Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Ҡырҙас ауылы халҡы аҡ халатлылар эшенән бик ҡәнәғәт.

Ҡырҙас — Әбйәлил районын күрше Баймаҡ менән тоташтырған ауылдарҙың береһе. Тап ошонан Баймаҡ — Өфө трассаһы үтә. Ә юлда төрлө хәлдәр йыш була: уйламағанда машина йөрөткәндәрҙең ҡапыл сирләп киткән йә иһә юл-транспорт фажиғәһенә осраған саҡтары ла булғылай. Юл аҙабы — гүр ғазабы тигәндәй, төрлө хәлгә дусар булған кешеләр күпселек осраҡта Ҡырҙас ауылының аҡ халатлыларына мөрәжәғәт итә. Һәр кемде яҡты йөҙ, йылы ҡараш менән ҡаршылаған ауыл фельдшеры Рәзинә Ғәйзуллинаны барыһы ла яҡшы яҡтан ғына телгә ала.

ФАП-та шарттар яҡшы

Күрше Әхмәт һәм Ҡырҙас ауылын хеҙмәтләндергән Рә­зинә Юлдыбай ҡыҙы донъялағы иң изге һөнәрҙе һайлауына бик ҡәнәғәт.
— Эшем еңел түгел, әммә кешеләргә кәрәкле, шәфҡәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Һинең күҙеңә оло ышаныс менән баҡҡан сирленең беҙ ҡара­ғандан һуң йөҙҙәренә нур йүгереүен, бер аҙ тынысланып, шәбәйеп китеүен күреү һәм тойоуҙан да бәхетлерәк мәл юҡтыр, — ти Рәзинә Юлдыбай ҡыҙы.

— Ауылдағы һәр кемдең тормошо хаҡында хәбәр­ҙармын, уларҙың һәр береһен яҡындан беләм. Шуға күрә нисек ярҙам күрһәтергә, ниндәй дауалау ысулдарын һайларға, тип баш ватырға тура килмәй. Кәрәк саҡта хирург та, педиатр, кардиолог та булырға тура килә. Иң мөһиме — сирлегә тәүге ярҙамды ваҡытында дөрөҫ күр­һәтеү. Бәғзе осраҡта һанаулы минуттар ғына түгел, секундтар ҙа уның ғүмерен һаҡлап ҡа­лырға ярҙам итә.

Рауил ауылы ҡыҙы, Сибай медицина училищеһын тамам­лағас, хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. Ҡырҙас ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡас, күрше Әхмәт ауылына 17 йыл йөрөп эшләй. Тәүҙә ике араны велосипедта “атланып” үтһә, аҙаҡ “тимер ат”ты йүгән­ләй. Былтыр Ҡырҙас ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсә.

Медицина учреждениеһы ике ауылды хеҙмәтләндерә, бар­лығы 770 кеше иҫәпләнә. Шу­ның 174-е 18 йәшкә тиклем­ге­ләр, 121-е – уҡыусылар, 25-е – мәктәпкәсә йәштәге балалар, 28 бала өйҙә ултыра. 372 кеше эшкә яраҡлылар тип иҫәп­ләнһә, 105-е – оло йәштә­геләр. Биш кеше ауыр хәлдә, уларҙың йортона йыш барыу талап ителә. Шуныһы ҡыуа­ныслы: ҡырҙастар үҙҙәренең ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән ғорурлана ала. 95 йәшлек оло яугирҙәр Зиннур Моратшин һәм Зәки Дәүләтки­рәев олатайҙар ҙа Рәзинә Юлдыбай ҡыҙының хәстәренән ситтә ҡалмай.
Ауыл халҡына тейешле медицина хеҙмәтен күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған: бинаға һыу үткәрелгән, кабинеттар йылы һәм таҙа. Тейешле дарыуҙар менән дә өҙөклөк юҡ, кәрәк саҡта “Ашығыс ярҙам” машинаһы район үҙәгенән 20 минутта килеп етә, ауылдар араһы алыҫ түгел. Көнөнә 20-гә яҡын кеше ҡабул ителә, шулай уҡ шәхси саҡырыу талап ителгән йорттарға йөрөп сығырға тура килә.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл биләмәһе бинаһында урынлашып, ул ҡуртымға алын­ған. Көндәлек таҙалыҡты оҙаҡ йылдар үҙ эшен намыҫлы атҡарған санитарка Сәриә Булатова тәьмин итә. Әммә бина райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡарамағас, уны ремонтлау буйынса ҡыйынлыҡтар осрай. Әле лә бында бер аҙ төҙөк­ләндереү эше талап ителә. Әйткәндәй, Башҡорт­остан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Урал аръяғы ра­йондарындағы эш сәфәрендә Ҡырҙас ауылында булып, медицина учреждениеһының хәле менән яҡындан танышты.
Башҡортостан райондарына сәфәрҙә­ренең береһендә Радий Хәбиров ауыл ерендәге ФАП-тарҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, намыҫлы хеҙмәт­тәрен билдәләп, рәхмәт белдерҙе, ә райондарҙағы етәкселекте уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. “Ошондай ФАП-тар беҙгә кәрәк, уларҙы мотлаҡ һаҡлап алып ҡалыу зарур. Бында эшләгән инәйҙәрҙең нурлы йөҙөнән ихлас йылмайыу китмәй. Мин хатта үҙем ошонда йөрөп дауаланыр инем”, — тине ул.

