Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ күңелле, аҡ халатлы
Сәләмәтлек — иң ҙур байлыҡ, уны һатып алып булмай. Һаулыҡ һағында торған табиптарҙы халыҡ йыш ҡына аҡ халатлы фәрештәләргә тиңләй. Ысынлап та, кешеләргә ярҙам күрһәтеп, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған был изге һөнәр эйәләрен башҡаса атау мөмкин түгел.Үҙебеҙ ҡайһы саҡ сирләп китһәк, табиптарға мөрәжәғәт итеп, уларҙың яғымлы ҡараштарын күреп, изге һүҙҙәрен ишетеп, тылсымлы ҡулдарының шифаһын тойоп, һыҙланыу-ауыртыныуҙарыбыҙҙы онотабыҙ.

Миәкә үҙәк район дауаханаһында үҙ эшенең оҫталары булған, эскерһеҙ, саф күңелле, һәр ваҡыт ярҙамға әҙер торған табиптар бихисап. Участка педиатры Рәшиҙә Шәфҡәт ҡыҙы Нәжмиева — тап ана шундайҙарҙың береһе.

Ҡанбәк ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ ауыл мәктәбен, унан һуң Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатын тамамлап, Башҡортостан дәүләт медицина институтына документтарын тапшыра. Күп кенә иптәш ҡыҙҙары уҡытыусы, агроном, иҡтисадсы булырға хыялланғанда, йәш ҡыҙҙың күңеле медицинаға тартыла, табип һөнәрен үҙләштереп, кешеләрҙе дауалау теләге көслө була.

1979 йылда Рәшиҙә Шәфҡәт ҡыҙы, институттың педиатрия факультетын тамамлап, бер йыл интернатурала белемен камиллаштыра. Аҙаҡ йәш белгес “Аксаковнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының Бәләбәй ҡала дауаханаһына эшкә килә, уны балалар бүлексәһенә педиатр итеп тәғәйен­ләйҙәр. Был яҡтарҙа бер нисә йыл эшләгәндән һуң, тәжрибә туплап, йәш табип тыуған яғына — Миәкәгә ҡайта. 1984 йылдан бирле район үҙәк дауаханаһында намыҫлы хеҙмәт итә.

— Медицина өлкәһен һайлауыма һис кенә лә үкенмәйем, эшемде яратам. Шөкөр, балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә эшемдән ҡәнәғәтлек кисерә икән, тимәк, табип һөнәрен һайлап яңылыш­мағанмын, — ти Рәшиҙә Нәжмиева.

Рәшиҙә Шәфҡәт ҡыҙы — бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре араһында абруйлы белгес, уны ихтирам итәләр, йәштәр уға кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Бөгөн юғары категориялы табип — Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Әйткәндәй, Рәшиҙә Нәжмиеваның бөтә балалары ла, медицина өлкәһен һайлап, әле һәр береһе яуаплы урында эшләй. Мәҫәлән, ҡыҙы Резеда — Миәкә үҙәк район дауаханаһында невролог. 2012 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған. “Ауыл табибы” програм­маһы буйынса эшкә ҡайтҡан. Ғаиләһе менән дәүләттән бүленгән аҡсаға район үҙәгенән бөтә уңайлыҡтары булған фатир һатып алғандар.
— Мәктәпте тамамлағас, минең алда “Кем булырға?” тигән һорау торманы, яҙмышымды медицина менән бәйләргә булдым. Бала саҡта әсәйемә эйәреп дауаханаға бара инем. Уның ауырыуҙар менән итәғәтле итеп һөйләшеүен, яҡшы мөнәсәбәттә булыуын күҙәтеп, эшен шундай яратып башҡарыуын күреп, “үҫкәс табип буласаҡмын” тип хыяллана торғайным, — ти Резеда Ҡәүис ҡыҙы Ярҡынбаева.

Бөгөн әсәле-ҡыҙлы табиптар ауы­рыуҙарҙы ысын күңелдән ҡайғыртып, көндө төнгә ялғап, тырышып эшләй. Ауырыуҙар ҙа, Рәшиҙә Шәфҡәт ҡыҙы менән Резеда Ҡәүис ҡыҙын яратып, “улар — беҙҙең йәшәү маяғы, ҡараң­ғы төндө яҡтыртыусы йондоҙҙар, болотло көндө аяҙ итеүсе ҡояш” тип әйтә.
Ысынлап та, тап ошондай табиптар булғанда, донъя ла түңәрәк кеүек тойола, ауырыу-һыҙланыуҙарың да юҡҡа сыҡҡан һымаҡ була. Табиптың наҙлы ҡулдарында күпме кешенең ғүмере хәл ителә, улар – меңәрләгән йәндә яңынан йәшәү дәрте уятҡан, ысын мәғәнәһендә бәхет килтергән илаһи заттар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158