң алдынғы клиникаларынан һис ҡалышмай: беҙҙә йөрәкте ҡырҡмайынса яһала торған эндоваскуляр операциялар ҙа яһала. 2014 йылдан алып 2018 йылға тиклем коронар артерияларҙы стентлау (патологик процестар арҡаһында тарайған ҡан юлдарын махсус каркас ярҙамында киңәйтеү) операциялары 2029-ҙан 2523-кә тиклем артҡан (24,3%).

2018 йылда клиникала 19 429 операция яһалған һәм тикшереү үткәрелгән. Йөрәккә яһалғандарҙың һаны 7 310-ға тиң. Яһалма ҡан әйләнеше ярҙамында эшләнгән опе­рацияларҙың һаны – 2 069, улар араһында 1 658-е аортокоронар шунтлауға, 3101-е коронар артерияларҙы ангиоплас­тикалауға тура килә.

Киҫкен коронар синдромға дусар булған сирлеләр (стенокардия йәки киҫкен миокард инфаркты) иң ауыр пациенттарҙан һанала. Аортокоронар шунтлау алымы был осраҡта уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкин­леген күпкә арттыра. 2017 йылда, 2018 ме­нән сағыштырғанда, ошо төр кисек­тер­геһеҙ операцияларҙың һаны 96-нан 581-гә тиклем еткән һәм миокард инфарктынан вафат булыусыларҙың һанын кәметкән: быға тиклем үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 20,6 булһа, хәҙер был һан 18,3-кә тиң.

Ғөмүмән, Республика кардиоүҙәгендә яһалған операцияларҙың 95 проценты юғары технологияларға бәйле, шуға күрә Башҡортостанда йәшәүселәргә кардиология йүнәлешле заманса медицина ярҙамы эҙләп федераль үҙәктәргә юлланаһы түгел.

Эшмәкәрлектә гибрид технологияларын ҡулланыу, һис шикһеҙ, күпкә отошло: пациенттарҙың йәрәхәтләнеү кимәле түбән; быға тиклем ярҙам итеп булмағандарға ярҙам итеү мөмкинлеген бирә. Заманса алымдар менән яһалған операцияларҙан һуң пациенттың реабилитация осоро күпкә кәмей, өҙлөгөү ихтималы түбәнәйә.

2014-тән алып 2018 йылға тиклем яһалма ҡан йөрөшө ярҙамында яһалған операциялар һаны 1 607-нән 2 069-ға тиклем еткән (28,5%). Был күрһәткес буйынса Республика кардиология үҙәге Рәсәй буйынса – алтынсы урында.

Ғүмергә хәүеф менән янаған аритмия­ларҙы диагностикалау һәм дауалау пробле­маһы ла көнүҙәк булып ҡала. Йөрәк ритмы боҙолоуға бәйле операциялар һаны йылдан-йыл арта: мәҫәлән, һуңғы биш йылда үҫеш 11,5 процентҡа тиң. Улар араһында кар­диостимуляторҙарҙы имплантациялау өҫтөнлөк итә (897-нән 1108-гә еткән – 23,5 %).

Үҙәктә яңы тыуған сабыйҙарға ла ярҙам күрһәтәләр: тыумыштан килгән йөрәк пороктарына операция яһайҙар. Хирургияла аҙ йәрәхәтле заман алымдарын ҡулланыу балаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, йүнәлеү ваҡытын ҡыҫҡартырға ярҙам итә. Әйткәндәй, былтыр Кардиоүҙәктә ошондай сиргә дусар 491 балаға операция эшләгәндәр.

Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән дәүләт йөкләмәһе сиктәрендә субсидияларҙы арттырыу (сағыштырыу өсөн – 2014 йылда 432,5 миллион һум булһа, 2018 йылда был һан 689,3 миллон һумға еткән) операцияларҙың һанын һәм сифатын күтәреүгә, шулай уҡ ғүмерҙе һаҡлау өсөн уғата мөһим кардиологик ярҙамды көтөү ваҡытын кәметеүгә алып килгән.