“Баланың – иң мөһиме”

Шулай ти 38 йыл хеҙмәт стажы булған акушер Фәриҙә Сәлимйәнова. Юғары категориялы акушер Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙын ауылда барыһы ла ихтирам итә. Шулай булмайса, ул Ҡырҙастағы һәр тыуған сабыйҙы тыуғандан алып ҙурайғансы яҡшы белә, һәр саҡ үҙ күҙәтеүендә тота.
Таштимер ауылы ҡыҙы 1980 йылда Сибай медицина учи­лищеһын тамамлап, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса ошо ауылға эшкә ебәрелә. Ә инде ике йылдан Ҡырҙас егетенә кейәүгә сыҡҡас, ғаиләһе менән бында төпләнә.

— Йәш кенә көйө акушер булып эшкә килдем, тәүге остазым фельдшер булып эшләгән Ғәлиә Ғүмәрова булды. Уға мин ғүмер буйы рәхмәт әйтәм, — тип һүҙ башланы тәжрибәле акушер. – Тәүге пациентым Миңһылыу апай ине, ул шал­ҡандай игеҙәк улдар тапты. Әле улар — үҙҙәре атай. Тәүге йыл­дарҙа бала тапҡан ҡатындар, ауырлы ҡатын-ҡыҙ күп ине. Йылына 20-шәр йәш әсәне иҫәпкә ҡуя торғайным. 1998 йылда Ҡырҙас ауылында иң күп сабый донъяға килде – 19 бала тыуҙы. Быйыл ошоға тиклем биш сабый донъяға килһә, тиҙҙән йәнә бер ҡатын әсәлек бәхетен кисерәсәк.

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы әсә булыуҙа икәнлеген һәр кем иҫенән сығармаһын ине. Йәш ҡыҙҙарына әсәй кеше был турала бала саҡтан әйтә килергә тейеш, тип иҫәпләйем. Хәҙер буласаҡ әсәйҙәр бар яҡлап белемле, баланы алдан планлаштыра, әммә барыһы ла был изге бурысты атҡарып сығырға әҙер булмаған мәлдәр ҙә бар.

Тәү ҡарашҡа баҫалҡы ғына күренгән геройымдың оҙайлы хеҙмәт дәүерендә ниндәй мәлдәр кисереүен тыңлағас, әле булһа яратҡан эшенә хыянат итмәй, һәр көн эшенә атлығып килеүенә һоҡланып ҡуйҙым. Үҙ эшен яратып башҡарғандар ғына тап Фәриҙә Сәлимйәнова кеүек бер урында ҡырҡ йылға тиклем эшләй алалыр.

Ауыл ерендә матур донъя көтөп, балалар үҫтереп, уларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу менән бер рәттән ауылдаш­тарының сәләмәтлеге һағында һәр саҡ уяу торған Рәзинә Ғәйзуллина менән Фәриҙә Сәлимйәнованың хеҙмәте, һис шикһеҙ, оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Тап шундайҙар үҙ эшен генә биҙәп ҡалмай, ә ауылдың ҡото һәм йәме булып та тора, сөнки халыҡтың сәләмәтлеге — иң ҙур байлыҡтарҙың береһе.

Башҡортостан райондарына сәфәрҙә­ренең береһендә Радий Хәбиров ауыл ерендәге ФАП-тарҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, намыҫлы хеҙмәттәрен билдәләп, рәхмәт белдерҙе, ә район­дарҙағы етәкселекте уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. “Ошондай ФАП-тар беҙгә кәрәк, уларҙы мотлаҡ һаҡлап алып ҡалыу зарур. Бында эшләгәндәрҙең нурлы йөҙөнән ихлас йылмайыу китмәй. Мин хатта үҙем ошонда йөрөп дауаланыр инем”, — тине ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157