Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Рәхмәт” һүҙе — иң оло бүләк
Баш ауырта, йоҡоһоҙлоҡ, арҡа һыҙлай, ҡолаҡтар шаулай, аяҡ һәм ҡул бармаҡтары ойой, хәлһеҙлек... Неврологтарға ошондай билдәләр менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытында сараһын күрмәһәң, уларҙың патологияға әйләнеүе бар. Бөгөн паркинсон ауырыуы, мигрень, инсульт һәм уның эҙемтәләре, көҙән йыйырыу, умыртҡа һөйәгендәге протрузия, бүҫер айырым урын алып тора. Неврология сирҙәре менән табиптарҙың кәңәшенән башҡа үҙ алдыңа көрәшеү мөмкин түгел. Тик квалификациялы белгестәр генә уның төрөн дөрөҫ билдәләп, зарар килеү кимәлен асыҡлай ала.

Межгорье ҡалаһындағы 2-се поликлиникала ауырыуҙар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бөтә белгестәр ҙә бар бында. Физиотерапия, массаж, рентген, УЗИ кабинеттары эшләй. Анализдарҙы ла үҙҙәрендә бирергә була. Ә көндөҙгө стационарҙа һәр кем сәләмәтлеген нығыта ала.
Cәлиә Ибәтуллина поликлиникала невролог булып эшләй. Шулай уҡ көндөҙгө стационарҙа неврология бүлеген етәкләй. Үҙ эшен белеп, яратып башҡара ул. Шуға кабинеты алдында һәр ваҡыт сират ҙур була.

– Һәр береһе тәжрибәле белгескә эләгергә тырыша. Сәлиә Ниязбай ҡыҙы барыһын да иғтибар менән тыңлай, ентекләп тикшерә. Иң мөһиме — дөрөҫ диагноз ҡуя. Кешенең хәленә инә белә, ауыр хәлдә килгәндәргә кабинетында уҡ ярҙам итә. Айырым нөктәләргә массаж эшләй белә. Башы, бил ауыртыуға зарланып килгәндәрҙең хәле шунда уҡ яҡшырып киткәндәй була, – ти уның менән бергә эшләгән шәфҡәт туташы Фәниә Хәлилова.


Көндөҙгө стационарға көн һайын 30-ҙан ашыу кеше килә. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеп, һәр береһенә дауалау курсы билдәләргә кәрәк, шуға күрә ҡағыҙ эше менән дә күп булышырға тура килә табипҡа.

Сәлиә Ибәтуллина үҙе тураһында һөйләргә бөтөнләй яратмай. Ә бына ауырыуҙар һәм коллегалары уға ҡарата бик яҡшы мөнәсәбәттә.

– Мин стационар асылған көндән ошонда шәфҡәт туташы булып эшләйем. Сәлиә Ниязбай ҡыҙының өлгөрлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Иртәнге сәғәт 8-ҙә ул эштә була. Килгән кешеләрҙең барыһын да ҡабул итмәйенсә ҡайтып китмәй. Эш сәғәте бөтөүгә ҡарап тормай. Ауырыуҙар ҙа бик ҡәнәғәт, – ти Хәфизә Әүбәкирова.


Әйткәндәй, Хәфизә Йосоп ҡыҙы — көндөҙгө стационарҙа берҙән-бер шәфҡәт туташы. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Барыһына ла система ҡуйып, укол яһап, дарыу биреп өлгөрә. Көн һайын бында ике-өс кеше урынлаша, әммә йөҙөндә берәй ризаһыҙлыҡ билдәһе булһасы. Үҙ эшен белеп кенә эшләп тик йөрөй.

– Мин бер ваҡыт билем ауыртыуға сыҙай алмай, таяҡҡа таянып килдем. Сәлиә Ниязбай ҡыҙы ҡараны ла Өфөгә барырға кәрәклеге тураһында әйтте. Үҙебеҙҙәге үҙәк дауаханаға йүнәлтмә биреп, улар мине баш ҡалаға оҙатты. Ысынлап та, операция кәрәк булған. Һуңға ҡалһам, эш нимә менән бөтөр ине икән – билдәһеҙ. Стационарҙа ла һәйбәт дауалау курсы алдым, – тип Зөһрә Шакирова ла үҙенең рәхмәтен белдерҙе.


Сәлиә Ибәтуллина уңған хужабикә, бына тигән әсәй ҙә икән. Бешеренергә ярата. Икмәкте һәр ваҡыт үҙе һала. Өҫтәле ҡамыр ризығынан бер ваҡытта ла өҙөлмәй. Баҡса тоталар, унда нимәләр генә үҫтермәй?! Тағы ла урманға сығып, еләк-емеш йыйырға, тәбиғәт ҡосағында булырға әүәҫ. Ә тәбиғәт бында иҫ китмәле. Урман эсендә генә ултырғас, бөрлөгән, көртмәле, ҡайын еләген йүгереп сығып ҡына йыйып инергә була.

Бына тигән өс балаға тәрбиә биргән кеше лә ул. Өлкән улы Салауат үҙенең юлынан китеп, баш ҡалала лор-табип булып эшләй. Азат Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, ҡыҙы Гөлнур ҙа әле шул белем йортонда уҡып йөрөй. Әйткәндәй, “бишле”гә генә өлгәшә. Самира, Әминә, Илдар исемле ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ҙә ул.

Сәлиә Ниязбай ҡыҙы белемен туҡтауһыҙ камиллаштыра. Күп гәзит-журналдар алдырып уҡый. Интернетта эҙләнергә лә ярата. Шулай булмаһа, балалар табибы булып эшләп йөрөгән еренән, невролог кәрәк булғас, ҡабаттан уҡырға сығып китер инеме ни? Йылы һүҙ – йән аҙығы, тигәндәй, ауырыуҙарҙы ул дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙе менән дә дауалай. Ә үҙенә күҙ төбәп килгән кешеләргә ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итеү, уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү — табип өсөн оло бәхет.


Автор: Х. ХӘСӘНОВА
Фото: iblogger.ru
Район: Межгорье ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158