Киләсәктә Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы төҙөлһә, кешеләргә кардиохирургияла ҡулланылған заман алымдары ярҙамында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге тағы ла артасаҡ.

100 йыл эсендә...

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау өлкәһе быйыл 100 йыллығын билдәләй. Бер быуат эсендә тармаҡ ғәйәт ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, ҡиммәтле, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланы.

1919 йылда Башҡортостан Совет Республикаһы барлыҡҡа килеү менән Һаулыҡ һаҡлау комиссариаты төҙөлә. Тап ошо мәлдән һаулыҡ һаҡлауҙың яңы дәүләт системаһы эшләй башлай ҙа инде. Уның нигеҙенә түләүһеҙ медицина ярҙамы, һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеге, иҫкәртеү йүнәлеше, фән һәм практиканың тығыҙ бәйләнеше кеүек принциптар һалына. 100 йыл эсендә республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы бер нисә дауахана һәм йоғошло барактарҙан дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының ҡеүәтле тармаҡлы селтәренә ҡәҙәр ҡатмарлы юл үтте.

Бөгөн республикала халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлдәге системаһы эшләй. Махсус медицина ярҙамы 35 ойошма базаһында күрһәтелә. Ете төбәк һәм 70 муниципаль-ара үҙәктә заманса медицина технологиялары һәм өр-яңы ҡорамалдар ҡулланыла. Тармаҡтың матди базаһы йылдан-йыл нығый, һуңғы өс йылда ғына республика бюджеты иҫәбенә заман талаптарына яуап биргән тиҫтәнән ашыу һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлдө. Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә иғтибар артты. Үлем осраҡтарын кәметеү, ғүмер оҙайлығын арттырыу мәсьәләләрен иҫкәртеү эшмәкәрлеген йәнләндермәй, камиллаштырмай тороп, хәл итеп булмаясағы асыҡ. 22 сәләмәтлек үҙәге, диспансерлаштырыу, скрининг, онкология контроле, һаулыҡты һаҡлауҙың модуль программаһы – барыһы ла ошо көнүҙәк бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән.

2018 йыл йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр республикала миокард инфарктынан үлем осраҡтары кәмеүе, табиптарҙың инсультҡа ҡаршы көрәшкә мөһим өлөш индереүе, сабыйҙар үлеме аҙайыуы күҙәтелде, аҙ халыҡ йәшәгән төбәктәрҙә лә ФАП-тар күренә башланы (быйыл тағы дүрт ФАП асыласаҡ), 13 күсмә ФАП һатып алынды. Былтыр медицина ойошмаларында 21 мең юғары технологиялы операция яһалды, һуңғы өс йылда бындай операцияларҙың 1,5 тапҡырға артыуы кадрҙарыбыҙҙың юғары әҙерлеге хаҡында һөйләй.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы килем тураһында декларация тапшырыу ваҡытын иғлан итте

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы килем тураһында декларация тапшырыу ваҡытын иғлан итте 13.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр 30 апрелгә тиклем 2025 йыл өсөн килем тураһында декларация тапшыра ала. ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда кәмәлә йөҙөп киткән биш кеше юғалған

Башҡортостанда кәмәлә йөҙөп киткән биш кеше юғалған 13.04.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан 112 номерына юғалған кешеләр тураһында 28 хәбәр килгән: бөтәһе 50 кеше, шул иҫәптән 9 ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Вәсилә Фәттәхова һәм Николай Красников урамдары барлыҡҡа килә

Өфөлә Вәсилә Фәттәхова һәм Николай Красников урамдары барлыҡҡа килә 13.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөләргә баш ҡала топонимикаһын формалаштырыуҙа ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Аҙаҡҡы ҡарар ҡабул ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған 13.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығының ағаһы вафат булған
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 7

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән 10.04.2026 // Йәмғиәт

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән...

Тотош уҡырға 4

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Сентябрҙән хеҙмәткәргә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған әсәйҙәргә һынау ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2019-2024 йылдарҙа «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» ......

Тотош уҡырға 4

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 3

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан яҙғы ташҡын буйынса ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды 10.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә